«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ИХТЫЯЖДЫ КИТАП ЙӘ ГӘЗИТ КЕНӘ ҠАНДЫРА
+  - 

Бөгөн китап йә гәзит уҡыусылар һирәк, тиһәләр ҙә, минең үҙемдең таныштарым араһында ундайҙар юҡ иҫәбендә. "Шул авторҙың шундай яңы әҫәре сыҡҡан", тигәндә күптәрҙең ҡолағы ҡарп итеп ҡала. Шундуҡ уҡып сығырға теләк белдерәләр. Үҙем дә кистәрен ҡулыма мотлаҡ йә гәзит-журнал, йә китап тота һалам. Уҡыу ихтыяжын телевизор ҙа, интернет та ҡәнәғәтләндерә алмай.

Күптән түгел Флүр Ғәлимовтың "Аҙғын тәүбәһе" китабын уҡып сығып, шуның тәьҫирендә йөрөп алдым. Автор бында сихыр, шаманлыҡ, параллель донъя серҙәренә инергә ынтылыу темаһын күтәрә. Шау ғына беҙҙең әлеге тормош күренештәре. Әҫәрҙә изгелек һәм яуызлыҡ, аҡ һәм ҡара, мөхәббәт һәм нәфрәт темалары бер-береһенән айыра алмаҫлыҡ ептәр һәм сюжет һыҙығы менән бәйләнеп, үрелеп бара. Бәхеткә күрә, был ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы аҙаҡтан герой ҙа, уҡыусы ла айырырға өйрәнә кеүек. Күрәҙәселәр, ялған дауалаусылар күбәйгән әлеге заманда был китапты уҡып сығыу, бәлки, күптәрҙең күҙен асыр ине.
Гәзит-журналдарҙан "Киске Өфө", "Йәшлек" гәзиттәрен мотлаҡ ҡулға алам, "Шоңҡар" журналын яратам. Бигерәк тә "Киске Өфө"нөң башҡа гәзиттәрҙәге "шунда шул үтте" тигән форматтағы мәҡәләләргә нигеҙләнмәүе оҡшай. Бындағы яҙылғандарҙы бер аҙнанан, ике аҙнанан һуң уҡып та нимәләрҙер белергә, фәһем алырға була. Сөнки иҫкермәй торған мәңгелек темалар күтәрелә баҫмала.
Гәзиттә булдырылған "Заман башҡорто" тигән яңы рубрика үҙ милләтебеҙҙең аҫыл кешеләрен һүрәтләй. Мәҫәлән, "Балалар баҡсаһында, мәктәптә генә түгел, интернет аша ла өйрәнеп була туған телде" тигән яҙмаларҙан берлектәге Рәсәй-Америка компанияһында хеҙмәт итеүсе башҡорт егете Илдар Кинйәбулатов тураһында уҡып белдек, һоҡландыҡ. Бына, исмаһам, ысынлап та заман башҡорто!
"Динебеҙҙә-көнөбөҙ" рубрикаһы аҫтында донъя күргән мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Хәҙер бит дини ағымдар күп, шуға ла дингә ылыҡҡан йәштәр ҡапыл ғына дөрөҫ йүнәлеш тапмаҫҡа ла мөмкиндәр. Ә бында белемле дин әһелдәренең яҙмалары, улар менән һөйләшеүҙәр баҫыла. Ул-был бәхәсле һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин.
"Килешмәйем"дәге мәҡәләләрҙе иң тәүҙә уҡып сығам һәм, әлбиттә, улар менән мин дә килешмәйем. Гәзиттең шулай ҡыйыу фекер йөрөтә алыуына һоҡланам. Күҙгә төртмәй генә халыҡҡа оҡшамағанды өҫкә сығара белеү, йәғни һиңә ярамағандың башҡаларға ла яҡын түгеллеген белеү, шуларҙы яҙмала уҡыу барыбер ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисертә ул. Дөрөҫлөктөң, хаҡтың юғалып ҡалмаҫына ышаныс уята.
"Тарихнамә" битендә лә ысынлап ҡыҙыҡлы, ысынлап уҡығы килгәндәй мәғлүмәттәрҙе генә күрәм. Мәҫәлән, һуңғы һандарҙа ғалим М. Нәҙерғолов Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев тураһында бик мауыҡтырғыс тарих һөйләне. Бығаса беҙ М. Өмөтбаевты ошондай яҡын юҫыҡта белмәй ҙә инек бит. Барыбер ҙә уҡыусыны ҡоро мәғлүмәттәр генә түгел, ә кешеләрсә яҡынлыҡ ҡыҙыҡһындыра.
Баштағы фекеремә әйләнеп ҡайтҡанда, гәзит-журнал, китап уҡыу - ул шәхси мәҙәнилектең сағылышы икәнде лә оноторға ярамай. Был мәҙәнилеккә кешене өйрәтеп, тәрбиәләп була. Әйҙәгеҙ, тәрбиәләнәйек.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1129

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru