«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОНОТОЛМАЙ АТАЙ ТӘРБИӘҺЕ!
+  - 

Бөгөн бесәнгә ҙур машина менән барырға булдым әле. Көндөҙ бер аҙ сабып, ә инде кискеһен бер нисә күбәне тейәп алып ҡайтырға ине иҫәп. Ауылдан өс-дүрт саҡрым ара үткәс, юл ситенән йүгереп барған йәш егетте ҡыуып еттем. Һай-һай, бесәнгә ныҡ ашыға был егет, тиҙлеген иң юғарыһына һалып алған да, саң-ҡойон уйнатып елдерә генә!

Ултыртып алдым. Был егеттең атаһы менән беҙ бер яҡта бесән эшләйбеҙ. Улар бесәнгә күберәген ат менән йөрөй, ә бына мин машина менән, тигәндәй. Күршенең өлкән улы, нишләптер, сабынлыҡҡа һуңлап китеп бара. Ара-тирә уға күҙ һалғылап, башымды сайҡап ҡуям. Ай-һай, тиккә генә һуңламаған йәш егет. Бер әтнәкәһе бар бында. Ярай, ауыл ерендә йәшәйбеҙ бит, был турала берәй хәбәр ишетелер әле, тип, үҙенә һүҙ ҡатмай ғына барам. Ә был ғаилә эшкә бик әрһеҙ, ғаилә башлығы балаларын тәртиптә тота. Артыҡ ҡаты ла бәрелмәй ул балаларына, артыҡ өгөт-нәсихәт тә уҡымай, тигәндәй. Әммә балалары уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Ғәжәп, бына ошо ғаиләнең өлкән улы бесәнгә һуңлап китеп бара! Ыһылдап бөткән, урынында ултырып сыҙай алмай хатта. Төшөп йүгерергә лә риза, әммә машинаны уҙып, артыҡ алға китә алмаҫын да аңлай, күрәһең. Иғтибар итә ҡуйҙым: егеттең маңлайы ҡыҙарған да инде. Әллә һағыҙаҡ саҡҡан, әллә берәй нәмәгә төкөгән. Апаруҡ шәп эләккәнгә оҡшай. Егет уны усы менән әйләнгән һайын тигәндәй ышҡып ала. Шул арала беҙ уларҙың сабынлыҡ тапҡырына барып та еттек, егетем рәхмәт әйтергә лә онотоп, сабып сығып та китте... Әллә ауылдың башҡа ығы-зығыһы был хәлдән өҫтөнөрәк булды, әллә уны үҙем күҙ уңынан ысҡындырып ебәрҙем. Әммә был егет тураһында ауылда әллә ни хәбәр ишетелмәне. Шуға күрә был хәлде күптән онотоп та бөткәйнем инде мин. Ошо хәлдән һуң ун йыллап ваҡыт үтеп киткәс, бер осрашҡанда теге егет үҙе һөйләп бирҙе.
- Йәш саҡ - алйот саҡ, көслө саҡ бит инде, - тип һөйләп китте ул. - Көндөҙгө эштәр ни тиклем күп булһа ла, кистәрең барыбер клуб тирәһендә үтә. Киске уйынға сығыр алдынан ауыл егеттәре бер аҙ "төшөрөп" ала торғайны. Йәнәһе лә, күңел күңел күтәреү өсөн эсәләр. Ә мин бөтөнләй эсмәйем. Егеттәр хатта үпкәләй торғайнылар. Йәнәһе лә, мин уларҙы хөрмәт итмәйем, тиң күрмәйем. Әммә артыҡ ҡыҫтамай ҙа торғайнылар. Күпме ошолай йөрөгәнмендер, белмәйем, әммә бер кис араҡылы һауытты миңә лә килтереп тотторҙолар. Бына мин көрөшкәгә, дөрөҫөрәге, ҡойолған араҡыға, аптырап ҡарап торам, ә эстә ике уй көрәшә. Береһе, эсмә был шайтан һыуын, ти. Әммә икенсеһе күңелде ҡоторта. Уныһы шайтан булған икән. Быны аҙаҡ ҡына аңланым. Бына шул шайтан, төп күтәрә һуҡ та ҡуй, иптәштәрең һымаҡ була алмайһыңмы ней, ти. Миндә ике уй көрәшә, ә минең ҡәтғи ҡарарға килергә ваҡытым тар. Сөнки егеттәр ҡабаландыра. Шәберәк тота һал, һауыт берәү генә, беҙҙең дә эске килә, башҡаларҙы көттөрмә, йәнәһе. Күп уйлап торманым, күтәрә һуҡтым да ҡуйҙым тегене. Бына шулай тәү тапҡыр шайтан һыуы тәнемә, ә шайтан үҙе йәнемә үтеп инде. Минән бындай батырлыҡты көтмәгән егеттәр хатта үҙҙәре бер аҙға шаңҡып ҡалғандай булдылар. Шунан инде арҡаны тапап, мине маҡтап ташланылар. Бына, исмаһам, егет, тиҙәр. Белмәй генә йөрөгәнбеҙ, маладис булып сыҡтың, тиҙәр. Бындай шәп егет икәнеңде нишләп алдан белгертмәнең, һай-һай, бигерәк баҙнатһыҙ икәнһең, тиҙәр. Һин бит үҙебеҙҙең егет булғанһың, тиҙәр. Миңә рәхәт булып китте, хатта күңел күтәрелеп, яуырындар турайып, бер башҡа үҫеп киткәндәй булдым. Хәҙер уйлап ҡараһаң, оят инде. Ә ул ваҡытта торғанмындыр инде шунда әтәс һымаҡ ҡуҡырайып. Әйтерһең дә, Берлинды бер үҙем яулап ҡайтҡанмын, әй. Бындай маҡтауҙар яуып торғас, тағы берҙе күтәреп һуҡтым. Һай-һай, маладисмын икән дә шул, мәйтәм. Өсөнсөгә һуғайым, тиһәм, теге шайтан һыуы бөткән икән. Шул арала егеттәр ҡайҙалыр йүгереп бара һалып, тағы ла алып килделәр. Ҡалған яғын иҫләмәйем. Аҙаҡтан һөйләүҙәренсә, шарт та шорт бейегәнмен, ниндәйҙер йырҙар йырлап маташҡанмын, егеттәрҙе күккә олғаштырып маҡтағанмын. Ҡыҫҡаһы, ғүмере ҡыланмағанды ҡыланғанмын. Шайтан шулай маймылландырған инде...
Был хәлдең бер генә ыңғай яғы күңелде йыуатып тора: ошо мәлдә күҙ атып йөрөгән ҡыҙыма тәүге тапҡыр хистәремде асып һалғанмын. Уныһы, "Һе, алйот" тигән дә, шатлығынан ҡыя-мыя һикереп, йүгереп ҡайтҡан да киткән. Ә мин уның артынан "Һин үҙең дә алйот" тип ҡысҡырып тороп ҡалғанмын. Беҙҙең мөхәббәттә аңлашыу яҡынса ошолайыраҡ килеп сыҡҡан.
Таң һарыһында сарсап уянып киттем. Бер аҙ ҡайҙа ятҡанымды аңлай алманым. Бына һиңә - мә, ауыл ситендәге ҡарағай төбөндә ятам икән. Әллә үҙем ҡолағанмын, әллә ҡолата һуғып киткәндәр. Уныһын шайтан ғына беләлер. Ауыл апайҙары көтөүгә мал ҡыуған мәл бит. Ҡайҙа ул кисәге Берлинды алған кеүек йөрөгән мәлдәр. Партизан һымаҡ, әрәмә араһына шыуышып инеп китергә тура килде. Тал-муйыл араһында ятҡан мәлдә, ярай әле, апай-еңгәләр күрмәй ҡалды, тип, үҙемде йыуатҡан булам. Әммә иң ҡурҡынысы алда - нисек атайға ҡайтып күренергә? Ҡурҡыта, малай, ә шулай ҙа ҡайтырға кәрәк, сөнки бесәнгә барырға кәрәк бит. Ярай, мәйтәм, ҡайтайым әле. Барыбер ҡайтырға кәрәк, унан күҙ күрер. Әммә күҙгә түгел, ә маңлайға күрергә яҙған икән...
Ошо ерҙә урта йәштәрҙәге ир еңелсә көлөмһөрәп ҡуя.
- Мал ҡыуған артҡы ҡапҡанан шым ғына урамға килеп индем. Аллаға шөкөр, әле атай бесәнгә китеп өлгөрмәгән. Ат егелгән, арбаға кәрәк-яраҡ нәмәләр һалынған. Ат алдына һалынған ҡыу бесәнде теләр-теләмәҫ кенә ҡапҡылап тора. Шулай инде, бынау бесән мәлендә кемдең былтырғы бесәнде мөрхәтһенеп ашап торғоһо килһен. Минең урамға килеп ингәнде һиҙеп ҡалған ат, башын миңә бороп, бер аҙ текләп торҙо. Уның ҡарашы миңә, ҡайттыңмы, алкаш, тигән һымағыраҡ тойолдо. Ярай, ат өйҙә булғас, тимәк, өйҙә мине көтәләр. Шулай инде, бесәнде минһеҙ эшләп булмай, унда мин бит төп көс. Был күренештән мин үҙемә өмөтлө һығымта яһай һалам - атай миңә ҡаты бәрелмәйәсәк! Күп булһа, "Улым, һин ҡабат улайтма инде", тигән булыр, тип үҙемде йыуатам. Ошондай өмөтлө уйҙар менән соланға инәм һәм яйлап ҡына өй ишеген аса башлайым.
Иң ҡыҙыҡ мәл тап ошо урында булды ла инде, сөнки минең барлыҡ татлы хыялдар ишек асылыу менән селпәрәмә килде. Башым күренеү булды, атайҙың ҡаты йоҙроғо - шалт маңлайға! Бер урындыҡты биш урындыҡ итеп сәй эсеп ултырған атай ҡайһы мәлдә ырғып торған да, ҡайһы мәлдә мине осора һуҡҡан, әй, уныһын хатта әсәйем дә күреп өлгөрмәгән.
Ә мин... шап итеп солан иҙәненә барып та ултырҙым, аҡырып илап та ебәрҙем. Әллә шаңҡыуҙан, әллә ҡурҡыуҙан, әллә оялыуҙан инде, уныһын кем генә белһен. Шуныһы ҡыҙыҡ, илауҙан туҡтап булмай ҙа ҡуя. Һыным ҡатты ла ҡуйҙы. Минең илағанды күрергә апай-ҡустыларым өйҙән сыҡманы. Ә бына иң бәләкәй ҡустым менән һеңлем сығып, бер килке ҡарап торҙолар. Малай малай инде, ҡустым яуырындарын һелкетеп, һе, тигән булды ла кире өйгә инеп китте. Ә бәләкәй һеңлем мине бер тапҡыр уратып ҡарап сыҡты ла арҡамдан яратып алған булды. "Илама, ағай, илама, хәҙер мин һиңә матур тышлы кәнфит сығарып бирәм", - тип, тупһаны саҡ ашаҡлап өйгә инеп китте. Бындай ҡырын эште ябай кәнфит менән генә төҙәтеп булмағанын аңламай шул әле.
Бына бер мәл һәлмәк кенә баҫып, өйҙән әсәй килеп сыҡты. Асыуынан ни эшләргә белмәй, ат тирәһендә ыуаланып йөрөгән атайға күҙ ташлап алды ла, таж баҡырып ултырған миңә бер килке текләп торҙо. Шунан тыныс ҡына әйтә ҡуйҙы: "Хатта ғына ла атайың йәтеш итте".
Атай мине арбаға ултыртманы. Шул арала башҡалар тиҙ генә үҙ урындарына ултыра һалдылар. Аптырарһың, хатта ат та атайҙың холҡон белеп бөткән, әй. Баяғы теләр-теләмәҫ кенә бесән ҡапҡылап торған атты, әйтерһең дә, бөтөнләйе менән алыштырып ҡуйғандар. Күҙҙәре яна, ҡолаҡтары ҡайсылана, кәүҙә турайған, һабантуй яланында ярышҡа әҙерләнгән атың ары торһон. Хатта алғы аяғы менән ерҙе тырнап алған була. Торғаны менән бер әртис инде. Атай ҡулына дилбегәне алып, бер һелкеүе булды, ат ен һымаҡ сабып сығып та китте. Хатта ҡустылар арбанан ырғып төшөп, ҙур ҡапҡаны ла ябып торманылар. Уныһы елгә шығыр-шығыр бер асылып, бер ябылып тороп ҡалды. Мин тиҙ генә ҡапҡаны яптым да саптым арттарынан. Шул мәлдә һин мине машинаңа ултыртып алып барғайның, ағай. Шул көндән башлап клубҡа сығыу онотолдо. Шул уҡ йылды кәләш алып ебәрҙем. Теге, алйот, тип шатлығынан ҡыя-мыя һикереп йүгереп ҡайтып киткән ҡыҙҙы алдым инде. Аллаға шөкөр, бөгөн кешенән кәм-хур булмай, матур итеп донъя көтәбеҙ. Ара-тирә, һауыт-һаба шылттырап киткән мәлдә, "Һы, алйот", "Һин дә алйот", тип әйтеү беҙҙең ярашыу билдәһе булып тороп ҡалды.
Бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң йылы һаубуллашып, үҙ өйө яғына ыңлайланы егетебеҙ. Ә эсеү яғы нисек, тип һораманым мин унан. Сөнки өс тиҫтәһен тултырып, дүртенсеһен ыуаҡлай башлаған ир ошо һөйләгән арала ғына әллә нисә мәртәбә маңлайын ышҡып алды. Дә-ә-ә, онотолмай ундай атай тәрбиәһе!

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.16 | Ҡаралған: 1235

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru