«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИҪӘБЕН АЛЫУ АУЫЛДЫ ҺАҠЛАП ҠАЛЫУҒА БЕР АҘЫМ УЛ
+  - 

1 июлдән илдә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. БМО һәм уның аҙыҡ-түлек комиссияһы нормативтарына ярашлы, үҫешкән илдәрҙә ҙур күләмле статистика тикшеренеүҙәре 5-10 йылға бер тапҡыр уҙғарылып тора. Әлеге ваҡытта Австралияла, Яңы Зеландияла ауыл хужалығы иҫәбен алыу - йыл һайын, Германияла һәм Голландияла - 4, АҠШ-та һәм Канадала 5 йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ә Рәсәйҙә был мөһим кампания һуңғы тапҡыр бынан 10 йыл элек тормошҡа ашырылғайны. Редакция ҡунағы - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл ҒОСМАНОВ был сараның әһәмиәте менән бер рәттән, ауыл хужалығы тураһындағы фекерҙәре менән бүлешә.

Рәсүл Үзбәк улы, ауыл хужалығы иҫәбен алыу кеүек сараның төп әһәмиәте нимәлә?

- Власть, закондар сығарыу органдары булһынмы, башҡарма органмы - үҙ эшендә теге йәки был ҡанунға таяна. Ә ул ҡанундарҙы әҙерләү өсөн сифатлы статистика мәғлүмәте булыуы мөһим. Сөнки закондар халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш. Йәйгеһен башҡарма һәм закон сығарыу органдары алдағы йылға бюджет проектын әҙерләй һәм ул көҙгөһөн ҡабул ителә. Бюджет, мәғлүм булыуынса, программа характерына эйә. Иҫәп алыу һөҙөмтәләре аҡсаны ҡайҙа йүнәлтеү, кемгә ярҙам итеү, ниндәй льгота биреү, ҡайҙа нимәне көйләү кеүек ауыл хужалығында бик мөһим булған эштәрҙе асыҡлай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, иҫәп алыу - закон сығарыу, башҡарма власть органдары өсөн генә түгел, халыҡ өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә. Европаның бик күп илдәре һәм алдынғы илдәр йыл һайын ауыл хужалығы иҫәбен ала. Сөнки был сара, тәү сиратта, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсенең үҙенә һәм ауыл халҡына кәрәк. Улар был сарала ҡатнашып, үҙҙәренең хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса һығымта яһай, хаталарын күрә, күршеһенә ҡарап сәмләнә. Ауыл кешеһен сәмләндереүҙең ниндәй ҡеүәтле көс булыуын әле белмәйбеҙ генә. Элек "атһыҙ башҡорт" тигән һүҙ үлем менән бер булһа, бөгөн "малһыҙ" тигән һүҙ ауыл кешеһенең сәменә бик ныҡ тейә.
Һәм тағы: кампанияның йәй уртаһында уҙыуы ла яҡшы - теләгән кеше ҡош-ҡорт алып үҫтереп тә, бал ҡорто күсен алып та өлгөрөргә мөмкин.

Мөһим сара булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ауыл хужалығы иҫәбен алыуға шикләнеп ҡарай, хатта, мал башына йәки емеш ағасына һалым һала башларҙар инде, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә йөрөй...

- Ғөмүмән, граждандар ниндәйҙер ҡағыҙ тотоп, уны тултырып йөрөүселәрҙән шикләнә инде ул. Шуға күрә, иҫәпселәр ҡайҙандыр ситтән килеүселәр түгел, ә шул уҡ ауылда йәшәгән, эшләгән, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кешеләр булырға тейеш. Уларҙы униформа - ҡояштан һаҡлаусы козыреклы зәңгәр кепка, иҫәп алыу логотибы төшөрөлгән зәңгәр жилет һәм Росстат символикаһы булған зәңгәр портфель буйынса танырға мөмкин. Үҙҙәре менән мотлаҡ танытмалары ла булырға тейеш. Халыҡҡа иҫәп алыусыларҙан да, һалым һалыуҙан да ҡурҡырға ярамай. Сөнки яуаптар хужаның һүҙҙәренән сығып ҡына яҙыласаҡ. Әгәр хужа аныҡ мәғлүмәтте үҙе лә белмәһә, улар мал башын йәки ағастарҙы иҫәпсе менән бергәләп һанай ала. Халыҡтың иҫәп алыу һөҙөмтәләренең ниндәйҙер маҡсатта ҡулланылыуынан хәүефләнеүе коллективлаштырыу, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙан ҡалған ҡурҡып йәшәүҙән киләлер, моғайын. Ул ваҡытта индустриалләштереү, заводтар төҙөү өсөн аҡса талап ителә. Ә берҙән-бер сығанаҡ - ауыл. Шул йылдарҙа Башҡортостан ауылдары хатта күрше өлкәләргә ҡарағанда ла нығыраҡ зыян күрә. Совет власы ойошторолған тәүге йылдарҙа, ысынлап та, ауыл халҡы ныҡ рәнйетелә, уларҙың малы тартып алына. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, заманында кулак мөһөрө баҫылыусылар ауылдың иң уңған, иң әүҙем кешеләре була. Ике-өс һыйыр тотоусыларҙы Себергә оҙаталар. Һәм был ғәмәлдәрҙең барыһы ла халыҡтың күҙ алдында тормошҡа ашырыла, ә хәтер - ул мәңгелек. Шуға хәҙер ҙә халыҡ ниндәйҙер кире һөҙөмтә көтә. Иҫәпкә алдылар ҙа, малымды йә тартып алырҙар, йә тағы ла ниндәйҙер һалым уйлап сығарырҙар, тип шикләнә. Бөгөн, киреһенсә, ауылды яҡлау, уға ярҙам итеү буйынса илдә лә, республикала ла ҙур эштәр башҡарыла икәне һәр кемгә мәғлүм.

Рәсәй менән Евросоюз илдәре араһында мөнәсәбәттәрҙең насарайыуы һөҙөмтәһендә улар беҙгә аҙыҡ-түлек санкцияһы иғлан итте һәм эмбарго 2017 йылға тиклем оҙайтылды. Ил Президенты быны Ватан етештереүсеһенә асылған мөм-кинлек тип ҡабул итте һәм сит илдән индерелгән продукцияны урындағылар менән алыштырыу бурысын ҡуйҙы. Бөгөн сит ил тауарын үҙебеҙҙекенә алыштырыуҙың ниндәй стадияһында торабыҙ?

- Әлеге ваҡытта был йүнәлештә ниндәйҙер аҙымдар эшләнде, тиергә мөмкин. Бығаса тиҫтә йылдар һөрөлмәй ятҡан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр эшкәртелде, сәсеү өсөн сифатлы орлоҡтар һатып алынды. Ужым матур ғына шытты, көҙгә яҡшы уңышҡа өмөтләнәбеҙ. Бөгөн ерҙе ҡуртымға алып та, тиҫтә йылдар буйына уны файҙаланмау күренештәре лә бөтә бара. Әгәр ҡуртымға алынған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер ике йыл эшкәртелмәй икән, дәүләт уны кире тартып алырға хоҡуҡлы. Әммә был пай ерҙәренә ҡағылмай, уларға халыҡ үҙе хужа, үҙе те-ләгәнсә файҙалана, арендаторға ҡулланыуға биреп, килем ала ала.
Шулай уҡ малсылыҡ, үҫемлекселек буйынса тиҫтәләрсә инвестпроекттар тормошҡа ашырыла. Ауылда эшләргә теләүсе инвесторҙар арта. Сөнки ерҙән алынған килем ныҡ юғары, бер генә тармаҡ та бындай килем бирмәй. Ауыл хужалығын дөрөҫ алып барғанда, бер нисә ай эсендә 100 процент рентабеллеккә өлгәшергә мөмкин. Шундай өлкәнең береһе - ҡошсолоҡ. Бөгөн инвесторҙар ҡошсолоҡ фабрикаларын һатып алып, йыл дауамында уларҙа реконструкция үткәреп, продукциялары менән республика баҙарын ғына түгел, күрше өлкәләр баҙарын да яуланы. Ҡатнаш аҙыҡ, концентрацияланған аҙыҡ, иген ҡулланылған өлкә - тиҙ һөҙөмтә биреүсе өлкә. Шуға күрә был тармаҡта сит ил продукттарын тиҙ алмаштырҙыҡ, тиергә була. Бөгөн беҙҙә эре мөгөҙлө мал ите етешмәй. Шуға күрә был тармаҡта тотҡарлыҡтар бар. Йәғни беҙгә "500 ферма" программаһын тулыһынса тормошҡа ашырырға кәрәк. Әлбиттә, малсылыҡ фермаһын һәр ерҙә лә асып булмай әлегә, әммә шәхси хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫырала. Был да үҙенә күрә сит ил ризығын алмаштырыуға ҙур өлөш. Шәхси хужалығында мал һанын үрсетә башлап, кеше яйлап фермер хужалығы асыуға барып етер, тип уйлайбыҙ. Ни өсөн фермер хужалығы? Сөнки уларға дәүләт яғынан ярҙам бар, льготалар ҡаралған. Иҫәп алыу шәхси хужалыҡтарҙа ла, фермер хужалыҡтарында ла мал һаны артыуға тағы ла бер этәргес булырға тейеш.
Сит ил продукцияһын алыштырыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, эшкәртеү тармағы тураһында ла оноторға ярамай. Был өл-кә эшмәкәрлеге әлегә беҙҙә аҡһай. Мәҫәлән, бөгөн республикала үҙебеҙҙә тарттырылған он етешмәй. Элек Урал аръяғы райондарының сифатлы онон ҡуллана инек. Бөгөн иген етештерәбеҙ, уны етерлек күләмдә он итеп тарттыра алмайбыҙ. Дәүләкән элеваторы ғына республиканың кондитер, икмәк бешереү сәнәғәте ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Ә күрше төбәктәрҙең онон алып, беҙ уларҙың етештереүсеһен финанслайбыҙ. Күршеләрҙе ҡыуып сығарырға кәрәк, тимәйем, ә үҙебеҙҙең эшкәртеүсене, фасовкалаусыны, уның продукцияһының магазин кәштәләренә килеп етеүен хупларға, ярҙам итергә тейешбеҙ. Йәғни, урындағы баҙарҙың үҙенең шарттарын да алға һөрөүе мотлаҡ.

2006 йылда үткән ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә 2008-2012 йылдарға АПК-ны үҫтереү буйынса дәүләт программаһы әҙерләнде һәм тормошҡа ашырылды. Ул артабан дауам ителдеме, әллә 2012 йыл үткәс, туҡтап ҡалдымы?

- Был программа оҙайтылды һәм әле 2020 йылға тиклемге эшмәкәрлекте күҙаллай һәм ауылдың социаль үҫешен дә, юлдар төҙөлөшөн дә, тоҡомсолоҡ һәм селекция эше буйынса юғары технологиялар ҡулланыуҙы ла үҙ эсенә алған күләмле программаны тәшкил итә. Өҫтәүенә, РФ Президенты В. Путин да, РФ Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев та бик йыш ҡына ауыл хужалығына етди ярҙам күрһәтелеүе, финанстарҙың программала күрһәтелгән сумманан күберәк бүленеүе хаҡында белдерә. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: Рәсәйҙә 80-дән ашыу субъект бар. Һәм улар бер-береһе менән ауыл хужалығы буйынса конкурентлыҡта тора. Барыһына ла ауыл хужалығын үҫтереү мөһим. Шуға күрә, программа буйынса килгән сумма ҙур булмаһа ла, беҙ даими рәүештә бюджет ассигнованиеларын арттырыу (шул иҫәптән инвестпроекттар буйынса ла) өҫтөндә эшләйбеҙ. Йәғни, сит ил һәм Ватан инвесторҙары менән даими эш алып барыла, инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һәр аҙым тормошҡа ашырыла.
Иҫәп алыу темаһына һөйләшкәндә, ябай граждандар тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Миллионлаған граждан үҙ хужалығын үҫтерә икән - был да инвестиция. Бәләкәй генә, әммә барлыҡ граждандарҙың хужалығын бер-гә ҡушһаң, улар барлыҡ инвесторҙарҙан күберәк өлөштө алып торасаҡ. Һәр кемдең тырышлығы - был да инвестиция. Бөгөн хатта ҡала халҡы ла баҡсаларында күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Был дөрөҫ тә, сөнки һәр кем аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға тейеш. Икенсенән, шәхси хужалығында үҫтергән йәшелсә-емеште һатып, аҡса ла эшләй ала кеше. Был инде төп аҡса сығанағына өҫтәмә килем килтерә. Хатта ҡайһы берҙә өҫтәмә килем төп килемдән артып та китеүе мөмкин. Ауылдың иҡтисади сәйәсәтен күҙаллау, ауыл халҡы өсөн иҫәп алыуҙың глобаль характерға эйә икәнлеге шунда ла сағыла инде.

Башҡортостан үҙен-үҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә аламы, уның шундай ҡеүәте бармы?

- Тулыһынса тәьмин итә ала, тип ныҡлы ышаныс менән әйтеп булмай әлегә. Әммә күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, үҙебеҙҙең баҙарҙы яулап, күрше-тирәне лә туйҙыра алырлыҡ файҙаланылмаған ҡеүәтебеҙ бар, тиер инем. Башҡортостан элек-электән аграр республика булды һәм беҙҙә шарттар ҙа уңайлыраҡ. Унан һуң, бөгөн күптәрҙең ҡаланан ауылға күсенеүе күҙәтелә. Һәм был күренеш киләсәктә тағы ла әүҙемләшәсәк, тип әйтергә мөмкин. Сөнки ҡала халҡының күбеһе ауылдан сыҡҡан, ауыл менән бәйләнешен өҙмәгән. Улар барыбер ауылға тартыла.

Башҡортостан - дөйөм халҡының 40 проценты самаһы ауылда йәшәгән субъекттарҙың береһелер. Әммә һуңғы йылдарҙа ауыл бөлгөнлөккә төшә бара һымаҡ...

- Быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Башҡортостан, өҫтәүенә, милли республика ла. Беҙҙең тамырҙарыбыҙ ауылда. Республиканың иң арҙаҡлы, иң абруйлы шәхестәре лә ҡаланан түгел, ауылдан сыҡҡан. Ә ҡалала кеше, киреһенсә, үҙенсәлеген, тамырҙарын юғалта. Шуға күрә ауылды, ауыл хужалығында производствоны һаҡлау - Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли үҙаңын да һаҡлау ул. Әгәр беҙ ауылды юғалтһаҡ, милли үҙенсәлегебеҙҙе юғалтасаҡбыҙ. Ҡалала кеше тиҙ арала ҡулланыусыға әүерелә, бер нисә быуындан туған телен дә онота. Бары тик ауыл кешеһе генә тәбиғәт менән йәшәй, бары тик тәбиғәт кешеһе генә милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡала ала. Шуға күрә, ауыл хужалығы иҫәбен алыу беҙҙең өсөн ауылды һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә бик мөһим сара ул.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаттарының береһе - илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Ғөмүмән, нимә ул аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге?

- Был термин эсенә ҙур мәғәнә һалынған: ул - илдең аҙыҡ-түлек запасы, тигән һүҙ. Шәхси хужалыҡтар хәүефһеҙ ризыҡ менән үҙ-үҙен тулыһынса тәьмин итә ала. Тимәк, магазиндарҙа һатылған сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алмай. Унан һуң, магазиндарҙағы аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ҙа артып тора бит. Әгәр хаҡ арта, ә килем аҙ икән, нисек магазиндан ғына һатып алып ғаиләңде туйҙырырға мөмкин? Экологик күҙлектән ҡарағанда ла, ситтән килтерелгән продукцияның ҡайҙа, нисек етештерелгәнен белмәйбеҙ. Эйе, уның санитар нормаларға тап килеүе лә мөмкин, әммә барыбер ҙә үҙең үҫтергән мал, йәшелсә-емештең ысынлап та хәләл икәненә бер ниндәй раҫлау ҙа кәрәкмәй.

Иҫәп алыу һөҙөмтәләрендә нисә процентҡа яңылышлыҡ булыуы мөмкин?

- Ауыл хужалығы иҫәбен алыу бик етди бара. Киң мәғлүмәт саралары ла был эштән ситтә ҡалмай, белгестәр ҙә даими сығыш яһап, халыҡҡа мәғлүмәт еткереп тора. Иҫәп алыусылар махсус уҡыу үткән, барлыҡ нескәлектәрҙе белә һәм һүҙҙе тейешле, етди йүнәлешкә бороп, кәрәкле мәғлүмәт аласаҡ.
Тағы ла шуны әйтеп китер инем: алда икенсе ҙур сәйәси кампания - һайлауҙар тора. Ул бер нисек тә иҫәп алыу менән бәйле түгел. Шуға күрә, иҫәп алыу ваҡытында кемгәлер бер кандидат өсөн агитация үткәреү тыйыла. Ауыл хужалығы иҫәбен алыу - ул сәйәси ваҡиғаларҙан азат дәүләт эшмәкәрлеге, ғәҙәти халыҡ сараһы һәм уның һөҙөмтәләре ауылдың, ауыл сәнәғәте комплексының артабанғы үҫеше менән бәйле.

Шулай итеп...
15 авгусҡа тиклем дауам итәсәк Ауыл хужалығы иҫәбен алыу, күреүегеҙсә, мал һанын йәки емеш-еләк ағастарын ғына иҫәпләп сығыу түгел. Ошо ябай ғына булып күренгән ғәмәлдәр артында һәр ғаиләнең үҙенә етерлек аҙыҡ-түлек запасы етештереүе лә, тотош илдең иҡтисадын ғына түгел, милли-мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу юлдары ла сағылырға тейеш. Шуға күрә лә ул һәр граждандан етди мөнәсәбәт талап итә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1187

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru