«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЙӨҮҘЕ ЯҘЫУ ҒЫНА АҘ, УНЫ КИСЕРЕП ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК
+  - 

Был тормошта һәр кемдең үҙ юлы. Берәүҙекен икенсе ҡабатлай йәки үтә алмай. Һәм уларҙың үҙ-үҙен табыу, асылын аңлау һәм күңеле тартҡанға яҡынлау һуҡмаҡтары ла тик үҙенсә генә. Шуның кеүек, шағир Тимер Ниәтшин да әҙәбиәт донъяһына, ябай тел менән әйткәндә, һуңлап, йәшәйештең башҡа өлкәләрен өйрәнеп-белеп, тәжрибә туплап, ҡарашлы һәм маҡсатлы булып килгән әҙип. Шуғалырмы, уның һөйләшеү һәм фекерләшеү манералары ла, донъяны ҡабул итеүе һәм аңлатыуы ла, күп нәмәләргә ҡараштары ла үҙенсәлекле. Был юлы ла шағир менән аралашыуҙан ошондай бер фәлсәфәүи һөйләшеү барлыҡҡа килде.

Тимер Әбдрәхим улы, йәшәлгән тормошҡа әйләнеп күҙ һалғанда, эшләнгән-эшләнмәгән хаҡында фекер йөрөткәндә, ниндәйҙер йомғаҡ йәки һығымта яһарға тура килгәндә, һеҙҙе нимәләр борсой һәм нимәләр шатландыра ала?

- Һәр кеше был ҡырыҫ ергә ниндәйҙер бер маҡсат менән килә. Әммә ул уны үҙе белеп етмәй. Кешенең маҡсаты ябай: ул бәхетле булырға теләй. Тик ул бәхет еңел генә бирелмәй, ул бәхет өсөн көрәшергә кәрәк. Әгәр кеше ниндәй генә тормош шарттарында булыуына ҡарамаҫтан, үҙ асылына тоғро ҡалып, үҙе ҡуйған маҡсаттарға ярашлы, үҙе ҡуйған талаптарҙы үтәп йәшәй алһа, уны борсоған әйберҙәр артыҡ күп булмай. Ләкин минең үлемһеҙ йәнем менән бергә, минең үлемгә, тарҡалыуға дусар булған тәнем йәшәй. Йәнем талаптары - ул матурлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлек, Аллаһыға ышаныу һәм табыныу. Ә тәнемдең талаптары, бөтә хайуандарға хас булғанса, ашау, йоҡлау, үрсеү, үҙ-үҙеңде һаҡлау. Әгәр ҙә мәгәр мин йәнем ҡуйған талаптарҙы үтәп, йәнем теләгән йүнәлештә генә хәрәкәт итеп йәшәһәм, игелекле, маҡсатҡа ярашлы булһам, Аллаға таянһам, борсолоуҙарым да аҙыраҡ буласаҡ. Ә инде мин, нәфсемде тыя алмайынса, теләктәремә буйһоноп, көнләшеп, ялҡауланып йәшәһәм, минең борсолоуҙарым күберәк буласаҡ. Бына, 70 йәшлек кеше булараҡ, шәхси яҡтан минең борсолоуҙарым артыҡ юҡ та кеүек. Сөнки һөнәр алдым, намыҫлы эшләргә тырыштым, балаларымды, ғаиләмде ҡараным, тәрбиәләнем. Әҙәбиәт өлкәһендә, һуңлап булһа ла, үҙ урынымды таптым, бөгөн дә унан айырылғаным юҡ. Ә бына мине борсоған нәмәләр күберәк минең халҡыма, илемә, заманға ҡағылышлы. Беренсенән, бөгөнгө көндә кешенең үҙ асылын ҡайтарырға теләмәүе, быға ваҡыт тапмауы аптырата мине. Ул умыртҡа һөйәген бөгөп, ергә эйелеп, "кәрәк, кәрәк, кәрәк" тип, шул хәтле тырышып эшләй. Күккә ҡарамай, "мин теләйем" тигән һүҙҙе әйтә алмай. Бөгөн кеше ана шул "кәрәк"тең ҡолона әйләнгән һәм шул ҡоллоҡта асылын да юғалтҡан. Был, әлбиттә, мине борсой.
Тағы ла тел мөхитенең тарҡалыуы, юғала барыуы әсендергән хәл. Минең 100 йортлоҡ ҡына ауылымда балалар баҡсаһындағы тәнәйҙәр ҙә русса һөйләшә. Ейәндәремде, башҡортса һөйләштереп өйрәтәйем, тип, ауылға алып килһәм, улар урамда тик русса ғына аралаша.Балалар урыҫ тел мөхитенә ынтыла, улар уны ниндәйҙер көс, киләсәктәге бер мөмкинлек, тип ҡабул итәмелер инде. Әллә беҙ үҙебеҙ балаларыбыҙға әүрәрлек итеп башҡортса әкиәттәр һөйләй, башҡортса тәрбиә бирмәйбеҙ, уларҙы ярата белмәйбеҙме? Ә бит балаларҙың ғәйебе юҡ бында.
Мине беҙҙең милли интеллигенцияның, минең миҫалда яҙыусыларҙың, милләттән айырылыуы, уларҙың милләтте ҡурсаламауы һәм милләтте яҡшылап белмәүе лә борсой. Милли интеллигенция асфальтта үҫкән үҫемлек кеүек булып ҡалған. Тәбиғилек, дарман, асыл юғалған. Тел һутлылығы, ауыл ябайлығы, халыҡсанлыҡ яһалма телгә, яһалған хистәргә, уйлап сығарылған характерҙарға алмашынған.
Киләһе борсолоуым үҙебеҙҙең әҙәбиәт хаҡында. Башҡорт яҙыусылары, бигерәк тә бөгөнгөләр, башҡорт киңлектәрендә генә күренә, ә урыҫ мөхитендә улар юғалып ҡалды. Беҙгә белем етмәй. Беҙ башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй, донъя кимәленә сығара алмайбыҙ.
Киләһе миҫалым бер мине генә лә борсомайҙыр. Донъяла мәғлүмәт һуғышы бара. Был һуғыш ҡораллы һуғыштан нимәһе менән айырыла? Ҡорал менән атҡанда һин дошманға терәп атаһың. Ә бында һинең һүҙең дошманыңа ла, дуҫыңа ла тейә. Үҙәк каналдарҙан бер туҡтауһыҙ кешелеккә ҡарата агрессия сәйәсәте һөрөлә. Мин, ярай, оло кеше, ҡабул итмәҫкә лә, ишетмәҫкә лә мөмкинмен. Ә ете йәшлек бала һуң? Уның зиһене ағыулана, аңы томалана һәм ул сараһыҙҙан һуғыш ҡорбаны булып ҡала. Әлбиттә, йәшәйешебеҙҙә мине ҡәнәғәтләндергән хәл-күренештәр ҙә байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, һуңғы егерме йылдарҙа йәштәребеҙ үҙ аллы булып өйрәнде, ниндәйҙер етәксе, коллектив хужалыҡ ярҙамына мохтаж түгелдәр. Үҙ-үҙҙәренә ышаныусан, күп нәмәгә яуаплы ҡарай белгән быуынды күтәреп килә улар.
Элек башҡортто Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Бөгөн ул унда үҙе теләп китә. Бынан бер нисә йыл элек мин был хәлгә кире ҡарашта инем. Хәҙер ҡарашымды үҙгәрттем. Ауылдарҙағы көслө, дәртле, әммә үтә ябай, бер ҡатлы егеттәр шымарып, бешекләнеп өйрәнә. Улар ситтә "обкатка" үтәләр. Милләт ситкә сығып, аралашып, эстән һәм тыштан яңыра. Был үҙенә күрә тереклек итеү төрө. Ҡаты, әммә дөрөҫ. Ошо ла һөйөндөрә мине. Башҡорттар Рәсәйҙәге уникаль халыҡ ул. Беҙ ҡоллоҡто тойманыҡ, ерһеҙлекте тойманыҡ, хатта революцияға тиклем аслыҡты ла белмәгәнбеҙ. Еребеҙҙән, байлығыбыҙҙан файҙа алып йәшәй белгәнбеҙ. Бер арауыҡ беҙ, ошондай нигеҙебеҙ булып та, юғалып, тоноҡланып ҡалғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа һындарҙы турайтабыҙ, буғай, республикабыҙҙың да абруйы артты. Төрлө иҡтисади, спорт, мәҙәни саралар аша ил һәм донъя кимәлендә милләтебеҙ күтәрелә, күренә башланы. Мине һөйөндөргән һәм көйөндөргәндәр, ҡыҫҡаса алғанда, ошо теҙмәлә.

Һеҙ, элеккене иҫләп, ауылдарҙа даими рәүештә шиғри кисәләр үтә ине, хатта йәйләүҙәрҙә лә онотолоп шиғыр тыңланылар, тип һөйләнегеҙ. Бөгөн майҙанға йыйылған шағирҙарҙы ла тыңлаусы табылмай. Ошо тәңгәлдә һорау тыуа: элек кеше рухи яҡҡа күберәк иғтибар бирҙеме икән, әллә бөгөн беҙҙә ниндәйҙер тойғолар, ниндәйҙер хистәр юғалғанмы?

- Кешелә бер нәмә лә юғалманы. Бары уның йәшәйешенә, аңына өҫтәлеп килеп ингәндәре генә артыҡ күбәйҙе. Бына, мәҫәлән, биҙрәгә һыу ҡойоп тораһың, ул тула һәм тулғандан һуң һыуы түгелә башлай. Шулай күпме ҡойһаң да, ул ашып түгелеп тик торасаҡ. Кеше зиһене лә шулай. Беҙҙең башты сүпләндергән иң ҙур дошман - телевизор. Ундағы арзан, зарарлы, ялтырауыҡлы, әхлаҡһыҙ һәм еңел ҡабул ителә торған әйберҙәр кешенең өҫкө зиһенендә тиҙ генә урын таба. Ул йөрәк тирәһенә, эске донъяға үтеп инмәй, әммә ағыулай. Китап уҡыу, ҡара-ҡаршы ултырып аралашыу урынына, көндәр буйы интернет, кеҫә телефондары аша һөйләшә кеше. Элек мәғлүмәт каналдары - ул кеше, матбуғат, китап йәки кино ғына ине. Һәм ул мәғлүмәттең сифаты ла яҡшы булды. Бер ҡараған киноны, уҡыған китапты уйлап йөрөйһөң, ҡат-ҡат кисерәһең, башҡаларға һөйләйһең. Хәҙер йөҙ канал, эстәлекһеҙ тапшырыуҙар, ҡайһыһында туҡтарға белмәй йүгереп йөрөйһөң дә... ҡарайһың иң агрессивтарын. Беҙгә ҡан, стресс кәрәк, адреналин сығарыу кәрәк.
Шекспирҙың бер һүҙе бар: "Когда человеком командует необходимость, он сравняется с животным". Һин бит асылыңды асырға тейешһең. Һәр кемдең бөйөк һорауы була һәм ул һорауға дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Ә был мәғлүмәткә батырған донъяла дөрөҫ яуап табып ҡара! Мәктәп программаһын ғына алып ҡарайыҡ. Ейәнем беренсе класта уҡый. Өләсәһе - уҡытыусы, олатаһы - инженер, Дәүләкәндәгеләре - математиктар. Шул баланың өйгә эшен эшләй алмайынса, Дәүләкәнгә шылтыратып, ярҙам һорайбыҙ һәм бергәләп саҡ-саҡ башҡарып ҡуябыҙ. Шундай мәғлүмәти баҫым баланың нығынып етмәгән зиһенен быуғанда, нисек итеп һин йәнең талап иткәндең ни икәнен белә алаһың?
Шәхес тәрбиәләүҙәге шундай хаталарыбыҙ ҙур. Элек физик күнекмә, эш тәрбиәһе көслө ине. Хәҙер беҙҙә шундай яһалма мөхит. Хатта әсәнең эсен ярып, баланы яһалма тыуҙырыуҙы өҫтөн күрәләр хәҙер дауаханаларҙа ла. Шунан башлана яһалма тел, яһалма белем, яһалма ризыҡ, яһалма кинәнестәр, уйындар. Был кешенең тәбиғәтенән айырылыуы була инде. Хатта хайуандар ҙа үҙҙәрен һаҡлай ала, улар үҙ аҡылын улай бысратырға ирек бирмәй. Улар ҡырылып бөтһә бөтә, тик ҡулайлашмай. Кешене Аллаһы Тәғәлә яралтҡан, йән өргән. Уға ирек, аң, фекерләү ҡеүәһе биргән. Асылда, ошо аң һәм ирек арҡаһында әҙәм боҙола ла инде. Сөнки бирелгәндәрҙе дөрөҫ ҡуллана белмәй. Ысынында, бөтөн был аң һәм ирек кешегә тәүбәһенә килеп, кире ожмахҡа ҡайтһын өсөн бирелгән. Ә әҙәм быны һаман төшөнә алмай: һуғыша, ергә талаша, ҡоралдар уйлап таба һ.б. Ер шары беҙҙең насар энергетиканан тонсоға. Ул беҙҙән ҡотолорға күптән теләй. Һәләкәткә юлыҡмайыҡ, тиһәк, асылға ҡайтыу, тәбиғәткә яҡынайыу кәрәк.

Ошо йәштә лә мөхәббәт тураһында уйларға, һөйләргә, яҙырға теләйһегеҙме? Әллә ул хәтирә, матур иҫтәлектәр генәме?

- Һәр кемебеҙҙең мөхәббәт тулҡындарында йөҙөп, мөхәббәт ҡояшында йылынып йәшәгеһе килә. Мөхәббәт - ул ерҙәге бөтә нәмә һымаҡ, даими бер төҫтәге, бер формалағы төшөнсә түгел. Ул ваҡыт үтеү менән үҙгәрә торған төшөнсә. Әгәр уны үҙгәрмәй торған һәм кешенең бөтә ғүмеренә бер тапҡыр бирелә торған хис тиһәк, беҙ мөхәббәтте татый ҙа, уны тойоп та йәшәй алмайбыҙ. Мөхәббәттең үҙгәрмәй торған бер төрө бар - ул Аллаһы Тәғәләгә булған мөхәббәт. Әгәр һиңә дөрөҫ тәрбиә бирелгән һәм һинең күңелеңә ул тойғо һалынған икән, был даими тойғо була. Ике кеше бер-береһенең энергетикаһын, күҙ ҡарашын, эске донъяһын, аң һәм интеллектуаль кимәлен тоя һәм ҡабул итә икән - был да мөхәббәт. Был иһә оҙайлы, һәйбәт мөхәббәт. Былар бер-береһе өсөн яратылған, тип тап шундайҙарға ҡарата әйтәләр. Ундайҙар, ғәҙәттә, аңлашып, оҙайлы, бәхетле ғүмер кисерә.
Бына Алла Пугачеваның мөхәббәте. Уның тормош юлдаштарын һанарға бармаҡтарым етмәй, мин уны миҫал өсөн генә алдым, үҙебеҙҙең аралағыларҙы төртөп күрһәтмәҫ өсөн. Ундағы мөхәббәттәр, моғайын, аҡсаға, нәфсегә, иғтибар үҙәгендә булырға атлығыуға, сәхнәгә бәйлелер. Йырсы үҙенсә бәхетле, тимәк. Бындай типтағы кешеләр тормошобоҙҙа күберәктер ҙә әле. Ә ысынында бит бындай мөхәббәттәр үтә торған, ваҡытлыса хистәр. Мөхәббәт бит аң кимәленә лә бәйле. Аңың ниндәй кимәлдә, тойғоларың да шул сама буласаҡ.
Миңә "мөхәббәт" тигәнгә ҡарағанда "һөйөү" тигән һүҙ нығыраҡ оҡшай. Былай яҡыныраҡ, йылыраҡ кеүек.
Кешенең күңеле, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хистәрҙе берҙәй үк кисерә. Бары тик һинең аң кимәлеңдең үҫеше генә ҡайһы бер нәмәләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, бала саҡта кемделер яраттың, һин уны матур уйынсыҡ кеүек итеп ҡабул итәһең. Уға ҡарап торғоң, эргәһенә барғың, тотоп ҡарағың килә. Ә инде йәшлек осоронда һөйгәнеңде үҙеңдеке итеү теләге уяна, сөнки һинең осороң да шундай: дәртле, сая, теләктәр урғый. Урта йәштә ғашиҡ булғанда һин "ярай" һәм "ярамай" ҡалыптарына буйһонаһың, хатта булған хистәрҙе лә тышҡа сығармаҫҡа тырышаһың. Оло йәштә инде һин тышҡы матурлыҡтан бигерәк, эске гүзәллекте, йылылыҡты, изгелекте эҙләйһең. Бына шулай. Һөйөү тигәнде, ниндәй йәштә лә, һөйләргә-яҙырға ғына түгел, уны татып, кисереп йәшәргә кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.16 | Ҡаралған: 1099

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru