«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙЛЫҠ - БАЙЛЫҠ ТҮГЕЛ, БЕРЛЕК – БАЙЛЫҠ
+  - 

Илдәге көрсөк менән бәйле (был көрсөк тигән нәмә мәңге бөтмәҫ, ахыры) иҡтисад торошо һаман мандый алмай йонсой. Иҡтисадсы эксперттар фекеренә ҡарағанда, хәлдәр яҡын арала ғына яҡшырырға уйламай ҙа, буғай. Халыҡтың реаль килеме кәмегәндән-кәмеп, фәҡирлек сигенә сығыусылар һаны йылдам арта бара. Быға нигеҙләмә булырҙай факторҙар бихисап, ләкин беҙ шуларҙың тик береһе һәм берәгәйлеһенә туҡталмаҡсыбыҙ: йәғни халыҡ барлы-юҡлы ғына аҡсаһын нимәгә тотона?

Законды һанлап, алдағы көнөн уйлаған кеше, тамағы ас булһа ла, пенсияһын йә эш хаҡын алғас та коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын түләп ҡуйырға ашыға. Был маҡсаттарға уның айлыҡ табышының яртыһы булмағанда ла, өстән бер өлөшө һеүләп кенә тора: телефон, электр энергияһы, газ, фатир өсөн коммуналь хеҙмәттәр хаҡы... Шуға өҫтәп, бына ике йыл самаһы капиталь ремонт өсөн арыу ғына взнос та елкәгә ятты. Уны танырға теләмәйенсә тартҡылышыусыларҙың да ауыҙын яптылар. Был хаҡта "Тура бәйләнеш"тә ил Президентына һорау ҙа биреп ҡаранылар, аптырағас. "Капремонт - кешеләр өсөн бик күңелһеҙ өлкә. Уның күп кенә кешенең асыуына тейгәнен мин беләм һәм был дөрөҫ тә. Ләкин бына Конституция суды хөкүмәт ҡарарының хаҡлығын раҫланы бит әле..." тип яуапланы В. Путин был мәсьәләгә ҡарашын белдереп. Ә шулай ҙа, Президент фекеренсә, был өлкәлә "халыҡтың реаль килемен сығып" эш итеү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шул уҡ ваҡытта яңы төҙөлгән йорттарҙың яҡындағы 15-20 йыл эсендә ремонтҡа мохтаж булмаясағы ла ана шул ысынбарлыҡтан сығып эш итеүгә ҡарайҙыр инде, моғайын. Юғиһә, ул аҡсаларҙың кеҫә ҡалынайтырға әүәҫләнеп киткән бурҙар кеҫәһенә инеп ятыуы бер ни тормаҫ! Президент әйтеп китеүенсә, былтыр, мәҫәлән, халыҡтан 97 миллиард һум йыйылған, ә шуның ни бары 25 миллиард һумына ғына ремонт эштәренә килешеү төҙөлгән. 72 миллиарды ҡайҙалыр "эленеп" тора. Бурҙар төлкөләй хәйләкәр булһа ла, миллиардтар бешмәгән йөҙөм түгел шул - күҙ асып йомған арала эләктереп алмаҫтар, тимә...
Президентҡа бирелгән "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың халыҡты талауына ҡасан сик ҡуйылыр, был өлкәлә ҡасан тәртип булыр?" тигән һорау ҙа бик урынлы тойолһа ла, ул да риторик тәртиптә генә яңғыраны шикелле. Ә-ә-ә, СССР иҫегеҙгә төштөмө, тип әйтке килде һорау биреүсегә, тик бында уны ғәйепләп булмай бит инде. Ул замандар вайымһыҙлығы тарихта тороп ҡалды күптән. Әле бит тәҙрә аръяғында ҡырағай баҙарҙың киҫкен елдәре иҫә башлауға ла ҡырҡ былтыр булып килә: ниндәй тотороҡлолоҡ хаҡында һүҙ булыуы мөмкин? Тарифтар артыуына бер ниндәй "тормоз"дар ҙа юҡ хәҙер. Ул йыл һайын артҡандан-арта ғына барасаҡ. Ил башлығы билдәләп китеүенсә, былтыр тарифтар артыуы уртаса 8,7 процентҡа күҙалланған булһа, ул әлеге ваҡытҡа 8,5 процент тәшкил итте. Июлдән ул тағы ла 4 процентҡа күтәрелеүе ихтимал, ләкин быны төбәктәр үҙҙәре хәл итә: арттырырғамы, әллә бик аҙға - 10 проценттан да күтәрмәҫкәме? Шуныһына ла шөкөр итер инек тә, тик бына тиҙҙән почта йәшниктәребеҙгә фатирҙарҙың кадастр хаҡынан һалымға квитанция килеп төшһә, ни эшләрбеҙ икән? Бюджет наҡыҫлығын ҡаплауҙы гел генә халыҡ елкәһенә һалып тороу ҙа теңкәгә тейә шул. Был йөктө күтәрешеүгә бай ҡатламдар ҙа ҡушылһа, халыҡҡа еңелгәрәк тура килер ине, ләкин сереп байығандарҙа халыҡ ҡайғыһы төштән һуң. Бөтәһе лә Сергей Ролдугин түгел шул. Ул, исмаһам, ана, музыка ҡоралдары менән булһа ла ярҙам итергә тырыша ватандаштарына. Беҙҙә бит нисек: фәҡиренә лә, байына ла килеме ни саҡлы булыуға ҡарамаҫтан, берҙәм ставка - 13 процент һалына һалым. Сит илдәрҙәгесә, кеҫәһенә ҡарап һалым түләү формаһын күптән индерергә ваҡыт та бит... Рәсәй Дәүләт Думаһы "Ғәҙел Рәсәй" менән Коммунистар партияһы тарафынан тәҡдим ителгән прогрессив һалым шкалаһы тураһындағы өс закон проектын кире ҡаҡты инде. Бүлешергә, илебеҙҙе күтәрешергә теләмәй бай ҡатлам, гәрсә ошо илдә йәшәп, әҙәм булып китһәләр ҙә... Ошо көндәрҙәге бер яңылыҡ күңелде йылыта шулай ҙа. Дәүләт корпорациялары (тик бында байлығы менән маҡтанған "Роснано"исемлектә юҡ) һаҡлыҡҡа һалған депозиттарынан алынған табыштарының яртыһын бюджетҡа күсерәсәк. Күптән кәрәк ине: иш янына ҡуш булыр, исмаһам.
Халыҡ аҡсаһы тураһында ине һүҙ. Өҙөлөп-йолҡолоп, үҙенә тороп ҡалғаны хаҡында, дөрөҫөрәге. Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы үткәргән социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, әлеге көрсөк мәлендә рәсәйҙәрҙең сығымдарының теүәл 50 проценты аҙыҡ-түлек өлөшөнә тура килә. Был нимәне аңлата? Рәсәйҙәрҙең һис тә генә бирәнгә әйләнеүен аңлатмай был иллә мәгәр. Ябай халыҡтың матди хәле мөшкөлләнә барыуы уларға тәү кәрәк-яраҡ сәнәғәт тауарҙарҙан баш тартып, аҡсаһын фәҡәт аҙыҡ-түлеккә генә тотоноуы тураһында һөйләй ул. Быйыл февралдә халыҡтың аҙыҡ-түлеккә киткән сығымдары (алкоголь менән тәмәке изделиеларын да иҫәпләп) илдәге ваҡлап һатыу тауар әйләнешендә иң күп өлөштө - 50,1 процент тәшкил иткән. Парадокс, ләкин аҙыҡ-түлеккә киткән сығымдарҙың арта барыу тенденцияһы иҡтисад фәнендә халыҡтың реаль килеменең кәмеүен һәм ярлы ҡатламдарҙың артыуын сағылдыра икән. Бына шуға күрә лә бая һүҙ ыңғайында ғына әйтеп кителһә лә, был яҙманың "ҡыҙыл ебе" булған әлеге прогрессив һалым темаһы көн тәртибенән төшмәйәсәк: илгә килгәнде бергәләп күтәреү фарыз. Бай күңелен май бөрөр, тиһә лә мәҡәл, байҙың малы - ярлынан, тип тә әйткәндәр. Ә беҙ бөгөнгә "Артыҡ байлыҡ аҙҙырыр", "Байлыҡ - байлыҡ түгел, берлек - байлыҡ" тигән аҡылға туҡталайыҡ, булмаһа...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1199

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru