«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНДАР ТОРМОШ КЕҮЕК: ҮҘГӘРӘ, ЯҢЫРА, ТӨҘӘТМӘЛӘР, ӨҪТӘМӘЛӘР ИНДЕРЕЛӘ...
+  - 

Халыҡта "Ашаған белмәй, тураған белә" тигән киң мәғәнәгә эйә әйтем бар. Был әйтем закон сығарыусыларға туранан-тура ҡағыла торғандыр. Был йәһәттән социология фәндәре кандидаты, БР мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, илебеҙ парламентының Конституцион закондар сығарыу һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты ағзаһы Рөстәм Рифат улы ИШМӨХӘМӘТОВтың гәзит уҡыусыларға еткерер фекерҙәре бихисап.

Рөстәм Рифат улы, беҙ, асылда, "янғын принцибы" буйынса йәшәйбеҙ. Самолет ҡолаһа ғына - авиацияны яҡшыртыу, корабль батһа ғына - һыу транспортын яйға һалыу, юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләр күпләп һәләк булһа ғына был өлкәлә тәртип урынлаштырыу хаҡында ҡайғырта башлайбыҙ. Күп осраҡта ғәҙәттән тыш ваҡиғалар булған тармаҡта закондарҙың ғәмәлдәге шарттарға тап килмәгәнен күрәбеҙ ҙә, закон сығарыусылар шулай уҡ "янғын принцибы" буйынса закондар ҡабул итергә тотона. Күпмелер ваҡыттан һуң был закондарҙың ҡайһы берҙәренең ашығыс ҡабул ителгәне асыҡлана һәм закон сығарыусылар был мәсьәләгә киренән әйләнеп ҡайта, уларҙы төҙәтә, өҫтәмәләр индерә башлай. Әйткәндәй, бындай хәлдәр тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә тиерлек ҡағыла. Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн закон сығарыусыларыбыҙ алдан уҡ ошондай хәлдәрҙе белеп, "янғын" сыҡмаҫ элек үк тейешле закондар ҡабул итә алмай һуң?

- Әлбиттә, Дәүләт Думаһы закондарҙы күп ҡабул итә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, тормошта буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан белеп, күреп тә булмайҙыр. Өсөнсө яҡтан, йәшәйешебеҙҙең динамикаһы бик көслө, үҙгәрештәр бик күп. Мәҫәлән, Ваҡыт машинаһына ултырып, 15 йылға үткәнгә барып, шунда йәшәгән кешеләргә: "2016 йылда икенсе балағыҙға ярты миллион самаһы аҡса аласаҡһығыҙ, өсөнсө балағыҙ тыуғандан һуң һеҙгә йорт һалыр өсөн бушлай ер биреләсәк, пенсионерҙар байрамдар алдынан бер аҙна элек пенсия аласаҡ", - тип әйтһәк, ышанмаҫтар ине.
Шул уҡ ваҡытта үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡытыусылар эш хаҡын кейем-һалым, араҡы, тәмәке менән алған ваҡытты ла иҫләйбеҙ. Шул ваҡытта беҙ уҡытыусыларға: "15 йылдан һеҙҙең эш хаҡығыҙ һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүселәр менән тигеҙ буласаҡ",- тип әйтһәк тә улар быға ышанмаҫ ине. Ул ваҡытта кешеләрҙә күңел төшөнкөлөгө булды. Уҡытыусыларҙың ҙур өлөшө, эштәрен ташлап, баҙарҙарға китеп, кейем-һалым, башҡа ваҡ-төйәк һатырға тотондо. Ул ваҡытта беҙ Ваҡыт машинаһына ултырып, 2016 йылға килеп, беҙҙе киләсәктә нимәләр көткәнен алдан белә алмай инек.
Беҙ яңыраҡ Дәүләт Думаһында "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса" кодекс ҡабул иттек. Мин дә мең ярым биттән торған был кодекстың авторҙарының береһемен. Ул кодекс 15 йыл элек индерелгән һәм шунсама йыл эшләй. Уға төрлө йылдарҙа төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерелә килә, унда ҡайһы бер ҡапма-ҡаршылыҡлы положениелар барлыҡҡа килгән. Элек административ тәртип боҙоуҙарға ҡарата бер төрлө генә ҡараш булһа, яңы кодекста беҙ тәртип боҙоуҙарҙың ауыр һәм еңел төрҙәренә айырым мөнәсәбәт белдерҙек.
Педагог булараҡ, был өлкәгә ҡағылған фекерҙәремде әйтеп киткем килә. Мәҫәлән, әле ун беренсе класта уҡыған уҡыусыларҙың мәктәптә белем алған осоронда әллә нисәмә тапҡыр инновациялар булып үтте, ике тапҡыр дәреслектәре алмашынды. Шулай булғас, уларҙың башында ниндәй системалы белем булһын инде. Ә беҙ уларҙан Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға биреүҙе талап итәбеҙ.
Хәҙерге заманда йәшәйештең сифаты тиҙ үҙгәрә. Беҙ мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәйбеҙ. Төрлө яҡтан, ваҡытлы матбуғат, радио-телевидение, интернет аша негатив, позитив, нейтраль мәғлүмәт беҙҙең өҫкә ағылып ҡына тора. Элек улай түгел ине. Үкенескә күрә, негатив менән позитив мәғлүмәт буталған, күп кенә кешеләр ниндәй мәғлүмәткә ышанырға ла белмәй.
Тармаҡтарҙағы закондарға килгәндә, ул тәңгәлдә үҙгәрештәр артабан да булырға тейеш. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһына ҡараған норматив акттар совет дәүерендә үк ҡабул ителгән. Уларҙың күбеһен заманға ярашлы системаға һалырға кәрәк. Икенсе яҡтан килгәндә, хәҙерге ваҡытта һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәргәндә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы өлкәләрендәге проблемаларға системалы ҡараш етмәгәне асыҡлана. Был районға бына былай, теге районға тегеләй эшләргә кәрәк, тигән фекер дөрөҫ түгел. Ҡыҫҡаһы, беҙгә закондарҙы системаға һалыу талап ителә.

Илебеҙ граждандарының йәшәү кимәле күтәрелһен, йәшәү шарттары яҡшырһын өсөн, иң беренсе сиратта, әлбиттә, камил закондар кәрәк. Был - бәхәсһеҙ. Икенсе яҡтан, беҙҙең йәмәғәтселек был закондарҙы ҡабул итергә, шул закон буйынса йәшәргә әҙерме? Сағыштырыу өсөн бәләкәй генә бер миҫал. Әйтәйек, беҙ ҡала фатирында йәшәйбеҙ икән, ти. Фатирыбыҙға евроремонт эшләткәнбеҙ, унда сит илдән һатып алынған ҡиммәтле мебель ҡуйғанбыҙ, зауыҡ менән йыһазлағанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта фатирыбыҙҙың ишеген асып, коридорға, подъезд алдына сығыу менән беҙҙе бөтөнләй башҡа төрлө донъя ҡаршылай. Күпселек осраҡта унда сүп-сар, стеналарға ниндәй генә һүҙҙәр яҙылмаған, ҡыҫҡаһы, унда фатирыбыҙҙағы күренештең нәҡ киреһе күҙәтелә. Ә бит беҙҙең подъезд алды, коридор, ихата һәм урам - беҙҙең йәмәғәтселегебеҙҙең, ижтимағи тормошобоҙҙоң көҙгөһө, сағылышы. Ҡабул ителгән закондар эшләп китһен өсөн ошо фатирҙа йәшәүсе кеше коридорында ла, подъезд алдында ла, ихата-урамда ла фатирындағы һымаҡ тәртип урынлаштырырға тейештер, тип уйланыла. Беҙ әлегә үҙебеҙҙең фатир эсен генә ҡарайбыҙ. Беҙҙең тормош кимәле түбән булыуы закондарҙың камил булмауынан килә тип уйлайһығыҙмы? Әллә йәмәғәтселек быға әҙер түгелме?

- Беҙ үҙебеҙ әҙер түгелбеҙҙер, тип уйлайым. Ауыл-ҡалалар буйлап осрашыуҙарҙа йөрөгәндә лә был ныҡ күренә. Беҙ идеологик стерженды юғалттыҡ. Бөтәбеҙҙе лә бергә тупларлыҡ идеябыҙ юҡ. Йәмәғәтселекте күп фатирлы йорт менән сағыштырыу бик урынлы. Беҙҙең кешеләрҙә "Мин ошо йорттоң хужаһы, был минең подъезд, минең лифт, минең ихата", тигән аңлау юҡ. Беҙ һаман да үҙебеҙ йәшәгән йортҡа дөйөм ятаҡ итеп ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта кеше шәхси йорт төҙөп сыҡһа, унда ул үҙен хужа итеп тоя ала, тәртип тә һаҡлай. Совет осорондағы "Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе" тигән принцип индивидуаль яуаплылыҡ тойорға ҡамасаулай торғайны. Шул әле һаман дауам итә. Ҡала йорттарының подъездарына күҙ һалһаң, унда йәшәүсе кешеләр шул йортҡа ҡунаҡҡа ғына килгән һымаҡ тойола.

Был күренештәр барыһы ла йәш быуындың, мәктәп уҡыусыларының күҙ алдында. Ошоларға шаһит булыусы йәш кеше йәшәүҙең нормаһы шулай була икән, тип ҡабул итә һәм үҙе үҫеп еткәс, ололарҙың ҡылығын бермә-бер ҡабатлай...

- Мәғариф системаһына килгәндә, беҙ тағы ла хеҙмәт тәрбиәһе төшөнсәһен бөтөнләй юғалттыҡ. Беҙ мәктәптә уҡығанда алмашлап дежур иттек, иҙән йыуҙыҡ, мәктәп, колхоз-баҡсаһында сөгөлдөр, картуф утаныҡ, диләнкәләрҙә йәш үҫентеләр ултыртып, уларҙы ҡарап үҫтерә торғайныҡ, уңыш йыйыу осоронда ырҙын табаҡтарына эшкә йөрөнөк. Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе яңынан законға индерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Бөгөн мәктәп директорҙары уҡыусыларҙы хатта субботниктарға сығара алмай. Ата-әсәләр ялыу менән хатта прокуратураға тиклем барып етә. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙерге мәктәптә ялҡау егеттәр, ялҡау ҡыҙҙар үҫә, улар мәктәпте бөткәндә хатта иҙән дә йыуа белмәй. Улар шәкәр сөгөлдөрө менән малға ашата торған сөгөлдөрҙө айыра алмай. Әгәр ҙә закон нигеҙендә мәктәпкә хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарһаҡ, балалар тик тырышып эшләп кенә нимәгәлер өлгәшеп булғанын аңлап үҫер ине. Әрәмтамаҡлыҡты юҡ итер өсөн кәрәк мәктәпкә хеҙмәт тәрбиәһе.

Һеҙ илебеҙ халҡын берләштерә торған идея зарурлығы хаҡында әйттегеҙ. Рәсми лөғәттә ул милли идея тип атала. Владимир Путин бынан бер нисә йыл элек Рәсәй Федерацияһының милли идеяһы итеп һәр йәһәттән дә конкурентлыҡҡа һәләтле булыуҙы атағайны. Һеҙҙеңсә, беҙҙең милли идея нисек булырға тейеш?

- Беренсенән, һәр бер милләттең үҙенең милли идеяһы булырға тейеш. Бынан тыш, әйтәйек, Рәсәй Федерацияһына ҡараған субъекттарҙы, республикаларҙы берләштерерлек идеология булырға тейеш. Икенсенән, беҙ тик идеология менән генә булыша башлаһаҡ, ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығара башлайбыҙ. "Коллективлаштырыу", "нэптар", "бишйыллыҡтар", "ҡыуып етербеҙ, үтеп китербеҙ", һуңғылары - "үҙгәртеп ҡороу", "киң билдәлелек", "тиҙләнеш", "инновация", "модернизация" һ.б. шундай күренештәргә шаһитбыҙ. Ниндәйҙер идеология алға һөрөлә икән, лозунгылар күтәрәбеҙ ҙә, барыһын да ватып емерә башлайбыҙ. Был идеялар барыһы ла ҡыҫҡа ғына ваҡытты үҙ эсенә алды. Улар 200-300 йылға иҫәп тотолманы. Японияны ҡараһаҡ, уларҙың идеологияһы алдағы мең йылға иҫәп тотоп уйланылған. Совет осоронда беҙҙең илдә планлы иҡтисад булды. Минеңсә, иҡтисадта ғына түгел, идеологияла ла планлы ҡараш булырға тейеш. Беҙ әле бар нәмәне үҙ ағышына ҡуйғанбыҙ. Беҙ күберәген балаларҙы, йәш быуынды тәрбиәләү хаҡында һүҙ алып барабыҙ, шул йүнәлештә эш итәбеҙ. Беҙгә бит өлкән һәм урта быуынды ла тәрбиәләргә һәм үҫтерергә кәрәк.
Беҙгә милли идеяны ғалимдарҙы, сәйәсмәндәрҙе, киң йәмәғәтселек вәкилдәрен саҡырып, берлектәге ҡарар нигеҙендә билдәләргә кәрәктер. Владимир Путин патриотлыҡты милли идея итеп тәҡдим иткәйне бер саҡ. Ҡайһы бер сит илдәрҙә патриотлыҡ тигән төшөнсә бар, әммә уларҙың мәғәнәһе беҙҙекенән бөтөнләй айырыла. Улар был төшөнсәне бик тар мәғәнәлә аңлай һәм ул төшөнсә уларҙа аныҡ объектҡа йүнәлтелгән. Беҙҙең илдәге патриотлыҡ абстракт төшөнсә: тыуған илеңә, халҡыңа, тыуған районыңа, ҡалаңа һ.б. Әгәр ҙә мин мәғариф системаһында эшләйем икән, мин мәғариф системаһының патриоты булырға тейешмен, тыуған ауылымдың, халҡымдың патриоты ла булырға тейешмен.

Инглиз социологы Бенедикт Андерсендың шундай ҡыҙыҡлы бер теорияһы бар: "Күҙ алдына килтерелгән берләшмәләр" ("Воображаемые сообщества") тип атала. Ғалим был хеҙмәтендә халыҡ, милләт төшөнсәһен инҡар итеп, уларҙы айырым төркөм кешеләрҙең ниндәйҙер берләшмәне (халыҡты, милләтте) күҙ алдына килтереүе тип кенә баһалай. Әлбиттә, бында Андерсен менән килешеп булмай. Сөнки, айырым төркөм кешеләрҙең (халыҡтың, милләттең) ниндәйҙер бер телдә аралашыуын, үҙҙәренә генә хас йолалар башҡарыуын, тарихи факторҙы ул инҡар итә. Ҡыҫҡаһы, ул халыҡты, милләтте уйлап сығарылған төшөнсә тип ҡарай. Бында уның ниндәй идеологияға хеҙмәт иткәне беленеп тора. Ни өсөн тигәндә, АҠШ-та барлыҡ граждандар "американлылар" тип атала, шул уҡ ваҡытта был дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе европалыларҙың - инглиздәрҙең, француздарҙың, португалдарҙың һәр ҡайһыһының милләтен һаҡлаусы дәүләттәре бар. Тимәк, беҙ һуҡыр рәүештә АҠШ модулен үҙебеҙгә күсерә алмайбыҙ. Рәсәй Президенты үҙенең сығыштарында был һүҙбәйләнеште бик йыш ҡабатлай: "Рәсәй - күп милләтле, күп динле дәүләт..."

- Был мәсьәләгә ике яҡлап ҡарарға була. Беренсенән, ысынлап та, күҙ алдына килтергән партнер менән аралашыу барҙыр ул. Һәр кем үҙен ниндәйҙер төркөмдә булыуын тоя. Беҙ әгәр ҙә социаль селтәрҙәргә инһәк, үҙебеҙҙе төрлө социаль төркөмдәргә ҡуша алабыҙ. Ул төркөм "Һыра яратыусылар төркөмө" йә булмаһа "Ҡоштарҙың дуҫтары" тип аталһа ла, ул социаль төркөм тип атала. Был төркөмгә ҡараусылар бер-береһен күреп белмәһә лә, үҙҙәрен шул төркөмдә итеп тоя, улар, йәнәһе, бергә, шул төркөм эсендә. Икенсенән, ғалимдар төрлө милләткә ҡараған кешеләрҙең айырым гаплатөркөмгә ҡарауын иҫбат итте. Мәҫәлән, башҡорттарҙың күпселегенең ҡаны R1b гаплатөркөмөнә ҡарауы уларҙың, Европаның һирәк халыҡтарында осрағанса, боронғо халыҡ икәнлеген иҫбатлай. Тимәк, был Андерсен әйтмешләй, "күҙ алдына килтерелгән берләшмә" түгел. Ҡан аңды ла, менталитетты ла билдәләй.

Эшҡыуарлыҡ хаҡында һүҙ алып барғанда, мин Рәсәй радиоһы аша сығыш яһаусы бер иҡтисадсының фекерен килтереүҙе урынлы табам. Уның әйтеүенсә, беҙҙең илдә иҡтисадты үҫтереү аквариумда пиранья менән табан балығын бергә үрсетеп маташыуға тиң. Пиранья тигәндә, беҙ бында һалым инспекцияһынан алып санэпидстанцияға тиклемге утыҙға яҡын дәүләт контроль органдарын күҙ уңында тотабыҙ. Үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар: ауылдарҙа егеттәр ҙур дәрт менән шәхси предприятиелар асып, теркәлеп, эш башларға ла өлгөрмәйҙәр, йә тикшереүселәр, йә квитанциялар килә башлай. Нисек инде, эш башлаусы әле еренә игенен сәсеп тә өлгөрмәй, ҡалын-ҡалын суммаларҙы түләргә тейешме ни? Егеттәр тегеләй-былай итә лә, асҡан эшен ябып, йә ҡалаға шабашкаға, йә Себергә сығып китә. Минеңсә, бында контроль ойошмаларҙың хоҡуғын сикләй йә кәметә торған закондар кәрәктер...

- Ысынлап та, шәхси эшҡыуарҙар әлеге ваҡытта бик ауыр осор кисерә. Был ауырлыҡ иң беренсе сиратта илдә, донъяла барған финанс көрсөгөнә бәйле. Икенсе яҡтан, һеҙ әйткән аквариумдағы һыу - хоҡуҡ мөхите. Башта әйтеп үткән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы закондың элекке редакцияһында законды боҙған юридик шәхестәр өсөн дә, шәхси эшҡыуарҙар өсөн дә бер үк кимәлдә штраф түләү ҡарала ине. Әйтәйек, ҙур предприятие өсөн 200 мең һум штраф тингә лә тормай, ә шәхси эшҡыуар өсөн 200 мең һум штраф банкротлыҡҡа тиң. Шундай хәлдәр булмаһын өсөн беҙ категорияларға бүлеп, градациялар эшләнек.
Һеҙ әйткән дәүләттең контроль ойошмалары һуңғы ун-ун биш йыл эсендә, ысынлап та, шул тиклем күбәйҙе. Улар эшҡыуарҙарға ғына түгел, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына тынғылыҡ бирмәй. Ғафури районында бер мәктәп директоры бер йыл эсендә 18 тапҡыр тикшереүселәр килеүе хаҡында әйтте. Шунан һуң беҙ уларҙан Берҙәм дәүләт имтиханында юғары сифат талап итәбеҙ. Шунсама тикшереүҙәрҙе ҡабул иткәндән һуң, директорҙың уҡыу сифатын тәьмин итергә ҡайҙан ваҡыты булһын? Уҡытыусылар ҙа туҡтауһыҙ отчет тултырыу менән була. Беҙгә был йәһәттән, һис шикһеҙ, закондарҙы ябайлаштырыу фарыз.

Миңә лә бер районда тикшереүселәрҙең туҡтауһыҙ килеүенән миктәгән мәктәп директорының зарын ишетергә тура килде. Уларҙан бер нисек тә штраф түләтә алмаған контроль ойошма вәкиле директорға шулай тип әйтергә мәжбүр булған: "Элек районда колхоз-совхоздар, башҡа предприятиелар эшләгән саҡта штраф түләүселәр күп ине. Хәҙер ауылдарҙа беҙгә штраф түләй алырлыҡ берҙән-бер урын мәктәп ҡалды. Беҙ ҙә бит нимәгәлер йәшәргә тейеш..." Әлбиттә, был һүҙҙәр аҫтында бигүк күңелле булмаған уйҙарға һалыусы ысынбарлыҡ ята...
Тағы ла бер мөһим мәсьәләгә туҡталып үтке килә. Сит ил сәйәсмәндәре, Рәсәй капитализмға булдыҡһыҙ, тип иҫәпләй. Йәнәһе, беҙҙә йә абсолют монархия, йә Ҡытайҙағы һымаҡ көйләнеүсе социализм ғына булыуы мөмкин. Һәр хәлдә, социаль гарантиялы иҡтисадтың ғына киләсәге булыуы мөмкиндер, тигән фекергә киләбеҙ. Һеҙ был йәһәттән нисек уйлайһығыҙ?


- Беҙ доллар курсы ҡасан күпме, нефткә хаҡ ҡасан күпме булыры хаҡында әйтә алабыҙмы? Юҡ. Беҙҙең кәмендә биш йылға планыбыҙ булырға тейеш. Өс йыллыҡ бюджет ҡабул иткәндә ундай ынтылышыбыҙ бар ине, әммә иҡтисади көрсөк үҙ шарттарын алға һөрҙө. Беҙгә "таҙа" капитализм тап килмәй. Илебеҙ ҙур, федерация эсендә төрлө субъекттар күп, һәр субъект климат, юл, һыу, тәбиғәт һәм ер аҫты байлыҡтары буйынса айырым үҙенсәлектәргә эйә. Шуға күрә беҙгә федерация кимәлендә барыбер ҙә яңыса планлы иҡтисад талап ителә. Беҙ бер йылға бюджет ҡабул итәбеҙ, аҙаҡтан уны бер урында ҡыҫабыҙ ҙа, икенсе урынға күберәк бирәбеҙ. Беҙҙең иҡтисадты социалистик тип тә, капиталистик тип тә атап булмай. Беҙҙең иҡтисадҡа ҡатнаш тип хас.

Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте тармағында ҡулланылған закондар ҡәтғиләшеп, штрафтар суммаһы артҡан һайын ришүәттең дә суммаһы арта, тиҙәр. Был күп һанлы водителдәрҙең фекере...

- Коррупция менән төрлө кимәлдә көрәшәбеҙ: субъект һәм федерация кимәлендә. Әммә мин бында ришүәт алыуҙан бигерәк ришүәт биреүҙе проблема итеп ҡуйыр инем. Ришүәт биреүсе булмаһа, уны алыусылар ҙа булмаҫ ине. Шуға күрә, ришүәт хаҡы арта, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Етмәһә, хәҙер бар урындарҙа ла видеотеркәгестәр ҡуйылған. Һин ҡала башлығымы, депутатмы, әллә ябай эшсеме - "бәхет хаты" барыбыҙға ла килә. Әйткәндәй, 2016 йылдың 1 ғинуарынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға һалынған штрафтың яртыһын ғына түләү мөмкинлегенә ҡағылышлы закон проектын да мин индерҙем.

Мәктәптәрҙә барған оптималләштереү хаҡында төрлөсә яҙалар. Уның ыңғай яҡтарын да, кире яҡтарын да табалар. Элек колхоз-совхоздар ауылды тотоп тора ине, хәҙер мәктәп бөтһә, ауыл да бөтәсәк, тиҙәр. Мәктәпте һаҡлап ҡалыр өсөн ауылда балаларҙың күпләп тыуыуы, бының өсөн унда йәштәрҙең күпләп йәшәүе һәм улар өсөн эш урындары булдырыу фарыз. Икенсенән, психологияла шәхестең шундай аңлатмаһы бар: "Шәхес - ул шәхес-ара мөнәсәбәттәр ансамбле". Тимәк, коллектив тулы булмаһа, шәхес тә үҫешә алмай. Был тулы булмаған комплектлы мәктәптәрҙең һөҙөмтәле эшләренә шик төшөрә. Шулай түгелме?

- Һеҙ, журналист булараҡ, мине психологик яҡтан алдан әҙерләп, "оптималләштереү кәрәк", тигән фекерҙе көсләп таҡтығыҙ. Бөгөн дәүләт кимәлендә лә шул уҡ хәл күҙәтелә. Бәләкәй ауылдағы тулы булмаған комплектлы мәктәптә уҡытыуҙың сифаты түбән, шуға күрә ул мәктәпте ябып, балаларҙы ҙурыраҡ ауылға уҡытырға йөрөтөргә кәрәк, тибеҙ. Ә кем бында фәнни тикшереү үткәреп, мәктәптең һөҙөмтәһеҙ булыуын иҫбат иткәне бар икән? Мин бында, киреһенсә, өс-дүрт бала уҡыған класта индивидуаль белем биреүҙең өҫтөнлөгөн күрәм. Ниңә беҙ ошондай кластағы өс-дүрт баланың һәр ҡайһыһына айырым иғтибар, юғары талап булғанлығын аңламайбыҙ? Бындай класта уҡыусы бала кемдәндер күсерә, башҡа берәүгә һалыша алмай, уға һәр дәрес һайын әллә нисәмә тапҡыр яуап бирергә тура килә. Был уҡыусының үҙаллылығын үҫтерергә булышлыҡ итеүсе идеаль шарт. Әйҙәгеҙ, тулы булмаған комплектлы кластағы балаларҙың белем сифаты менән тулы комплектлы кластағы балаларҙың белем сифатын билдәләр өсөн тест үткәреп ҡарайыҡ. Ундай тикшереүҙе бер кем дә үткәрмәне, оптималләштереүҙе сифатҡа түгел, аҡсаға бәйле үткәрҙеләр, мәктәпкә бухгалтерия аша ҡаранылар. Был дөрөҫ түгел.
Ни өсөн мәктәпкә Берҙәм дәүләт имтиханын индерҙеләр? Беренсенән, юғары уҡыу йорттарындағы коррупцияға ҡаршы көрәшеү өсөн, икенсенән, белем биреүҙә сифатҡа өлгәшер өсөн. Оптималләштереү алдынан РФ Мәғариф министрлығы шундай уҡ фәнни-тикшеренеү үткәрергә тейеш ине. Бер үк ваҡытта ауылдарҙа күп һандағы медицина пунктарын, участка дауаханаларын яптылар. Уларҙа ла тикшереү үткәреп, ниңә ябыла икәнен нигеҙләүсе булманы. Ул ауылда нисә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, нисә ауырыу кеше, нисә бала йәшәүе лә иҫәпкә алынманы.

Берҙәм дәүләт имтиханы мәктәптәрҙә тәрбиә мәсьәләһен икенсе урынға ҡуйҙы. Мәктәптәрҙә ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар үҙҙәре ун бер йыл буйына Берҙәм дәүләт имтиханындағы һөҙөмтә хаҡында уйланып, тик шуға әҙерләнеп кенә йөрөгән һымаҡ. Был бик етди симптом. Һөйләүҙәренсә, имеш, БДИ-ны уйлап сығарыусы кеше быны ғүмеренең иң ҙур хатаһы тип иҫәпләй икән. Һеҙҙең Берҙәм дәүләт имтиханына мөнәсәбәтегеҙ нисек?

- Мин был һорауға яуапты ҡасандыр мәктәптә эшләгән уҡытыусы булараҡ биргем килә. Мин Берҙәм дәүләт имтиханын асыҡтан-асыҡ уҡытыусыға ышанмау тип ҡабул иттем. Сөнки уға тиклем имтихандарҙы үҙем ҡабул итә инем. Хәҙер дәүләт балаларҙы түгел, мине тикшерә булып сыға. Сөнки хәҙер беҙҙә БДИ һөҙөмтәһен губернатор, район хакимиәте башлығы эше һөҙөмтәһе критерийы итеп индерҙеләр. БДИ - мәктәптә белем алыуҙың бөтә осоро һөҙөмтәһе. Ниңә ул губернаторға йә район хакимиәте башлығына бәйле булырға тейеш һуң? 11 йыл эсендә генә нисә губернатор, нисә хакимиәт башлығы алмашынып өлгөрә. Ә ошо ваҡыт эсендә нисә тапҡыр уҡытыусы, нисә тапҡыр дәреслектәр, уҡыу программаһы, уҡытыу системаһы алмашына. Ниндәйҙер мәктәптә БДИ һөҙөмтәләре насар булһа, бының өсөн уҡытыусылар яуап бирә. Әммә бында уларҙың ғәйебе юҡ.
Ә ата-әсә булараҡ, ысынлап та, Берҙәм дәүләт имтиханы белем биреүҙе контролдә тотоу өсөн кәрәк тип иҫәпләйем. Тик БДИ-ны артабан камиллаштырыу фарыз. Был имтихандан ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа риза булырға тейеш. БДИ-ның тағы бер ыңғай яғы: уның һөҙөмтәләре буйынса хатта төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе балаларҙың туранан-тура, имтиханһыҙ Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Шулай итеп...
Йәшәйешебеҙҙең тотороҡлоғон тәьмин итер өсөн кәрәк закондар камиллығы. Ошо юлда йөрөүсе яҡташыбыҙға еңел булмаған был хеҙмәтендә рух ныҡлығы, зиһен үткерлеге теләргә генә ҡала.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1240

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru