«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАР МАТУР ҘА БИТ...
+  - 

Был аҙнала баш ҡалала егерме дүртенсе тапҡыр "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһе үтте. Был конкурсты сибәр, нәзәкәтле, аҡыллы, йор һүҙле, һәр яҡлап та камил башҡорт ҡыҙҙарының үҙ-ара ярышы тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Күптәр конкурс еңеүселәре булған һылыуҙарға тиңләшергә, уларға ҡарап кейенергә, сәхнә оҫталығына төшөнөргә теләй. Тамаша ҡылыусылар быйылғы гүзәллек бәйгеһенән дә фәһемле яңылыҡтар, кәрәкле мәғлүмәт алып ҡайтырға өмөтләнгәйне лә...

Сарала ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы йыл да Башҡортостан юлдаш каналында күрһәтелгән көндәлектәрҙән ҡарап, улар тураһында фекер туплап, йомғаҡлау турында сығыштарын күрергә бара торғайныҡ. Быйыл был мөмкинлек булманы, һылыуҙар менән бары тик "Бәйләнештә" социаль селтәрендә булдырылған махсус төркөмдәге фотолары аша ғына таныша алдыҡ. Шуның өсөн дә, ахырыһы, конкурс барышында бер иш кейемдәрҙә сығыш яһаусы ун алты ҡыҙҙы бер-береһенән айырыуы ҡыйыныраҡ булды. Етмәһә, бәйгенең төп талабы булған дефилеларҙа ҡыҙҙар тоноҡ төҫтәрҙән тегелгән көндәлек кейем-һалымда сыҡты сәхнәгә. Бындай ябайлыҡ менән ойоштороусылар башҡорт ҡыҙҙарының тыйнаҡлығын, баҫалҡылылығын сағылдырырға теләнеме икән?
Элеккеләренән айырмалы, ҡыҙҙар "Хужабикә оҫталығы" тигән бәйгелә лә һынау тотто. Беҙҙең гүзәл заттар йәшелсә, емештәрҙән торған төрлө турамалар әҙерләүгә маһир булып сыҡты. Ләкин "буласаҡ тормош иптәшенә" башҡорт кухняһынан ниндәй итле ризыҡ бешереп ашатырға белмәй, ҡаушап ҡалдылар. "Һарыҡ бешерәм", тип яуап биргән һылыуҙан тамашаны алып барыусы Фирҙәт Ғәлиев "бишбармаҡ", тигән һүҙҙе тартып тигәндәй алды. Башҡорт милли аш-һыуҙары өлкәһендәге белемдәрен генә түгел, ҡыҙҙарҙың зирәклеген дә тикшереүгә ҡоролған был бәйге бик матур килеп сыҡманы. Жюри ағзалары яуаптар менән ҡәнәғәт булдымы икән, ә бына тамашасылар башҡорт ҡыҙҙарының милли ризыҡтарҙы теҙеп атап сыға алмауы бер аҙ аптырата, әлбиттә.
Гүзәллек бәйгеһенең икенсе этабындағы "Рәсәй киноһы йылы"на арналған сценарийҙар конкурсы ҡатнашыусыларҙың үлем, мөхәббәт, бала ҡайғыһы, һуғыш, тарҡалған ғаилә темаһына арналған ижады менән иҫтә ҡалды. Йәштәрҙең ижадында позитив, ыңғай күренештәргә урын булмауының ғилләһе нимәлә һуң? Уларҙы тыңлаһаң, тормошобоҙ тик әхлаҡһыҙлыҡтан, яуызлыҡтан, ҡайғы-хәсрәттән генә тора һымаҡ. "Бейеүсе һылыуҡай" номинацияһында еңеү яулаған Миңлегөл Хәсәнова был күренешкә шулай тип аңлатма бирҙе: "Кеше күңелен тетрәндерерлек, илатырлыҡ хәл-ваҡиғалар тамашасыларҙың хис-тойғоларына нығыраҡ тәьҫир итер, тип уйланыҡ. Шуға күрә, йәмғиәтебеҙҙә ярылып ятҡан төрлө проблемаларға арнап сценарийҙар яҙҙыҡ. Беҙ һөйләгән һүҙҙәрҙән тамашасылар ниндәйҙер фәһем дә алырға тейеш ине". Әммә... Фәһем түгел, тетрәнеү генә кисерҙе тамашасы. Тормошобоҙ гел генә ундай ҡара һыҙаттарҙан тормайҙаһа, тигән һығымта яһалды.
Хәйер, береһенән-береһе һылыу, ҡашыҡҡа һалып йотмалы ҡыҙҙар һис ғәйепле түгел был бәйгенең шундай кәйеф тыуҙырыуында. Ғәйеп конкурсты шундай түбән кимәлгә төшөргән ойоштороусыларҙа. Һәм кисекмәҫтән был сара профессионалдар ҡулына тапшырылырға тейеш. Шулай уҡ баһалама комиссияһында ла матурлыҡты нигеҙле баһалай белгән профессионалдар ултырыуы мотлаҡ. Был фекерҙе тамашаға килгән күптәр раҫланы.
"Һылыуҡай - 2016" республика гүзәллек бәйгеһендә аптырашта ҡалдырған бик күп күренештәр тураһында яҙырға булыр ине, әлбиттә. Унда ихлас ҡатнашҡан һылыуҡайҙар күңелен ҡыйғы килмәй. Ә конкурстың һөҙөмтәләренә килгәндә... Гран-при Күгәрсен районы һылыуы Эльвира Ҡарамышеваға бирелде.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1672

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru