«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТЕАТР ТӨНӨ"
+  - 

Театр - тормошто һүрәтләй, тиеүҙәре дөрөҫ булһа, кеше бер ваҡытта ла спектаклдәргә йөрөүҙән туҡтамаясаҡ. Сөнки һәр кем үҙен, йәмғиәтте ситтән, тамашасы залында ултырып күҙәткеһе, йәшәйеш айышына төшөнгөһө килә. Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Театр төнө" акцияһында ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта барыуы ла ошо хаҡта һөйләй.

Быйыл Өфөләге "Театр төнө"ндә егермегә яҡын майҙанда тамашасылар йыйылды. БР Дәүләт академия рус драма театрында улар актерҙарҙы ҡыҙыл келәм буйлап үтеүен күҙәтте һәм артабан театр йондоҙҙары менән әңгәмә барышында яҡындан танышыу, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ишетеү мөмкинлеге алды. Әйткәндәй, театрҙың 155-се ижад миҙгеле "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған рок-операның премьераһынан башлана. Ә бына М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тамашасылар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, классик музыка тыңлап ял итте, спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм йәш актерҙарҙың бенефисын ҡараны.
- "Театр төнө" тамашасылар йәлеп итеү өсөн үткәрелгән сара. Ҡала халҡы йылына бер тапҡыр театр тормошо менән яҡындан таныша ала, ә актерҙар йылына бер тапҡыр үҙе теләгәнсә тамаша ҡора, - тине М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин бер төркөм журналистар менән театрҙың ижад бүлмәләре буйлап сәйәхәт иткән мәлдә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йыл да был акцияға мауыҡтырғыс яңы проекттар уйлап сығарып ҡына тора. Быйыл театр һөйөүселәр төрлө спектакль геройҙары менән бергә "Мин Башдрамды яратам" бейеү флешмобында, "Кино йылы"на арналған клип төшөрөүҙә ҡатнашты һәм фото төштө. Шулай уҡ, уларға театрҙың икенсе ҡатындағы күргәҙмә залында "Мөбәрәковтарҙың театраль династияһы" тигән күргәҙмә тәҡдим ителде. Әммә актерҙар әҙерләгән иң ҡыҙыҡлы, мажаралы тамаша - ул театр бинаһы буйлап ойошторолған "Йәш актер курсы" квесты, йәғни төрлө һынауҙарҙы үтәү булды. Ҡатнашыусылар бер ыңғайҙа актер тормошо менән танышты, грим һалырға, реквизиттар һәм костюмдар бүлмәһен табырға, физик күнекмәләр эшләргә тейеш булды. Ун команда араһынан утыҙ һигеҙ минут эсендә бөтә ҡушылғандарҙы үтәй алған иң етеҙҙәргә театрҙың көҙгө репертуарына билеттар тапшырылды. Бында "Театр төнө" А. Әхмәтвәлиеваның "Ул бит кисә ине" лирик комедияһы һәм О. Жайдаровың "Джут" драмаһы спектаклдәре менән тамамланды. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләре менән бергә килгән кескәй тамашасылар ҙа спектаклдәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. "Театр төнө" йәш быуынды сәнғәткә ылыҡтырып, матурлыҡты күрә белергә өйрәтеп тәрбиәләү йәһәтенән дә бик уңышлы проект булыуын тағы бер ҡат иҫбат итте.

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1317

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru