Һуғыш тамамланыуға 71 йыл була, ә уның эҙемтәләре, күпме кешеләрҙең яҙмыштарын емереүе бер ҙә онотолмай. Минең атайым - ҡурайсы Ғәлиастан Шәмсетдинов та, ошо һуғыш булмаһа, башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә әллә күпме өлөш индергән булыр ине, тип уйлайым. Баймаҡҡа бер барғанымда Буранбаев Вара ағайҙың өйөндә "Баймаҡ районынан сыҡҡан ҡурайсылар" тигән китап ҡулыма эләкте. Авторын хәтерләмәйем. Был китапта атайымды, Моҫтай ауылында тыуған, тип яҙғандар ине. Шул хатаны төҙәтеп, атайым тураһында тулыраҡ белешмә биргем килә.
Атайым Ғәлиастан 1909 йылда Иҫәнбәт ауылында Хәтирә менән Ғәбделманнандың ҙур ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Бик шаян, шуҡ булып үҫә. Олатай үлеп китә, оло балалары үҙ донъяларын ҡороп, таралышалар. Донъя көтөү өләсәй менән кесе улы Ғәлиастан иңенә тороп ҡала. Шуға күрә атайым бер көн дә уҡый алмай. Аҙағыраҡ үҙ тырышлығы менән уҡырға, арлы-бирле яҙырға өйрәнә. Ҡурайсы ағаһы Динисламдан өйрәнеп, атайым да малай сағынан ҡурайҙа һыҙғырта башлай.
Өләсәйем олоғая башлағас, улына кәләш алып бирергә ҡарар итә. Басай ауылынан үкһеҙ етем Һәҙиә исемле ҡыҙҙы әйттерәләр. Атайым хеҙмәт юлын Түбә руднигында башлай, шахтала слесарь, молотобоец булып эшләй. Был ваҡытта ул яҡшы ҡурайсы булараҡ танылып өлгөрә, клубта концерттарҙа ҡатнаша, һабантуйҙарҙа бәйге тота. Аҙаҡ Иҫәнбәткә ҡайтып, Ишбирҙелә лә старатель булып эшләй.
1937 йылда Өфөләге Башҡорт драма театры ҡурайсыһы Заһир Исмәғилевты Мәскәү консерваторияһына уҡырға ебәрәләр. Уның урынына театр ҡурайсыһы итеп атайымды саҡыртып алалар. Әсәйемдең ағаһы Зиннәтулла апам мине Түбәгә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тышта ултыра инем, Разия инәйем: "Сәлимә, ин, атайың ҡурай тарта", - тип мине саҡырҙы. Стеналағы радионан илаһи моң ағыла. Атайымдың радио аша ҡурай уйнауын беренсе тапҡыр ишетеүем булды. Мин уны илай-илай тыңланым.
Атайым 1938 йылда Мәскәүҙә, Ҡаҙанда, башҡа ҡалаларҙа гастролдәрҙә була. 1993 йылғы "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында БАССР-ҙың халыҡ артисы Зәйни Иғдәүләтов менән Д. Мәһәҙиевтың "Дүрт оҙон йыл" тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Унда Зәйни Иғдәүләтов: "Хәтеремдә, Ғәлиастан ағай театрға килгәс, музыкаль бүлек етәксеһе, композитор Мәсәлим Вәлиев бөтөн артистарҙың да башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеүен мотлаҡ бурыс итеп ҡуйҙы. Танылған ҡурайсы Шәмсетдинов был эшкә ифрат дәртләнеп тотондо. Шулай өс йөҙ самаһы йыр яҙҙыртты. Был эштә мин Ғәлиастан ағайҙың писаренә әйләндем", - тип яҙа. Ул был дәфтәрҙе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондына һәм Өфө сәнғәт институтының музыка бүлегенә тапшыра.
1938 йылғы гастролдән һуң атайым отпускыға ҡайтты. Ғәлләм еҙнәһе менән Хәспиямал апайына бесән эшләшә, бер һыйыр-ҙы уларҙа ҡалдырып, икенсеһен һатып, беҙҙе ҡаласа кейендереп, Өфөгә алып китте. Әсәйем театрҙың костюмдар бүлегендә эшләй башланы. Ул бик оҫта ҡуллы булды. Спектаклдәр өсөн селтәр-ҡашмауҙар, елән-камзулдарҙы хас үҙебеҙсә, башҡортса итеп эшләне. Мине Ғ. Туҡай урамындағы 14-се татар мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бирҙеләр. Зәйни Иғдәүләтов ағайҙар менән бер йортта күрше булып йәшәнек. Ул атайымдың иң яҡын иптәше ине. Атайым ауылда йәшәгәндә һунарға йөрөй торғайны. Өфөлә һунарҙы һағына ине. Бәлки, шуның өсөн дә ДОСААФ-ҡа ағза булып ингәндер. Уның "Ворошиловский стрелок" значогы ла булды.
1941 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үтергә тейеш ине. Быға әҙерлек 1940 йылда уҡ башлана. "Дүрт оҙон йыл" мәҡәләһендә шулай тип яҙа Зәйни ағай: "Беҙҙең театрыбыҙҙан Шәмсетдинов етәкселегендә дүрт кеше башта Ейәнсура, Хәйбулла, Матрай, Баймаҡ, Әбйәлил райондарына, Силәбе өлкәһенең башҡорт ауылдарында йөрөп ҡайтты". Улар унда талантлы йырсылар, ҡурайсылар, өзләүселәр табып, декадаға әҙерләнергә тейеш булалар. Баймаҡҡа барырға тейеш булғас, атайым мине лә алып ҡайтты. Атайым көн-дәр буйы бушамай, үҙ эше менән йөрөнө. 22 июнь туғандар йыйылышып, Ирәндеккә сығалар. Шунда һуғыш башланыуын ишетеп, иртәгеһенә үк атайым Өфөгә сығып та китә. "Мин һуғышҡа китәм. Әсәйең ауылға ҡайтыр, бында туғандар эргәһендә булырһығыҙ", - тип, мине ҡалдырып китте. Туғандарҙың атайымды оҙатып киткәне әле лә күҙ алдымда тора.
24 июндә атайымды һуғышҡа оҙаталар. Ул пулеметсы булып, Белоруссия ерендә һуғышҡанда 1943 йылдың 14 октябрендә һәләк була. Гомель өлкәһенең Вятковский районы Юрковичи ауылында ерләнә. Һуғыштан һуң Шерстин ауылы зыяратына күсерәләр. Беҙ был һуғышта иң ҡәҙерле ике кешебеҙҙе юғалттыҡ. Атайым һәм Зиннәтулла апамды. Апам башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән. Ошо юғалтыуҙарҙан һуң әсәйем йоҡоһонда зарлы итеп йырлаусан булып китте. Мин уны илап уята торғайным. Һәр ғаиләгә һуғыш күҙ йәше, үкенестәр алып килде. Атайымдың ҡурайҙа уйнаған берәй яҙмаһы ла ҡалманы, тип һыҡрай йөрәгем бөгөн. Ҡайһы ваҡытта Мәскәүҙә йәки Өфөлә берәй архивта һаҡланмаймы икән, тигән уй ҙа килеп ҡуя...
Сәлимә ШӘМСЕТДИНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА