«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠСЫҒА КӨРСӨК ТЕЙМӘҪ, БАЛЫҠТАР ЯҠЛАУЛЫ БУЛЫР
+  - 

Маймыл йылы тормошобоҙға ыңғай үҙгәрештәр, үҫеш өсөн күп мөмкинлектәр вәғәҙәләй, тип юрай астрологтар. Ә, ғөмүмән, маймыл ағас стихияһына ҡарағанлыҡтан, уға тиҙлек, хәрәкәтсәнлек, тиҙ үҙгәреүсән холоҡ та хас. Тимәк, кешелек донъяһы үҫештең төрлө юлдарын эҙләү өҫтөндә буласаҡ. Шуға ла йәшәйешебеҙҙәге киҫкен үҙгәрештәргә әҙер булып, тышҡы мөхит шарттарына яраҡлаша белергә өйрәнә тороу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

Ҡуҙылар яҙмышының киҫкен боролоштары артта ҡалды һәм 2016 йылда улар тыныс ҡына көндәлек эштәр менән мәшғүл булыр. Һеҙ етди һынауҙар аша үттегеҙ, әле шуның һөҙөмтәләрен барлайһығыҙ, тәжрибәгеҙҙе, киләсәккә ниәттәрегеҙҙе анализлайһығыҙ. Ә шулай ҙа ғәҙәтегеҙгә ингән киҫкенлек эштә лә, өйҙә лә һаҡланып ҡала әле. Үҙегеҙҙе ҡыйыу, ышаныслы тотоғоҙ, ләкин агрессияны онотоғоҙ - шул саҡ һеҙгә һәр саҡ уңыш юлдаш булыр.
Буғаларҙы ҡыуаныслы, ҡыҙыҡлы һәм ижади йыл көтә. Һеҙ үҙегеҙҙең быға тиклем күренеп бармаған таланттарығыҙҙы асырһығыҙ. Ә был һеҙҙең абруйҙы күтәрергә генә түгел, хеҙмәт баҫҡысынан күтәрелергә лә ярҙам итер. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибар итегеҙ, был йәһәттән бер аҙ проблемалар булып алыр. Яңы йылда шәхси тормошоғоҙ ҙа һынауҙар яланына әйләнмәксе, ләкин был балаларығыҙ менән мөнәсәбәттәргә ҡағылмай.
Игеҙәктәргә 2016 йылда үҙ таланттарын һәм һәләттәрен бойомға ашырыуы еңелдән булмаҫҡа оҡшай, уның ҡарауы, ғаиләле булып, донъяғыҙҙы ҡороп, ышаныслы тыл булдырырһығыҙ. Әле иң мөһиме ошо. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы танышлыҡтар, рухташ яҡын дуҫтарығыҙ барлыҡҡа килер. Йыл аҙағына ыңғайға көйләнеш көсәйер, ижади мөмкинлектәрегеҙ әүҙемләшер һәм һеҙҙең алда яңы мөмкинлектәр асылыр.
Ҡыҫала өсөн йыл тигеҙ көйләнештә, артыҡ көсөргәнешһеҙ үтер, әгәр ҙә тәүге ярты йыллыҡта матди йәки күсемһеҙ милек менән бәйле мәсьәләләргә етди мөнәсәбәттә булһағыҙ. Шөбһәләнмәгеҙ: талаптарығыҙ һәм ихтыяждарығыҙ һәр саҡ һеҙ теләгәнсә килеп сыҡмаған хәлдә лә, Юғары аң кимәленән ҡарағанда, һеҙҙең эштәрегеҙ һәйбәт. Өйҙә ултырыу ялҡытасаҡ, сәйәхәттәргә әҙерләнегеҙ, күңелегеҙ ятҡан эштәр менән шөғөлләнегеҙ. Сағыу, тәьҫоратлы мәлдәргә аяҡ баҫаһығыҙ. Арыҫлан көндәлек ғәҙәти эштәр менән мәшғүл булыр. Матди хәлегеҙҙе нығытып алыу, аҡса эшләү яйы тыуыр. Үҙегеҙҙең нимәгә һәләтле булыуығыҙҙы бөтәһенә лә иҫбатланығыҙ инде, әле "өйөр"ҙән айырылып тормай, баҫалҡыраҡ булыуығыҙ кәрәк. Шуға өлгәшһәгеҙ, бөтөн кәрәк нәмә һеҙгә үҙе килер, йәмғиәттә күрмәлекле булырһығыҙ, бәҫегеҙ артыр.
Ҡыҙҙар өсөн ысын мәғәнәһендә хәл иткес, мөһим йыл килә. Башҡалар ихтыярынан ҡотолоп, ниһайәт, үҙегеҙ күптән уйлаған һәм теләгән йүнә-лешкә табан йөҙ бороғоҙ. Кешеләргә - йоғонтоғоҙ, йәмғиәттә абруйығыҙ артыр. Ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа ла (тормошта унһыҙ булмай), быйыл һеҙ артабанғы яҙмышығыҙҙа мөһим буласаҡ күп нәмәләргә өлгәшә алырһығыҙ. Шуға күрә тамырынан үҙгәрештәргә ынтылығыҙ: һеҙҙең мөҙҙәт етте.
Үлсәүҙәрҙән ваҡыт түҙемлек һәм ныҡлыҡ талап итәсәк һәм был һеҙҙең ҡулдан килә, шул арҡала йыл ахырында үҙегеҙҙе еңеүсе итеп тойорһоғоҙ. Был осорҙо яңы ҡаҙаныштарға әҙерлек тип ҡабул итә алаһығыҙ. Башҡаларҙан айырылып күренергә тырышмағыҙ, әлегә күләгәлә булыуығыҙ хәйерле, тик тирә-йүндә ниҙәр барыуын диҡҡәт менән күҙәтегеҙ. Мөһим ҡарарҙарығыҙҙы көҙгә ҡалдырығыҙ, шул саҡ кәрәкмәгән икеләнеүҙәр һәм ҡаршылыҡтарҙан азат булырһығыҙ.
Саяндар өсөн йыл ҡыҙыҡлы булмаҡсы, шуға күрә иҫкергән һәм үҙегеҙгә үҫешергә ҡамасаулаған бөтөн нәмәнән ҡотолоу яйын ҡарағыҙ. Дөрөҫ, көрсөктәр ҙә булып алыр, тап улар ярҙамында үҫәбеҙ һәм үҙгәрәбеҙ бит. Икенсе ярты йыллыҡта күңелегеҙҙең "ҡараңғы" яҡтарын "таҙарта" бағышлағыҙ, иртәме, һуңмы, йәшерен серҙәрҙең фашланыуы ихтимал. Һеҙҙең бурыс - айыҡ аҡыллыҡ һаҡлап, яманлыҡ "аяғын" киҫә белеүҙә.
Уҡсыларға, әйтерһең дә, глобаль көрсөк тигән нәмәнең һис бер ҡағылышы юҡ - улар өсөн йыл бик уңышлы буласаҡ. Был айырыуса уның һөнәре буйынса эшмәкәрлегендә һәм карьера үҫешендә сағылыр. Шуға ла оҙаҡ уйлап та тормайынса, хәлде "мөгөҙөнән" алып, иң ымһындырғыс урын өсөн дәғүәләшергә була. Иғтибарығыҙҙы үҙегеҙ өсөн иң мөһим тип иҫәпләгән өлкәгә туплағыҙ. Бөтөн маҡсаттарығыҙҙы ла барлап сыҡҡандан һуң иң мөһимдәрен генә ҡалдырығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә һеҙгә борсолорға сәбәптәр юҡ, гармония һиллегенән ләззәт алығыҙ.
Ылаҡ (Кәзәмөгөҙ) өсөн йыл белем алыу, рухи үҫеш һәм сәйәхәттәргә бәйле бик ҡыҙыҡлы һәм уңышлы булыр, тип вәғәҙәләй йондоҙҙар.Үҙ ҡарашығыҙға яҡын булған идеалдар һәм хазиналар системаһы булдырығыҙ. Тап ана шулар һеҙҙең артабанғы эштәрегеҙҙә статусығыҙҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк тә. Һәр ваҡыттағыса, дәртле, ныҡышмал булырһығыҙ, тик ҡайһы саҡтарҙа хис-тойғоға бирелеп алырһығыҙ.
Һыуғоярҙарға яңы йыл ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән ваҡиғалар бүләк итәсәк. Тотороҡлолоҡ һәм тынлыҡҡа йәбешеп ятмағыҙ: һеҙҙең өсөн мөһим үҙгәрештәр башлана, бынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Карьера, аҡса, шәхси тормош һәм башҡа шундай "ерҙәге" мәсьәләләр икенсе планға күсер. Һеҙҙең бурыс - йәшәү менән үлем, үткән менән киләсәк серҙәрен төшөнөүҙә; күңел төпкөлөнән ҡурҡыуҙарҙы, икеләнеүҙәрҙе алып ташлап, еңеүсе булып сығырға!
Балыҡтар тормошонда мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәлдәр башлана. Әлеге ваҡытта һеҙ шәхес үҫеше осорон кисерәһегеҙ. Киләсәгегеҙ уны нисек үтеүегеҙгә ҡарап билдәләнәсәк. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмағыҙ. Һеҙ яңғыҙ түгел, һеҙҙе бер кем дә ташламаған, һеҙгә ярҙам һәм яҡлау юғарынан килә. Мөһим хәл-ваҡиғалар шәхси мөнәсәбәттәр өлкәһендә барасаҡ. Һеҙ бының йоғонтоһон тормошҡа ҡарашығыҙ үҫешендә лә тойорһоғоҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1181

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru