Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡыу йылы аҙағында студенттарҙың, уҡытыусыларҙың бар өлкәләге уңыштарын барлап, яуаплы имтихандар алдынан һәр кемгә матур кәйеф бүләк иткән һабантуй үткәреү матур йолаға әйләнгән. Был юлы байрам институттың 25 йыллыҡ юбилейына арналды.
Уҡыу йорто майҙанына матур итеп биҙәлгән тирмәләр теҙелеп киткән. Халҡыбыҙ йолаһы буйынса, саҡырылған ҡунаҡтарҙы күпереп бешкән икмәк, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡыу йорто ихатаһында урынлашҡан Рәсәй һәм Башҡортостан бөтөнлөгөн һәм именлеген булдырыуҙа оло хеҙмәт күрһәткән күренекле шәхестәрҙең бюстарына сәскә һалынды. Быйылғы һабантуй институт өсөн тағы ла бер мөһим ваҡиға менән ҡыуаныслы. Был матур көндө Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева бюстары, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлев, Исмәғил Тасимов, Кинйә Арыҫланов, Хөсәйен Әхмәтов, Йосоп Харрасовтарҙың барельефтары рәтенә тағы ла бер мәшһүр шәхесебеҙҙең - граждандар һуғышы ҡаһарманы, күренекле дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе Муса Мортазинға арналған барельеф өҫтәлде.
Студенттар һабантуйын биш факультет студенттары башҡарыуында башҡорт флешмобы йәмләне. Йола буйынса, һабантуй флагын күтәреү институттың иң яҡшы студенттарына - Нәйлә Әхмәтшина (иҡтисад факультеты), Гөлшат Юнысова (юридик факультет), Луиза Ноғоманова (тәбиғи-математика факультеты), Әҙилә Ишмырҙина (технология факультеты), Гөлдәр Вәлиеваға (педагогия факультеты) тапшырылды.
Сәхнәлә көнө буйы йыр-моң гөрләп торҙо, студенттар төрлө милли уйындарҙа үҙҙәренең таһыллығын һынаны. "Төйәләҫ" уҡыу-эксперименталь комплексында ат спорты менән шөғөлләнеүсе һигеҙ сая ҡыҙҙың сығышы бигерәк тә сағыу булды.
- Сибай институты - республикала студенттар һабантуйын үткәреүсе берҙән-бер уҡыу йорто. Тап ошондай ҙур сараны үткәреү студенттарҙың актив, уҡыуҙа тырыш булыуына йоғонто яһайҙыр, тип уйлайым. Сибай институтындағы таҙалыҡ, матурлыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәт, мәҙәнилек йылы бер мөхит булдыра. 25 йыл элек Сибай институты филиалын асыу буйынса ҙур бәхәс булғанын хәтерләйем. Бөгөн уны асыу ни тиклем дөрөҫ ҡарар булыуын күрәбеҙ. Сибай институты матур һөҙөмтәләр менән гел дә ҡыуандырып тора һәм киләсәктә лә уға беҙҙең өмөтөбөҙ ҙур, - тине сығышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты ағзаһы Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев.
Һабантуйҙа башҡорт халҡының милли уйындары: бағанаға менеү, тоҡ менән бәрешеү, арҡан тартышыу ойошторолдо. Көрәш майҙаны ла үҙ батырҙарын йыйҙы. Ғөмүмән, студенттар рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Байрам уҡыу йылына йомғаҡ яһау ғына түгел, ә милли йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең йәш быуынға еткерелеүе менән дә мөһим. Тап ошондай саралар йәштәрҙе берләштерә лә инде.
Гөлфирә ИСХАҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|