«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЫЯЛҒА ЭЙӘРЕП БЕЙЕНЕМ ДӘ КИТТЕМ
+  - 

Бөрйән районы Байназар ауылы егете бик үҙенсәлекле сәнғәт төрөн һөнәр итеп һайлаған. Көнсығыш сәнғәтендә бик популяр булған бейеү төрө - брейк-данс менән шөғөлләнә ул. Хәйер, башта ул хобби булараҡ ҡына ҡыҙыҡһыныу уята йәш кешелә, аҙаҡтан йән аҫырар һөнәргә әүерелә. Йәш бейеүсе Алтынай ВӘЛИТОВ бөгөн беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.

Алтынай, сит мәмләкәттәр өсөн хас булған сәнғәт төрө менән нисек ҡыҙыҡһынып киттең?
- Бик ижади, йыр-бейеүгә һәләтле ғаиләлә тыуып-үҫкәнмен. Өләсәйем менән олатайым Сәмиғә менән Марс Баязитовтар береһе оҫта йырсы, икенсеһе шәп бейеүсе. Әсәйем һөнәре менән сәнғәттән йыраҡ торһа ла, күңеле менән ижадсы - ҡурайҙа ла, думбырала, ҡумыҙ, фортепианола уйнай. Атайымдың ҡулы оҫта, ағастан һырлап әйберҙәр эшләй. Әйткәндәй, мин атайыма ҡарап, художестволы әйберҙәр етештереүсе тигән һөнәр ҙә үҙләштерҙем. Мәктәптә уҡығанда йырлап йөрөнөм дә, бер мәл бейеү менән ҡыҙыҡһынып киттем. 2008 йылда телевизорҙан "Минута славы"ла брейк-данс күрҙем, һикереп төшөп, сальто әйләнеп тороп бейейҙәр. Минең дә өйрәнгем килде. Кемдәндер өйрәнер инең, ундай кеше ауылда юҡ, хатта интернетҡа инеү мөмкинлеге лә сикләнгән. Телевизорҙан ҡарап, ҡоймаға менеп, сальто һикереп ҡарайбыҙ ҡустым Аҡъегет менән. Күршеләрҙә компьютер, унан һуң интернет барлыҡҡа килгәс, почта аша өйрәтеүсе дискылар яҙҙырып ала башланым. Бер урында тороп сыҙамайым, төрлө шөғөлдәргә тотоноп ҡарайым. Әммә брейк-данс мәңгелек ҡыҙыҡһыныуым, ахыры...

Ике һүҙ менән генә үҙеңә ҡылыҡһырлама бир, тиһәм, нимә әйтер инең?

- Мин бер ҡасан да бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Хатта артыҡ тәүәккәлмен. Ниндәйҙер мөмкинлек килеп сыға икән, сығам да китәм. 2013 йылда икенсе каналда "Большие танцы" тигән телепроект үтте. Өфөлә кастинг булманы. Мин был турала һуңлабыраҡ ишеттем һәм был мәлдә Ҡаҙанда ла һайлап алыу туры үтеп киткәйне. Киләһе тур Һамар ҡалаһында ине, мин шул көндө үк Һамарға сығып киттем. Һәр эштә һәләттән тыш, тәжрибә лә мөһим, ул ваҡытҡа мин артыҡ тәжрибә туплап та өлгөрмәгәйнем. Шулай ҙа баһалау комиссияһы мине һайланы. Шулай итеп, "Большие танцы" проектында ҡатнашып ҡайттым. Был сара үҙемде үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Өс ай буйына мин проектта ҡала алдым һәм брейк-данс буйынса ғына түгел, төрлө стилдәге заманса бейеүҙәрҙә камиллаштым. 2015 йылда интернеттағы иғлан буйынса Украинаның Төркиәлә эшләгән бейеү коллективына эшкә киттем. Ул йылдың февраленән алып октябргә тиклем Анталья ҡалаһында йәшәп, төрлө ҡалаларҙа сығыш яһап йөрөнөм коллектив менән.
Икенсенән, мин бик ышаныусан кешемен. Алдыма ҡуйған маҡсаттарыма, хыялдарыма ышанам һәм шуның арҡаһында ғына улар тормошҡа ашып килә лә инде.

Өфөлә ҡалып, үҙеңдең бейеү студияһын асҡың килмәйме?

- Яйлап беҙҙең илдә лә бейеү мәҙәниәте күтәрелер ул. Тик йәш, һаулыҡ ныҡ саҡта үҙем сәхнәлә йөрөп ҡалғым килә. Үҙем брейк-данстың бар нескәлегенә төшөнгәс, студия асырға ла, уҡытырға ла була, әлегә ундай маҡсатым юҡ. Һин ниндәй генә оҫта булһаң да, һинән дә оҫтараҡ кеше табыла, шуға камиллашырға кәрәк. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгәнмен, шуға ла бер юлы сит илдәр күреп, бер юлы унда сығыш яһап ҡайтырға ниәтләнәм. Әлегә сит илдәрҙәге ойошмаларҙан тәҡдимдәр көтәм. Атайым ситтә йөрөүемә лә, халыҡ әйтмешләй, "еңел-елпе" эш менән булышыуыма ла ыңғай ҡарамай, әлбиттә. Әсәйем был йәһәттән миңә ныҡ ышаныс белдерә, һәр теләгемде күтәрмәләп тора. Атайым да минең менән ғорурланыр киләсәктә, үҙем дә уның ышаныстарын аҡлармын, тип ышанам. Ғөмүмән, миңә берәйһе шаярып ҡына ла: "Һаман шул бейеүең менән бәпәйләнеп йөрөйһөңмө?" - тип әйтһә лә, сәмләнәм дә, эстән генә, күрерһегеҙ әле, тип ҡуям. Брейк-дансты, нишләптер, балалар шөғөлө тип ҡарайҙар шул беҙҙә. Минең 30-40 йәшлек брейкерҙарҙы күргәнем бар. Унда ҡәтғи талаптар юҡ, үҙеңдең һәләттәреңә ҡарап, шул йүнәлешкә иғтибарҙы күберәк бирәһең. Мәҫәлән, кемдер һығылмалы, улар һығылмалылыҡҡа бәйле стилгә өҫтөнлөк бирә, кемдәлер көс-ҡеүәт ташып тора.

Шулай итеп...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти Алтынай һәм эшләй белгән эштәрен һанап сыға: "Ауылда үҫкән егет булараҡ, утын ярам, бесән сабам, ихатала ир-аттар башҡарған башҡа эштәрҙе эшләй беләм, ағастан һырлап төрлө һындар яһайым, йырлайым, гитарала уйнайым, тәмле итеп ашарға бешерә лә беләм". Ул хатта брейк-дансты башҡорт бейеүе элементтары менән байытып, "башҡортса" брейк бейергә лә, сит илдәргә сәйәхәтте эш менән берләштерергә лә хыяллана. 23 йәштә алдыңа аныҡ маҡсаттар ҡуя белеү - уңыштың яртыһы инде ул. Ә әлегә ул баш ҡалала ижад итә, уны төрлө урындарға сығыш яһарға саҡырыусылар бихисап.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.16 | Ҡаралған: 1280

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru