«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТСА ОТКРЫТКАЛАР КӘРӘК!
+  - 

Элекке Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, 1, 9 май, 7 ноябрь байрамдарына, тыуған көндәргә, шулай уҡ пропаганда һәм агитация маҡсатында сығарылған открыткаларҙы оло быуын хәтерләйҙер әле. Улар шул тиклем матур, сағыу була торғайны. Уларҙы тултырыу өсөн алдан фекер туплап, матур, төҙ итеп яҙырға тырышып ултыра инек. Ә почта йәшнигенән ҡотлау открыткаһы алған мәлдәге ҡыуаныстар тураһында һөйләп тә тораһы түгел.

Совет осоронда илебеҙҙә милли-этник пропаганда открыткалары ла донъя күрә. Әле Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй милли китапханаһы фондында байтаҡ ҡына открыткалар тупланмаһы һаҡлана. Шулар араһында башҡорттар төшөрөлгән открыткалар ҙа бар. Был почта открыткаларын китапханаға Николай Спиридонович Тагрин исемле кеше тапшырған. Мәҫәлән, "На Урале. Типы рабочих башкир" тигән открытка 20-се быуат башына ҡарай. Екатеринбургта В.Л. Метенков типографияһында нәшер ителгән. Фотола алты башҡорт эшсеһе китеп бара. Ә бына 1902 йылғы открыткаға С.Я. Юминовтың "Типы башкир" тигән фотоһында бер төркөм ир-егеттәр һүрәтләнгән. 20-се быуат башындағы ғәйнә ырыуы башҡорттары кейемендә улар. Фотограф Юминовтың Красноуфимск ҡалаһында "Моментальная фотография" тип аталған фотоательеһы булыуы билдәле. Был ҡала 18-се быуатта Өфө йылғаһы буйында башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу һәм булдырмау маҡсатында ҡәлғә булараҡ барлыҡҡа килә.
Открыткалар араһында "Комсомолка башкирка" тигәне лә һаҡлана. 15 тинлек төҫлө открытка 1937 йылда Мәскәүҙә СССР-ҙың Революция музейы тарафынан 50 мең дана менән нәшер ителгән. 79 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, 10-ға 15 сантиметр ҙурлығындағы баҫманың төҫтәре асыҡ һаҡланған. Ыҡсым ғына милли елән кейгән ҡараҡай ҡыҙҙың ҡулында ғәрәп яҙмаһындағы йоҡа китап. Комсомолға алынған йәш ҡыҙҙың сәсе ҡырҡылған, ҡайырып ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән һәм ҡыҙыл галстук таҡҡан. 1937 йылда открыткала һүрәтләнгән был ҡыҙҙы 1925 йылдың йәйендә билдәле рәссам, скульптор, график, милләте буйынса эстон Фридрих Лехт төшөргән. Ф. Лехт 1921 йылдан Мәғариф халыҡ комиссариатында, Мәскәү мәғариф бүлегендә һынлы сәнғәт секцияһы етәксеһе, шулай уҡ илдең төп музей һәм театр эксперты булып эшләй. Фридрих Карлович шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары, Станиславский һәм Немирович-Данченко театры директоры вазифаларын да башҡара. Тап ошо йылдарҙа ул башҡорт ҡыҙының портретын төшөрә. Тик ҡайҙа төшөрөүе билдәһеҙ. Күрәһең, экспедицияларының береһендәлер. Открыткала аҫта уң яҡта "Лехт, 1925" тигән яҙыу күренә. Ә бына портреттың өҫ яғындағы яҙма күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бында комсомолканың ғәрәп графикаһында яҙылған исеме бар - "Ғәлиә Мирзағәлина" тиелгән.
Хәҙер ҙә кемдәрҙер өсөн открыткаларҙың һүрәте мөһим роль уйнай. Сөнки улар бит аралашыу ысулы, кешенең теләктәрен, хистәрен еткереүсе, күңелдәрҙе бәйләр таҫма һымаҡ. Тарихта ҡалған милли открыткаларға ҡарап, бәлки, башҡортса яҙылған, халҡыбыҙ рәссамдарының, фотографтарының милли мәҙәниәтте, колоритты сағылдырған һүрәттәренән ҡотлау открыткалары сығарыуҙы яңыртырғалыр, тип тә уйланыла. Милли открытка телебеҙҙе һаҡларға ла, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнергә лә булышлыҡ итер ине. Тик был эшкә кем тотонор?..

РЕДАКЦИЯНАН: Открыткалағы Фридрих Лехт төшөргән "Ғәлиә Мирзағәлина" - ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге журналистарҙың береһе Ғәлиә Мырҙағәлина-Баязитова тип беләбеҙ. Элегерәк, совет заманында, матбуғат баҫмаларында уның тураһында күп яҙылды. Тик ниңәлер был мәғлүмәт Башҡорт энциклопедияһына инмәгән. Был апайҙы белеүселәр, хәтерләүселәр булһа, уларҙан мәғлүмәт-мәҡәлә көтәбеҙ.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1869

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru