«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЫМ АРҠАҺЫНДА ДӘҮЛӘТ ТЕРЕ. ШУЛАЙМЫ, МӘЖИТ ҒАФУРИ?
+  - 

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ Һуңғы ваҡытта төрлө радиоканалдар, телевидение, матбуғат аша иң йыш яңғыраған төшөнсәләр араһында "кредит", "ипотека", "һалым", "коллекторҙар", "суд приставтары" тигәндәре лә бар. Әгәр ҙә был һүҙҙәр йыш яңғырай икән, күпселек халыҡтың көнитмеше ошо төшөнсәләргә бәйле ойошмалар һәм проблемалар тирәһендә барғанлығы ла аңлашыла. Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙ тап шулар хаҡында бара.

Мәжит Ғафуриҙың "Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда" тигән хикәйәһе революциянан алдағы ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Унда властарҙың недоимка (түләнмәгән һалым) өсөн ярлыларҙың аҡтыҡ әйберҙәрен өйҙәренән алып сығып китеп, баҙарҙа һатып, шуның иҫәбенә бурыстарын ҡаплауҙары хаҡында бара. Хикәйә шулай тамамлана: "... Ул ваҡытта кешеләрҙең ерҙәренә, килерҙәренә (бында "килем" хаҡында һүҙ бара - Ә.Ғ.-Ү.) ҡарап налог һалмайҙар ине. Ул ваҡытта ерҙәрҙе хәҙерге кеүек тигеҙләп бүлмәйҙәр ине. Ул ваҡытта байҙар кеҫәләренә ҡулдарын тығып, ярлыларҙың шулай ауырлыҡ күреүҙәренә көлөп ҡарап торалар ине. Ул ваҡытта ярлыларға ла бер тигеҙ налог килә, улар уны түләй алмайҙар, шуның өсөн уларҙың аҡтыҡ кәзәләрен, һалып ята торған мендәрҙәрен, сәй эсә торған самауырҙарын, балтырған өйрәһе бешерә торған ҡаҙандарын ҡуптарып алып һата торғайнылар. Сөнки ул ваҡытта Совет власы түгел ине..."
Совет осоронда, шәхси милекселек булмағас, ябай халыҡ һалым түләүҙең ауырлығын ул тиклем үк кисермәне, икенсенән, халыҡ хужалығының һәр бер тармағы эшләгәс, кешеләрҙең барыһы ла эш менән мәшғүл булғас, илебеҙ бюджеты, асылда, дәүләт предприятиелары, күмәк хужалыҡ иҫәбенә тулылана килде. Бөгөн килеп, Мәжит Ғафури әйткәнсә, "Совет власы ла түгел", шул уҡ ваҡытта һалым түләү мәсьәләһе лә ҙур проблемаға әүерелде.
Шулай уҡ һуңғы ваҡытта Рәсәй буйынса коллекторҙар эшмәкәрлегенең негатив яҡтары ла күренде, һалым йыйыу һәм кредит түләү мәсьәләләре ҙур проблемаға әүерелде. Түләргә теләмәүселәр ҙә, түләй алмағандар ҙа бар.
Зариф Закир улы, һеҙ республикабыҙҙың суд приставтары эшмәкәрлеген ойошторған кешеләрҙең береһе булараҡ, ошо мәсьәләләргә нисек ҡарайһығыҙ?


- Һалым йыйылырға тейеш, сөнки дәүләттең бюджеты һалымдан хасил була. Уҡытыусыларға, табиптарға, ғөмүмән, бюджетҡа ҡараған тармаҡтарҙа эшләүселәргә - эш хаҡы, балаларға пособие һ.б. һалымдан түләнә. Былтыр ғына беҙҙең республиканың бөтә төр бюджеттарынан ауыл хужалығына ғына 28 миллиард һум ярҙам бирелгән. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ауыл өйҙәренең байтағы иҫәптә тормай, уларҙың биләгән еренә, йорт-ҡаралтыһына документы юҡ. Шәхси ауыл хужалығы техникаһы менән дә шундай уҡ хәл күҙәтелә. Тимәк, кемдәрҙер һалым түләмәй, тигән һүҙ. Хәҙерге көндә ҡайҙалыр хеҙмәт итеп, эш хаҡы алыусылар һалым түләй. Был йәһәттән Мәжит Ғафуриҙың "килемдәргә ҡарап налог һалыу" тигәне менән килешергә кәрәк. Үкенескә күрә, беҙҙә 10 мең эш хаҡы алыусы менән 100 мең эш хаҡы алыусы бер үк процент менән һалым түләй. Минеңсә, күберәк эш хаҡы алыусы күберәк һалым түләргә тейеш.
Икенсе мәсьәлә: әгәр ҙә Мәжит Ғафури хикәйәһенең синфи йөкмәткеһенә иғтибар итмәгәндә, һәр бер дәүләт һалым йыйылыу кимәле менән тере. Совет осоронда, һеҙ дөрөҫ әйттегеҙ, кеше көнө-төнө эш менән булды. Ул ваҡытта хатта эшләмәгән кешене язаға тарттырыусы, уны мәжбүр итеп эшкә ҡуша торған закон да булды, ҡайһы берәүҙәрҙе төрмәгә лә ултыртып ҡуя торғайнылар. Хәҙерге ваҡытта рәсми рәүештә ҡарағанда күпселек кеше бер ерҙә лә эшләмәй һәм уларҙың эш хаҡынан һалым да тотолмай. Иң ҙур проблема шунда: бөгөн кемдәр миллион һумлыҡ машиналарҙа йөрөй, ҡатлы-ҡатлы коттедждарҙа йәшәй һәм аҡсаға ҡытлыҡ кисермәй, шулар һалым түләмәй. Ундайҙар бай булһа ла: "Нишләп мин дәүләткә түләргә тейеш һуң?" - тигән ҡарашта йәшәй.

Америкаға барып ҡайтыусы егеттәр ундағы тәртип тураһында аптырап һөйләгәйне. Әйтәйек, машинаңды ҡайҙалыр ҡалдырып оҙаҡлаһаң, камералар билдәле ваҡыттан һуң һиңә парковка өсөн шунсама сумманы түләргә тейешлегеңде белдереп, смс ебәрә. Унда төрлө һалымдарың, түләүҙәрең хаҡында туҡтауһыҙ мәғлүмәт килеп тора. Әгәр өс көн һуҙымында бурысыңды түләмәһәң, махсус хеҙмәттәр һине тотоп алып, төрмәгә бикләп тә ҡуялар. Беҙгә әле бындай тәртипкә өлгәшеү өсөн бик күп ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шулай түгелме?

- Әлбиттә, беҙ әле күптән түгел генә икенсе төрлө йәшәй башланыҡ. Германияла, мәҫәлән, һалым түләүсе кеше суд приставының күрһәтмәһен үтәмәһә, уны алты айға төрмәгә ябып ҡуйырға мөмкиндәр.
Яңыраҡ беҙҙә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафты 20 көн эсендә түләһәң, сумманың яртылаш кәметелеүе хаҡында закон ҡабул ителде. Был ҡағиҙә водителдәрҙе штрафтарын үҙ ваҡытында түләргә өйрәтеү өсөн барлыҡҡа килде.

Кредитҡа бәйле заманса мәҡәл барлыҡҡа килде. Ул да булһа, "Кредит ауыҙыңды яптыра", йәғни кредит түләгән кеше эш урынын юғалтмаҫ өсөн ауыҙын йомоп йәшәргә, етәкселеккә ярамһаҡланырға мәжбүр...

- Ишеткәнем юҡ ине бығаса. Был мәҡәл, бәлки, дөрөҫлөккә лә тап киләлер. Күптәр кредит мәсьәләһенә еңел генә ҡарай. Уның бит проценттары, санкциялары бар. Һуңғы ваҡытта микрофинанс ойошмалары үҙҙәре "Аҡса бирәбеҙ, бының өсөн паспорт та етә..." тип саҡырып тора. Шуға күрә, бындай ойошмалар өсөн түләү төп бурыстан дүрт тапҡырҙан да артыҡ булырға тейеш түгеллеге хаҡында быйыл 1 апрелдән үҙ көсөнә ингән закон ҡабул иттеләр. Быға тиклем түләү 100 - 200 тапҡырға артып киткәйне уларҙа. Аҡсаға мохтаждар был ойошмалар менән килешеүҙе уҡып тормайынса ҡул ҡуйып отола. Ғөмүмән, кредитын түләй алмағандар мәсьәләһе икенсе бер мөһим проблемаға барып ялғана. Бындай осраҡта банк түләүҙе законлы рәүештә поручителдән талап итә. Беҙҙә иһә поручитель булыуға еңел генә ҡарайҙар һәм ҡултамға ҡуялар. Бер банктан кредит алып, икенсе банктыҡын ҡаплап, түләүҙәрен поручителдәренә йөкләп, ҡасып йөрөгән алдаҡсылар ҡулына эләкмәҫ өсөн бик һаҡ булырға тәҡдим итәм. "Аҡсаны ҡул менән бирәһең дә, аяҡ менән алаһың" тигән әйтем юҡтан ғына тыумаған.

Илебеҙҙә туҡтауһыҙ хаҡтар артҡан бер мәлдә һаман да эш хаҡтарына индексация яһалмай, көндән-көн фәҡирҙәр һаны күбәйә. Әйтәйек, эш хаҡтарын, социаль түләүҙәрҙе, пенсияларҙы ҡапыл йылдам арттырған осраҡта бюджет та ҡапыл тулыланмаҫ инеме ни? Белгестәр Рәсәй тарихында индексация мәсьәләһенең бындай ҡырҡыу торған сағын иҫләмәй...

- Һеҙ әйткәнсә индексация яһалһа, һумдың хаҡы төшөп, инфляция башланыры көн кеүек асыҡ. Минең ҡарамаҡҡа, күпселек халыҡҡа ҡыйынға төшһә лә, Үҙәк банктың ныҡ тороуы яҡшы күренеш. Тап шуның арҡаһында беҙҙә инфляция әллә ни ҙур түгел. Әгәр ҙә донъя баҙарында нефткә хаҡ төшмәһә, индексация яһалыр ҙа ине. Беҙҙең республикала, мәҫәлән, хеҙмәтсәндәргә айлыҡ эш хаҡын, пенсияны ваҡытында түләү мәсьәләһе беренсе урынға ҡуйылған. Бында беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Былтыр ғына беҙ бюджетҡа өс миллиардтан ашыу аҡса күсерә алдыҡ. Шул иҫәптән 845 миллион һумды республика бюджетына, 206 миллион һумды муниципаль бюджеттарға индерҙек. Беҙ элекке һалым полицияһының эшен дауам итәбеҙ.

Белеүебеҙсә, предприятиелар эшселәренә эш хаҡы ла түләттерәһегеҙ. Һеҙ тағы ла ниндәй эштәр менән шөғөлләнәһегеҙ?

- Бәлки, бында "Һеҙ ниндәй эштәр менән шөғөлләнмәйһегеҙ?" тигән һорау урынлы булыр ине. Һуңғы 5 йыл эсендә генә беҙ 142 мең кешегә 2 миллиард һумдан ашыу эш хаҡы ҡайтарып бирҙек. "142 мең" тигәнде 3-кә ҡабатларға ла кәрәктер, сөнки бында һәр кемдең ғаиләһе хаҡында һүҙ бара. Закон-һыҙ мигранттарҙы тыуған иленә оҙатыу эше менән дә беҙ шөғөлләнәбеҙ. Былтыр ғына республиканан 500-ҙән ашыу кешене иленә оҙаттыҡ. Унан тыш, республикабыҙҙа 155 суд бар. Ул судтарҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һаҡта тора. Былтыр ғына үҙебеҙ 2200 тирәһе енәйәт эше ҡуҙғаттыҡ, енәйәт ҡылып ҡасып йөрөүсе 338 кешене тотоп, полицияға тапшырҙыҡ. Бөгөн республикабыҙҙа 25 мең кеше үҙенең балаһын ҡарамай, алименттан ҡасып йөрөй. Шуларҙың 2500-е - ҡатын-ҡыҙҙар. Улар менән дә беҙгә эшләргә тура килә.

Хәйбулла районының Әбеш ауылында дәүләт милкенә ҡарата бик һаҡсыл ҡараш өлгөһө тураһында һөйләгәйнеләр. Революцияға тиклем мир эштәрен алып барыусы бер уҡымышлы заттың өйөндә ике шәм булған. Ул бер шәменә кәрәсинде ҡаҙна иҫәбенә һалған, икенсеһен үҙе иҫәбенә яндырған. Шул кеше мир эштәрен башҡарғансы ҡаҙна шәмен яндырған да, эше тамам булғас, уны һүндереп, ғаиләһе мәнфәғәте өсөн үҙенең шәмен тоҡандырған. Хәҙерге көн күҙлегенән ҡараһаң, был хәл бик көлкө тойола. Ә бит был хәл мир, дәүләт мөлкәтенә шундайын ҡараштың, мөнәсәбәттең булғанлығын да раҫлай...

- Был матур тәрбиә күрһәткесе. Тимәк, был уҡымышлы зат үҙ атаһынан шундай өлгө алған. Сөнки уландарға матур өлгө атайҙарҙан күсә. Минең атайым 57 йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Ул да миңә: "Кешенекен алма, урлашма", тип әйтә торғайны. Мин 4 йәшемдән һыбай йөрөп, атайым менән көтөү көттөм. Тыуған ауылыбыҙ Ҡалмаҡтан 42 саҡрым алыҫлыҡтағы йәйләүгә барып, ҡыуыш ҡороп, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем атайым менән көтөү көтөп яттыҡ. Төндә ҡыуышыбыҙ янына айыу килһә, атайым: "Улым, ҡурҡма, айыу кешегә теймәй, ике аяҡлы айыуҙан ҡурҡ", - тип әйтер ине.

Әгәр ҙә яҙмышығыҙ ауылға бәйләнгән булһа, ҡалаға уҡырға китмәгән булһағыҙ, бөгөн ауылдағы үҙегеҙҙе ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтерер инегеҙ?

- 1988 йылдың июнь айында мин армиянан ҡайттым да, атайым урынына көтөү көтөп йөрөйөм. Атайым мине шул саҡ, колхозда көтөүсе урыны бар, көтөүсе булып ҡал, тип өгөтләй башланы. Ә мин юрист булырға хыялланам. Әммә был хаҡта атай-әсәйемә әйтеп тормайынса, эшкә урынлашам, тип, баш ҡалаға юлландым. БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инер өсөн бер урынға 14 кеше дәғүә итә ине. Ни өсөн юрист булырға ҡарар итеүемдең дә үҙенә күрә сәбәбе бар. Атайымдың көтөүендә берәй баш мал ятып үлһә, уның эш хаҡынан тотоп алып ҡала торғайнылар. Шул ваҡыт минең ныҡ йәнем көйә ине, юрист булһам, атайымдың ғәйепле булмауын иҫбат итер инем, тип хыялландым.
Ҡыҫҡаһы, уҡырға индем. Әгәр ҙә ауылда ҡалған булһам, бөгөн хужалығыбыҙҙың рәйесе булыр инем, мин етәкләгән хужалыҡ иң алдынғыһы һаналыр ине. Сөнки мин ҡайҙа ғына эшләһәм дә, эшемде еренә еткереп башҡарам.

Эште еренә еткереп башҡарыу нисек була?

- Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осраһа ла, ниәтеңде тормошҡа ашырыуҙыр, тип уйлайым.

Ә "Эшләп булмай торған эштәр булмай, ул эштәрҙе эшләй алмаған кешеләр генә була" тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

- Сөнки бар эштәрҙе лә башҡарып була, әгәр ҙә кеше ниндәйҙер эште башҡарырға телә-мәһә, сәбәп, һылтау эҙләй башлай. Минең иһә ғүмерҙә лә бер эшкә тотоноп, уны эшләй алмайынса ташлап ҡуйғаным булманы. Юрислыҡҡа уҡыйым, судья булам, тигән маҡсатым да тормошҡа ашты. Әлбиттә, әлеге урында эшләрмен тип уйламағайным, бында килергә күндерҙеләр. "Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй", тип өйрәтте атайым.

Улығыҙҙа атайығыҙҙың ниндәй сифаттары бар?

- Ул атайым кеүек кешегә ярҙамсыл. Мин бер нәмә күтәрә башлаһам, көсө етәме-юҡмы, килеп йәбешә һала, унда "үҙем" тигән ынтылыш ныҡ һалынған. Бер мәл һунарҙа йөрөгәндә ҡаршыбыҙға һыу ағып ятҡан тәрән йырын осрап, уны урап үтергә уйлағайным, улым: "Атай, ысын ир-егеттәр ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай!" - тип әйтеп аптыратты...

Беҙҙең илдә закондар үтәлеше граждандарҙың ғөрөф-ғәҙәтенә ҡағиҙә булырлыҡ итеп һеңдерелмәй. Шуға күрәлерме, беҙ күберәк закондарҙың "хоҡуҡ" өлөшөнә иғтибар итеп, "бурыс" тарыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ. Америкала булыусылар был илдәге граждандарҙың закондарҙан ҡурҡыуы арҡаһында уны тайпылышһыҙ үтәп йәшәүҙәрен бәйән итә. Ни өсөн беҙҙә закондар үтәлмәй тип уйлайһығыҙ?

- Армияны һанамағанда, мин 28 йыл ошо системала эшләйем. Беҙҙең ил граждандарында законды үтәүгә ҡарата тәрбиә етешмәйҙер, тип уйлайым. Беҙҙең илдә коррупция, ришүәтселек көслө тибеҙ. Хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ инде: кеше балаһын балалар баҡсаһына урынлаштырыу, юғары уҡыу йортона индереү өсөн дә ришүәт бирә. Бала аҡса түләп законды урап үтеү мөмкин булыуын күреп үҫә. Аҙаҡтан ул үҙе лә ришүәт түләй һәм ала башлай. Ҡытайҙа, мәҫәлән, коррупция өсөн үлем язаһына хөкөм итәләр. Беҙҙең илдә улай мөмкин түгел. Был хәлгә кәртә ҡуйыр өсөн иң тәүҙә балалар ришүәт биреүҙең һәм алыуҙың насар икәнлеген белеп үҫергә тейеш.
Америкала, Европала закондарҙы ныҡлы күҙәтеү ҡағиҙәһе йөҙәр йылдар буйына эшләй. Беҙ иһә һаман да совет осороноң инерцияһы буйынса йәшәйбеҙ, үҙгәрештәр яйлап булһа ла бара. Тиҙҙән, 8-12 июндә, Өфөлә суд приставтары эше буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк. Унда утыҙ илдән вәкилдәр ҡатнашасаҡ. Улар араһында Израиль, Германия, Финляндия, Франция, Ҡытай, Монголия һ.б. дәүләттәрҙән коллегаларыбыҙ менән тәжрибә уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәҫәлән, бурыстары булғандарҙың сит илгә сығыуын сикләү законын беҙ сит илдәрҙән алдыҡ. Быйыл 15 ғинуарҙан бурысы булғандарҙың водитель танытмаһын ҡулланыуҙы сикләү тураһындағы документ үҙ көсөнә инде, бөгөн 3 мең кешегә ҡарата ошондай сикләү ҡулланылды ла инде.

Тағы ла ниндәй илдәрҙең закондары беҙгә өлгө була ала?

- Закондарҙың иң ҡатыһы Израилдә. Германияла ла закондар бик ҡаты. Мәҫәлән, граждандың һалым буйынса ниндәйҙер бурысы бар икән, ул суд приставын саҡырып ала ла, уға бар мөлкәтенең исемлеген яҙып бирә. Әгәр ҙә ниндәйҙер мөлкәтен исемлеккә индермәһә, пристав уны төрмәгә бикләргә хоҡуҡлы. Белоруста ла закондар ҡаты ғына.

Милли йолалар кеше яҡшы ғәмәлде ғәҙәтенә әйләндерһен тигән маҡсатты алға һөрә. Уның механизмы бик ябай ғына: бер тапҡыр башҡарылған яҡшы эш - ғәмәл, ике тапҡыр башҡарылғаны - ҡылыҡ, ҡырҡ көн башҡарылғаны - ғәҙәт, йыл буйы үтәлгәне - холоҡ, ғүмер буйы күҙәтелгәне - яҙмыш. Кешенең ниндәйҙер яҡшы эште башҡарыуын уның ғәҙәтенә, холҡона әүерелдергәндә күп кенә проблемаларыбыҙ үҙенән-үҙе хәл ителер ине кеүек. Шулай түгелме?

- Бында бер һүҙ менән генә яуап биреп булмайҙыр. Минең ҡарамаҡҡа, тағы ла ҡабатлайым: һәр нәмә тәрбиәнән килә. Ҡайһы бер ауылдарҙа эскелек кешеләрҙең һеҙ әйткән ғәҙәтенә әүерелгән. Уларҙа, күрәһең, яҡшы тәрбиәселәр юҡтыр. Тәрбиәселәр, тигәндә, ауылдың абруйлы кешеләрен, дин әһелдәрен, лидерҙарын күҙ уңында тотам. Минең ҡартатайым, мәҫәлән, биш ауылға мулла булып торған. Уның янында яман ғәҙәт ҡылырға ҡурҡҡандар. Эс-кән, тәмәке тартҡан кешеләр уны урап үтергә тырышҡан. Уға берәү ҙә ҡаршы һүҙ әйтә алмаған, сөнки барыһы ла уның ошо ауыл кешеләрен хаҡ юлға баҫтырыр өсөн шулай ҡаты булғанын аңлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай тәрбиәселәр ҙә, күркәм йола-ғәҙәттәр ҙә юғалыбыраҡ тора шул хәҙер. Әммә тырышҡанда уларҙы яңынан ҡайтарырға була, тип уйлайым.

Ҡасандыр армияға бармаған егеткә ҡыҙҙар ҡарамаҫ ине. Бөгөн мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Миңә ҡалһа, армияға барған кеше 10-15 йылда ала торған тәжрибәне, тормош һабағын ике йылда үтә. Һеҙҙең был хеҙмәткә мөнәсәбәтегеҙ нисек?

- Малай саҡта һабантуйҙағы бәйгелә еңеп сығып, район үҙәгенән һыбай ҡайтып килгәндә, йығылып, аңымды юғалттым. Шунда билемде ауырттырҙым. Дауаланып йөрөнөм һәм көҙөн тиҫтерҙәрем менән армияға китә алманым. Бик ауыр булды, хатта кеше күҙенә күренергә ояла инем. Яҙғы саҡырылыу мәле еткәс, табиптарҙы нисек алдарға икән тип баш ваттым. Амбулатория картаһында травма алыуым хаҡында яҙып ҡуйылған бит инде. Комиссияға барғас, йәшереп кенә был хаҡта яҙылған биттәрҙе ҡуптарып алып ырғыттым. Шулай комиссиянан үтеп китеп, армияға алындым. Монголия менән Ҡытай сигендә хеҙмәт иттем. Тәүҙә отделение командиры, аҙаҡ взвод командиры урынбаҫары булдым. Армия миңә күп нәмә бирҙе, физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығындым. Юрист булам тигән хыялым тағы ла көсәйҙе. Был аңлашыла ла: ҡырҡ ата балаһы хеҙмәт иткән армияла күңелһеҙ хәлдәр менән дә осрашырға тура килде.

Һабантуйҙа бәйгелә мин дә атта сабыша торғайным. Был тойғо миңә таныш. Бер генә секундҡа шул мәлегеҙгә ҡайтығыҙ ҙа, иҫләгеҙ: бына һеҙҙең атығыҙ алға сыҡты, финиш алыҫ түгел - шул саҡта ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?

- Был саҡта менгән атың менән бер йәнгә әүереләһең инде. Минең ҡартатайымдарҙың береһе 1812 йылда сотник булып һуғышта ҡатнашҡан, Парижға барып еткән. Ул Парижға ингәндә лә аты менән бер йәнгә әүерелдеме икән, тип тә уйлап ҡуям. Беҙҙең нәҫелдә, ғөмүмән, хәрби кешеләр күп. Бер туған ағайым, ике туған ағайым хәрбиҙәр, бер ҡустым юғары хәрби училище тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй, бер һеңлем Питерҙа Юғары хәрби космос училищеһында уҡый. Улымда ла хәрби тормошҡа ынтылыш көслө.

Хәҙер ниндәй енәйәттәр күберәк ҡылына, тип уйлайһығыҙ?

- Судья булып эшләгән саҡта урлашыуҙар күп була торғайны. Хәҙер ҙә шулайҙыр. Кешенең иң ҙур байлығы - уның ғүмере. Шуға күрә һәр заман өсөн дә иң ҙур енәйәт - кеше үлтереү. Бер кемдең дә икенсе кешенең ғүмерен ҡыйырға хоҡуғы юҡ. Минең ҡарамаҡҡа, беҙҙә закондар кешенең ғүмерен ҡыйыусыларға ҡарата йомшаҡ. Беҙҙә ҡайһы ваҡыт ғүмер ҡыйыусыларҙы биш-алты йылға ғына иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.

Беҙҙең илдә үлем язаһы юҡҡа сығарылды. Быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Әлбиттә, халыҡ-ара нормаларға тап килтереү йәһәтенән беҙҙә үлем язаһы юҡҡа сығарылды. Минеңсә, айырым осраҡтар өсөн үлем язаһы кәрәктер. Ни өсөн кәрәк? Әйтәйек, кемделер кеше үлтергән өсөн 20 йылға төрмәгә ултырттылар икән, ти. Был осраҡта төрмәлә ултырыусыны 20 йыл буйына үлтерелгән кешенең туғандары үҙҙәренең дәүләткә түләгән һалымы иҫәбенә аҫырай булып сыға. Был барыбер ҙә ғәҙел түгел, минеңсә.

Әгәр ҙә кеше үлтереүсе ғүмере буйына ғазапланһа, ғазапланыуын матбуғат саралары аша йәмәғәтселеккә еткерһә, башҡалар был юлға бармаҫ ине бит...

- Юҡ, мин һеҙҙең менән килешмәйем. Сөнки кеше үлтереүселәрҙе күп күрҙем һәм һәр осраҡта уларға: "Һеҙ үлтергән кеше төшөгөҙгә инмәйме?"- тигән һорау бирәм. Улар: "Юҡ, мин тыныс йоҡлайым..." - тип яуаплай. Һеҙ әйткән категория енәйәтселәр яңылышлыҡ менән, аффект хәлендә йә эскән килеш кеше үлтереүселәр. Ә бына яуыз ниәт менән алдан план ҡороп кеше үлтереүселәр выждан ғазабы кисермәй.

Йәмәғәтселек хәстәре, эшегеҙгә бәйле мәшәҡәт арҡаһында шәхси мәнфәғәтегеҙҙе ҡорбан иткәнегеҙ булдымы?

- Төрлөһө булғаны бар. Әйткәнемсә, мин бит бер эште башлаһам, аҙағынаса еткермәйенсә туҡталып ҡалмайым. Судья булып эшләгән саҡта өйләндем. Йома көндө беҙҙең никах, шәмбе - туй. Тап йомала кеше үлтереүгә бәйле ҙур эште ҡарап, никахыма ҡайтып етә алманым. Унда минең урынға ағайым ултырҙы ла, иртәгеһенә туйға саҡ ҡайтып еттем...

Ҡыҙығыҙ Гәлсәрҙең, улығыҙ Уралдың сабый саҡтарында ниндәй ҡыҙыҡтары булды? Беҙ Гәлсәрҙең сәхнәләге уңыштарына һоҡланабыҙ...

- Гәлсәр бәләкәй сағында балалар баҡсаһына барғыһы килмәй, иларға тотона торғайны. Әсәһе уға асыуланып, өндәшмәй йөрөһә, Гәлсәр: "Әсәй, ниңә миңә матур итеп ҡарамайһың?"- ти ҙә, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илай башлай. Хәҙер ул йырлай, илаҡ бала йырсы була, тигәндәре дөрөҫ икән.
Уралдың да мәҙәк кенә ҡылыҡтары бар. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта Гөлназ кистәрен билемә массаж яһай. Шул саҡта Урал: "Әсәйем минең дә билемде ыуһын", - тип, мотлаҡ килеп ҡыҫыла. Мин: "Ул минең кәләшем бит, шуға миңә массаж яһай. Үҫкәс, өйләнгәс, һинең дә кәләшең шулай итер", - тиһәм, Урал: "Әйҙә улай булғас һинең кәләшең минең билемде ыуһын да, минең кәләшем һинекен ыуыр", - тип һаман бирешергә теләмәй. "Әгәр ҙә һинең кәләшең минең билде ыуырға теләмәһә?" - тип тағы ла бәхәс усағына утын өҫтәйем, ә улым: "Ыумай ҡайҙа барһын!" - тип кенә ҡуя...

Шулай итеп...
Зариф Закир улының үҙе етәкләгән системала оҙайлы йылдар уңышлы эшләүенең нигеҙе уның законға тоғролоғонда, ил, дәүләт мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйып йәшәүендә, тиһәк, яңылышмаҫбыҙ. Республикабыҙ ошондай шәхестәребеҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һаҡланып килә лә инде.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.05.16 | Ҡаралған: 1533

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru