«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРЫНДАРҘЫ АЛЫШТЫРЫУҘАН СУММА ҮҘГӘРМӘҪ
+  - 

Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға әҙерләнеп кенә йөрөгәндә, "БР Төбәк операторы" тигән ойошманан декабрь айы өсөн капремонтҡа... 4 мең 036 һум аҡса түләүҙе талап итеп, бер түгел, ике квитанция килеп төшмәһенме! Өҫтәүенә, 185 һум пени яҙғандар.

Башҡа һуҡтылармы ни! Баҫып торған ергә ултыра төшөп, ҡағыҙҙарҙы ентекләберәк ҡарай башланым. Адрес минеке, ә бына фатир милексеһе тапҡырына ла, түләүсе кеше тапҡырына ла фамилияны түгел, ә эре хәрефтәр менән "неизвестный" тип яҙып ҡуйғандар. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте: фатир милекселәре - ҡыҙым менән икебеҙ, был турала таныҡлыҡ документтары тәртиптә, Баш реестр раҫлап, ҡултамға ҡуйған, документтарҙың тейешле датаһы, номеры бар... Капремонтҡа ай һайын түләп барам, бурысым юҡ. Кем ул тағы "билдәһеҙ" кеше? Баҡтиһәң, "үтә тырыш" операторҙар йорттоң 10 йыл элекке документтарын соҡоп сығарып, мәғлүмәттәрҙе тикшереп-нитеп тормайынса, аҡса талап итеп, квитанция һалып ебәргән икән. Был ойошма шулай боғаҙҙан алып аҡса ҡайырып ҡына өйрәнгән, күрәһең, ә кеше донъяла бармы, юҡмы, уның исем-шәрифе нисек - уларға барыбер. Бына нисек күҙҙәре тона ҡайһы бер чиновниктарҙың аҡса ти-гәндә; ни ҡыланғандарын белмәйҙәр. Хәҙер хатта "билдәһеҙҙәр"ҙән дә түләү талап итә башланылар. Берәү урынына квитанцияны икешәр-өсәр ҡатлап ебәрәләр. Өлкән кешенең һаулыҡ яғы самалы: ҡан баҫымы күтәрелеп китте, һөҙөмтәлә табип ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килде. Ярай, Төбәк операторы хаталанған да икән, ти, тик барыбер минең протест хатына ойошманың генераль директоры урынбаҫары А. Шкляр әфәнде ҡул ҡуйған яуаптарында "Хата беҙҙә булған, ғәфү итегеҙ" тигән һүҙҙәре лә юҡ, исмаһам.
Яңы йыл алдынан бындай "ҡотлау" алыусылар байтаҡ булып сыҡты. "АиФ-Башҡортостан" гәзитенең ошо йылғы 2-се һанының 4-се битендә Өфөнән М.Еремеева тигән бер авторҙың шул уҡ әлеге "Төбәк операторы"нан 2015 йылдың 1 июненән алып капремонт өсөн түләүҙе талап иткән квитанциялар килеүе хаҡында хаты баҫылып сыҡты. Баҡтиһәң, Еремееванан уның фатиры социаль яллауҙа булған саҡтағы бурысты түләүҙе талап итәләр икән. Хат авторы ул саҡта фатир милексеһе булмаған, бурыс ул йәшәгән район хакимиәтенеке, тип аңлата ул. Уның хатына Өфө йорт комитеттары Советы рәйесе Зөһрә Хөснөтдинова аңлатма бирә һәм бындай осраҡтарҙа мәсьәләне тикшереүҙәрен һорап, БР Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына һәм республика Прокуратураһына ғариза яҙырға кәңәш бирә.
Тағы бер мәсьәлә хаҡында. Гәзит уҡыусылар хәтерләһә, "Киске Өфө"нөң Яңы йылдан алдағы һандарының береһендә электр энергияһы өсөн, ОДН тигән нәмәне лә ҡушып, халыҡтан тейешле сумманан байтаҡҡа арттырып аҡса йыйыусы "ЭСКБ" тигән ойошма хаҡында мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Был юҫыҡта барған бәхәстәр Өфөнөң бер нисә район судында ҡараласағы хаҡында ла әйтелеп киткәйне. Яңыраҡ ошо хаҡта ҡыуаныслы хәбәр сыҡты: үткән йылдың 15 декабрендә БР Юғары Суды ОДН буйынса электр энергияһына түләтеүҙәр иҫәпләүҙе законһыҙ тип танығандан һуң, уны тыйып, милекселәргә элек түләнгән сумманы кире ҡайтарып биреү тураһында ҡарар сығарған. Тик артыҡ түләтелгән аҡса Торлаҡ күҙәтеүе дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәндәргә генә кире ҡайтарыла, тиелгән. Айырым йорттар буйынса шундай уҡ эштәр Өфө район судтарында ҡарала. Шуларҙың икәүһе торлаҡ милекселәре файҙаһына тамамланған да инде. 2016 йылдың 1 апреленән квитанцияларҙа ОДН тигән графа булмаясаҡ, тип вәғәҙә итһәләр ҙә, ул барыбер юҡҡа сыҡмаясаҡ, күрәһең: был пунктты "Содержание" тигән графа эсенә йәшерәсәктәр, тип туранан-тура яҙалар...
Мәктәптә математиканан "ҡушылыусыларҙың урындарын алмаштырыуҙан уларҙың суммаһы үҙгәрмәй" тип өйрәтәләр ине түгелме? Ниндәйҙер билдәһеҙ дәүмәлдәр эҙләп, баш ватҡансы, күҙгә күренеп торған аныҡ төшөнсәләрҙең урындарын бутап, "күҙ бәйләүе" анһатыраҡ та, аҡса ла яндарында ҡаласаҡ. Ә беҙ нисек түләгәнбеҙ, шулай түләргә лә түләргә тура киләсәк әле. 2016 йылдың 31 июненә тиклем. 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тариф республика буйынса 5,8 процентҡа сираттағы тапҡыр тағы ла артасаҡ - күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ, йәмәғәт.

Фирүзә ИШБИРҘИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1147

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru