«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҒА ТАЯНЫП БУЛА...
+  - 

Бөгөн республикала иң әүҙем йәмәғәт эштәре алып барыусылар - улар ағинәйҙәр. Аҙна һайын уларҙың ниндәйҙер бер төбәктә олоғара саралар үткәргәнен ишетергә лә, барып күрергә лә тура килә. Ә инде тауышһыҙ башҡарғандарын, район-ауылдарҙа алып барған тәрбиә эштәрен һанап бөтөрлөк тә түгел.

Халҡыбыҙҙың инде онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсептәрен һәм, әлбиттә, аш-һыу төрҙәрен дә тергеҙеүҙе үҙ бурысы итеп алған ағинәйҙәр. Белорет районының Сосновка ауылында ойошторолған Буҙа байрамы ла ошо маҡсатты күҙҙә тотто. Сосновка, Үткәл, Әхмәр, Ҡаһарман, Рысыҡай ауылы ағинәйҙәре милли эсемлегебеҙҙе пропагандалау һәм уны эшләүҙең үҙенсәлекле алымдарын өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн йыйылды бында.
- Беҙҙең яҡтарҙа буҙа ҡойоу әллә ни таралмаған, шулай ҙа уның онотола башлаған милли эсемлегебеҙ икәнен күҙ уңында тотоп, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был байрамда бик теләп һәм сәмләнеп ҡатнашты. Эсемлекте ниндәйҙер бер фольклор күренеше менән сәхнәләштереп тәҡдим итеүҙәре оҡшаны. "Урыҫлашып барған" тигән белореттарҙың бындай колоритлы, сағыу, рухлы тамаша ҡороуына хайран булып торам. Тимәк, бар беҙҙә ҡот та, рух та һәм башҡа милли һыҙаттар ҙа. Уларҙы бары ошолай уятып алырға ғына кәрәктер. Зилә Абзалова етәкселегендәге район ағинәйҙәре шулай эшләй ҙә инде, онотолғанды тергеҙә, яңы һулыш өрөп ебәрә, - тине Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлимйәнова.
Ысынлап та, бик яуаплы ҡараған байрамға белореттар. Төрлө-төрлө һауыттарҙағы буҙалар, күҙ ҡыҙҙырып бызылдап, рәт-рәт булып ултырыша. "Эх..." тип уйлап өлгөрмәйһең, ҡойоп та бирәләр! Татлыһын да, шәрбәтлерәген дә, әскелтемен дә, майлырағын да, ҡуйырағын да... Шундай ризыҡты тәмләп, йәнеңә яғылдырып, уны тикшереп, баһалап тороу ҙа яҙыҡ һымаҡ. Шунлыҡтан, беҙ был эште жюри ағзаларына ҡалдырып, буҙа менән ләззәтләнеп, сәхнәләге йола күренештәрен ҡараныҡ һәм ағинәйҙәр менән аралаштыҡ.
- Беҙ ауылдарҙа ағинәй булыуҙың мотлаҡ өләсәй йәшенә етеү түгеллеген аңлата йөрөйбөҙ. Ағинәй - ул үҙен һәм эргә-тирәһендәгеләрен тәрбиәләргә, үҫтерергә, яҡшылыҡҡа өндәргә тейешле милләт әсәһе, тибеҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, байрамыбыҙҙа ла күберәген йәштәр, баҫҡан еренән осҡон сәсрәтер килендәр, еңгәләр, апайҙар ҡатнаша. Ойошмабыҙҙа ла ошондай ағинәйлек дәрәжәһен һанлаған, ағинәй булырға ынтылған ҡатын-ҡыҙҙар йылдан-йыл арта. Үҙ идеялары, теләктәре менән килгәндәр күбәйә, йырға-бейеүгә, ҡул эштәренә маһирҙар, йәмәғәт эштәрен һөйгәндәр, йәмғиәтебеҙ киләсәгенә битараф булмағандар ылыға бында. Быйыл Ғәбдүк, Ҡаһарман, Рысыҡай, Әхмәр ауылдары ҡушылды беҙгә. Шығай, Сосновка, Үткәл, Уҫ-манғәле, Инйәр, Йөйәк, Береш ауылдары ағинәйҙәре былай ҙа әүҙем эш алып бара, балалар баҡсаларынан башлап, ауыл экологияһына тиклем уларҙың иғтибар үҙәгендә. Быйыл ҡыш Шығай ауылында ике ғаилә янғын бәләһе менән өйһөҙ ҡалды һәм ағинәйҙәр өйҙән-өйгә йөрөп, аҡса йыйып, кәрәк-яраҡ туплап, бисараларға ауыр мәлдәрен кисерергә ярҙам итте. Шулай уҡ эскелек һаҙлығына батҡан ғаиләләр, айырым ҡатын-ҡыҙҙар менән дә эшләйбеҙ, был афәттән ҡотолдороу юлдарын эҙләйбеҙ, төрлө сараларға йәлеп итәбеҙ, - тип һөйләй Белорет районы "Ағинәйҙәр ҡоро" рәйесе Зилә Абзалова.
Ысынлап та, оло байрамға әйләнде буҙасылар бәйгеһе. Йыйылған халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡотло ҡулдар емеше булған эсемлектәрҙе тәмләне, баһаларға ярҙамлашты. Оҫтабикәләрҙе атаҡлы ҡурайсы, уҡытыусы-ветеран, абруйлы аҡһаҡал Мөхәмәт Түләбаев сәләмләне. Урындағы хакимиәт башлығы Айгиз Динислам улы Мусин буҙасыларға бүләктәр өләште, ағинәйҙәргә таянып булыуын, бер әйтеүҙән уларҙың дәррәү күтәрелеп, онотола башлаған йола байрамдарын, күләмле сараларҙы ойоштороп, ауыл йәмәғәтселеген туплауға ҙур өлөш индереп йәшәүе хаҡында ғорурланып һөйләне. Ағинәйҙәр бәйге тотҡан, ә халыҡ уларҙы дәррәү алҡышлаған арала, тыштағы усаҡ өҫтөнә аҫылған оло ҡаҙандарҙа ит өлгөрҙө. "Эй, халҡымдың матур йолалары!" тип ирәйҙе сараға йыйылған һәр кем.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1088

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru