«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨФӨБӨҘ ЕВРОПА ҠАЛАЛАРЫНАН КӘМ ТҮГЕЛ"
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов "Вся Уфа" телеканалында тура эфирҙа ҡала халҡы һорауҙарына яуап бирҙе. Йәнле әңгәмә бер сәғәттән ашыу дауам итте. Тура эфирҙа ҡаланың төньяҡ өлөшөн үҫтереү, кешеләрҙе иҫкергән йорттарҙан күсереү, мәктәптәр төҙөү, вандализм менән көрәшеү кеүек һорауҙар ҙа яңғыраны. Һорауҙарҙың 30 проценты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылды. Ҡала урамдарындағы ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡып тороу, ихаталарҙы йәшелләндереү, һыуҙы һүндереү графигы, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Түбәндә Ирек Ишмөхәмәт улының ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Өфөнөң киләсәге ниндәй инвестиция проекттары менән бәйле буласаҡ?

Яуап.
Өфөлә бизнес үҫеше һәм инвестициялар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. 2015 йылда бөтәһе 112 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Рәсәйҙең башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, беҙҙә уларҙың 90 проценты - шәхси инвестициялар. Быйыл, иҡтисад өлкәһендәге үҙенсәлектәргә ҡарамайынса, беҙ былтырғы күрһәткестәрҙе 5 процентҡа үтеп киттек һәм йыл аҙағына тиклем был һан тағы ла үҫер, тип ышанабыҙ. Иң эре проекттарҙан "Башнефть", "Интер РАО" компаниялары проекттарын, Дим районындағы кабель заводын, "Атлантика" компанияһының бассейндар комплексын атарға була. Ә иң мөһиме, беҙ Өфө эшҡыуарҙарының ҡала иҡтисадына инвестицияларын яйға һалабыҙ. Июндә Өфөлә үткән Рәсәй ҡалалары Берлеге форумында башҡа ҡалалар, шул иҫәптән сит ил ҡалалары вәкилдәре Башҡортостандың баш ҡалаһын Европа ҡалаларынан айырылмай тип баһаланы. Ысынлап та, парктар, скверҙарҙы реконструкциялау, юл-транспорт селтәрен үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды.

Өфө ихаталарындағы гараждарҙы һүтеп алыуҙар дауам итәсәкме?

Яуап.
Гараждарҙы һүтеп алыу эше былтыр башланғайны. Бөгөнгө көнгә яҡынса 1,4 мең тимер гараж алынған - улар балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә яҡын төҙөлгәйне һәм 96 проценты законһыҙ урынлаштырылғайны. Тағы ла 800 ошондай уҡ гаражды һүтеп алырға кәрәк. Ғөмүмән, гараждар мәсьәләһе буйынса хәл ҡатмарлы ғына. Йорт алдарындағы гараждарҙың яртыһы был йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙеке түгел, етмәһә, улар инде күптән ҡулланылмай ҙа. Шуға ла гараждарҙы һүтеп алыу мәсьәләһе буйынса граждандарға ҡала райондары хакимиәттәренә йәки йорттарын хеҙмәтләндергән идара итеүсе компанияларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Өфө халҡын йәмәғәт транспорты үҫеше лә борсой. 2018 йылға ҡала урамдарынан "Газель" автобустары юҡҡа сығасаҡ, тиҙәр, был ысынлап та шулаймы?

Яуап.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә Өфөлә 8,5 мең автобус рәсми теркәлгән. Транспорт өлкәһе белгестәре баһаһы буйынса, ҡалаға 3,5 мең уртаса ҙурлыҡтағы һәм ҙур форматлы автобус етә. Өфөлә иһә йәмәғәт транспортының 70 проценты "Газель" тибындағы бәләкәй автобустар. Өс йыл эсендә уларҙың хужалары автобус паркын яңыртыу өсөн 2,5 миллиондан ашыу аҡса тотонһа ла, беҙ бөгөнгө хәл менән ҡәнәғәт түгелбеҙ. Ҡалала ҙур форматтағы уңайлы автобустар йөрөргә тейеш, был бөтөн донъяла шулай. Боролоштар, магистралдәр ҙә ошо концепциянан сығып төҙөлә. Шуға ла юлдарҙа тығындар булмаһын өсөн ҙур автобустарға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ. 2018 йылға йәмәғәт транспортының заманса системаһын формалаштырыу бурысы тора. Унда "Башавтотранс" дәүләт предприятиеһы ла, муниципаль электр транспорты идаралығы ла, шәхси компаниялар ҙа инәсәк.

Ҡала юлдары торошо ҡасан талаптарға яуап бирер?

Яуап.
Был проблема Рәсәйҙең бөтөн ҡалалары һәм ауылдарына, шул иҫәптән Өфөгә лә ҡағыла. Быйыл яҙ, ысынлап та, юлдар насарайҙы, сөнки ҡыш буйына һауа температураһы 60 тапҡыр ноль билдәһенән үтеп китте, быға тиклем бындай осраҡтар 10-12-нән артыҡ теркәлмәй ине. 4-5 йыл элек төҙөлгән юлдар бындай һауа торошо тирбәлеүҙәренә сыҙаманы. Республика Хөкүмәте, Юл фонды һәм башҡа ресурстар ярҙамында юлдарҙы ямап, 1 июнгә уларҙы тәртипкә килтерҙек. Өфө урамдарының оҙонлоғо 1522 километр, уларҙың 142 километрының асфальт ябыуы юҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур матди ресурс кәрәк.

Ҡалала йәшәү сифаты, тәү сиратта, йәшәү өсөн яҡшы шарттар булдырыу менән билдәләнә. Уңайлы торлаҡ, матур парктар һәм скверҙар, инфраструктуранан тыш уңайлы тормош төшөнсәһенә нимә инә?

Яуап.
Бында барыһы ла бер үк ваҡытта ябай һәм ҡатмарлы. Мәҫәлән, кеше үҙенең фатирынан таҙа подъезға сығырға, күп ҡатлы йортта йәшәй икән, сифатлы лифтта аҫҡа төшөргә, матур ихатаға сығырға, туҡталышҡа барырға йәки үҙенең шәхси автомобиленә ултырып, һәйбәт юлдарҙан йөрөргә тейеш. Һуңғы 5 йыл эсендә Өфөлә 1,1 мең ихата ремонтланған һәм тағы ла 3 меңе тирәһе үҙенең сиратын көтә. Үкенесле, быға тиклем ихаталарҙы артыҡ аҡса булһа ғына төҙәтеп өйрәнгәндәр, тәүге урында капиталь төҙөлөш, торлаҡ төҙөү торҙо бит. Һуңғы йылдарҙа ғына был хәлде үҙгәртеүгә етди аҙымдар яһала башланы. Миҫал итеп "Фестиваль", "Аҡыллы йорт", "Эверест" кеүек торлаҡ комплекстары квартал төҙөлөштәрен атарға була. Унда ихаталар ҙа сифатлы эшләнгән, күп ҡатлы парковка бар, ябыҡ ихата концепцияһы тормошҡа ашырыла - автомобилдәр инеп йөрөй алмай. Бөгөн ҡала төҙөлөшө советына тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла тикшерелә һәм комплекслы ҡараш булмаһа, объекттарҙы төҙөүгә рөхсәт бирелмәй.

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.16 | Ҡаралған: 1096

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru