«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ ТАЙ ТЕЛЕНДӘ ЛӘ ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Урал батыр" эпосын Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләүселәр республика конкурсы үтте. Етенсе тапҡыр уҙғарылған был конкурсты ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты, БР Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты (әйткәндәй, конкурс йыл да ошо институтта уҙа) ойошторҙо. Башҡорт халыҡ эпосын республикала, Рәсәйҙә һәм донъяла таратыуҙы, башҡорттоң һәм Рәсәйҙә йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, тарихына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста бөтәһе 534 бала ҡатнашты. Улар ике тиҫтәнән ашыу телдә эпостан өҙөктәр һамаҡланы һәм ятлап күрһәтте. Конкурс был талаптар менән генә сикләнмәне. Был юлы ла ойоштороусылар өр-яңы ике һынау уйлап сығарған булып сыҡты.

Башҡортостан Социаль технологиялар институтының гуманитар фәндәр кафедраһы мөдире, конкурстың иң төп ойоштороусыларының, үҫтереүселәренең береһе Рахиль Вельц беҙҙе номинациялар менән таныштырҙы. "Тәүгеһе, йылдағыса, "Урал батыр" эпосын иң оҫта башҡарыусы, тип аталды. Конкурс өсөн яңы номинациялар түбәндәгесә булды: инша-эссе яҙыу һәм ҡобайыр эстәлегенә нигеҙләнеп төҙөлгән өҫтәл һәм компьютер уйындары эшләү. Быйыл тағы бер үҙенсәлекле яңылығыбыҙ бар: беҙҙә сит илдәрҙән килгән кешеләрҙең балаларына Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырған курс үткәрелде. Беҙ мигранттарға Урал батыр тураһында видео-таҫма күрһәттек. Конкурсанттар эпостан өҙөктәр сәхнәләштерҙе, унан барыһы бергәләп эпос мотивтарына нигеҙләнеп төҙөлгән уйындар уйнаны. Балалар ҙа, беҙ ҙә бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ..." - тине педагог.
Конкурс сиктәрендә баһалама төркөм республиканың төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу инша һәм 100-ләгән уйын ҡабул иткән. Тимәк, урындар билдәләгән саҡта баһалама комиссиялары ағзаларына арыу ғына баш ватырға тура килгәндер, тип уйларға нигеҙ бар ине. Башҡорт телендә һөйләүселәр генә ике секция булып эшләне. Әйткәндәй, Рахиль Яковлевна менән әңгәмәләшерҙән алдараҡ баһалама комиссияһы ағзаларынан бер хәбәр ишеткәйнек: йәнәһе, икенсе йыл башҡорт телендә һөйләү секцияһы булмаясаҡ. "Урал батыр" эпосын башҡорт телендә яттан һөйләү республика конкурсы йыл һайын июнь айында үткәрелеүенә һылтанып, ойоштороусылар конкурс положениеһына үҙгәреш индереләсәге тураһында әйткән. Был, тәбиғи, күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Берҙән, конкурс положениеһында "Урал батыр" эпосы Рәсәй халыҡтары телдәрендә һөйләнә, тип әйтелә, башҡорт теле шул телдәр араһына инмәй буламы ни улайһа? Унан һуң, конкурста ҡатнашыусы ниндәй генә милләт балаһы булмаһын, ул бит эпосты төп нөсхә телендә ишетергә тейеш! Тимәк... Рахиль Яковлевнаға был турала фекеребеҙҙе белдергәс, ул да: "Башҡорт телендә һөйләүселәр икенсе йыл да конкурста ҡатнаштырылыр, тип өмөтләнәм", - тип ҡуйҙы. Йә, ярай, конкурсҡа атлығып килеп еткән уҡыусы дуҫтарыбыҙ менән танышайыҡ. Беҙҙең иғтибарҙы йәлеп иткән тәүге конкурсантыбыҙ - Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуып, буй еткергән, әлеге көндә Өфөлә 48-се башҡорт лицейында 6-сы синыфта белем алыусы, "Урал батыр" эпосының 300-ҙән ашыу юлын яттан һөйләүсе Дилүзә Зөфәрова Урал батырҙың ғәҙеллек, изгелек, яҡшылыҡ яғында көрәшеүенә һоҡланыуын белдерҙе. Киләсәктә ул да донъяны "дейеү-пәрейҙәрҙән" азат итәсәк әле. Тәфтишсе булырға йыйына ҡыҙ.
Беҙҙең икенсе әңгәмәсебеҙ ҙә - Йылайыр ауылынан килеп еткән 9-сы синыф уҡыусыһы Гөлнәзирә Мәхмүтова ла атаһы һымаҡ уҡ хоҡуҡ һаҡсыһы булырға йыйыныуы тураһында әйтте. Ул да ғәҙеллек өсөн көрәшмәксе. Эпосты энәһенән-ебенә тиклем ятлаған. "Эпосты тулыһынса ятлау өсөн күп тапҡырҙар ҡабатлау талап ителә. Сөнки фекерҙәр, уйҙар яңырып тора. Әгәр эпосты ҡабат-ҡабат уҡымаһаң, онотола. "Урал батыр"ҙы ятлаһам ине, тигән теләгемде тормошҡа ашырыуым өсөн ғорурмын, шуға бәхетлемен дә. "Урал батыр" эпосын ятлай-ятлай мин үҙемдең телемә, милләтемә нығыраҡ яҡыная барғанымды тоям. Халҡымдың тарихы, данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныуым артты", - тине Йылайыр ҡыҙы. Уның һүҙҙәрен уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнисә Әкрәм ҡыҙы Таҡаева ла күтәреп алды: "Гөлнәзирә эпосты рус телендә лә, инглиз телендә лә ятлап ишеттерҙе. Ҡумыҙҙа ла, хатта ҡурайҙа ла уйнай", - тине.
Бангкок ҡыҙы Яниса Тачабуранакрн Бүләкләү тантанаһы ваҡытында шығырым тулы залға инергә баҙнат итмәй генә торған ике ҡыҙ менән һөйләшеп киттек. Береһе - Туймазы ҡыҙы Эльвина Кәримова, икенсеһе - 16 йәшлек Бангкок ҡыҙы Яниса Тачабуранакрн икән. Таиланд ҡыҙы "Урал батыр" эпосын инглизсәнән тай теленә тәржемә итеүгә өлгәшеп, конкурста уңышлы ғына сығыш яһаған. AFS уҡыусылар алмашыу программаһы сиктәрендә Мәскәүгә килгән ҡыҙҙы Туймазыға йүнәлткәндәр. Уны был конкурсҡа әҙерләп алып килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Рифҡәт ҡыҙы Хамматова әйтеүенсә, Яниса менән айырым шөғөлләнәләр. Инглиз телендә иркен аралашҡан Янисаға аралашыуҙа синыфташы Эльвина ярҙам итә. Эльвина ярҙамында беҙ ҙә сит ил ҡыҙы менән әңгәмәләшеп алдыҡ. "Урал батыр" эпосын бик яҡын күреүе, Урал батырҙы үҙҙәренең бер батыр короленә оҡшатыуын әйтте Бангкок ҡыҙы. Тимәк, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла башҡорт мәҙәниәте менән күпмелер кимәлдә таныш бер кеше буласаҡ, тигән һүҙ. Таиландта беҙҙең "ат туғарыр" белешебеҙ буласаҡ, тимәк.

Шулай итеп...
"Урал батыр" эпосы ниндәй генә телдә яңғыраһа ла, беҙ быға ҡуш ҡуллап риза ғына. Ләкин бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек, эпосты хөрмәт итәйек", - тигәйне әңгәмә барышында бер конкурсант бала. Хәйер, зирәклек йәшкә ҡарамай шикелле. Беҙгә, ололарға, ҡайһы берҙә балаларҙан үрнәк алырға ла кәрәк түгелме икән?

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.16 | Ҡаралған: 1074

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru