«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТ ТУРАҺЫНДА ФЕКЕР ТУПЛАУҒА МИЛЛИ МОҢ ДА БУЛЫШЛЫҠ ИТӘ
+  - 

Тормошто сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул һәр кемдең күңелендә, булмышында, тәбиғәтендә. Моңға шатлыҡ-ҡыуаныс та, ҡайғы-хәсрәт тә, ынтылыш та, хыял да, өмөт тә, ҡәнәғәтһеҙлек тә, ғөмүмән, барлыҡ тойғолар ҙа һыя. Хәҙерге заман музыкаһы үҙ эсенә төрлө стиль һәм йүнәлеште алыуы менән ота. Был күптөрлөлөк араһында һәр кем үҙенең күңеленә хуш килгән моңдо таба ала. Бөгөнгө "Диалог" рубрикаһы ҡунаҡтары - "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө һәм "Заман" этно-проекты үҙ тамашасыларына боронғоноң һәм хәҙерге замандың бәйләнешен, башҡорт ауыҙ-тел ижадының яңыса яңғырашын, милли моңға таянып ижад ителгән автор йырҙарын тәҡдим итеүсе ижадсылар. Һүҙ төркөм етәкселәре Ринат РАМАҘАНОВ менән Радмир МУФТАХИНға.

Һәр башланғыс ниндәйҙер идеяға нигеҙләнә. "Арғымаҡ" менән "Заман"дың нигеҙендә ниндәй йүнәлеш-идея ята?

Арғымаҡ төркөмө Ринат РАМАҘАНОВ: Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында популяр булған "Каруанһарай", "Дәрүиш", "Аҡйондоҙ" һәм башҡа ошондай төркөмдәрҙән һуң башҡорт эстрада сәнғәтендә тынлыҡ урынлашты. Үҙ яйына, һалмаҡ ҡына аҡҡан сәхнә тормошон 2000-се йылдарҙа Роберт Юлдашевтың, "Бүреләр" төркөмөнөң ижады әүҙемләштерҙе, яңы офоҡҡа сығарҙы. Башҡорт музыка сәнғәте өлкәһендә әлегәсә булмаған ижади ҡараш, уны тамашасыға еткереү юлы һәм башҡаларға оҡшамаған, үҙенсәлекле башҡарыу алымы уларҙы тамашасы араһында таныулы итте. Башҡорт сәнғәтенә ошондай рухи яңылыҡ индереүселәр араһында беҙҙең "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө лә булды.
Төркөмдөң төп концепцияһы - башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын һәм башҡа аҫыл мәҙәни мираҫыбыҙҙы оло быуын кешеләренең генә түгел, ә йәш быуындың да "ишетеүенә", ҡабул итеүенә өлгәшеү. Һәр замандың да үҙенә генә хас һүҙҙәре, һөйләше, яҙыуы була. Бынан бер нисә быуат элек йәшәгәндәрҙең телмәрен аңлауы беҙгә ни тиклем ауыр булған кеүек, уларға ла төрлө яңы һүҙҙәр менән байытылған бөгөнгө көн һөйләше ят тойоласаҡ. Бигерәк тә йәштәргә аңлайышлы булһын өсөн уларҙың "тулҡынында" йөҙөү мөһим. Музыкала ла ошо уҡ ҡағиҙә эшләй, йәғни замана йәштәренең күңеленә элекке кеүек оҙон көйҙәр һуҙып ҡына барып етеп булмай. Шуға күрә традицион мәҙәниәтебеҙҙе төрлө музыка уйын ҡоралдары, хәҙерге заман стилдәре менән "биҙәп", яҡтыртыу һәм видеоҡоролмалар ҡулланып, заманса, әммә милли сәхнә кейемдәре менән байытып, этно-рок йүнәлешендәге ижадыбыҙҙы тамашасы хөкөмөнә сығарабыҙ. Башҡорт халыҡ моңон заманса башҡарыуҙан ғына ул халыҡтыҡы булыуҙан туҡтамай, шул уҡ ваҡытта уны күберәк аудиторияға ишеттерергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең заманса эшләнгән аранжировкаларыбыҙ, үҙгәртеүҙәребеҙ тик "гарнир" ғына, ә төп "аҙыҡ" - беҙҙең быуаттан-быуатҡа күсеп килгән боронғо халыҡ ижады. Шуны һаҡлау һәм киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү төп маҡсатыбыҙ булып тора.
Заман төркөмө Радмир МУФТАХИН: "Арғымаҡ"тың формалашыуы, үҫеүе, ижади яҡтан нығыныуы, халыҡ араһында киң популярлыҡ яулауы минең күҙ алдымда булды. Төркөмдөң ижадҡа ҡарата оло яуаплылығын, башҡорт халыҡ моң-көйөнә һаҡсыл мөнәсәбәтен, һәр бер йырға, ҡобайырға хазина итеп ҡарауын күреп йөрөнөм. Тамашасының уларҙың һәр сығышын көтөп алыуын һәм йылы ҡабул итеүен күреп, халыҡтың башҡорт моңона таянған, әммә яңы, заманса стилдәге ижадҡа һыуһауын аңланым.
Республикала йәшәүсе милләттәштәрем туған телендә иркен һөйләшеү, үҙ моңона булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү мөмкинлегенә эйә. Башҡортостандан ситтәгеләргә иһә бөтә халыҡтарҙың мәҙәниәтенән бергә тупланған музыкаль "коктейль" менән генә хушһынырға тура килә. Ошо хәҡиҡәтте үҙем Мәскәүгә барғас ҡына аңланым һәм башҡорт моңо менән һуғарылған, заманса, ваҡыт менән бергә атлаусы төркөм ойошторҙом. 2013 йылда барлыҡҡа килгән "Заман" этно-проекты әлеге ваҡытта Мәскәүҙә республиканы кәүҙәләндереүсе ижади коллектив. Беҙҙең маҡсат - башҡорт моңон бөтөн Рәсәйҙә, сит илдәрҙә, икенсе ҡитғаларҙа ишеттереү, уны популярлаштырыу.
Ринат РАМАҘАНОВ: Тамашасы беҙҙе тәүҙә төрлөсә ҡабул итте - кемдер асыҡтан-асыҡ көлдө, икенселәр аптыраулы ҡараш ташланы, өсөнсөләр "Ниһайәт, замана менән бергә атлаған, халҡыбыҙҙы сит тарафтарҙа ла лайыҡлы күрһәтерлек төркөм барлыҡҡа килде", тип һоҡланды. Бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын традицион башҡарыусыларҙың беҙгә ҡарата мөнәсәбәте, фекерҙәре ике яҡлы булды. Беҙҙе башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын боҙоуҙа, уларҙың йәмен ебәреүҙә ғәйепләүселәр ҙә табылды. Ләкин беҙ бер кемгә ҡарамайынса, үҙебеҙҙең юлдан барыуҙы дауам иттек. Һәм дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тип ышанам.

Донъя йәмәғәтселеге аңында теге йәки был халыҡ тураһында фекер туплауҙа милли мәҙәниәт, ижад, сәнғәт ҙур роль уйнай икәнен беләбеҙ. Ошондай күҙаллауҙарға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ булып сыға бит инде...

Радмир МУФТАХИН: Бөгөн өйҙә ултырып ҡына донъяның теләгән нөктәһенә "барырға", күңелебеҙгә ятҡан төрлө стилдәге һәм йүнәлештәге музыканы тыңларға мөмкинбеҙ. Ләкин һәр кемгә үҙенең милли моңо, туған телендә яңғыраған йыр-көйҙәре, халҡының асылын сағылдырыусы бейеүҙәре яҡын. Улар тик күңел асыу сараһы ғына түгел, ә тотош бер халыҡтың тарихын, йолаларын, көнкүрешен, уй-хистәрен сағылдырыусы, киләсәк быуынға ниндәйҙер ҡомартҡы тапшырыусы сығанаҡ. Милли моң - ул халыҡ тауышы. Һәр халыҡтың да милли моңо тотош донъя йәмәғәтселеге аңында шул милләт тураһында фекер туплауға булышлыҡ итеүе менән әһәмиәтле. Шуға күрә ижадын үҙ халҡына ғына түгел, ә башҡа милләттәргә лә еткерергә, уларға таныулы, аңлайышлы итергә маҡсат ҡуйған ижади коллектив иңендә оло бурыс ята. "Заман" этно-проекты башҡорт моңон сит илдәрҙә, икенсе ҡитғаларҙа ла яңғыратыу, уны популярлаштырыу буйынса уңышлы эшләй. 2014 йылда Ҡаҙанда уҙған "Turkvizion - 2014" халыҡ-ара йыр конкурсында 3-сө, ә яңыраҡ Италияның Удинэ ҡалаһында булып үткән "Suns Europe - 2015" халыҡ-ара фестивалдә 2-се урын яуланыҡ. Тәүгеһендә төрки телле халыҡтар араһында Башҡортостан, ә икенсеһендә бөтә донъя алдында Рәсәй исеменән сығыш яһаныҡ. Ошондай мәртәбәле бәйгеләрҙәге сығышыбыҙ аша халҡыбыҙҙың ижади байлығын ишеттерә һәм башҡорт милләте тураһында ыңғай фекер туплауға булышлыҡ итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Ринат РАМАҘАНОВ: Был, һис шикһеҙ, шулай. Беҙ йыр-моңобоҙ, ижадыбыҙ аша үҙебеҙҙе башҡа халыҡтарға күрһәтәбеҙ. Ижад - матди булмаған ҡомартҡы. Уны тотоп ҡарап булмай, ләкин нәҡ ул быуындар араһында ғына түгел, ә төрлө милләттәр араһындағы бәйләнеште тәьмин итеүсе иң ҡеүәтле рухи көс. Һәр халыҡ үҙенә генә хас ижады, мәҙәниәте булған Хоҙай балалары. Бер милләт тә бер-береһенең тормошон, булмышын, холоҡ-фиғелен, тарихын ҡабатламаған кеүек, ижадта ла ныҡ айырыла. Әлбиттә, төрлө халыҡта тышҡы ҡиәфәте менән оҡшаш музыка ҡоралдары бар, тик уларҙан урғылған моң төрлө. Мәҫәлән, башҡорттоң ҡурайынан сыҡҡан моңдо бер ниндәй ҙә музыка ҡоралы ҡабатлай алмай. Шуға күрә, халҡыбыҙ моңон бар донъяға таратыу, уның йырҙарын ишеттереү өсөн төрлө йүнәлештә, стилдә эшләгән ижадсылар булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡайҙалыр рок фестивале үтә икән, унда нәҡ ошо стилдә уңышлы ижад итеүсе кеше йәки төркөм юлланырға тейеш. Башҡа төрлө музыкаль стилдәге конкурс һәм фестивалдәргә лә милләтте лайыҡлы күрһәтә алырҙай ижадсыны ебәреү мотлаҡ. Сәхнәләге бер нисә минутлыҡ сығыш тотош халыҡ тураһында төшөнсә бирә. Шуға күрә, һәр ижадсы, һәр ижади төркөм үҙенең эшенә етди ҡарарға тейеш.
Беҙ үҙебеҙҙең исемде тәүҙә республиканан ситтә таныттыҡ. Париж, Вена, Кельн, Мәскәү, Лондон, Астана һәм башҡа ҡалаларҙа, шулай уҡ Төркмәнстанда, Тыва республикаларында уҙған халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар һәм лауреат исеме яуланыҡ. Ул сығыштарыбыҙҙа үҙебеҙҙе тыуған республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе лайыҡлы күрһәтә алғанбыҙҙыр, тип ышанам.

Музыкант булыу - ул һөнәрме, әллә миссиямы?

Ринат РАМАҘАНОВ: Һәр кешене Хоҙай был ергә билдәле бер миссия менән ебәрә. Берәүҙәр ҡатмарлы операциялар эшләп, кеше ғүмерен ҡотҡара, икенселәр балаларға белем бирә, өсөнсөләр үҙенең булмышын сәнғәттә таба. Музыкант - кешене рухи яҡтан дауалаусы, оло эштәргә илһамландырыусы, ауыр мәлдәрҙә халыҡтың күңелен күтәреүсе. Моң - кешегә әйтергә теләгәнеңде һүҙһеҙ ҙә еткерә алыу мөмкинлеге биргән тормош бүләге. Нимәлер әйтергә теләгән сәйәсмән, халыҡ алдына сығып, ялҡынлы телмәр тота. Яҙыусы ошо уҡ бурысты атҡарыу өсөн ҡулына ҡәләм ала. Ә музыкантҡа бының өсөн моң, көй, аһәңлелек кәрәк. Ләкин моңдо дөрөҫ ҡуллана белеү ҙә мөһим. Мәҫәлән, ҡурайыбыҙҙы ғына алайыҡ. Ҡурайҙа уйнағанда бик иғтибарлы булырға, һаҡ эш итергә кәрәк, сөнки уның моңо менән халыҡты юғарылыҡҡа күтәреп булған кеүек, уны түбәнәйтергә лә мөмкин. Ата-бабаларыбыҙ ҡурайҙа бөтә ғаләмде иңләп, сиктәрҙе үтеп сығып, бөтә йәнен биреп уйнаған. Шуға күрә, халыҡ йөрәгенә, тамашасы күңеленә үҙеңдең моңоңдо еткерергә теләйһең икән, ошондай уҡ хәлгә кереү, уны аңлау мөһим. Хоҙай тарафынан ҙур һәләт бирелеп тә, ижадты йөрәгең аша үткәрмәһәң, ул халыҡ күңеленә барып етмәй. Шуға күрә, тормошта үҙеңдең миссияңды дөрөҫ билдәләп, уны ғүмерлек һөнәрең итерлек мөмкинлек табыу - үҙе бер бәхет. Аҡылды кеше йәшәү барышында, ғүмер буйы йыя, ә аң, рух ҡан аша, халҡының йыр-моңо, ижады аша бирелә. Нескә күңелле ижад кешеләренең ошо бәйләнеште нығыраҡ тойоп, уны башҡаларҙың йөрәгенә үтеп инерлек итеп "әйтә" алыуы - уларҙың миссияһы.

Радмир, һине беҙ башҡорт халыҡ йыр-көйҙәрен классик гитара ҡылдарына һалыусы итеп тә беләбеҙ. Бындай уникаль ижадтың үҙенсәлеге һәм ауырлығы нимәлә?

Радмир МУФТАХИН: Классик гитара буйынса белемде мин тәүҙә Салауат ҡалаһының музыкаль колледжында, унан Мәскәүҙә Маймонида исемендәге Дәүләт классик академияла алдым. Ике уҡыу йортонда ла уҡытыусыларымдан уңдым. Улар минең профессиональ кимәлемде үҫтереү йәһәтенән ҙур эш атҡарып, миңә музыка илендә үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Колледжда белем алғанда уҡытыусым гитарала башҡорт композиторҙары йырҙарына аранжировка эшләүҙе бурыс итеп ҡуя ине. Нәҡ шул ваҡытта күңелемдә башҡорт музыкаһына, башҡорт халыҡ ижадына икенсе яҡтан сығып ҡарау тойғоһо асылғандыр, тип уйлайым. Академияла башҡорт музыкаһы моңдарының һәм джаздың яңғырашы бер-береһенә тура килеп тороуын асыҡланым - көнбайыш джаз гармонияһы башҡорт көйө тактына "ятып" ҡына тора, йәғни, джаздың аккордтары "башҡортса" сыңларға мөмкин, тигән һығымта яһаным. Башҡорт көйҙәрен гитарала уйнағанда классик гитара сыңы ла, көй ҙә бөтөнләй икенсе төрлө яңғырай. Башҡорт моңо уйын ҡоралының мөмкинлектәрен техник йәһәттән байытһа, гитара иһә башҡорт көйөн яңыса ишеттерә. Был асыш миңә гитарала уйнау өсөн эшкәртелгән башҡорт халыҡ йырҙарынан торған бай репертуар тупларға булышлыҡ итте. Шулар араһынан "Һандуғас"тың һәм "Башҡорт бейеү көйө"нөң донъя кимәлендә билдәлелек яулаған виртоуз гитарасыларҙың репертуарында булыуын һәм төрлө концерттарҙа яңғырауын үҙем өсөн оло баһа итеп ҡабул итәм.
Башҡорт халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙары көйҙәрен гитара өсөн махсуслашҡан итеп үҙгәртеүҙең дә, уларҙы гитарала уйнауҙың да бер ҡыйынлығын күрмәйем. Иң бәкәлгә һуҡҡаны - ваҡыт тарлығы. Үҙем өсөн алда был өлкәлә "йөҙөп" йөрөп эшләрлек бай материал һәм ҙур перспектива күрәм. Ә аспирантурала белемемде камиллаштырыуым һәм башҡорт музыкаһы тураһында фәнни эш яҙыуым ижадымды тағы ла тулыландырыр, тип ышанам.

Әлеге ваҡытта башҡорт сәхнәһендә төрлө этно-төркөмдәрҙең һаны артты. Конкурентлыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ, егеттәр?

Ринат РАМАҘАНОВ: Әлеге көндә ошо йүнәлештә "Арғымаҡ", "Заман"дан тыш, "Әс-сәләм", "Йатаған", "Тамға", "Елмерҙәк", "Әйле ҡатай", "Урал тау", "Аҡтамыр", "Байембәт", "Юлдаш", "Сал Урал" һәм башҡа этно-төркөмдәр ижад итә. Улар үҙҙәренең илһөйәрлеге, ижадтарының тәрәнлеге менән айырыла. Бер төркөмдөң дә ижады икенсеһенекен ҡабатламай. Һәр төркөмдөң үҙенә генә хас сифаты, тамашасы өсөн яҡын булған һөйкөмлөлөгө бар. Шулай уҡ беҙ төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ, шуға күрә беҙҙең арала конкурентлыҡ булыуы мөмкин түгел. Яңынан-яңы этно-төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүе, киреһенсә, беҙгә көс-дәрт өҫтәй, ижади йоҡомһорауға бирелеүҙән ҡотҡара, ижади процесты етеҙерәк һәм йылдамыраҡ итә.
Радмир МУФТАХИН: Беҙҙең арала ҡапма-ҡаршылыҡ тойғоһо юҡ. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙең уңышына һөйөнөп, ҡаҙаныштарыбыҙға бергәләп ҡыуанып, маҡсатыбыҙға ынтылып йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ. Бөтә этно-төркөмдәргә лә берҙәмлек, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо хас. Ошоноң менән ғәйрәтле лә инде беҙ.
Ринат РАМАҘАНОВ: Тормошта барыһы ла ниәттән тора. Әгәр ҙә ниәтең, ғәмәлең изге булып, тик үҙеңә генә түгел, ә халҡыңа ла файҙалы икән, бөтә эштәрең уң буласаҡ. Шулай уҡ маҡсатыңа өлгәшеү өсөн төрлө һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә теште ҡыҫып алға барырға кәрәк. Йәш ижадсыларҙың ошоно аңлауы, һанлауы мөһим. Һәр кемдең үҙ тәҡдире, үҙ юлы булған кеүек, тырышлыҡ та барыһына ла бер тигеҙ бирелмәгән. Был йәһәттән йәштәребеҙҙең өмөтлө булыуы шатландыра.
Радмир МУФТАХИН: Һуңғы ваҡытта ошондай тенденция күҙәтелә. Республиканың музыкаль уҡыу йорттарына барыусы балаларҙың күбеһе традицион классик музыка ҡоралдарына өҫтөнлөк бирә, ә ҡурай, думбыра һымаҡ халыҡ ҡоралдарын һайлаусылар кәмей. Уларҙың һаны әҙәйгән һайын, башҡорт халыҡ моңон киләсәк быуынға еткереүселәр ҙә кәмей. Ә этно-төркөмдәрҙең күп булыуы һәм уларҙың ижады ошо өлкәгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, балалар, йәштәр араһында башҡорт халыҡ ижадын популярлаштырыуға килтерә. Беҙ бөтәбеҙ бергә халҡыбыҙ моңон киң йәмәғәтселеккә танытыу, йырҙарыбыҙҙы ишеттереү йәһәтенән бер-беребеҙгә терәк һәм таяныс булып алға барабыҙ.

Бер-берегеҙҙең ижадын нисек баһалайһығыҙ?

Ринат РАМАҘАНОВ: "Арғымаҡ" ҡурайсы күҙлегенән сығып формалашҡан булһа, "Заман" - гитарасы күҙаллауынан барлыҡҡа килгән төркөм. Беҙ оҙайлы эҙләнеүҙәрҙән һуң ғына, бихисап эксперименттар үтеп, төркөмдөң әлеге стилен таптыҡ һәм уны шымартыу, камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ә "Заман" этно-проекты әлегә камиллашыу юлында, репертуар өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр. Төркөм составындағы музыканттарҙың барыһының да профессионал булыуы уның ижадын байыта, тәрәнәйтә. Уларҙың һәр береһенең төркөмдөң эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса үҙенә генә хас ҡарашы бар. Ләкин шул уҡ ваҡытта улар тырым-тырағай түгел, ә дөйөм эшләү, ижад итә белеү йәһәтенән көслөләр. "Заман"дың уңышы - һәләтле етәксе ҡулы аҫтында берҙәм рәүештә яуланған ҡаҙаныш. Уларға ижади уңыштар, дәрт һәм илһам теләйем.
Радмир МУФТАХИН: "Арғымаҡ"тарҙың ныҡышмалы эшләү һәләтенә, һәр ваҡыт үҫеш юлында булыуҙарына, сағыу сәхнә номерҙары ҡуйыуҙарына һоҡланып ҡарайым. Ижади коллективтағы һәр музыкант үҙенең урынында, улар бер-береһен тулыландырып, ижадтарын юғарылыҡҡа күтәрәләр, уңышҡа өлгәшеү өсөн физик һәм рухи көстәрен йәлләмәйҙәр. Тамашасы йөрәгендә күптән үҙ урынын тапҡан "Арғымаҡ"тарға ижади сәмдәренең бер ҡасан да һүнмәүен теләйем.

Шулай итеп...
"Уй-тойғоларҙы һәм хистәрҙе аңлатыу өсөн һүҙҙәр етмәгәндә, моң ярҙамға килә", тиҙәр. Бөгөнгө әңгәмәселәр өсөн моң, музыка, көй һүҙҙәрҙән дә ҡиммәтерәк төшөнсә. Уларҙың заманлаштырылған, әммә туған халҡының моңонан һут алған һәм ошоноң менән көслө ижады бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Үҙҙәрен баһалаған һәм үҙ иткән тамашасылары булыуы менән бәхетле төркөмдәрҙең бараһы юлдарының шыма һәм һөҙөмтәле булыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1600

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru