«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИНДӘЙҺЕҢ ҺИН, ҠАЛА БАШҠОРТО?
+  - 

Мин - ҡала башҡорто, Өфөлә башҡорт ғаиләһендә тыуғанмын, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында 11-се класта уҡыйым. Миңә ҡала башҡорттары, ҡала йәштәре проблемалары бик яҡын. Туған телемде яратып, хөрмәт итеп, 1-се кластан уҡ уның нескәлектәрен үҙләштерәм.

Баш ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙың күпселеге рус телендә аралаша, шуға күрә, тиҫтерҙәрем телде насар белә йәки бөтөнләй белмәй. Бында барыһынан элек ғаилә ғәйепле. Минеңсә, милли ғорурлыҡ, үҙаң, әҙәплелек тәрбиәләүҙә ғаиләнең, ата-әсәнең әһәмиәте ифрат ҙур, йәғни тәрбиә башы - ғаиләлә. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиһәләр ҙә, ата-әсәнең тәрбиәһе - тәүнигеҙ, уны бер ниндәй бишкә төрләнеүҙәр ҙә үҙгәртә алмай. Милләт асылы, рух, аң-аҡыл, фекерләү һәләте, донъяға ҡараш барыһынан бигерәк әсә һөтөнән, ата ҡанынан бар була. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ аҡылы.
Ғөмүмән, бөгөнгө йәштәр араһында әхлаҡлылыҡтың түбән булыуы, патриотлыҡ төшөнсәһенең бөтөнләй юғала барыуы борсолдора. Үҫмерҙәр тарих менән бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһынмай. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи хазинаны өйрәнеп, тәрбиә алыр урынға, беҙ күберәк сит ил музыкаһын тыңлап, әҙәбиәтен уҡып, Голливуд актерҙарының тарихы менән ҡыҙыҡһынып ғүмер итәбеҙ. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән юҡҡа сығарабыҙ түгелме? Тиңдәштәребеҙ араһында хатта шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһынмағандар, олатай-өләсәһенең кем булыуын да белмәгәндәр күп. Ата-бабаларының тамырын белмәгәндәр милләтенең, республикаһының яҙмышына ла битараф булып үҫә. Шундай хәл булмаһын өсөн мин мәктәптәрҙә күберәк шәжәрә байрамдары үткәрергә, яҙыусылар, тарихсы-ғалимдар менән дискуссия-осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим итер инем. Ә бит ундай тәрбиәүи сараларҙың һөҙөмтәһе бар. Мәҫәлән, Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашып, күптәр үҙҙәренең ата-олатайҙарының батырлыҡтары менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың фотоһүрәттәрен күтәреп, парадта ҡатнашты. Ошо парадтан һуң үҙем белгән тиҫтерҙәремдең күҙҙәрендә, йөҙҙәрендә ғорурлыҡ сатҡылары күреп һөйөндөм.
Башҡорт баҫмаларында: "Милли хәрәкәттә яңы лидерҙар күренмәй тиерлек, ләкин йәмәғәт эштәренә битараф булмаған йәштәр аҙ түгел, тик уларҙы ваҡытында иғтибар үҙәгенә алып, эштәрендә ярҙам итеү мөмкинлеген табырға кәрәк", - тигән фекерҙәрҙе йыш уҡырға була. Минеңсә, буласаҡ лидерҙарҙы балалар баҡсаһынан уҡ тәрбиәләй башлау фарыз. Бәләкәйҙән үк үҙ туған телендә аралашып, үҙенең милләттәш тиҫтерҙәре араһында үҫмәгән балаларҙан милли лидерҙар сыҡмаясаҡ. Ә мәктәптәрҙә мотлаҡ йәш лидерҙар тәрбиәләү ойошмалары булдырыу, уларҙың эшен әүҙемләштереү кәрәк.
Дуҫтарым, йәнәшәбеҙҙәге телем, илем, тип янып-көйөп йөрөгән милләттәштәребеҙгә "батыр" тип өндәшәйек, бер-беребеҙгә терәк булайыҡ, ауыр саҡта ярҙам итәйек. Беҙҙе "бахыр" тип кәмһетеүселәргә лайыҡлы яуап биреү өсөн тарихыбыҙҙы өйрәнәйек, тартынмайынса, туған телебеҙҙә һөйләшәйек. Сәйәсәт, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, тәбиғәт, мәғариф, тел проблемаларын бергә сисһәк, яңы фекерҙәр, яңы уйҙар һәм мәсьәләне дөрөҫ хәл итеү юлдары асығыраҡ күҙалланыр ине. Киләсәк беҙҙән башлана икәнен онотмайыҡ!

Диана МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1478

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru