«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫЛАҺЫ СЕРҘӘР АЛДА ӘЛЕ...
+  - 

Бөтә донъяға билдәле офтальмолог, профессор Эрнст Мулдашевтың "От кого мы произошли?" китабын уҡып сыҡҡандан һуң тыуған фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Ғалим яҙыуынса, кешелек иң әүәл Тибетта барлыҡҡа килгән, шунан уның бер тармағы төньяҡҡа табан таралған (уларҙы автор палеосебер расаһы тип атай), ә инде ошо себер халыҡтарынан Урал-Алтай расаһы бүленеп сыҡҡан. Автор был расаға башҡорттарҙы ла индерә. Шунан һуң ғына ошо расаның көнбайыш тармағынан фин, татар, эстон, венгрҙар һ.б. халыҡтар барлыҡҡа килгән. Ниндәй боронғо бит беҙҙең ҡанбабалар!
Халыҡтар күсә барған һайын, йәшәү шарттарына ҡарап, кешеләрҙең ҡиәфәте лә үҙгәрә барған. Башҡорттарҙың тибет халҡына оҡшашлығы күҙгә бәрелеп тора бит. Шулай уҡ хәҙерге себер халыҡтарының йөҙө генә түгел, телдәре лә башҡорттоҡона иҫ киткес оҡшаш. 1980 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, тормош иптәшем менән йүнәлтмә буйынса Иркутск өлкәһенә эшкә киттек. Шунда бүрәт халҡы менән тығыҙ аралашып йәшәргә тура килде. Бер бүрәт ҡыҙы менән дауаханала бергә ятҡайныҡ. Мин унан: "Һин башҡорт түгелме ул?" - тип һораным. Ҡыҙ көлдө лә, былай тип яуап ҡайтарҙы: "Минән гел шулай тип һорайҙар ул. "Артек" лагерында ял иткәндә башҡорт ҡыҙҙары минең яныма килделәр ҙә: "Һин башҡортмо әллә?" тип һоранылар..." Ҡыҙыҡһынып, бүрәттәрҙең "Әлифба"ларын алып ҡараным. Унда "ҡайсы", "бейәләй" кеүек башҡорт һүҙҙәрен осратып, шаҡ ҡаттым. Үҙем эшләгән нефть һәм газ разведкалау экспедицияһының китапханаһынан "Себер тарихы" тигән ҡалын ғына китап алып уҡыным. Ундағы төҫлө иллюстрациялар араһында башҡорт яугирының һүрәтен күреп, тағы аптыраным.
Э. Мулдашев үҙ китабында Нострадамус, Елена Блаватская кеүек бөтә донъяға билдәле бөйөк әүлиәләрҙең яҙмаларына һылтанмалар яһай. Е.П. Блаватскаяның китабында "Вара" һүҙе осрауын яҙа. Ул был һүҙ менән Кешелек генофондының урынын атай. Мин бәләкәй саҡта күрше ауылда Вара исемле ағай бар ине. Уның бындай сәйер исеменә ғәжәпләнә торғайным. Яңыраҡ Т. Кусимованың "Башҡорт исемдәре" китабын алып ҡарағайным, баҡтиһәң, Вара - ирҙәр исеме, ул "кеше" тигәнде аңлата! Генофондтағы кешеләр сомати хәлендә ултыра, тип яҙа Э. Мулдашев. Ә беҙҙә бит Самат исемле кешеләр ҙә күп. "Самат" бер һүҙлектә "ишетеүсе", икенсеһендә ул "мәңгелек", "үлемһеҙ" тигән төшөнсәгә тап килә. Бына бит нисек!
Автор фекеренсә, мәмерйәләрҙә пирамидалар йә һыу аҫтында меңәр, миллионлаған йылдар һаҡланған сомати хәлендәге кешеләр ысынлап та ишетә, улар ысынлап та үлемһеҙ. Был кешеләр, ахырызаман етеп, әҙәмдәр ҡырыла ҡалһа, ер өҫтөнә сығып, кешелек затын яңынан дауам итеү өсөн һаҡлана. Улар шулай уҡ кешеләргә ярҙам итеү өсөн сығыуҙары ла ихтимал.
Башҡорт халҡы Хызыр Ильясты яҡшы белә. Ул - мөғжизә ҡылыусы аҡ һаҡаллы ҡарт, ҡапыл ҡайҙандыр пәйҙә була ла, ҡапыл юҡ та була. Сомати хәлендәге иң боронғо әҙәми заттар - леуар-атланттар шундай сифатҡа эйә булған да инде. Әсәйем һөйләгән "Бер бите - ай, бер бите - ҡояш ҡыҙ" әкиәтендә уҫал еңгәһенең хөсөтө арҡаһында ике ҡулһыҙ ҡалған йәш ҡатын, балаһын арҡаһына йөкмәп, йылға буйлап китеп барғанда, һыу эсергә тип эйелгән икән, сабыйы һыуға төшкән дә киткән. Шул саҡ Хызыр Ильяс килеп сыҡҡан да: "Ҡыҙым, бисмилла итеп кенә үрел", - тигән. Ҡатын шулай иткән икән, ике ҡулы үҫеп сыҡҡан да, ул тиҙ генә балаһын һыуҙан тартып алған.
Автор яҙыуынса, Моисей (Муса бәйғәмбәр), Иисус Христос (Ғайса бәйғәмбәр), Будда кеүек башҡа бәйғәмбәрҙәр ҙә - генофондтан сыҡҡан кешеләр. Улар бик ҙур бәһлеүәндәр булған. Муса бәйғәмбәр - 5 метр, Будда - 3 метр оҙонлоҡта булған. Бындай дәү әҙәми заттарҙың һөлдәләрен әле лә табалар. Көйөргәҙе районында юл һалған саҡта ғәләмәт ҙур кешенең баш һөйәге килеп сыға. Әйтеүҙәренсә, ул Яҡут ауылы зыяратына күмелгән. Баһадир кәүҙәле кешеләрҙең һөлдәһе табылыуын ошо райондан сыҡҡан күренекле геолог Диҡҡәт Бураҡаев та үҙенең "Мөғжизәләр донъяһы" китабында яҙып ҡалдырған. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге алпамышалар ҙа шул атланттар инде. Мин был турала бер нисә йыл элек үк "Киске Өфө" гәзитендә яҙып сыҡҡайным ("Әсәйем лөғәте" рубрикаһы).
Эрнст Мулдашев Нострадамус буйынса бына нимәләр яҙа: "11000 йыл элек атланттар яңы йондоҙ күрә. Ул ҙурайғандан ҙурая барып, түҙеп торғоһоҙ эҫелек һибә башлай. Ул океанға тиклем төшкән Тифон кометаһы була. Комета ер ҡабығын тишеп, магма урғылып сыға. Иҫ киткес күп быу һәм саң атмосфераға күтәрелә, һөҙөмтәлә ер өҫтөн оҙаҡ йылдарға ҡараңғылыҡ баҫа".
Был турала "Урал батыр" эпосының бер версияһында һөйләнелә. Унда күк есеменең нисек итеп Ер шарына яҡынлашыуы, ул килеп төшкәс, нимәләр булыуы ентекләп тәфсирләнә:

Аяҙ күкте күкрәтеп,
Ҡоро йәшен йәшнәтеп,
Өйөрөлтмәктәй өйөрөлөп,
Баш осонда зыр килеп,
Сатай-ботай болғандап,
Уңға-һулға тулғандап;
Ҡоштай кәйелә биреп,
Йә барған кеүек йөҙөп,
Йәки йәйелә биреп,
Тотош ҡаплап Күк йөҙөн,
Ниҙер төшөп килә, ти,
Ергә етеп килә, ти...
Бөтә донъя һелкенә,
Ҡайҙа ниҙер геү килә;
Ер ярылғандай булған,
Һыу һымаҡ тулҡынланған;
Донъяны саң ҡаплаған,
Ул саң бик тиҙ ятмаған.

Башҡорт халҡында "туфан һыуы ҡалҡа" тигән әйтем бар. Ул бөтә донъяны һыу баҫыуын аңлата. Был Тифон кометаһының океанға килеп төшөүенән һуң барлыҡҡа килгән цунами түгелме икән? Шулай уҡ халҡыбыҙҙың Торатауы изге һанала; уны ҡуҙғытырға ярамай, юғиһә, бөтә донъяны һыу баҫасаҡ, тип әйтелә (беҙҙең ерҙәрҙә борон диңгеҙ булған).
Э. Мулдашев әйтеүенсә, башҡорттар күсмә халыҡ түгел, улар борон-борондан Уралда йәшәгән. Шулай булғас, тауҙарҙың хикмәтен улар яҡшы белә. Шихандарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Улар ябай тау өйөмө генә түгел бит. Кем белә, тип-тигеҙ яланда ҡалҡып торған бейеклектәр, бәлки, пирамидаларҙыр?
Башҡорттар араһында элек-электән әүлиәләр күп булған. Улар ғаләмдең дөйөм мәғлүмәти яланында (Эрнст Мулдашев буйынса, всеобщее информационное поле) инеп, унан мәғлүмәт алған. Был сифат бик һирәктәргә генә бирелә. Әле лә ундай кешеләр бар, тип әйтергә мөмкин.
Башҡорттарҙа "күктең етенсе ҡатында" тигән һүҙбәйләнеш бар, шулай уҡ "ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнде белә" тиҙәр. Тимәк, йыһан да, ер аҫты ла ҡатлы-ҡатлы. Был турала Э. Мулдашев бик ҡыҙыҡлы итеп яҙа. Күпме серҙәр һаҡлай үҙендә Уралыбыҙ, халҡыбыҙ! Уларҙы асаһы серҙәр алда әле. Эрнст Мулдашевтың телевидениелағы бер тапшырыуҙа "Урал батыр" эпосын һаҡлап, әлеге көнгәсә килтереп еткергән өсөн башҡорт халҡына рәхмәт еткереүе юҡҡа ғына түгел. Бөтә донъяға билдәле ғалимдың Башҡортостанда экспедициялар ойоштороп, тыуған еребеҙ серҙәрен өйрәнә башлауы оло маҡтауға лайыҡ, башҡорт халҡы тарихын тикшереүгә өлөш индереү өсөн уның үҙенә лә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.

Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1146

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru