«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРБАНДАР АРТА, Ә БИТ ШАРТЛАУ ҘА ЮҠ, ПУЛЯЛАР ҘА ОСМАЙ
+  - 

Сираттағы хәбәр йөрәкте әрнетеп, уйға һалды. Иғлан ителмәгән "һуғыш" ҡорбандарының теүәл иҫәбе алып барылһа, моғайын, нығыраҡ тетрәнер инек. Эйе, күпме кешене үҙенең ҡоло итте был эскелек, күпме ғаилә уның менән алышып көн күрә. Ҡорбандар, күҙ йәштәре, йән яралары, күңел тетрәнеүҙәре - "сәхнә артында", йәғни ғаиләләр эсендә. Был иғлан ителмәгән һуғыш та, нигеҙҙә, ғаиләләр эсендә бара. Шуға уға артыҡ иғтибар иткән кеше лә юҡ һымаҡ. Был заман афәте күпме һыҙланыу, бәхетһеҙлек, емерелгән яҙмыштар сығанағы булып тора.

Әленән-әле йәп-йәш, донъя көтөр ир-егеттәрҙең, әсә бәхете кисереп кенә йәшәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тап ошо "һуғыш" ҡорбаны булғанын ишетә йөрөйбөҙ. Уфтанабыҙ. Һәм.. шуның менән онотола был ваҡиға. Күп тә үтмәй, икенсеһе…
Инде законһыҙ рәүештә алкоголь һатыу менән булышҡан кешеләрҙең намыҫын һиҫкәндерер һүҙҙәр ҙә табып булмаҫ һымаҡ. Сөнки булмаған нәмә нисек һиҫкәнһен…
Был күренеш районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарын да ялмап алған тиһәм, яңылышмам, моғайын. Хатта төпкөл ауылдары ла. Күптән түгел ишеткән бер ваҡиға, ирекһеҙҙән, барыбыҙға ла билдәле әкиәтте хәтерләтте. Ниндәй әкиәт икәнен үҙегеҙ самаларһығыҙ…
…Борон-борон заманда… Әй, юҡ, бөгөнгө, һинең менән мин йәшәгән заманда бер ханым йәшәгән. Ул бик бай һәм етеш йәшәргә теләгән. Ләкин юрғанын башына тартһа - аяғы, аяғына тартһа - башы асыла икән. Был бик оҙаҡ уйланған юрғанын нисек ҙурайтырға. Хәйер, юҡты һөйләйем, юрғаны ла ҡәҙимге беҙ ябынған һымаҡ булған, ашарына ла етерлек булған, ти. Ете көн, ете төн уйлағандан һуң, ниһайәт, тапҡан был ханым уйҙарына яуапты. Үҙ эшен асырға ҡара иткән. Сөнки, ана бит, район гәзитендә лә "Эшҡыуарлыҡ - заман талабы" тип яр һалалар. Һөҙөмтәһе иртәгә үк үҙен аҡларҙайына тотонорға ҡарар иткән был эшҡыуарлыҡтың. Тиле кеүек, мал ишәйтеп ятыр баш юҡ, уларға бесән әҙерләр кәрәк, аҫтын таҙартырға, ашатырға-эсерергә. Ә ул уйлаған шөғөл иң уңайлыһы - өйөңдөн дә сығырға кәрәкмәй, клиенттар үҙҙәре генә килеп баш һаласаҡ. Был өлгөр, сос ҡатын эш тә башлаған. Бызмырҙап, фләгәләр мейес башына ҡунаҡлай торған, ханымдың кеҫәһенә аҡсалар тама торған. Ауылда йүнле аҡса эшләрҙәй урын юҡ, ә эсергә теләүселәр быуа быуырлыҡ. Яҙҙырып һорап наҫырын ҡорота башлайҙар. Бахыр ханым йәнә уйға батҡан. Тапҡан йәнә юлын. Аҡсаһыҙ килеүселәр уның бойороҡтарына өнһөҙ күнә. Шуға ҡатын да хаттин аша башлаған. Сөнки хәмер ҡолдары уның күҙенә генә ҡарап тора, нимә теләй, шуны килтерә икән. Хатта балаларының ауыҙынан өҙөргә лә әҙерҙәр. Шуға ханым үҙен теге әкиәттәге ярыҡ ялғаш эргәһендәге ҡатындай тоя башлаған, нәфсеһе арта ғына барған. Берҙән-бер көн был сираттағы бер ауылдашына, миңә кәрәҙле бал кәрәк, тип бойорған. Нишләһен, баш сәңкеп ауырта, киткән был кәрәҙле бал эҙләп. Тапҡан, ти. Әллә ней алыҫ та йөрөп тормаған, күршеләге умарталыҡтан бәскән. Шөкөр, умарталыҡтар бикләнмәй, әйҙә, теләгәнсә урла ғына. Хәйер, бал ҡортоноң тиген бөжәк түгел икәне генә башына инеп сыҡмаған уҙамандың, уның хаҡында Ҡөрьәндә махсус сүрә лә бар. Ололар ҙа бал урлаған кеше бер ҡаза күрә, тиер булған. Тик теге ханымдың бойороғо ҡолағында сыңлап торғас, былар хаҡында уйланырға әмәле лә булмағандыр инде, меҫкендең. Кәрәҙҙе ҡуйынына тыҡҡан да йүгергән… Тик ауылдаштары уның кәүҙәһен әлеге өйгә яҡын ғына ерҙәге тыҡырыҡта табып ала… Үлем сәбәбе нимәлә: бахмурмы, әллә бал ҡорто сағып, аллергия булғанмы, әллә Хоҙай язаһымы? Һорауҙар яуапһыҙ. Мәлһеҙ өҙөлгән кеше ғүмере генә ҡыҙғаныс... Кәрәҙле балһыҙ ҡалған ханымдың да эсе бошҡандыр. Юҡ, кеше үлеменә сәбәпсе булғанға түгел, балһыҙ ҡалғанға… Их, әкиәт кенә булһа икән дә бит, хәҡиҡәт шул был. Әлегә был замана әкиәте тамамланмаған, сөнки ханым ярыҡ ялғаш эсендә түгел әлегә. Тик был донъя менән генә эш бөтмәй, тегенеһе лә бар бит әле… Бер осраҡҡа ғына ишара булһа ла, бындай хәлдәр һәр ауылда тиерлек бар шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Ғөмүмән, ҡырҙан килтерелеп, итәк аҫтарынан һатылған шикле араҡылар, өйҙә етештерелгән көмөшкәләр, магазиндарҙың прилавкалары аҫтынан һатылғаны күпме кеше ғүмерҙәрен алып китә, күпмеһен ғәрип яһай. Шуларҙан килем алған кешеләрҙе тетрәтмәйме икән улар? Был күҙ йәштәре һеңгән аҡсалар нисек тамаҡтарына аш булып бара икән? Аҡса эшләүҙең бүтән юлдары бөтмәгән бит. Эшлә генә. Бөгөн ауылдарҙа эшкә яраҡлы халыҡтың яртыһы эшһеҙ, ә мал көтөүсеһе таба алмайҙар. Әйткәндәй, алкоголь һатыу менән осон-осҡа ялғай алмағандар түгел, етеш йәшәгәндәр булыша. Тегеләрен, тырышҡанда, нисек тә аҡлап та булыр ине, ярай, балалары астыр, тип, ә быларының ҡылығын нисек аңлатырға?
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн донъя менән хушлашыусы һәр өсөнсө кешенең үлем сәбәбе - эскелек. Эскән кешенең ғүмер оҙайлығы 48-55 йыл. Уларҙың 25 проценты был йәшкә лә етмәй. 6-8 йыл систематик рәүештә эскелек менән булышҡан ата-әсәнән тыуған балалар аҡыл йәһәтенән бүтәндәрҙән кәм була. Һыра эсеү ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше ихтималлығын 40 процентҡа арттыра.
Күп ауыр енәйәттәр тап эскән килеш башҡарыла. Алкоголь ирҙәрҙә - ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ир-ат һыҙаттары барлыҡҡа килтерә.
…Эскелек хаҡында яҙыуҙың стенаға борсаҡ бәргән һымаҡ булыры билдәле. Шулай ҙа йәп-йәш кешеләрҙең тамаҡтарын тыя алмаған өсөн генә донъя менән ваҡытынан алда бәхилләшеүе аяныс. Ишеткән һайын күңел тетрәнә… Ә иғлан ителмәгән "һуғыш" дауам итә, ҡорбандар арта, дошман бик мәкерле, аҫтыртын һөжүм итә… Украиналағы һуғыш хаҡында яҙабыҙ, телевидениенан күрһәтәләр, радионан һөйләйҙәр, ә үҙебеҙҙең арала барған "һуғыш" хаҡында ләм-мимбеҙ. Шартлауҙар ҙа ишетелмәй, шөкөр, пулялар ҙа осмай, ләкин ҡорбандар арта ғына бара. Аҫтыртын дошман күпкә ҡурҡыныс шул…

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1410

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru