«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар.
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы.
Өфө ҡалаһынан уҡытыусы Тәнзилә Бикбаева беҙҙең яйлап үҫә барған исемлеккә Мәжит Ғафуриҙың "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһен, "Шағирҙың алтын приискыһында" повесын һәм Ғәйнан Хәйриҙең "Боролош" романын индерергә тәҡдим итә.

- Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәр быуын кешеһе уҡырлыҡ тәрән мәғәнә һалынған шиғырҙары бик күп, әммә мин уның шулай уҡ бер ҡасан да әһәмиәте юғалмаҫлыҡ "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһен һәм "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы менән танышырға тәҡдим итәм. Тәүге әҫәрендә автор революцияға тиклемге осорҙа ауылда йәшәгән башҡорт ғаиләһенең көнкүрешен һүрәтләй. Ғаилә башлығы ни тиклем тырышып эшләһә лә мандып китә алмай. Был әҫәрҙән бөгөнгө көн менән сағыштырып та бик күп параллелдәр үткәрергә була. Шундай тормошто күреп үҫмәгән йәштәр өсөн дә, юҡсыллыҡтан үҙ көсө менән арынып, етешеп киткән оло быуын кешеләренә лә фәһемле, ҡыҙыҡлы буласаҡ, тип иҫәпләйем. Ә бына "Шағирҙың алтын приискыһында" повесын мотлаҡ йәштәр уҡырға тейеш. Был автобиографик әҫәр булыуы менән дә әһәмиәтле, хеҙмәт тәрбиәһенең мөһимлеген сағылдырыуы ла иғтибарға лайыҡ. Мәжит Ғафури был повесында һәр кемдең үҙ көсө менән мал табып йәшәүен, тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлмәйенсә тырышып донъя көтөүен күрһәтә. Приискы эшселәренә тейешле шарттар юҡ, ауыр хеҙмәте өсөн аҡсаһы ла самалы, күптәре зәғиф, һаулыҡтары ҡаҡшаған, әммә улар "алма беш - ауыҙыма төш" тип көтөп ятмай. Унда йәйге каникул осоронда эшкә ялланған төп геройҙар - шәкерттәр ҙә өҫ-башына кейем, уҡыу кәрәк-яраҡтары алырлыҡ хеҙмәт хаҡы артынан барған. Йәштәр ошо китаптарҙы уҡығанда бөгөнгө көн менән сағыштырып, үҙенә фәһем алһын, уйланһын ине.
Башҡа милләт кешеһе менән башҡорт әҙәбиәте тураһында аралашырға тура килһә, тәүге башҡорт романын кем һәм ҡасан яҙған, тигән һорауға бөтәһе лә яуап белергә тейеш. Шуға ла мин "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының исемлегенә Ғәйнан Хәйриҙең "Боролош" романын индерергә тәҡдим итәм. Был роман 1910-1920 йылдарҙағы башҡорт йәмғиәтен тасуирлай. Әҫәрҙә ошо осорҙағы йәштәрҙең тормошо, уй-фекерҙәре сағылыш таба. Ләкин бында тасуирланған барлыҡ нәмә бөгөнгө тормошобоҙға ауаздаш һымаҡ. Репрессияға эләккән яҙыусының романы бары 1967 йылда ғына баҫылып сыға. Тәү ҡарамаҡҡа аңлайышһыҙ, уҡыуға ауыр тойолған "Боролош" романын яйлап һәм уйлап уҡырға кәрәк. Әҫәрҙең атамаһы уҡ үҙгәрештәр заманы тураһында яҙылыуын сағылдыра. Тарих ҡабатлана, беҙ ҙә бындай үҙгәрештәрҙе күрҙек. Ошондай һынылышлы мәлдәрҙә үҙ юлын табыу тураһында уйланған йәштәр романдан оло фәһем алыр: яңылыҡҡа ынтылған геройҙарҙың аң кимәле үҫешеп, ябай халыҡҡа ла ошо белемдәрен еткерергә һәм йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе аңлатырға тырыша. Һәр замандың аңлы, белемле, донъялағы үҙгәрештәрҙе төшөнгән йәштәре бар һәм улар халыҡты үҙ артынан әйҙәргә, яңылыҡтарҙы массаларға алып еткерергә тейеш.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1369

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru