«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар.
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
Киләһе хат авторы - Рәфҡәт Һибәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

- Мин "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бөтә әҫәрҙәрен тәҡдим итер инем. Яҙыусылар араһында республикабыҙҙа берҙән-бер Социалистик хеҙмәт Геройы, Ленин, Станиславский, С. Юлаев, М. Шолохов исемендәге премиялар лауреаты, тәҫтәнән артыҡ орден менән наградланған, РСФСР Юғары Советының 4-11 саҡырылыштарында депутат булған һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән, әҫәрҙәре инглиз, ҡытай, литва һәм башҡа донъялағы бик күп телдәргә тәржемә ителгән яҙыусы һәм шағир бит ул.
Мостай Кәримдең поэзияһы - аҫыл һүҙ гәүһәре. Гәүһәрҙе ҡулда әҙ-мәҙ генә әйләндергеләһәң, ул төрлө-төрлө нурҙар һибеп ялтырай башлаған кеүек, Мостай Кәримдең шиғырҙары ла уҡыған һайын яңы уй-фекер тыуҙыра, фәлсәфәүи мәғәнәһен аса. Уның "Аҡ сәстәрем" тигән шиғырынан ике генә юл килтерәм:
"... Ҡайғы иһә беҙҙән һорап килмәй,
Үкенестәрҙе үҙебеҙ эшләйбеҙ... "

Ошо ике генә шиғри юл кешенең бөтә ғүмерен, бар тормошон эсенә алған. Нәфис һүҙ оҫтаһының бындай шиғырҙары бихисап. Ә бына балаларға ла, ололарға ла аҡыл, рухи аҙыҡ, фәһем бирерлек сәсмә әҫәрҙәре араһынан тәү сиратта "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Тормош мәктәбе үткән кешенең үҙ юлында осратҡан яҡшы, инсафлы, оло йөрәкле, изге кешеләр тураһында, улар менән бәйле яҡты иҫтәлектәрҙе тасуирлаған әҫәрҙә һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ юлдар бар. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
Иҫкәрмә: аңлағанһығыҙҙыр, был исемлек башында барыбер ҙә әҙәбиәтебеҙ классиктарының, аҡһаҡалдарының әҫәрҙәре урын алырға тейеш. Мәктәптә уҡыған ул әҫәрҙәр барыбер ҙә күңелегеҙҙә һаҡланалыр - шуларҙы барлайыҡ тәүҙә, ә бөгөнгө быуын яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ, исемлек аҙағына етә башлағас, мотлаҡ һөйләшербеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.16 | Ҡаралған: 1208

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru