«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФӘЙЗУЛЛА АҠТАЕВ ҺӘМ ЮЛБАРЫҪ БИКБУЛАТОВ
+  - 

1812 йылғы Ватан һуғышы шул йылда ғына тамамланмаған. 1813-1814 йылдарҙа ла Рәсәй ғәскәрҙәренең Көнбайыш Европаны азат итеү һәм Наполеон режимын бөтөрөү маҡсатында ойошторолған сит ил походтары дауам итә. Ошо хәрби хәрәкәттәрҙә һәм походтарҙа башҡорт халҡының 22 полкы ҡатнаша. 1813-1814 йылғы сит ил походында рус армияһы союздаш Англия, Пруссия, Швеция ғәскәрҙәре менән берлектә Европанан Наполеон армияһын ҡыуа һәм 1814 йылдың 19 (31) мартында Парижға бәреп инә. Улар араһында 9 башҡорт полкы, шул иҫәптән 1812 йылдың сентябрендә хәҙерге Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Белорет райондарын үҙ эсенә алған 6-сы Башҡорт кантонында төҙөлгән 14-се, 3-сө һәм 15-се Башҡорт полктары ла була. 14-се Башҡорт полкы командиры Абдулла Сурағолов хаҡында гәзитебеҙҙең былтырғы 40-сы һанында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Күренекле тарихсы-ғалим, профессор Ә. З. Әсфәндийәров Фәйзулла Аҡтаевтың 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысының Фәйзулла ауылынан булыуын һәм 3-сө Башҡорт полкы командиры икәнлеген иҫбатлай. Әммә уның тикшереүҙәрендә батырҙың исеменә ҡағылышлы буталыш инеп китә. Аҡтаев шәхесе унда ике кеше булараҡ күрһәтелә. Уларҙың береһе Бөрйән улысы Фәйзулла ауылын нигеҙләүсе хорунжий Фәйзулла Ильясов, икенсеһе 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы есаул Фәйзулла Әликан улы Аҡтаев. Документтарҙы өйрәнә торғас, беҙ бының сәбәбен асыҡланыҡ. Баҡтиһәң, бер үк кеше бер документта Фәйзулла Ильясов Төкәй улы, ә икенсеһендә Фәйзулла Ильясов Аҡтай улы тип бирелә икән. Бынан тыш, "1839 йылғы 6-сы кантон чиновниктары һәм урядниктарының хеҙмәте тураһындағы формуляр теҙмә"лә Аҡтаевтың атаһының исемендә хата китә. Ошонан алып яңы исем төрлө ерҙә төрлө үҙгәрештәр ала барып, башҡа документтарға күсә. 1859 йылғы ревизия әкиәттәренең "4-се Башҡорт кантоны 10-сы тирмә Фәйзулла ауылы"нда Фәйзулла Әлекәнев Аҡтаев бар. Ул 72 йәштәге отставной есаул тиелә. Ҡатыны Сәлимә Вәлитова 42 йәштә, ҡыҙҙары Ҡунаҡбикә - 14, Ғәйнихаят - 12 йәштә. Бына ни өсөн ул Ә. Әсфәндийәровта "есаул Фәйзулла Әликән улы Аҡтаев" булып китә.
Был ике исемдең бер шәхес икәнлеген иҫбатлаусы башҡа мәғлүмәттәрҙе лә ҡарап үтәйек. 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улысы Кинйәбулат ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия әкиәттәрендә лә 1812 йылда бында 1787 йылда тыуған Фәйзулла Ильясов Төкәй улы йәшәүе хаҡында әйтелә. Бер ихатала йәшәүселәр күрһәтелә: Күскилде Төкәев, 56 йәш, уның ағаһы Ильяс Төкәев, 54 йәш, Ильястың улы Фәйзулла, поход есаулы, 24 йәштә. Күрһәтелгәндәрҙең йәштәре икенсе ауылға күсенеүҙәре сәбәпле, VI ревизия (1811 й.) буйынса бирелә. Был турала "Күскилде, Ильяс һәм Йәнебәк Төкәевтар 1812 йылда ошо уҡ улыстың Ғәбит Мансуров старшиналығындағы Бәхтегәрәй ауылына күсенделәр", тип теркәп ҡуйыла. Башҡа документтарҙа ла Фәйзулла Ильясов 1812 йылдан Бәхтегәрәй (Мансур) ауылында йәшәй. 1834 йылда Фәйзулла Ильясов Аҡтай улы Фәйзулла ауылын нигеҙләй, унда 73 кеше күсеп бара. Ауылды тап ошо шәхес нигеҙләүе тураһында ла дәлилдәр бар. Был документтарҙа ир енесендәге ауыл халҡы йәштәре менән теҙеп яҙылған. Икенсе һан аҫтында кантон ярҙамсыһы, хорунжий Фәйзулла Ильясов теркәлә, VIII ревизия буйынса уға 47 йәш, улы Йыһангиргә - 7, тимәк, ул 1827 йылғы. Һәм ошо документ аҫтына "Кантон ярҙамсыһы хорунжий Аҡтаев" тип ҡул ҡуйылыуы бик мөһим. Аңлауығыҙса, 1834 йылға Фәйзулла Ильясов Төкәй улы Аҡтаев фамилияһын йөрөтә башлай.
Тағы ла бер документ үрҙә әйтелгәндәрҙе дәлилләй. Был - "1839 йылғы Формуляр список". Унда "хорунжий Фәйзулла Ильясов Аҡтай улы, 53 йәштә, Фәйзулла ауылында йәшәй", тиелә. Ҡатыны һәм балаларының исемдәре лә тура килә: ҡатыны - Сәлимә, улдары Йыһангир һәм Ғәли, ҡыҙҙары Мәхүбъямал, Өммөгөлсөм.
Шулай итеп, төрлө документтар нигеҙендә беҙ есаул Фәйзулла Ильясов менән хорунжий Фәйзулла Аҡтаевтың бер үк кеше булыуын иҫбатланыҡ.
Ни өсөн Фәйзулла Ильясов фамилияһын Аҡтаев тип үҙгәртеүен әйтеп булмай. Әммә XVIII быуатта бөрйән башҡорттарының Аҡтай исемле ауылы һәм шул фамилияны йөрөткән тархандары булыуы хаҡында билдәле. Яңы фамилияның барлыҡҡа килеүенә шул заманда башҡорт элитаһында өс бүлекле исем-атҡа (исем, атаһының исеме, фамилия) күсеү сәбәпсе булырға ла мөмкин.
Артабан Фәйзулла Аҡтаевтың хеҙмәт юлын өйрәндек. Хеҙмәтен 1806 йылдың беренсе апреленән казак булараҡ башлай. 1813 йылдың 13 ноябрендә зауряд-хорунжий чинын ала, 1815 йылдың 13 февраленән - есаул, 1816 йылдың 27 майынан дистанция начальнигы, 1827 йылдың 5 ғинуарынан йортауай старшина, 1828 йылдың 2 апреленән полк харунжийы чинына үрләтелә. 1832 йылдың 22 ноябрендә иһә 6-сы кантон начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 1812 йылдан 1815 йылғаса француз кампанияһы ваҡытында 3-сө Башҡорт полкы составындағы запас армияла була. Линия хеҙмәтендә 1806, 1807 һәм 1822 йылдарҙа - Ҡыҙыл, 1808 һәм 1815 йылдарҙа - Уртазым, 1818 Магнит ҡәлғәләрен һаҡлауҙа тора. 1835 йылда Ҡаҙаҡ далаһындағы эскадрон составында була. 1830 йылдың 26 ноябрендә Корпустың 71-се бойороғо буйынса дезертирҙы тотҡаны өсөн рәхмәт хаты ала. Белемле була. Русса яҙа һәм уҡый белә. Фәйзулла Аҡтаевты полк хорунжийы итеп күтәреү хаҡында документтар бар. Был чин уға Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе дворянины тигән статус бирә. Фәйзулла Аҡтаевтың үлгән ваҡыты һәм урыны тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Яҡынса 1859 йылдан һуң тип иҫәпләргә мөмкин. Балалары уның юлын намыҫлы дауам итә. X ревизия яҙмалары буйынса, оло улы Йыһангир Аҡтаев полк зауряд-сотнигы, кантон ярҙамсыһы, 32 йәштә. Ҡатындары: Тутыйғош Ҡотлоғәлләмова һәм Сафура Ҡаһарманова. Тағы ла ике улы: Мөхәмәтғәли 19, Әхмәтғәли 17 йәштә. Мөхәмәтғәленең ҡатыны Хәбибъямал Фәизова, ҡыҙҙары Ғәйшә. Шулай итеп, Аҡтаевтар бөгөнгө Баймаҡ районы Таналыҡ ауылына нигеҙ һалыусылар була.
Артабан Юлбарыҫ Бикбулатовтың биографияһына күсәйек. Уның 15-се Башҡорт полкы командиры булыуы хаҡындағы мәғлүмәт тә Ә. З. Әсфәндийәров тарафынан табыла. Ул былай тип яҙа: 1811 йылдың майында 6-сы башҡорт кантоны дистанция начальнигы Юлбарыҫ Бикбулатов армия походына әҙерләнеүсе биш йөҙлөк полк менән етәкселек итә; Ватан һуғышы йылдарында 15-се Башҡорт полкы командиры була; 1812-1814 йылдарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике көмөш миҙалға лайыҡ була; 1820 йылда Себергә ебәрелә. Артабан авторҙың баҫмаларында Бикбулатовтың 14-се полк командиры итеп күрһәтелеүен техник хата тип иҫәпләргә кәрәктер.
1820 йылдың 25 февралендә 6-сы башҡорт кантонлығы начальнигы А. Биктимеров тарафынан ойошторолған халыҡтан законһыҙ аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡаны өсөн 14-се полктың мең башы һәм чиновнигы Юлбарыҫ Бикбулатовтың Себергә оҙатылыуы хаҡында билдәле башҡорт этнографы, профессор Р. З. Йәнғужин да яҙа. Әммә быға тиклем әлегә бер ерҙә лә Ю. Бикбулатовтың сығышы ҡайҙан булыуы билдәле түгел ине. Беҙҙең Ватан һуғышы яугирҙары документтарында ҡаҙыныуҙар ҙа фәтүә бирмәне. Ахырҙа, беҙ ревизия материалдарын тикшереүгә тотондоҡ. Геройҙың улысын да, ауылын да белмәйенсә, әллә күпме документтарҙы ҡарап сығырға тура килде. Ниһайәт, VIII ревизия (1834) материалдарында дистанция начальнигы һәм 14-се класс чиновнигы Юлбарыҫ Бикбулатов Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улысы 14-се тирмә Рысаҡай ауылында (хәҙерге Белорет районы) йәшәй тиелә. VII ревизия (1816) документтары буйынса, ул 1766 йылда тыуа. Ҡатыны Гөлбәзиргә 51 йәш. Уларҙың биш улы була: Йәрмөхәмәт (1833 йылда үлә), Баймөхәмәт (1834 йылда үлә), Ҡаһарман 26 йәштә, Ширғәзе 16 йәштә, Бирғәле 12 йәштә һәм 16 йәшлек ҡыҙҙары Ҡарабикә. Ҡаһармандың ҡатыны Хәмиҙә, ҡыҙы Мәлиха була. Оло улы 27 йәшлек Ҡужахмәт Юлбарыҫов айырым йорт булып йәшәй.
Ю. Бикбулатовтың еңел булмаған яҙмышы хаҡында ревизия әкиәттәре лә "1820 йылда Себергә оҙатылған" ти. Ә. З. Әсфәндийәров әйтеүенсә, Юлбарыҫ Себергә китеп барған юлда ҡасып китә ала. Уның хаҡында башҡа мәғлүмәттәр юҡ. Уның балалары, ревизия мәғлүмәттәре буйынса, тыуған ауылдарында нигеҙ тотоп йәшәй һәм аталарының фамилияһын дауам итә.
Шулай итеп, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 15-се Башҡорт полкы командиры Юлбарыҫ Бикбулатов ҡатай ырыуы башҡорто була. Уның шәжәрәһе бына ошолай: Бикбулат (?) - Юлбарыҫ (1766 й.т.) - Ҡужахмәт (1807) - Ҡаһарман (1808) - Ширғәзе (1818) - Бирғәле (1822). Ҡужахмәт Юлбарыҫовтан Шәрәфетдин тыуған (1831), Ҡаһарман Юлбарыҫовтан Шамабал (1851), Йәмлиха (1854), Шамсолтан (1856) тыуған. Ширғәзе Юлбарыҫовтың улы Сәйетғәле (1854). Бирғәле Юлбарыҫовтыҡы Сәхәүетдин (1842) һәм Баһауетдин (1854).
Тәҡдим ителгән материалдар Башҡорт полктары командирҙары Фәйзулла Аҡтаев һәм Юлбарыҫ Бикбулатовтың бөгөнгө быуындарына ата-олатайҙарының данлы тарихын өйрәнергә һәм шәжәрәһен тулылындырырға ярҙам итер, моғайын.

Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1414

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru