Күптән түгел "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһында сығыш яһаны. Санкт-Петербургта мосолман мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткән Башҡорт мәҙәниәте көнө сараһына улар бик бай тамаша бүләк итте. Рәсәй ҡалаларын, Европаны урап сыҡҡан ансамбль Санкт-Петербургта тәүге тапҡыр булды. Концерт алдынан И.И. Газа исемендәге Мәҙәниәт һарайының фойеһында халыҡ кәсепселеге сувенирҙары, Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәт һәм фотокүргәҙмәһе, милли ашамлыҡтар һәм башҡорт балы йәрминкәһе үткәрелде.
"Мираҫ" ансамблен Санкт-Петербургта йәшәгән башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт халыҡтары ла бик ихлас ҡаршыланы. Хатта РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Альберт Әсәҙуллин сәхнәгә сығып, Өфөлә шундай юғары кимәлдәге ансамблдең барлығына ҡыуанысын белдерҙе. "Бындай тамаша бөгөнгө сәйәси-иҡтисади мәсьәләләр киҫкенләшеп торғанда дипломатлыҡтың иң камил өлгөһө булып тора", - тине ул. Ысынлап та, тамашасылар араһында башҡорт, татар, урыҫ, мари, сыуаш, белорус, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ һәм башҡа милләттәр вәкилдәре лә булды. Улар ҙа ансамбль репертуарындағы үҙ милләте бейеүҙәрен ҡарап кинәнде.
Яҡташтарыбыҙ араһынан "Мираҫ"тың бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал, хор һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив икәнен белмәүселәр өсөн был концерт оло асыш булды. "Ансамбль Санкт-Петербургҡа тағы килһә, мотлаҡ бөтөн дуҫтарыбыҙҙы алып киләсәкбеҙ, бындай тамашанан ситтә тороп ҡалырға ярамай", - тип белдерҙе тамашасылар.
Башҡорт мәҙәниәте көнө сиктәрендә Санкт-Петербургтың Милләт-ара мөнәсәббәттәр һәм миграцион сәйәсәтте бойомға ашырыу комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Окрушко Вадим Яковлевич һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимир Биктимир улы Баязитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте Мәҙәниәт идаралығы рәйесе Исламетдин Ризаитдин улы Мәмбәтов Санкт-Петербург менән Башҡортостан араһындағы мәҙәни бәйләнеште үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең Санкт-Петербургҡа гастролен ойошторған бөтөн милләттәштәрбеҙгә, айырыуса, коллективтың етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы Ноғомановаға, Санкт-Петербург башҡорттарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы Камил Әғзәм улы Хәйруллинға, "Ирәндек" фольклор ансамбленең һәм Санкт-Петербургтың "Башҡортостан мәҙәни үҙәге" етәксеһе Буканова Люциә Ғафар ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам ойошторған артистарға ҙур рәхмәт!
Эльвира МОТАЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|