«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТ НИГЕҘЕ - ТӘН СӘЛӘМӘТЛЕГЕ
+  - 

Һаулыҡ - бәхетле һәм гармониялы йәшәү шарттарының береһе. Әгәр сәләмәтлек өлкәһендә ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, кәңәш һорап табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ, кемдер йәшәү менән үлем араһында ҡалһа, уларҙы аҡ халатлы фәрештәгә тиңләйбеҙ һәм ниндәйҙер мөғжизә тыуҙырыуҙарын көтәбеҙ. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында үҙ һөнәренең оҫталары эшләй, тип шикләнмәй әйтергә мөмкин, сөнки 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса был медицина учреждениеһы бойондороҡһоҙ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ТОП-5 исемлегенә инде. Бөгөн дауахананың баш табибы Гөлнара МОСТАФИНА менән ул етәкләгән учреждениеға ҡыҫҡаса эскскурс ҡыласаҡбыҙ.

21-се дауахана - юл-транспорт фажиғәләрендә һәләкәткә тарыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса төп травматологик үҙәк булып тора. Дауахана тарихына ниндәй фажиғә ҡанлы юлдар менән яҙылған? Учреждениела, башҡа дауаханаларҙан айырмалы, тап һеҙҙә генә булған ниндәй бүлектәр бар?

- Дауахананы ғына түгел, был фажиғәләр тотош республиканы тетрәндергәндер, моғайын. 1989 йылдағы Оло-Тәләк һәм 1990 йылдағы Химпром, Синтезспирт заводтарындағы техноген һәләкәттәр мохтаждарға тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу һәм ярҙам күрһәтеү буйынса ысын мәктәп булып торҙо. Ул ваҡытта табиптар көндө төнгә ялғап, ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙәр өсөн йәнтәслим көрәште һәм мөмкин булғандың барыһын да эшләп, бихисап ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалды. Бөгөн иһә дауахана беренсе кимәлдәге травматологик үҙәк булып иҫәпләнә. Бынан тыш, баш ҡалала эндокринологик, колопроктологик, нефрологик профилдәге, республика буйынса йөҙ-яңаҡ һәм микрохирургия патологиялары, токсикологик һәм аллергологик йүнәлештәге пациенттарҙы дауалау буйынса бүлексәләр бары тик беҙҙә генә бар.
Йөҙ-яңаҡ хирургияһы бүлегендә тәндең ошо өлөшөндәге ялҡынһыныуҙар, шештәр, йәрәхәттәр булғанда талап ителгән барлыҡ операциялар эшләнә.
Республика буйынса берҙән-бер токсикология бүлеге булғас, ағыуланыу осраҡтарында ауырыуҙарҙы беҙгә алып киләләр. Шуны билдәләп китергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа пациенттарҙың һаны артты. Был йәштәрҙең спайс, тәмәке итеп тартыу ҡатнашмалары ҡулланып ағыуланыуына бәйле. Пациенттарҙың килеүе бер аҙ кәмеп тә ала, артып та китә, ләкин йыл әйләнәһенә туҡтағаны юҡ. Ҡалаларҙан, нигеҙҙә, синтетик матдәләр ҡулланыу һөҙөмтәһендә ағыуланыусылар килтерелһә, ауыл ерҙәрендә ағыуланыу сәбәбе булып алкоголь суррогаты тора. Шулай уҡ дарыуҙар, үҫемлек һәм сәнәғәт ағыуҙары ҡулланыу һөҙөмтәһендә ағыуланыусылар ҙа бар.
Аллергология бүлеге пациенттары бигерәк тә яҙғыһын, тәбиғәт уянып, ағастар сәскә ата, һеркәләнә, туҙан күренә башлағас мөрәжәғәт итә. Ләкин аллергиктарға ошо бүлек табиптары миҙгел ауырыуҙары араһында организмдарын шлактарҙан таҙартырға, диагностика үткәреп, аныҡ аллергия сығанағын табырға ярҙам итә.
Проктология бүлеге Советтар Союзында беренселәрҙән булып асылды һәм беҙҙең ысулдар хәҙер республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең бик күп клиникаларында ҡулланыла. Яңы технологиялар индерелеүе ҡайһы бер осраҡтарҙа оператив дауалауҙы ла алмаштыра. Әле дауаханала эсәктәр елһенеүе буйынса пилот проекты башланасаҡ. Уның барышында ике ай дауамында эсәк ауырыуҙары менән яфаланыусы пациенттарҙы ҡабул итеп, уларға ярҙам күрһәтеләсәк, артабан үҙәк ойоштороу хыялы бар.
Пульмонология бүлеге лә ҡалала берҙән-бер. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡышҡы киҙеү ваҡытында пациенттар ағымы булманы, тиерлек, әммә эпидемия эҙемтәһе булып пневмония торҙо. Шуға күрә, кем үпкәнең хроник ауырыуҙары менән сирләй, улар июндә - пневмонияға, көҙгөһөн киҙеүгә прививка эшләтергә кәрәклеген дә онотмаһын ине.
Шулай уҡ төбәк йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы үҙәге лә булып торабыҙ. Беҙгә мейенең ҡан әйләнеше боҙолоуы, киҫкен коронар синдром буйынса мөрәжәғәт итәләр, тәүлек әйләнәһенә инфаркт, инсульт кисереүселәргә ярҙам итәбеҙ. Сөнки бындай ярҙамға махсуслашҡан дауаханалар бер нисәү генә.
Бынан тыш, дауаханабыҙ Рәсәйҙә медицина тәғәйенләнешендәге изделиеларҙы һәм яңы дауалау препараттарын клиник һынау үткәреүгә рөхсәте булған учреждениелар исемлегенә инә. Бактериологик лабораториябыҙ иһә клиник бактериология буйынса уҙғарылған тикшеренеүҙәрҙең сифатын федераль кимәлдә контролләү буйынса эксперттар иҫәбендә.

Былтыр Өфө районын һеҙҙең дауаханаға беркеттеләр. Ошо бер йыл эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды?

- Әлбиттә, был беҙҙең өсөн өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙырҙы, сөнки райондың һаулыҡ һаҡлау структураһына ҡараған 42 дауалау-профилактика учреждениеларын һаҡлап алып ҡалырға һәм уларҙың матди-техник базаһын күтәрергә кәрәк ине. Был маҡсатта 10 миллион һум аҡса тотондоҡ. Табиптар менән комплектлау - 90, урта медицина персоналы менән комплектлау 80 процентҡа етте, әммә алты фельдшер-акушер пунктында һаман да талап ителгән белгестәр етешмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күҙгә күренер һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, демография күрһәткестәре ике процентҡа яҡшырҙы, дөйөм үлем күрһәткесе кәмене. Район халҡы өсөн компьютер томографияһы, маммография, эндоскопик тикшеренеүҙәр, радиоизотоп, клиник-лаборатор, функциональ тикшереү ысулдары аша диагностика үтеү мөмкинлеге асылды. 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың ауыл райондары поликлиникалары араһында Өфө районы беренсе урынға сыҡты.

Халыҡҡа ай ҙа, ҡояш та ярамай, тигән кеүек, барыһына ла ярау мөмкин дә түгел. Моғайын, һеҙгә лә рәхмәт менән бер рәттән, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә барҙыр?

- Әлбиттә, йыл йомғаҡтары буйынса мөрәжәғәттәрҙе иҫәпләп ҡарағайныҡ, рәхмәт һүҙҙәре лә, ялыуҙар һәм ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәр бер тигеҙ һанда килеп сыға. Шулай ҙа киләсәктә рәхмәт бедереүҙәр күберәк булыр тип өмөтләнәбеҙ, сөнки ялыуҙарҙы тикшерә башлаһаң, уларҙың ни бары 1-2-һе генә нигеҙле булып сыға. Мәҫәлән, кемгәлер тупаҫлыҡ күрһәткәндәр. Ә башҡа осраҡтарҙа ғәйепләрлек нигеҙ юҡ. Ләкин һәр мөрәжәғәт буйынса кешеләрҙе саҡырып һөйләшәбеҙ, мәсьәләне асыҡлайбыҙ һәм граждандарҙың проблемаларын ҡәнәғәтләндереп, мәсьәләне хәл итеп айырылышабыҙ.

Мәғлүм булыуынса, табиптар күберәк эш хаҡы алыу өсөн төнгө дежурға ла сыға, ял көндәрендә лә эшләй, ҡыҫҡаһы, кеше дауалайым тип, үҙ сәләмәтлеген бөтөрә...

- Төптән уйлап ҡарағанда, был ысынлап та шулай, сөнки төнөн йоҡламаһаң, организмың ял итмәһә, сәләмәтлегең шәбәйеп китмәй, киреһенсә, насарлана бара. Ләкин медицина хеҙмәткәрҙәре лә башҡалар кеүек үк лайыҡлы тормошта йәшәгеһе, ашағыһы, кейенгеһе килә. Бөгөн беҙҙең тармаҡта уртаса эш хаҡы 23-24 мең һум. Ул өс йыл инде артҡаны юҡ, һәм артыуы көтөлмәй ҙә.
Медицина учреждениелары форумында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина тармағына йылына 53 миллиард һум бүленә, тиһә лә, уның күп өлөшө медикаменттар алырға, ҡорамалдарҙы эш торошонда тоторға, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә, ауырыуҙарҙы ашатырға һәм барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшләүен тәьмин итеүгә китә. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәре зарланырға яратмай, сөнки эшебеҙ көсөргәнешле булһа ла, сауаплы - беҙ кеше ғүмерҙәре һағында торабыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1393

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru