«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒЫҘ БОЙОРОҠҠА - ҠАҒЫҘ ЯУАПТАР...
+  - 

"Киске Өфө" гәзите биттәрендә теге йәки был дауахана етәкселеге менән ҡыҫҡа әңгәмәләр йыш күҙгә салына. Уларҙы уҡып, медицинаның алға китеүенә ҡыуанырғамы, әллә, киреһенсә, ниндәй генә алға китеш тураһында һүҙ һөйләгәндә лә, йөктөң урынынан бер ҙә генә ҡуҙғалмауына әсенергәме икән, тип аптырайым.

Эйе, йәш саҡта Хоҙай Тәғәлә биргән байлыҡҡа шатланып йәшәйһең. Һаулығыңа ни тиклем иғтибарлы булырға кәрәк икәнен уйламайһың да. Тәүҙә белем алып, һөнәргә эйә булырға ынтылаһың. Шунан, ғаилә ҡорғас, эшеңде дә эшләп өлгөрәһең, балалар үҫтерәһең. Табиптар, геронтологтар, кешегә ата-әсәһе биргән тәбиғи ресурстар 35 йәшкә тиклем генә етә, тип тә яҙа. Шуны белгәс, ниңә һуң беҙҙә сирҙәрҙе профилактикалау эше фәнни нигеҙгә ҡуйылып, әхлаҡи принциптарға таянып, тормошҡа ашырылмай? Быны дәүләт кимәлендә, тәғәйен закондар ярҙамында хәл итергә кәрәктер, бәлки? Йыл һайын диспансеризация ойошторалар, төрлө врачтарҙа тикшереүҙәр үткән булабыҙ. Тик ниңә диспансеризация мәлендә генә бындай тикшереүҙәр? Мәҫәлән, участка врачтары үҙ биләмәһендәге сирлеләрҙе даими контролдә тота, уларҙы йыл әйләнәһенә тикшереп тора алмаймы ни? Шулай иткәндә, мәҫәлән, йөрәк сирҙәренән йәш кенә көйөнсә яҡты донъянан китеүселәр һанын ҡырҡа кәметергә мөмкин булыр ине. Ысынында, участка врачтары грипп кеүек миҙгел сирҙәрен дауалаусы ролен генә үтәй булып сыға.
Мин үҙемдең миҫалымды килтереп үтәйем. 32 - 33 йәштә тәүләп йөрәктең хәле бөткәнен тоя башланым. АТФ уколдары ҡаҙаттым, муйын остеохондрозы, тип, физкабинетҡа процедураларға йөрөнөм. Йөрәк ат сапҡан кеүек ҡаға ине, һуңғараҡ, киреһенсә, яй ғына тибеп ҡаңғыртты. Мин быны ни өсөн яҙам? Тыуған Салауат районыбыҙҙың район үҙәге поликлиникаһында ла хатта эндокринолог буманы. Терапевт ошо яуаплы эшкә тәғәйенләнеп, сирлеләргә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, врач-эндокринологтың "эш хаҡын алып" йөрөнө. Барһаң, муйынды тотҡолап ҡарай ҙа, "икенсе дәрәжәләге зоб" ти. Дауаланыу кәрәклеге, белгескә йүнәлтмә биреү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Башҡортостан, ғөмүмән, йодҡа ҡытлыҡ кисереүсе төбәктәрҙең береһе. Быны медицина тирәһендә йөрөгәндәр яҡшы белә, эҙемтәләрен дә аңлайҙар. Ә ни өсөн халыҡҡа диңгеҙ аҙыҡ-түлеген ашауҙы ойоштороу, халыҡ медицинаһы алымдары, тәбиғи үҫемлектәр ҡулланыуҙың файҙаһын аңлатыу йәһәтенән ҡыл да ҡыбырлатмайҙар? Әрһеҙләшеп, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына йүнәлтмә алдым. Әммә юлым уңманы, эндокринолог отпускыла ине. Бөгөн дә райондарҙан баш ҡала дауаханаларына йүнәлтмә алыу еңел тип уйламайым. Ошо ынтылыштарҙан һуң 25 йыл үткәс, Өфөгә эшкә килгәс, 2009 йылда ғына, диагноз ҡуйҙылар - гипотиреоз, йәғни ҡалҡан биҙе үҙаллы ТТГ гормонын эшләп сығара алмай. Күрһәткес тейешленән 4-5 тапҡырға артыҡ дәрәжәлә булып сыҡты. Россия-1 каналында барған "О главном" тапшырыуында күптән түгел, 2016 йылдың 18 майында, гипотиреоз ауырыуының иң насар күренеше ул - "мексидерматоз йөрәк" һәм "мексидерматоз тире", тинеләр. Тире йәмһеҙләнә, ҡорой, шыраулана (шершавая), тауыҡ һуҡырлығы күҙәтелә һ.б. Бына ни өсөн йөрәгем борсоған икән мине? Ниңә врач һаулығымды ваҡытында тикшереп, ваҡытында йүнәлтмә биреп, ярҙам итергә теләмәне! Был бит табиптарҙың изге бурысы, Гиппократтың "зыян килтермә" тигән өйрәтеүен ниңә оноталар? Белә-күрәләтә, аңлы рәүештә, минең ише күптәрҙе L-тироксин "энә"һенә ултырталар. Шул хәлгә ҡалдырмаҫ өсөн медицина нимә эшләне? Бармаҡҡа бармаҡ һуҡманы. Халыҡтың ашаған ашы ла сифат яғынан беҙ "планлаштырмаған" күп сирҙәргә алып килә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуы ғына түгел, аллергик һәм башҡа замана сирҙәренә дусар ителәбеҙ. Шунан, ваҡытында аныҡ диагноз ҡуйылһа, сирҙе дауалау ҙа тиҙерәк ойошторола, тибеҙ. Ә ни өсөн МРТ үтеүҙе түләүһеҙ башҡарыу ойошторолмай? Түләү хаҡы бик ҡиммәт. МРТ-ны түләүһеҙ үтер өсөн сиратҡа баҫырға кәрәк, сиратҡа начмед йә поликлиника мөдире генә яҙа... Тик ул етәкселәргә лә сират аша ғына барып эләгәһең. Ни өсөн замана технологиялары индерелгән улай булғас? Сираттарҙы бөтөрөр өсөн, тиерһегеҙ. Ниндәйҙер белгес-табипҡа яҙылыу - оло бәлә. Ысын бюрократия тоҙағына эләгәһең...
Илебеҙ президенты В. В. Путиндың халыҡ менән һөйләшеүе алдынан, апрель айында, уға үҙемдең фекерҙәремде яҙып ебәргәйнем. Шулар араһында кеше һаулығын һаҡлауға етди ҡарап, профилактика эшен "кешесә" алып барыу мотлаҡ, тип әйткәйнем. Ләкин ул һорауҙарҙың ил башлығына барып етеүе бик икеле. Ә беҙҙә бөтөн мөһим мәсьәләләр "өҫтән" ҡағыҙ-бойороҡ буйынса төшөрөлә лә, ҡағыҙ-отчеттар ярҙамында тормошҡа ашырылып та ҡуя. Ә һөҙөмтә бармы-юҡмы - быныһы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай.

Миңһылыу АБДУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1097

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru