...Башҡортостан иҫән ҡала, тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
(Ш. Бабич).
Шәйехзада Бабич кемдәр тарафынан һәм нисек һәләк булған? Ни өсөн берәүҙәр уны Темәстән Йылайыр аша Мораҡҡа, типографияны күсереп алып китеп барғанда аҡтар ҡулынан һәләк булды, ти. Ә икенселәре, киреһенсә, Ырымбурҙан Йылайыр аша Темәскә китеп барғанда ҡыҙылдар тарафынан үлтерелгән, тип бара. Был һорауға бөгөн, шағир вафатына бер быуатҡа яҡын ғүмер уҙғас, яуап эҙләүҙең кәрәге бармы? Минеңсә, бар, хатта ошо һорауҙарға теүәл яуап таба алмаған хәлдә лә, уйланырға һәм эҙләнергә тейешбеҙ, сөнки тарихҡа битараф булмау - халыҡты йәшәткән һәм йәшәтәсәк көс ул!
1919 йылдың мартында булған фажиғәнең шаһиттары күптән фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсте, был ваҡиға тураһында үҙ мәлендә яҙылған иҫтәлектәр, мәҡәләләр совет осороноң ҡаты цензураһы аша үтә алманы. Шуға ла бөгөн берҙән-бер әмәл - шул осорҙа донъя күргән ваҡытлы матбуғатты өйрәнеү һәм бәхетле осраҡ менән архивтарҙа һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәргә юлығыу.
1958 йылда Әхнәф Харисов төҙөгән "Шәйехзада Бабич. Һайланма әҫәрҙәр" китабы донъя күрә. Был - шағир вафатынан һуң Башҡортостанда баҫылған тәүге йыйынтыҡ. Ғалим китаптың инеш өлөшөндә шағирҙың нисек һәм кемдәр ҡулынан үлтерелеүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, түбәндәгеләрҙе яҙа: "1919 йылдың 28 мартында, Темәстән Мораҡҡа (Ҡыҙыл Мәсеткә) Башревкомдың типографияһын күсереп алып барған ваҡытта, бер нисә иптәше менән бергә революцияның яуыз енәйәтселәре ҡулынан фажиғәле рәүештә һәләк була".
Тик был мәғлүмәт бик бәхәсле булып сыға. Тәүгеләрҙән булып Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән, Бабичтың Этҡолда ҡунып китеүенә шаһит булған ул осорҙағы йәш уҡытыусы Шәһәрғәзи Ғәбдиев был мәғлүмәткә ҡаршы сыға. Ул Әхнәф Харисов исеменә хат яҙа. Хат хәҙерге көндә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге архивында һаҡлана. Унда былай тиелгән: "Хөрмәтле Әхнәф Харис! Бабичты Башревком типографияһын Темәстән Мораҡҡа (Ҡыҙыл Мәсеткә) алып барғанда үлтергәндәр, тиһең. Был мотлаҡ хата. Темәс ваҡытлыса баш ҡала, тип иғлан ителгәс, Ырымбурҙа, Каруанһарайҙа, Кир. край (Ҡырғыҙ крайы - Г.С.) заманында "Енбекши казах" тигән газет өсөн ваҡытлыса файҙаланып торған типографияны Ырымбурҙан Йылайыр аша Темәскә алып килә ятҡанда, Злобин тигән кешенең отрядына осрап, шул Злобиндар Бабичты һәләк итә лә инде".
Шәһәрғәзи Шаһибал улының хатына Әхнәф Харисов былай тип яуап бирә: "Хөрмәтле иптәш Ғәбдиев! Бабичтың ҡайҙа һәм нисек үлтерелеүе хаҡындағы деталдәрегеҙ өсөн рәхмәт. Мин үҙем дә өйрәнә һәм төпсөнә торғас, шул уйға (һеҙ яҙғандарға) килгәйнем. Һеҙ быны бик ваҡытлы дөрөҫләнегеҙ" (Хат 2005 йылда сыҡҡан "Шәһәрғәзи сәсән" китабында баҫылған. Төҙөүсеһе - Азамат Тажетдинов).
Бабич ижадын өйрәнгән Зәбихулла Исҡужин да: "Иркәбаев менән Бабичты Әлимсат ауылынан сығып (Йылайыр районындағы бөткән ауыл) Кананикольскийға табан барғанда "шикле кешеләр" тип тотоп алалар", - тип яҙа. Ул да уларҙың Темәскә табан китеп барыуҙарын билдәләй.
Ошо факттарҙы тағы ла бер мәҡәлә менән раҫларға була. "Бабич ҡәбере" тип атала ул. 1924 йылдың 3 февралендә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылып сыға. Мәҡәләне тулыһынса тәҡдим итәм: "Татарстан" газетаһында иптәш Ченәкәй Бабич ҡәбере хаҡында ошо һүҙҙәрҙе яҙа: "Бабичты 1919 йылдың башындараҡ Оренбургтан сығып, Йылайыр кантоны мәркәзе булған Преображенский ауылына табан ҡарап барғанда Аҡъяр яғынан ике арала тотоп алалар. Бабич янында Иркәбаев тигән иптәше лә була. Уларҙы заводтағы революционный комитетҡа бирәләр. Һәм тотоп килтереүселәр уларҙы шпиондар тип таныталар. Ревком быларҙы атырға ҡарар бирһә лә, Бабичтың шағир икәнлеген белеү ҡотҡара. Бабич ҡулында бик яҡшы револьвер була. Уны бер командир алып, Бабичтың эшен ревкомға тапшыра, үҙе разведкаға китә.
Шул ваҡытта Бабичҡа заводтан китергә ҡушалар. Ул тыңламай. Бер көндө уның револьверын алып киткән командир үҙенең ғәскәрҙәре менән ҡайта. Бабич үҙенең әйберен һорар өсөн яңы ғына һуғыштан ҡыҙып ҡайтҡан ғәскәрҙәргә ҡаршы урамға сыға ла, револьверын һорай. Ғәскәрҙәр уны төрмәнән ҡасып сыҡҡан тип уйлап, шундуҡ үлтерәләр. Шулай итеп, ул аңлашылмау арҡаһында гонаһһыҙға һәләк булды.
Уны башҡа үлектәр менән бергә завод янындағы бер урынға күмәләр. Уның кәүҙәһе хәҙерге көндә Преображенский ауылы янында туғандар ҡәберенән ике йөҙ сажин самаһы ергә күмелгән. Йылайырҙа Бабич исеменә хәтирә эшләү комиссияһы бар. Уның рәйесе Бикбов (бәлки Бикбабов - Г.С.) был хәбәрҙе дөрөҫләй. Шул комиссия Бабичтың ҡәберенә һәйкәл эшләтергә теләй".
"Башҡортостан" гәзите, № 17 (178) 3 февраль, 1924 йыл.
Теүәл ун йылдан, 1934 йылда, ВКП (б)-ның Башҡорт обкомы тезистары баҫыла. Унда Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан Бабичтың үлеме хаҡында "шағир революция дошмандары ҡорбаны" булды тиәсәктәр. Шулай итеп, тарихи ваҡиғаларға "төҙәтеүҙәр" индерелә башлай...
"Башҡортостан иҫән ҡала, тиһәң, бер йәнемә миллион үлем бир!" тигән һүҙҙәрҙе яҙған шағирҙың булмышы ла, яҙмышы ла, хыялдары һәм хатта юғалтыуҙары ла тарих тарафынан төҙәтелергә тейеш түгел. Ярамай. Тәү сиратта үҙебеҙ өсөн.
Тағы бер хәтирә
ШАҒИРЫБЫҘҘЫ ИҪКӘ ТӨШӨРӨҮ КИСӘҺЕ
Һөйөклө шағирыбыҙ Шәйехзаданың Башҡортостан азатлығы, башҡорт ярлыһының бәхете юлында ҡорбан булыуына бер йыл тулды. Иркебеҙ, яҡты бәхетебеҙ юлында йәнен фиҙа иткән ҙур шағирыбыҙҙы үлгән көнөндә иҫкә төшөрөп, Башҡортостан сәнәиғ нәфисәһе суғбәһе (Башҡортостан художество сәнғәте - Г.С.) һәм башҡорт йәштәре тарафынан һағыныу кисәһе яһалды. Кисәлә тамашаға өс бүлектән ғибәрәт булған "башҡорт әҙәбиәте кисәһе" ҡуйылды.
Сәхнә асылғас та, сәхнәгә айырым бер йәм биреп торған Бабичтың ҙур рәсеме янында тороп, Зәки иптәш Вәлидов шағирҙың әҙәбиәтебеҙҙәге урыны, Башҡортостанға хеҙмәте тураһында һөйләне. Вәлидов иптәштән һуң башҡорт йәштәре хор менән "Мәтәм маршы"н йырланылар. Халыҡ шағирҙы хөрмәтләп, аяҡ үрә баҫып тыңланы. Унан һуң художество сәнғәт мөдире Мортазин -Иманский Бабичтың сәнғәткә ҡарашын, Ишмаков, Таһиров, Аллабирҙе Йәғәфәров иптәштәр шағирҙың Башҡортостанға хеҙмәтен, нисек ҡорбан булыуын һөйләп үттеләр. Нуриәғзәм Таһиров скрипкаға ҡушылып, "Эскадрон"ды башҡарҙы. Сәлихов иптәш "Ялан Йәркәй"ҙе башҡарҙы. Бынан тыш, башҡортса бейеүҙәр, ҡурайҙа уйналған көйҙәр... Кисәнән килгән файҙаға Бабичтың рәсеме яһатылып, Башҡортостандағы сәнғәт учреждениеларына бушҡа таратыласаҡ.
"Башҡортостан хәбәрҙәре" гәзите, Стәрлетамаҡ, 1920 йыл, 8 апрель.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА