Бала Сытырмандың оло сараһы
Федоровка районының Бала Сытырман ауылына йыйылған ағинәйҙәр ҡоронда мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Башҡортостан юлдаш каналы журналисы Гөлдәриә Йосопова, шулай уҡ Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарының ағинәйҙәр ҡорҙары вәкилдәре ҡатнашты һәм байрамға йәм өҫтәне.
Йола буйынса, район етәксеһе Радик Ғилметдин улы сараны асып һүҙ әйтеп, Федоровка ерендә бер нисә милләттең үҙ-ара татыу йәшәүенә, әммә башҡорттарҙың, ер хужалары булараҡ, рухиәт һағында тороуына айырым баҫым яһаны. Яңы Яуыш ауылы халҡының "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ҡушылып, айыҡлыҡ өсөн көрәштә лә башҡаларға өлгө күрһәтеүен билдәләне. Район башлығы, әйтерһең, ошо һүҙҙәре менән кисәнең йөкмәткеһен билдәләне. Артабан төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр сәхнәлә башҡорт рухиәтен сағылдырыусы йолаларҙы сәхнәләштереп күрһәтте, тарихи хәтерҙе яңыртты. Яңы Яуыш ауылы ағинәйе Тәзкирә Ғәлина иһә һүҙҙе айыҡлыҡ өсөн көрәш юҫығында дауам итте:
- Бала Сытырман ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Яуышта эскелектең гөрләп сәскә атҡан мәле ине. Күҙ алдында милләт зәғифләнә, эскелектән бынамын тигән апай-ағайҙар гүр эйәһе була. Беҙ, ауылдың ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары, эскесенең яҙмышы үҙенең ҡулында тип уйлап, ҡул һелтәп ҡуймайыҡ, ауылды эскелек һаҙлығынан һөйрәп сығарырға тырышып ҡарайыҡ әле, тигән маҡсат менән иң тәүҙә спиртлы эсемлек һатыусылар менән һөйләшеү алып бара башланыҡ. Яйлап ҡына яныбыҙға олораҡ йәштәге абруйлы апайҙарҙы һәм ағайҙарҙы ылыҡтырҙыҡ, бергәләп ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, эскән ҡатындарға, спиртлы эсемлек һатыусыларға барып, аңлатырға тырыштыҡ. 2014 йылда иһә Баш-ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, хатта еңеп сыҡтыҡ. Шуныһы ғына үкенесле: 2014 йылда ла, 2015 йылда ла конкурс еңеүселәре рәсми билдәләнмәне... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә беҙ ошо бәйгенән алған рух күтәренкелеге менән йәшәйбеҙ, халыҡтан аҡса йыйып, мәсет төҙөү эшенә тотондоҡ...
Яңы Яуыш ауылындағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, уҡытыусыларҙың тәрбиә, ойоштороу эшенең һөҙөмтәһен раҫлаған бер матур миҫал булараҡ ҡабул ителде "Ынйылар" балалар фольклор ансамбле сығышы. Был балалар әле яңы ғына Әлшәй районында уҙған "Башҡортостан ынйылары" конкурсында 2-се урын яулаған. 18 мартта Мәләүездә үткән "Халыҡ уйындары" республика конкурсында гран-при яулағандар.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева үҙ сығышында ил башлығы Владимир Путиндың, йәмәғәт ойошмалары эшен хупларға, ярҙам итергә кәрәк, тигән фекеренә баҫым яһаны. Эшләгән һәм эшләйһе эштәрен барланы һәм иң әүҙем ағинәйҙәрҙең иңенә яулыҡ япты. Кеше араһында мәртәбәләп маҡтап, яулыҡ ябыу - халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы ул. Ғөмүмән, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының үҙенең дә республиканың төрлө йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ ағинәйҙәр ҡорҙары эшендә әүҙем ҡатнашыуы, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышыуы һоҡландыра.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина ла үҙ сығышында ҡатын-ҡыҙҙың донъя тотҡаһы булыуын һәм Федоровка ағинәйҙәре ойошторған был сараның шуға раҫ килеүен билдәләне. "Айыҡ ауыл" республика конкурсының ойоштороу комиссияһы ағзаһы Гөлфиә Янбаеваның: "2014 йылдағы конкурсҡа йомғаҡ яһап ҡуйыу мәсьәләһен юғары инстанцияларҙа яңынан күтәреп сығыу тураһында һеҙгә, ошо райондан депутат булған кешегә, мөрәжәғәт итәм: бер әмәлен табып, халыҡты дәртләндереү сараһын күрәйек әле", - тигәнен дә күңеленә һалып ҡуйҙы.
Райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәйфә Вәлиева үҙҙәренең эшенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Билдәләүенсә, нимә генә эшләмәй ағинәйҙәр үҙ ауылдарында: милли, дини байрамдарҙы бергәләп үткәреү, зыяраттарҙы, мәсеттәрҙе тәртиптә тотоу, тәбиғәтте һаҡлау, 50, 60 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы тәбрик-ләү, боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу... Хәйер, ағинәйҙәрҙең бөтә эштәрен дә теҙеп һанап бөтөрлөк тә түгел шул, әммә шуныһы мәғлүм: бәлки, ҡайһы бер эштәре бөгөн үк һөҙөмтә лә бирмәҫ, әммә милләт әсә-ләре, шағир әйтмешләй, милләт бишеген дә бәүелтә. Шуға күрә улар тәрбиәһендә үҫкән йәштәрҙең, балаларҙың уңышы киләсәктә һөйөндөрөр әле, тип өмөт итәйек.
Күберәген Юрматы ырыуы башҡорттары ағинәйҙәрен туплаған сара, йәш айырмаһына ҡарап тормай, өлкәндәрҙең дә бейеп-йырлауы менән бергә үрелеп барҙы. Өлкән йәштәге апайҙарҙың төҫ ташламай матур һаҡланыуының сере нимәлә икән? Юрматы еренең илаһи хозурлығына бәйлеме, әллә күңел торошо сағыламы ул йөҙ-ҡиәфәттә? Сараны йәнле итеп алып барған Тәзкирә Ғәлинаның ауыҙынан сыҡҡан йөрәк һүҙҙәре тотош төбәк ағинәйҙәренең асылын күрһәтте, рухи талпыныштарын сағылдырҙы һымаҡ: "Ағинәйҙәр милләт яҙмышын ҡулға алырға бурыслы. Ҡайҙалыр - яҡшы һүҙ, икенсе ерҙә - яҡты сырай, өсөнсө урында - эшлекле кәңәш, дүртенсе тарафта бәрәкәтле ғәмәл менән ауылдарҙа ҡот, ырыҫ арттырыу ниәте менән янайыҡ!"- тип мөрәжәғәт итте ул йыйылыусыларға. Сараның мәртәбәһен күтәреп, ағинәйҙәргә ышаныс белдереп килгән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтовҡа ла рәхмәтле булды ҡатын-ҡыҙҙар. Күп нәмә етәксенән тора! Бына тап ошо сәғәттә түгел, киләсәктә ағинәйҙәр хәрәкәтенең емештәрен тирер әле федоровкалар.
Мәрхәмәтле милләт - мәртәбәле
Күгәрсен районында ла күркәм ҡор йыйҙы ағинәйҙәр. Унда райондың ғына түгел, ә күрше Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе, Сибай, Ырымбур ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Райондың ҡаты сиргә дусар булған балаларына - Түкән ауылынан Гөлфиә Аҡкөбәкова менән Ҡаҙир ауылынан Билал Байғусҡаровҡа матди ярҙам күрһәтеү ҙә ине "Мәрхәмәтле милләт - мәртәбәле" тип аталған был ҡорҙоң тағы бер маҡсаты.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Баянов ҡорҙо асып, мәрхәмәтлек акцияһын ойошторған район ағинәйҙәренә рәхмәт белдерҙе. Ә Күгәрсен районы ҡыҙы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Гөлфиә менән Билалдың сәләмәтлеге тураһында күптән белеүе, уларға Мәскәү клиникаһына операцияға барыу өсөн юллама менән ярҙам итеүе тураһында хәбәр итте. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы был сараға ла буш ҡул менән килмәгәйне: ул райондың ағинәйҙәр ҡорона ноутбук бүләк итте, мәртәбәле ағинәйҙәр иңенә шәл-яулыҡтар япты.
Артабан республика ағинәйҙәре хәрәкәте етәксеһе Гөлфиә Янбаева иң әүҙем ағинәйҙәргә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы, йәнә лә бер тапҡыр ағинәй булыу - ул ҡартлыҡ билдәһе түгел, ә мәртәбәлек, рухилыҡ сағылышы, милләт ғәме менән йәшәү билдәһе, тине. Тимәк, ағинәйҙәр тигән исем аҫтында, йәшенә ҡарамай, беләгендә дәрт, йөрәгендә ғәм, рух булған һәр ҡатын-ҡыҙ туплана ала, тигәнгә ишара булды был.
Күгәрсен районына беренсе тапҡыр түгел барыуым. Унда булған һайын халыҡтың ҡаҡшамаҫ рухына, көрәшсе затынан булыуына инанып ҡайтыла. Юҡҡа ғына тап был ерҙә тыумағандыр ил ағалары, халҡы ғәме менән йәшәгән ил ҡыҙҙары. Милләт хәстәре менән янған Бәндәбикәне иҫкә төшөрөү генә лә етә. Был юлы ла ағинәйҙәр ҡорона Бәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙар тупланған икәненә шаһит булынды. Шуларҙың береһе - райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, биш бала әсәһе Әминә Әҙелғужина. Ул бөгөн район ағинәйҙәрен төрлө эштәргә дәртләндереп, әйҙәп кенә ҡалмай, "Ете ҡыҙ" ательеһы асып, төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына милли нағышлы күлдәктәр, дини кейемдәр ҙә тегә. Байрам сәхнәһендә төрлө йәштәге район ҡатын-ҡыҙҙары тап "Ете ҡыҙ"ҙа тегелгән кейемдәрҙә дефиле күрһәтте. Бәләкәс кенә ҡыҙҙар менән бергә сибәр һылыуҙар, өлкән йәштәге апайҙар матур итеп атлап, күлдәк өлгөләре менән таныштырҙы. Бик тә оҡшаны был күренеш тамашасыларға!
Һәр хәрәкәте, ым-ишараһы менән ысын башҡорт асылын кәүҙәләндер-гән сәсәниә Асия апай Ғәйнуллинаның сығышын бигерәк оҡшатып тыңланы халыҡ. Ул Мораҡ мәҙәниәт йортон ҡунаҡ булараҡ биҙәне, йәштәргә илһам өҫтәне. Етмәһә, үҙе ошо яҡ килене лә икән. Боронғо ағинәйҙәргә хас тотошо, һәр йоланы тәрәндән белеп һөйләүе, уларҙы арымай-талмай халыҡ араһында таратыуы уның үҙен бөгөнгөбөҙҙөң хазинаһы яһаған. "Урал батыр" эпосынан өҙөктө ул ана ҡалай һеңдереп уҡый! Сабыйҙарҙы әүәй итеүҙе ана нисек моңло итеп башҡара! Юҡҡа ғына халыҡ ижадын дөрөҫ аңлаусыларҙы, халыҡҡа дөрөҫ еткереүселәрҙе тылсымсыға тиңләмәйҙәр, күрәһең. Асия Солтан ҡыҙы ағинәйҙәргә тәрән фәһем генә биреп ҡалманы, ә оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Унан өйрәнергә кәрәк мил-ләт ҡотон һаҡлау серҙәренә!
Һәр сығыш араһында Күгәрсен районы ағинәйҙәре милли йолалар менән таныштырҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ул арала иғлан ителгән мәрхәмәтлек акцияһына һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты. Кисә аҙағында күңелдәрҙе йылытыр һан яңғыраны сәхнәнән: ярҙамға мохтаж балаларға 123 мең һум аҡса йыйылған! Шул саҡ Ер шарына Аллаһы Тәғәләнең 123 меңдән ашыу бәйғәмбәр ебәргәне хаҡында мәғлүмәт хәтергә төштө. Был да бит юҡҡа түгел, тимәк, сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн ихлас башҡарылған ғәмәл барышында Күктәр үҙе лә был мәрхәмәтлек аҙымына фатиха биргән. Акцияны ойоштороусылар залға мөрәжәғәт итеп:
- Был ике балаға 50-шәр меңдән бүлеп биреп, ҡалғанын райондың инвалид балалар менән шөғөлләнеүсе ойошмаһына тапшырһаҡ, һеҙ ризаһығыҙмы? - тип һораны. Зал алҡыштарға күмде тәҡдимде.
Республикала ағинәйҙәр үткәргән бар саралар ана шулай рух күтәренкелеге, ниндәйҙер аныҡ ғәмәлдәр менән үтә. Уларҙың эштәре менән рухланып яҙылған бер шиғырымды тәҡдим итәм уҡыусылар иғтибарына.
Асмандарҙан тороп ете ҡыҙ ҙа
Әйҙәп торған саҡта сафлыҡҡа,
Ҡан хәтерен йәндә тергеҙәһең,
Ҡот ҡояһың бөгөн халыҡҡа.
Асылыңдан алып ҡуҙ һалаһың,
Йөрәгенә һәр бер башҡорттоң.
Әй, Ағинәй,
Шомло заманда ла
Ҡәүемемдең йөҙөн балҡыттың!
Ата-бабаларҙан ҡеүәт алып,
Тупраҡтарҙа тойоп ал ҡанын,
Урал тәғлимәтен еткерҙең һин,
Йәншишмәлә ғәмде сайҡаның.
Һәр бер һүҙең һинең - үҙе доға,
Һәр ишараң иман нығыта.
Һомайғоштан ғына яралдыңмы,
Милләтемә булып cал бата.
Әйткәндәрең беҙҙе йырлата ла,
Һәр кинәйәң йәнде илата!
Аһ, Ағинәй!..
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ағинәйҙәр үткәргән сараларҙа һәр саҡ ир-егеттәр ҙә ҡатнаша икәнен беләм. Был юлы ла тамаша залында байтаҡ ине улар. Ауылдар биләмә-ләре башлыҡтары, район Советы депутаттары, башҡа вазифалы кешеләрҙең күпселеген, әлбиттә, ир-егеттәр тәшкил итә ине. "Хоҙайбирҙин тоҡомонан ул!" тип таныштырҙылар мине Ирек Раял улы Юдаев менән. Ул - Хоҙайбирҙин, Ялсы, Түбәнге Һапаш, Вәлит, Юлдаш ауылдарын, Киров утарын берләштергән биләмә хакимиәте башлығы. Бына инде 16 йыл халыҡ ышанысын аҡлап, ошо вазифала ихлас күңелдән хеҙмәт итә. Бөгөн был ауылдарҙың береһендә лә араҡы һатылмай. Ирек Раял улы эште урындағы рухлы милләттәштәренә таянып башлаған. Ауылдарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуға бағышлап, йыйындар үткәргәндәр. Әлбиттә, был эшкә иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ ихлас ҡушылған. Йыйылыштарға килмәгәндәрҙең өйөнә барып, һорау алыу ойошторғандар. Һөҙөмтәлә район Советына ауыл биләмәһендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу хаҡында ҡарар сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Бөгөн Хоҙайбирҙин төбәгенең тәҡдимен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тикшерергә йыйына. Тәртибе шулай: ошо төбәктә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы туҡтатыу буйынса һәр ауылға ҡағылышлы, йәғни 6 закон сығарылырға тейеш. Бына бит, теләгән юлын таба, ә теләмәгәндәргә бөгөн демократия, кем нимә теләй - шуны эсә, нимә теләй - шуны сығарып һата. Ә бит, Ирек Раял улы әйтеүенсә, был ауылдарҙа эскәндәр, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан әҙәмдәр ҙә юҡ. Ләкин оло бәлә ишек шаҡығансы тотонғандар был эшкә. Балаларҙың, йәштәрҙең айыҡ йәшәйеш өлгөндә йәшәүҙәрен маҡсат итеп ҡуйғанға баҫҡан улар был юлға. Бында һәр ауылда тиерлек спорт майҙансыҡтары бар, киләһе йыл тағы ла бер нисәүһен сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
Хоҙайбирҙин ауылы егете, Мәләүездә бокс секцияһында балалар менән шөғөлләнгән Рәзиф Әмиров, аҙна һайын ҡайтып, тыуған ауылында ла уҡыусыларҙы спорт серҙәренә өйрәтә. Маҡтағы ғына килеп тора бындай аҫыл егеттәрҙе. Улар бит бер ниндәй дан-шөһрәт, кеше күҙенә салыныу өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса тотонған был ниәткә.
Лариса АБДУЛЛИНА.
(Аҙағы. Башы 15-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА