«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ТОМЛЫҠТАР ТАРИХИ АҢЫБЫҘҘЫ УЯТА
+  - 

Өс йыл инде республикабыҙҙа "Шәжәрә" Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге тарафынан ижад ителгән "Башҡорт ырыуҙарының тарихы" томлыҡтары донъя күреп килә. Ошо көндәрҙә уның 19-сы томына материалдар туплау йомғаҡланып тора. Экспедициялар ваҡытында альманахтарҙы әҙерләүсе ғалимдар бикәтин, һалйот, һеңрән, терһәк һәм һырҙы ырыуҙары буйынса мәғлүмәттәр йыйыу өсөн бер нисә тапҡыр Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына барып ҡайтты. Үҙәктең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов сәйәхәт сәхифәләре менән уртаҡлаша.

Тел үҙенсәлектәренә иғтибар иттек, бик ҡыҙыҡлы. Хатта тап ошонда боронғо телебеҙ һаҡланып ҡалғандыр әле, тигән фекер уянды. Мәҫәлән, артта - һыртта, аҙаҡ - ахыр, илай - һыҡтай, матур - һылыу. Силәбе башҡорттарында бөтә ырыу һөйләштәренең дә һүҙҙәре бар, шунлыҡтан, был яҡтарҙа телселәргә лә, башҡа ғалимдарға ла йөрөргә лә йөрөргә әле. Башҡорт теле әҙәби тел аша уҡытылмағас, уларҙа тел боҙолмаған. Һөйләшкәндә ололар: "Һеҙ татарса һүҙҙәрҙе күп ҡулланаһығыҙ, телегеҙ яһалмалашҡан", - тип шелтәләп тә алды.
Шулай ҙа республикабыҙҙан ситтә булыуҙары уларҙы күп нәмәләрҙән сикләй. Мәҫәлән, Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында нимәһе аптыратты - мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларында башлыса башҡа милләт вәкилдәре эшләй. Ҡоншаҡтағы башҡорт музейы мөдире мишәр милләтле кеше һәм уға был бары тик эш урыны ғына. Арғаяшта район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейҙың мөдире лә урыҫ кешеһе. Ул миңә, Башҡортостандан килгән ғалимға, кис көнө музейға инеп сығырға ла рөхсәт бирмәне.

Ни өсөн беҙ тарихты былай милли һәм аҫаба ерлекле итеп яҙабыҙ?

- Сөнки, күптәр ырыу тамырын онотоп, туғандаш милләттәр иҫәбен тулыландырып йөрөй. Йәғни, миллилектең төп маҡсаты - башҡорттарҙың тарихи аңын уятыу. Томлыҡтарҙың һәр береһе бер ырыуға арналғанын беләһегеҙ, хатта Меңле менән Йылан кеүек ҙур ырыуҙарға икешәр том бүленде. Бығаса өйрәнелгән тарихта меңлеләр эсенә ҡобау-меңлеләрҙе лә индергәндәр. Беҙ уларҙы айырым том менән сығарҙыҡ, сөнки уларҙың айырым тарихы һәм тамыры бар. Уларҙы "куманы" тигән боронғо халыҡ менән бәйләйбеҙ. Әлеге меңлеләргә меркеттәрҙе индермәгәнбеҙ. Меркеттәр егерменсе томда буласаҡ. Күптән түгел генә Ауырғазы районында меркеттәрҙе өйрәнеп йөрөнөк.
Ун һигеҙенсе том өс - өпәй, һыҙғы һәм ҡошсо ырыуҙарына арналды. Ҡошсолар Мәсетле районында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Нижнесергинский райондарында йәшәй. Өпәйҙәр йәшәгән Теләш, Тәкин менән Ишәле тигән өс ауыл Мәсетле районында. Шәкүр ауылында ла уларҙың бер өлөшө бар. Сыҙғы (һыҙғы, һыһҡы) ырыуы ерҙәрендә тотош Красноуфимск ҡалаһы урынлашҡан.
Уҡыусыға бирелгән мәғлүмәттең тарихи өлөшө күберәк архив сығанаҡтарына таянып яҙыла, минең өлкә - "полевой" этап, йәғни ырыу вәкилдәрен антропологик фотоһүрәткә төшөрәбеҙ. Фәндең был ғилми ысулы бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле, минеңсә. Антропологтар тәғәйен ырыу кешеләренең баш, йөҙ төҙөлөшөн күрә ала. Был беҙҙең аранан иртә китеп барған һәләтле башҡорт антропологы Ринат Мөхәмәт улы Йосоповтоң хеҙмәтенең дауамы. Әлеге мәлдә беҙ был өлкә белгестәренә ҡытлыҡ кисерәбеҙ, әммә ундай ғалимдарыбыҙ ҙа үҫеп етер, тигән өмөттәбеҙ.
Китаптарҙы артыҡ фәнни итмәҫкә тырышабыҙ. Һәр ябай кеше уҡып аңлай алырлыҡ һәм кәрәк саҡта белешмә итеп ҡулланырлыҡ та булһын. Уҡыусылар үҙҙәренең ата-бабаларын таба алһын.
Һәр ауылға 1917 йылғы ауыл хужалығы халыҡ иҫәбенең мәғлүмәттәрен бирәбеҙ. Сөнки шул ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу эшен иң аҡыллы кешеләр башҡара. Батша власы ҡолаған, әле яңы власть килмәгән осорҙа улар бер сикләүһеҙ, баҫымһыҙ, объектив рәүештә атҡаралар был эште. Шунда беренсе тапҡыр халыҡтарға үҙ милләтен яҙырға форсат бирелә һәм уларҙың иҡтисади яғы ла күренә. Шул саҡ беҙҙең бөгөн татар булып йөрөгән күп кешеләрҙең ата-бабалары үҙҙәрен башҡорт тип күрһәтә. "Вотчинник башкир" тип яҙылалар улар. Был тарихи сығанаҡ ҡына түгел, ә туранан-тура шәжәрәгә бәйле, кире ҡағып булмай торған документ.

Ҡан аша милләт һәм ырыу бүленешен тикшереү халыҡ араһында арыуыҡ тулҡынланыуҙар, шау-шыу ҙа сығарып алды, шулай бит? Быға ышаныусылар ҙа, ышанмаусылар ҙа бар.

- Генетик материалдар менән эшләүҙе ғилми әйләнешкә индерергә тырышабыҙ. Ул бигерәк тә беҙҙең халыҡты өйрәнгәндә тулы мәғлүмәт бирә торған ҡорал. Бына бер миҫал килтерәм. Күптән түгел Ҡаҙанда осрашыуҙа булдыҡ. Беҙҙә генетик тикшереүҙәр башланғас, улар ҙа тиҙ генә ошо эшкә тотондо. Түңәрәк ҡорҙа бер татар ғалимы сығыш яһаны. Улар биш йөҙләп татар милләтле кешене тикшергән һәм ҡандарында донъяла булған бөтә гаплогруппаларҙы ла тапҡан. Сығыш яһаусы, афарин, фәнгә ҡаршы бармай, объектив фекер йөрөттө. Ул бының менән татар милләтендә ырыуҙар ҡоролошо булмауын иҫбат итте. Башҡорт ырыуҙарында иң күбе ике гаплогруппа, йәғни ҡан төрө бар. Тимәк, халыҡ ысынлап та ҡан буйынса ырыуға берләшкән, ойошҡан.

"Тарихи аң" тигән төшөнсә хаҡында һүҙ ҡуҙғаттыҡ. Нимә һуң ул тарихи аң? Ни өсөн ул тап бөгөн килеп уяна, бығаса ул ҡайҙа булған?

- Тарихи аң - ул ҡан хәтере. Беҙҙең мейе функциялары ул хәтерҙе һаҡламаһа йәки белмәһә лә, ҡанда һаҡлана. Ә ҡанға һинең тамырҙарың, генетик сығышың хаҡындағы бөтөн мәғлүмәттәр ҙә индерелгән. Советтар Союзы емерелеүгә егерме йыллап ваҡыт уҙҙы. Был үҙгәрештәр беҙгә яңы мөмкинлектәр бирер тип өмөтләндек. Әммә өмөтөбөҙ әллә ни аҡланманы. Булған мөмкинлектәр ҙә сикләнә килә, яңылары артыҡ асылып бармай. Яйлап беҙ ҙә ошо заманға яйлана, ҡулайлаша барабыҙ. Хәҙер кеше алдын-артын уйлап, алдағыһын ҡайғыртып йәшәргә өйрәнә башланы. Кредит бумдары ла үтеп бөтөп бара. Бурысҡа алыуҙың да хәйерле түгеллеген төшөндөк. Кеше ергә яҡыная, ер һәм үҙ көсөнә таянырға тырыша.
Кеше ул шундай йән эйәһе, уның матди мөмкинлектәре сикләнһә, рухи таяныс эҙләй башлай. Ә беҙҙең рухи таяныс - тарихыбыҙ. Халыҡтың иҡтисади көрсөк кисереүе ана шул аңды уятыуға килтерҙе.
Шулай итеп, "Башҡорт ырыуҙарының тарихы" томлыҡтары бөгөнгө зыялы башҡорттарҙың киләсәк быуындары һәм дөйөм халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарылған баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәте ул. "Шәжәрә" Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге киләсәктә ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуының барыһы хаҡында ла мәғлүмәттәр бирмәксе, рәхмәт яуғырҙары.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.
(Аҙағы. Башы 51-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1139

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru