«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУСА МОРТАЗИН АТЛЫЛАРЫНЫҢ ҠЫҘЫЛ КАЗАКТАР САФЫНДАҒЫ ХЕҘМӘТЕ
+  - 

8-се (элекке 12-се Башҡорт полкы) кавалерия полкы                                               ветерандары байраҡ менән. Был Муса Мортазиндың Башҡорт кавалерия бригадаһы байрағы булыуы мөмкин. 1923 йыл. РБ Милли архивы фондынан. Легендар комбриг Муса Мортазин бригадаһының Польша фронтынан һуңғы яҙмышы тураһында бер ҡайҙа ла яҙылғаны юҡ. Польша менән һуғыш тамамланғас, Мортазиндың атлылары ҡайҙа булған һуң, алыҫ Украина ерендә Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының артабанғы хеҙмәте нисек дауам иткән?

Билдәле булыуынса, 1920 йылдың апрелендә Польша менән һуғыш башланғас, Мортазиндың атлы бригадаһы ашығыс рәүештә Башҡортостандан илдең көнбайышына, Украинаға оҙатыла. Бында уларға Новгород губернаһынан 1-се Башҡорт кавалерия полкы килеп ҡушыла (таратылған Башҡорт кавалерия дивизияһының йыйылма полкы). Башҡорт кавалерия бригадаһы өс полклы ғәскәр булып китә, йәғни уның составына хәҙер инде 1-се, 27-се һәм 28-се полктар инә. Совет-Польша һуғышы барышында Мортазиндың бригадаһы 12-се армия составында Киев, Ровно-Дубин һөжүм операцияларында, Ковель, Замостье, Грубешов, Дубно, Изяславль ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1920 йылдың көҙөндә Польша менән солох төҙөлгәс, башҡорт атлылары ҡыҙылдар менән бергә С.В. Петлюраның армияһын тар-мар итә.
Илдең көнбайышында һуғыш тамамланғас, күпләп ғәскәр тотоу кәрәге ҡалмай. Ҡыҙыл армия етәкселеге әкренләп уларҙы ҡыҫҡарта башлай. 1920 йылдың декабрендә Башҡорт кавалерия бригадаһы өс полктан ике полкка ҡалдырыла. Элекке 1-се, 27-се, 28-се полктарҙан 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия полктары ойошторола.
1920 йылдың декабрь аҙағында 12-се армия таратыла, Башҡорт бригадаһы Киев хәрби округы командалығына буйһондорола. 1921 йылдың мартында башҡорт атлылары Петроград Советы исемендәге 12-се сик буйы дивизияһы ҡарамағына күсә. 25 мартта дивизия етәкселеге Башҡорт бригадаһын айырым дүрт башҡорт эскадронына бүлеп (15-се, 16-сы, 17-се һәм 18-се эскадрондар) сик һағы хеҙмәтенә ебәрә. Башҡорт эскадрондары Украина сигендә 1921 йылдың ҡара көҙөнә тиклем тора. "Первое время появление всадников-башкир на низких степных лошадях и с незнакомой речью вызывало в украинских, а особенно в приграничных селах настороженность. "Откуда еще такие?" спрашивали крестьяне. Вскоре недоверие уступило место дружбе. На нашем участке границы отдельных помещений для казарм не было. Красноармейцы жили с крестьянами в одних хатах, спали в одной комнате, ели за общим столом. Кружки художественной самодеятельности подразделений проводили постановки с местными силами. И часто, воинственный башкирский "Хугарчин"* (народная песня), звучал после задорной украинской песни "Гандзи" на вечерах…", - тип яҙа башҡорт ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән Иван Слатин исемле офицер.
1921 йылдың ноябрендә башҡорт эскадрондары сик хеҙмәтенән ҡайтарылып, Червонный (украинса - ҡыҙыл) казактарҙың 1-се атлы корпусы составына индерелә. Корпус командалығы 15-се, 16-сы, 17-се башҡорт эскадрондарынан 12-се Башҡорт полкы ойоштора, ә 18-се эскадрон 7-се полкка ҡушыла. Яңы ойошторолған полктар Червонный казактарҙың 2-се Чернигов дивизияһы составына инә. Ошо осорҙан алып Мортазин атлыларының Червонный казактар сафында хеҙмәте башлана. Башҡортостан Хөкүмәте алыҫта хеҙмәт иткән милләттәштәр менән һәр ваҡыт бәйләнештә тора. 1922 йылдың авгусында Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) 12-се башҡорт полкын шефлыҡҡа ала. Сөнки был полк тулыһынса элекке Мортазин бригадаһының яугирҙарынан тора. 23 август - Башҡорт бригадаһының ҡыҙылдар яғына сыҡҡан көнө - 12-се башҡорт полкы көнө итеп билдәләнә. Полкка БашЦИК исеме бирелә.
Башҡорт кавалерия бригадаһының күрһәткән батырлыҡтарын баһалап, БашЦИК 12-се башҡорт полкына Ҡыҙыл орден байрағы бүләк итә. Байраҡ тапшырыу тантанаһы 1923 йылдың 12 ғинуарында Шепетовка ауылында, полктың торған урынында үтә. БашЦИК бүләген 2-се Червонный казак дивизияһы начальнигы П. Григорьев тапшыра. Байраҡ менән бергә тапшырылған БашЦИК грамотаһында былай тиелә: "Центральный Исполнительный Комитет Советской Башкирской Социалистической Республики, высоко оценивая подвиги красноармейцев, командного и политического состава 12-го Башкирского полка Червонного Казачества, совершенные им в боях на польском фронте и польско-румынской границе, одержав бесчисленный ряд блестящих побед над врагами трудящихся, от имени Башкирской Социалистической Советской Республики дарит полку Красноорденское знамя.
Башкирский Центральный Исполнительный Комитет Советов надеется, что и в будущем 12-й Башкирский полк Червонного Казачества будет твердо стоять на защите прав пролетариата, завоеваний Октябрьской революции; с честью высоко будет держать Красноорденское знамя, заслуженное кровью лихих башкирских кавалеристов, в битвах с наймитами капитала и не запятнают его никакими порочащими высокое звание воина-революционера, проступками. Пусть подвиги старых кавалеристов-башкир, участников жестоких битв с врагами трудящихся, ободряют молодых казаков полка, и пусть заслуженное ими Красноорденское знамя служит символом новых подвигов казаков полка и новых побед над врагами пролетариата".
1922 йылдың октябрендә 2-се Червонный казак кавдивизияһы ғәскәрҙәре ҡыҫҡартыла. Алты полк урынына дүрт полк тороп ҡала. Ошоноң менән бер рәттән, полктарҙың номерҙары ла үҙгәрә. 12-се Башҡорт полкына 8-се полк исеме бирелә. Әкренләп оло йәштәге яугирҙар хәрби хеҙмәттән азат ителә. 1922 йылдың көҙөндә 12-се полктан ике йөҙгә яҡын башҡорт яугиры, элекке Мортазин бригадаһы һалдаттары демобилизациялана. Улар урынына полк украиндар менән тулыландырыла. 1924 йылдың апрелендә инде 12-се полкта хеҙмәт иткән башҡорттар бөтәһе лә демобилизациялана. Әммә полктың бер эскадроны башҡорттар өсөн ҡалдырыла. Был эскадрон Башҡортостандан яңы хеҙмәткә алынған башҡорт егеттәре менән тулыландырылып тора. Шулай итеп, башҡорттар алыҫ Украинала хәрби хеҙмәт үтә. 1925 йылда яңы нумерация ала. Хәҙер инде ул Червонный казактарҙың БашЦИК исемендәге 10-сы Верхнеурал кавалерия полкы исемен йөрөтә.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1392

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru