Йәмәғәт башланғысында эшләүсе "Беренсе Башҡорт атлы полкы - Любизар" хәрби-тарихи клубыбыҙ менән алға барабыҙ, хәлебеҙҙән килгәнсә яҡшы эштәр эшләйбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Пландарыбыҙ халҡыбыҙҙың йолаларын, ир-азаматлыҡ сифаттарын тергеҙеү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек изге эштәр менән тығыҙ бәйле.
Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың традицион спорт төрҙәренән булған башҡорт йәйәһенән атыуҙы, башҡорт йылҡыларынан сабыш аттары тәрбиәләп, ярыштарҙы йышыраҡ ойоштороуҙы алға һөрәбеҙ. Яҡын аралағы пландарыбыҙҙың береһе лә шуға бәйле: Ғафури районының Имәндәш һәм Ташаҫты ауылдары араһындағы Уҡлыҡая тауы итәгендә, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк һабантуйҙа йәштәр араһында уҡтан атыу буйынса фестивалдәр уҙғармаҡсыбыҙ.
Быйыл көҙ көнө данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл була. Ул ҙур дата айҡанлы ла аттарҙы, олатайҙарҙың хәрби кейемдәрен халыҡҡа күрһәтеү йәһәтенән матур саралар ойошторорға ниәтләйбеҙ. Ниәт-хыялдарыбыҙҙың тормошҡа ашыуы хәрби-тарихи клубтың энтузиаст ағзаларының тырышлығына ғына түгел, ә Хөкүмәтебеҙ, төрлө министрлыҡтар, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берҙәм һәм аңлашып эшләүҙән дә тора. Ошо юҫыҡта ла ҡайһы бер уңыштарыбыҙ бар. Ә былай Республика хәрби дан музейы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Өфөләге башҡа хәрби-тарихи клубтар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҙур ҡалалар, төбәктәр менән дә аралашып торабыҙ. Сараларҙы күмәкләп ойошторабыҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти бит халыҡ мәҡәле. Беҙҙең девизыбыҙ шулай: ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ.
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ир-егеттәргә лә әйтер һүҙем бар. Ватанды һаҡлаусылар һәр ваҡыт һау-сәләмәт, ныҡлы рухлы булырға тейеш. Ватанды һаҡларға кәрәк, уны фәҡәт ир заттары яҡларға тейеш. Тәбиғи һәм Конституцион хоҡуғыбыҙҙан бер ваҡытта ла ваз кисергә ярамай. Шуның өсөн ир-егеттәрҙең, үҫмерҙәрҙең, хеҙмәткә сираттары еткән уландарҙың ҡаҡшамаҫ һау-сәләмәт булыуҙарын, күңелдәре дәрт-дарманға ташып тороуын теләйем.
"Киске Өфө" гәзите тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтәйем әле. Үҙ йөҙө булғанға ла ҡыҙыҡлы, фәһемле, хәтерҙә ҡалырлыҡ был баҫма. Мин уны ныҡ яратып уҡыйым. Ни өсөнмө? Сөнки был гәзиттә халҡыбыҙҙың боронғо тарихы ла, киләсәк яҙмышы ла, бөгөнгө тормошо ла, бүтән мәғлүмәттәр ҙә - ҙур хөрмәт һәм хәстәрлек менән яҙыла. Шулдыр ул - "Киске Өфө"нөң йөҙө, әтнәкәһе. Хәстәрлек, тигәндәй, был гәзиттә ҡөҙрәтле Һүҙ ғәли йәнәптәре менән мөғәмәләлә яуаплылыҡ та, Факт атлы дөрөҫлөк һаҡсыһына ҡарата иғтибар ҙа күҙгә ташланып тора. Рәссам булараҡ, материалды тәрән тойомлаулы һүрәттәр менән байытып бирә белеүҙәрен дә күҙгә эләм. Ғөмүмән, был гәзиттә үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр генә эшләүе шикһеҙ. Шәхсән үҙемә "Киске Өфө" шуның менән дә яҡын - уның журналистары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, уны ижад иткән кешеләр менән яҡшы танышмын. Артабан да ҡунаҡтары - күп, әйтер һүҙҙәре тос булһын "Киске Өфө"нөң.
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,
"Беренсе Башҡорт атлы полкы - Любизар" хәрби-тарихи клубы рәйесе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|