«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...
+  - 

Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт ҡат-ҡат hыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән. Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йола-ҡағиҙәләр араһында тыйыу, әйтәйек, берәй эш-ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисереш-ярhыуға, тотанаҡhыҙлыҡҡа, тәртипhеҙлеккә ирек ҡуймау кеүек ғәҙәттәр ҙә бар.

Аллаһы Тәғәлә әмере

Тыйыу кешеләргә, ғаиләгә, ырыуға, ҡәрҙәштәргә, ғөмүмән, йәмғиәткә, йорт-илгә имен, ырыҫлы йәшәү өсөн ҡулланылған йола, ҡанун булған. Уны тотмағандар бәлә-ҡаза күргән, язаға тарттырылған. Табу, тыйыу вә аманаттар йыйымы, әхлаҡи ҡанундар hымаҡ, боронғо мифологияла, йәғни риүәйәттәрҙә, хикәйәттәрҙә сағылыш тапҡан. Билдәле булыуынса, тыйыу - Аллаhы Тәғәлә биргән әмер hәм уны боҙмау, асылдан тайпылмау фарыз. Дини хикәйәттәрҙә тасуирланыуынса, Һауа (Ева) йылан йәки иблис ҡотҡоhона әүрәп, Әҙәм уға эйәреп, ожмах баҡсаhында изгелекте hәм яуызлыҡты танып белеү ағасынан тыйылған емеште ауыҙына ала. Аллаhы Тәғәлә әмерен боҙоу, яңылышыу Әҙәм менән Һауаны hәм бөтә кешелек донъяhын ыҙа сигеүгә, бәхетhеҙлеккә төшөрә. Илаh тарафынан яза бирелеп, Әҙәм ҡатыны менән ожмахтан ҡыуыла, үҙҙәре лә, нәҫелдәре лә тәғәмен, икмәген тиргә батып табыуға дусар ҡылынып, үлемhеҙлектән мәхрүм ителә. Шулай итеп, гонаh ҡылыу әҙәм затының төп асылын, тәбиғәтен, булмышын үҙгәртә, кеше әхлаҡи йәһәттән Хоҙай яралтҡан өлгөhөн, рәүешен юғалта. Илаh юлынан тайпылыу бына шулай башлана. Тыйыуҙы изге hанамай, hанға hуҡмай эш итеүселәр, йолаларҙы, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар тән йәки йән яфаларына дусар була.
Илаh хасил иткәнде, ҡушҡанды hанламау, ҡәҙерләмәү - иң гонаhлы эш-ҡылыҡ, hис ҡасан ярамаған, ғөрөф-ғәҙәткә hыймаған яҙыҡ. Боронғо йәhүд риүәйәтендә изге каста башы Аарондың улдары Надав менән Авиуд сакраль йөкләмәләрен үтәүҙең тәүге көнөндә үк Яхвеның уты менән ялмана. Сөнки улар, серле ут ҡабыныуҙы көтмәйенсә, "ят ут" тоҡандыра. Аарон йәнә үгеҙ ҡиәфәтендә алтын тәре яhай hәм ботҡа табыныуға hалынған тыйыуҙы үтәмәүе менән Яхвеның нәфрәтен тыуҙыра, Моисейҙың яҡлауы арҡаhында ғына ҡотолоп ҡала.
Яхве илаh тәүге пәйғәмбәр Моисей аша Синай тауында ун дини ҡанун, йәғни Хоҙай алдында инсандың (кешенең) тәртибен тәьмин иткән, холҡон көйләгән тыйыуҙар, әмерҙәр ебәрә. Быға тағы ла йола, әхлаҡ, хоҡуҡ сифатындағы байтаҡ ҡушыуҙар өҫтәлә. Был хоҡуҡи hәм этик нормалар дин, ғаилә, йәмәғәт, гражданлыҡ нигеҙҙәре hымаҡ ҡабул ителә: бер Аллаға табыныу, ғаилә, шәхес, йәмғиәт именлеге, ата-инә абруйы, ир-ҡатын, енси мөнәсәбәттәр әҙәбе… Тарихҡа баҡhаҡ, тәүтормош ҡәүемдәрендә hәм артабанғы йәшәйештә афәт, бәлә-ҡаза хәүефенән ҡурсаланыр, ҡотолор өсөн берәй нәмәгә, эш-ҡылыҡҡа, ниндәйҙер hүҙгә табу hалынған. Табу кешене, көнкүреште тейешле ҡағиҙәләргә буйhондорған. Буйhонмағандар илаhи көстәр тарафынан язаланасағына ышандырылған. Көнитмеш, ижтимағи тормош йолаларға, ҡанундарға ярашлы булырға, кешеләр иhә тыйыуҙарға күнергә бурыслы. Бер әкиәттә батша әйтеүенсә: "Батшалығымдың hауаhы шундай: кем дә кем буйhона - шул иркен тын алып, рәхәт йәшәй, кем буйhонмай - шул тыны ҡыҫылып, интегеп үлә".
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарынан мәғлүм булыуынса, мәшhүр дәүләт төҙөүсе Киджа халҡын йолаларҙы үтәргә, ғәҙеллеккә, төрлө кәсептәргә өйрәтә, hигеҙ тыйыу hала. Кешеләр өйҙәрен бикләмәй, урлашыу, әҙәпhеҙлек бөтә. Этик нормалар, кешеләр араhындағы мөнәсәбәт ҡағиҙәләре теркәлгән "Бөйөк закон" (Хунь фань) көнкүреште күркәм, ҡотло итә. Шулай итеп, йолалар, әхлаҡ-әҙәп нормалары, тыйыуҙар йорт-ил ырыҫын, именлеген тәьмин итә, улар этик, эстетик, педагогик, социологик hәм хоҡуҡи әhәмиәткә лә эйә.
Дөрөҫ йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре күрhәтелгән, күркәм әхлаҡҡа, сафлыҡҡа өндәгән, кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур, иманлылар өсөн тура юл булған изге Ҡөрьәндә лә байтаҡ тыйыуҙар тәҡдим ителгән:
- Улар Алланан башҡа икенсе илаhҡа доға ҡылмай, Алла харам ҡылған йәнде хаҡhыҙға үлтермәй hәм уйнаш ҡылмай. Әгәр берәй бәндә быны эшләhә, язаhын алыр.
- Ысынлап та, Алла ғәҙел булырға hәм изгелек ҡылырға, яҡындарға бүләк бирергә ҡуша, зина ҡылыуҙан, тыйылғанды эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом ҡылыуҙан тыя.
- Эй, улым! Намаҙға тор, яраҡлы тип табылған эшкә дәртләндер, яраҡhыҙ эштән тый hәм hиңә нимә ҡағылhа ла сабыр ит… Кешеләр алдында сырайыңды hытма, Ер йөҙөндә маhайып йөрөмә. Һәр тәкәбберҙе, маҡтансыҡты Алла яратмай! Йөрөшөңдө самалап, уртаса йөрө, тауышыңды түбәнәйт.
- Эй hеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан hаҡланығыҙ, сөнки ҡайhы бер уйҙар - гонаh. Шымсылыҡ ҡылмағыҙ, бәғзеләрегеҙ икенселәрегеҙ тураhында ғәйбәт hөйләмәhен.
- Һәр хурлыҡлы ант итеүсегә буйhонма: яманлаусыға, ғәйбәт таратып йөрөүсегә, яҡшылыҡтан тыйыусыға, енәйәтсегә, гонаhлыға, тупаҫҡа, бынан hуң нәҫел-нәсәпhеҙгә.
- Һис бер иманhыҙға hәм гонаhлыға эйәрмә.
- Изгелектә hәм тәүәккәллектә бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, дошманлыҡта hәм гонаhта ярҙам итмәгеҙ.
- Белмәгән нәмәгә эйәрмә! Ҡолағың, күҙең hәм күңелең hине яуапҡа тартыр.
- Етемдәр балиғ булғанға саҡлы уларҙың малына яҡын килмәгеҙ, килешеүҙе үтәгеҙ. Етемде йәберләмәгеҙ.
- Үлсәүҙе дөрөҫ ҡылығыҙ, үлсәгән ваҡытта дөрөҫ үлсәгес менән үлсәгеҙ.
- Эй hеҙ, иман килтергән кешеләр! Бер халыҡ икенсе халыҡты мәсхәрә итмәhен, ихтимал, тегеләр быларҙан яҡшыраҡтыр, бер ҡатындар икенсе ҡатындарҙан, ихтимал, яҡшыраҡтыр. Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, ҡушамат исем аташмағыҙ.
- Туғандарға тейешлеhен бир hәм ярлыларға, юлсыларға исраф ҡылма.
Ҡөрьәндә иң мөhиме - Нур. Әле килтерелгән тыйыуҙар был нурҙы көсәйтә, балҡыта ғына. Быны ентекләберәк төшөндөрәйек. Изге китапта әйтелгәнсә, кем Алланың тыйған нәмәләрен ололаhа, был уға Раббыhы ҡаршыhында хәйерлерәк. Диндарҙарға Уның мөхәббәте шундай даирәле вә сикhеҙ, бөтә тыйыуҙары ла шәхесте, ғаиләне, йәмғиәтте күркәмләндереүгә, яҡшыртыуға, юғарыға күтәреүгә бағышланған, кешеләрҙе рухи яҡтан камил, бәхетле итеүгә йүнәлтелгән. Тыйыуҙарҙы тотоуға ынтылыу эске нурҙан, яҡтылыҡтан, хәҡиҡәтте төшөнөргә, тойорға күңел менән тартылыуҙан килә. Хоҙай Тәғәлә аҡылы бәндәләрҙе үлем өсөн йәшәргә hәм йәшәү өсөн үлергә өйрәткән. Был күк көмбәҙенән таралған яҡты балҡыш hымаҡ илаhи нур булып "Урал батыр" эпосында ла сағылған.
Үлем күрә алмай ҡаңғырған ҡарт үлемhеҙлеккә бәйле илгә йола булырҙай шундай мәңгелек тыйыу әйтә:
Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Донъялай ғүмер hөрәм, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны йола итмәҫкә,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ…
Мәңге ҡалам, тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Эпоста раҫланыуынса, "донъяла мәңге ҡалыр эш, донъяны матур төҙөгән, бағты мәңге биҙәгән - ул да булhа яҡшылыҡ".

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1190

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru