«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРҒА БАТҠАН ҠАЛАБЫҘ...
+  - 

Яңы йыл мөғжизәләргә бай түгел, тип әйтеп ҡара инде: ошо байрам ваҡытында ғына өс-дүрт айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуһын әле! Ауыл ерендә йәшәүселәр күктән төшкән һәр тамсыны, һәр бөртөктө бәрәкәт тип ҡабул итһә, хатта яҙын ер дымға туйынып ҡаласаҡ, тип ҡыуанһа, ҡала халҡы өсөн был күренеш апокалипсисҡа әйләнә: хәрәкәт туҡталмаһа ла, төрлө төр транспорт метрлап ҡына алға шыуыша, йорт ихаталарынан, тротуарҙарҙан бер кеше генә үтерлек һуҡмаҡ ярыла...

Тәбиғәттең кешелекте сираттағы һынауы булды шикелле был. Юҡҡа ғына, кеше - ул һауыт, уның эсендә нимә тулы, шул түгелә, тимәйҙәр. Был осраҡта бәғзеләр ҡала округы хакимиәте башлығын, уның ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе, коммуналь хеҙмәттәрҙе һүкһә, социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың үҙен әүҙемлеккә саҡырыусыларҙы бөтөнләй бөтөрөп ташланылар. Ә бит барыһы ла ябай һымаҡ: кешенең кемлеге ауыр ваҡытта һынала. Эйе, бөгөн бер кемгә лә еңел түгел, ололар, мохтаждар өйҙәренән дә сыға алмай ултыра, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр юлдарҙан үтә алмай һ.б. Хатта һау-сәләмәттәргә лә теләгән ереңә барып етеүе еңелдән түгел. Ләкин кешелеклелектән, ярҙамсыллыҡтан, саҡ ҡына миһырбанлы булыуҙан әле бер кем дә тыймай. Мохтаждарға ярҙам итеү өсөн дә кемдеңдер күрһәтмәһе булырға тейешме йәки кешеләрҙә кешелеклек сифаты юғалыуға ла ҡала мэры һәм ил президенты ғәйеплеме?
"Беҙ дәүләткә һалым түләйбеҙ!" тигән дәлилде флаг итеп күтәрә ҡайһы берәүҙәр. Эйе, һалымды уны ҡала халҡы ғына түгел, ауыл халҡы ла түләй. Әммә ҡала халҡынан айырмалы, ауылда һәр кем үҙенең ихатаһын, ҡапҡа алдын, ғөмүмән, оло урам юлына сыҡҡанға тиклемге территорияны үҙе таҙалай, сөнки ул уның хужаһы. Ә ҡаланың күп ҡатлы фатирҙарында йәшәүселәрҙең территорияһы подъезд ишеген ябыу менән сикләнә.
Өфө ҡала округы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Чернов белдереүенсә, 1-8 ғинуарҙа ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Төрлө ауырлыҡтағы йөк ташыуға махсуслашҡан 150 үҙбушатҡыс машина көнөнә 2,5 мең самаһы рейс яһап, ҡарҙы ҡаланан ситкә ташыған. Ошо осорҙа барлығы 15 мең самаһы рейс яһала, был былтырғы менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Тәүлегенә 25 мең кубометр ҡар сығарыла, был да былтырғы күләмде 2,5 тапҡырға артып китә. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа сығарылған ҡарҙың дөйөм күләме лә былтырғынан ике тапҡырға артыҡ. Байрам көндәрендә шулай уҡ инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, ремонтсылар һәм урам таҙартыусылар тәүлек әйләнәһенә дежур иткән. Идара итеү ойошмалары составындағы авария-диспетчер хеҙмәттәренә 14 техника берәмеге һәм 158 кеше йәлеп ителгән. Экскаватор, автокран, автовышкалар водителдәре лә график буйынса эшләгән. Бынан тыш, "ЖЭУ" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә ике сменала слесарь-сантехниктар, иретеп йәбештереүселәр, электриктарҙан торған 58 авария бригадаһы ойошторолған. Аномаль тәбиғәт күренеше шарттарына бәйле 1 ғинуарҙан алып һәр көн 950 урам таҙартыусы һәм 154 техника йорт ихаталарын таҙартырға сыҡҡан. Башҡа ойошмаларҙан, килешеү буйынса, 35-40 берәмек техника йәлеп ителгән. Урам таҙартыусыларға өҫтәмә рәүештә коммуналь хужалыҡтың 450 башҡа хеҙмәткәре ярҙамлашҡан. Шулай итеп, миҙгел башынан ғына миллион кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған. Былтыр был күләмгә февраль башында ғына өлгәшенгән булған. Был үҙе үк миҙгелдең ғәҙәттән тыш икәнлеген дәлилләй. Ә ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында халыҡ берҙәм булып ойошорға тейеш, берҙәмлектә - көс икәне һәр кемгә бала сағынан һеңдерелгән бит.
Бөгөн ҡалалағы 400-ҙән ашыу махсус машина туҡтауһыҙ эш менән мәшғүл. Өҫтәүенә, сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары өҫтәмә рәүештә 100 берәмек техника бүлгән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланы ҡарҙан таҙартыу күҙ йомоп асҡан арала ғына башҡарыла торған эш түгел: үҙәк урамдарҙан, төп магистралдән башҡа урамдар, тыҡырыҡтар, ихаталар ҙа бар, параллель рәүештә уларҙа ла эш алып барылырға тейеш.
Ҡабат ихаталарға урап ҡайтҡанда, уларҙың бик аҙ өлөшө генә ҡала ҡарамағында (30 процент), башҡаларын айырым хужалыҡ итеүсе субъекттар хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ төрлө республика һәм федераль власть ҡарамағындағы предприятиелар ҙа, башҡа ойошмалар ҙа үҙҙәренең территорияһын таҙартырға, тәртиптә тоторға бурыслы. Был талап закон менән нығытылған, әгәр ул үтәлмәһә, 100 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Икенсе яҡтан, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартҡанда уларҙа парковкаланған машиналарҙың ҡамасаулауы тураһында бер бөгөн генә һүҙ күтәрелмәй. Әгәр хужа аҙналар буйы машинаһы тирәһен көрттән таҙартмай, уны оҙайлы ваҡыт урынынан да ҡуҙғатмай икән, бында кемде ғәйепләргә?
Шул уҡ ваҡытта коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ихаталарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам иткән Дим, Совет райондарында, ҡайһы бер айырым урамдарҙа йәшәүселәрҙең инициативаһын хупларға, уларҙың өлгөһөнә эйәрергә генә кәрәктер, моғайын. Ҡала ғына түгел, тотош йәмғиәт бит һинән, минән, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың ҡылған ғәмәлдәренән барлыҡҡа килә. Ә, бәлки, был тәбиғәттең халыҡтарға берләшергә кәрәклекте, уның кеше икәнлеген сираттағы иҫкәртеүе генәлер...

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.17 | Ҡаралған: 1116

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru