«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ЕРҘӘ ЛӘ ТАРИХ ЭҘЛӘЙЕМ...
+  - 

Ғәлим ХИСАМОВ Өс һорау был юлы яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Афзал улы ХИСАМОВҡа төбәлә.

Ғәлим Афзал улы, һеҙҙең тарихи проза әҫәрҙәрегеҙ байтаҡ ҡына. Был жанрҙа һеҙ ниндәй ҡағиҙәләргә таянып эшләйһегеҙ? Ғөмүмән, әҙәбиәттә тарихты сағылдырыуҙың төп ҡанундары бармы?

- Бик ҙур һәм үтә лә үҙенсәлекле һорауҙарҙың береһе ул әҙәбиәттә тарих мәсьәләһе. Һәр халыҡтың үҙ тарихы бар һәм ул тарих әҙәбиәттә үҙенә генә хас һыҙаттарҙа сағылыш таба. Әҙәбиәттә һүрәтләнгән тарихтың теге йәки был һорауға яуабы ла үҙенсәлекле була. Яңыраҡ Өфөлә, "Евразия" сәйәхәтнамәһе сиктәрендә, беҙҙең туғандаш халҡыбыҙ - сахалар театрының бер нисә пьесаһы сәхнәләштерелде. Шуларҙың береһен, "Һундар повесы"н, саха авторы боронғо һундарҙың тормошо нигеҙендә яҙып сәхнәләштергән. Был әҫәрҙә бик боронғо, йыллап барлаһаң, яңы дәүергә, яңы эраға тиклем 5 мең йыллап элек булыуы ихтимал ваҡиғалар сағылдырылған. Был әҫәргә тотоноп, яҙыусы ла, режиссер ҙа, берҙән, үҙҙәренә бик ҙур яуаплылыҡ алған, икенсенән, халҡының тарихи тамырҙарын сағылдырыуға өлгәшкән. Ошондай тарихи әҫәрҙәр, ғөмүмән, тарихты әҙәбиәттә, сәхнәлә, кинофильмдарҙа сағылдырыу үҙеңдең халҡыңдын үткәнен бар ысынбарлығында, бөйөклөгөндә күрһәтергә ынтылыу ниәтенән сығып яҙылырға тейеш. Тарихты былай ғына, "шулай булған, былай булған" тип әйтеп еткереү - ул әле тарих тураһында әҫәр яҙыу тип һаналмай. Тарихтың төп нигеҙендә мәғәнә ята. Тарихи әҫәрҙәр яҙыуҙың һәм яҙырға ынтылыштың ҡиммәте - ана шул мәғәнәне күрһәтә алыуҙа.
Мин үҙемдең яҙыусылыҡ дәүеремдә бер нисә тарихи әҫәр яҙып ҡараным. Килеп сыҡҡанмы, юҡмы - уныһын инде уҡыусы ғына хөкөм итә ала. Тарихи әҫәрҙәрҙе ҡағыҙға төшөрә башлағандан алып үҙем өсөн бер концепция барлыҡҡа килтерҙем. Ул бик ябай ғына. Башҡорттарыбыҙ бөгөнгө көндән бик күп йылдар элек, әйтәйек, 30-40 мең йыл әүәл, ошонда, Урал армыттарында халыҡ булып йәшәгән һәм бөгөнгө көндә лә ул ошонда йәшәй. Уның киләсәк быуындары, балалары ла ошонда уҡ йәшәйәсәк. Бына шул концепция нигеҙендә мин халҡыбыҙҙың бер-ике көнөн, бер нисә йылын, быуатын, дәүерен ҡағыҙҙа күрһәтергә тырышам. Мәҫәлән, "Өн һәм һан" романымда мин бик оҙайлы тарихҡа мөрәжәғәт иттем. Романға 10 меңләп йыл әүәл булыуы ихтимал тарихтан башлап, бөгөнгө көнгә тиклем булыуы ихтимал хәлдәрҙе индерҙем. Бына ул минең өсөн тарих...
"Ағиҙел" журналында яңы романым баҫыла башланы. Ул роман Башҡортостан менән Рус дәүләтенең ҡушылыу осорон сағылдыра. Һүҙ барған дәүер бик оҙайлы түгел - йәмғеһе 20-30 йыллыҡ ваҡыт арауығын ғына үҙ эсенә ала. Ә әле яҙып йөрөгән яңы әҫәремдең башына "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлайым" тип яҙып ҡуйҙым. Унда Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенән алып, Рәсәй менән килешеү төҙөү дәүеренә тиклем барған ваҡиғалар һүрәтләнәсәк. Ул да оҙайлы дәүерҙе үҙ эсенә алмай - 1917, 1918, 1919 йылдарға ғына бағышлана. Ошо ваҡыт эсендәге ваҡиғалар, геройҙар аша мин уҡыусыға халҡыбыҙҙың кем икәнлеген тоҫмалларға ярҙам итергә теләйем. Әлбиттә, был художестволы әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың тарихи факттарға тап килеп бөтмәүе лә ихтимал, ләкин улар документтарға таянып эшләнгән. Документтарға таяныу тормошсанлыҡты көсәйтә, ысынбарлыҡты күрһәтергә ярҙам итә. Тарихты өҫтән-мөҫтән генә белеп, матур һүҙҙәргә төрөп әҫәр яҙыу менән генә тарихи әҫәр тыумайҙыр. Тап ана шул документ нигеҙенә таянып яҙыуҙан ғына тарих тыуа.
Һәр хәлдә, тарихты һәр кем үҙенсә аңлай һәм үҙенсә сағылдыра. Кем нисек булдыра бит, тигәндәй. Ләкин тарихи әҫәр яҙған һәр яҙыусының ниәте изге була, уныһына иманым камил. Ә инде оҫталыҡ, эш ысулдары - икенсе мәсьәлә... Тарихи факттарҙы, тарихты туҡтауһыҙ өйрәнеү, уны бөгөнгө менән сағыштырып ҡарау тарих менән шөғөлләнгән, тарихты өйрәнгән кешенең көндәлек эшенә әүерелә икән. Шуның кеүек, мин һәр ерҙә лә тарих эҙләйем. Йәғни, халыҡты, уның вәкилдәрен һәм уның тарихи эҙен күңелемә йыя йөрөйөм. Тулып ята, һәр ваҡыт беҙҙең янда ул хазиналар.

Мөхәббәт мотивы, уҡыусыны ылыҡтырғыс сараларҙың береһе булараҡ, һәр әҫәрҙә лә мотлаҡ урын алырға тейешме?

- Мөхәббәт - ғәрәп һүҙе. Беҙҙең телдә - һөйөү. "Ҡөрьән"дә Аллаһы Тәғәлә исеменән: "Мин Әҙәмде балсыҡтан (тупраҡтан) яралттым. Әҙәм минең янымда оҙаҡ йәшәне. Ул бик тәртипле, тыңлаусан, шул уҡ ваҡытта, моңһоу ғүмер итте. Күп быуаттар шулай ғүмер кисергәндән һуң, мин: "Был бигерәк моңһоу йөрөй, уға берәй иптәш бирәйем", тип, Мәрйәм ананы яһаным", - тигән һүҙҙәр килтерелә. Ер йөҙөндә ир менән ҡатындың барлыҡҡа килеүе ошо рәүешле аңлатыла. Уларҙың яҡынлашып китеүе тураһында "Евангелие"ла: "Мәрйәм ана (мосолмандарҙа ул Һауа тип тә, Мәрйәм ана тип тә атала) Әҙәмгә алма бүләк итеп, Әҙәмдең күңелен йомшарта һәм уларҙың яҡынлығы барлыҡҡа килә", - тиелә. Беҙҙең халыҡта яҡынлыҡты аңлатҡан махсус һүҙ бар. Ул һүҙҙе барыһы ла белгәнгә күрә, бында әйтеп тороуҙың кәрәге юҡтыр.
Боронғо китаптарҙа, диндәрҙә, фәндәрҙә мөхәббәтте ике енес кешеһенең бер-береһенә ҡарата барлыҡҡа килгән тойғоһо, тип аңлатыу бар. Кешеләрҙә була торған бөйөк хистәрҙең береһе - мөхәббәт. Иң тәүҙә ул баланың күңелендә тыуа. Күкрәк һөтөн имә башлау менән әсәһенә ҡарата барлыҡҡа килә был хис. Әсәнең балаға һөйөүе иһә баланы ҡарынында йөрөткән ваҡытта уҡ уяна. Ғалимдар ошо тойғоно мөхәббәт тип атай. Ләкин һуңғы 15-20 йыл эсендә мөхәббәтте ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә генә әйләндереп ҡалдырҙылар. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, минеңсә. Мөхәббәт ул - ҙур тойғо. Ғөмүмән, кешенең кешегә мөнәсәбәтен сағылдырған тойғо ул - мөхәббәт.
Хис хәрәкәтте тыуҙыра. Әгәр ҙә хис менән хәрәкәт бер-береһенә тап килә икән, шул ваҡытта тормош та матур була. Әгәр хәрәкәт менән хис тап килмәйенсә, айырым була ҡалһа - тормоштоң бәрәкәте лә, таты ла булмай. Минең аңлауымса, бына шул ул мөхәббәт. Һөйөүҙе һәр кем үҙенсә кисерә, үҙенсә белдерә. Шағирҙар, әйтәйек, был тойғоно шиғыр аша аңлата: мөхәббәт тураһында шул тиклем күп шиғыр яҙып, мөхәббәт ваҡланып бөтмәйме икән ул, тигән уй ҙа килә башҡа. Мин үҙем шиғыр яҙып ҡарамағас, белмәйем. Ләкин мин үҙемдең әҫәрҙәрҙә лә ул темаға бик үк ҡағылмаҫҡа тырышам. Сөнки мөхәббәт тураһында әҫәр яҙыр өсөн мөхәббәт өлкәһе белгесе булырға кәрәктер, тип һанайым. Ул кисереште бит ҡағыҙға һала белергә лә кәрәк. Шул саҡта ғына мөхәббәт тураһында яҙып була. Ә был көйөнсә генә, "мөхәббәт" тип әйтеүҙән генә, хис барлыҡҡа килә тигән һүҙ түгел.

Шағирҙың, яҙыусының Ғаләм, Күк менән сихри бәйләнеше бар, тигән юрауҙар ҙа ишеткән бар. Һорау нисек кенә сәйер яңғырамаһын, кемгәлер ҡыҙыҡ булыуы бар: Һеҙ үҙегеҙҙә ундай бәйләнеште тойғанығыҙ булдымы?

- Күктәр менән бәйләнеш һәр кемдә бар ул. Уны беҙ бик үк тойоп ҡына бөтөрмәйбеҙ шикелле. Тойоу, ул турала уйлау ғына аҙ. Әлеге бәйләнештең яуап-хәрәкәте лә булырға тейеш. Әгәр һин бөйөк Көстән, бөйөк Ҡөҙрәттән ниндәйҙер этәргес алаһың икән, уға лайыҡлы яуап бирергә лә кәрәк. Бына ошо йәһәттән был бәйләнеш кемдәргәлер күберәк, кемдәргәлер аҙыраҡ бирелә торғандыр...
Аллаһы Тәғәлә һәр кешегә ҡарата иғтибарлы. Ни өсөн? Элегерәк, әлеге компьютер техникаһы уйлап сығарылмаған ваҡытта: "Ер йөҙөндә бер нисә миллиард кеше бар. Аллаһы Тәғәлә һәр береһен нисек ҡарап өлгөрә икән?" - тип уйланыла торғайны. Ә хәҙерге электроника, интернет селтәренән миллиард халыҡты, мәғлүмәтте байҡап сығыу бер ни ҙә тормай икәнен күрәбеҙ. Шулай булғас, ысынлап та, Юғары көстөң, Илаһтың һәр кемде ҡайғыртыу мөмкинлеге ышандыра. Ошо йәһәттән ҡарағанда, кешенең Юғары көстәр менән бәйләнеше булыуы ла бик ихтимал. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең: "Миңә шундай хәбәр килде бит әле", - тип әйтеүе, яу һалыуы ышандырып етмәй. Әгәр ҙә ысынлап та шундай хәбәр ала икән, шундай этәргес була икән, уны кеше һаҡлап ҡына тоторға тейеш. Ысынлап та шулай булдымы әле, юҡмы әле, тип шикләнергә лә тейеш. Шикләнмәй икән, ул булмағанды раҫлау тип аңлатыла, йәғни, алдау булып килеп сыға. Мин үҙем ошо йәһәттән ҡайһы бер фекерҙәрҙең үҙемә ҡапыл килгәнен беләм. Мин уны кемдеңдер әйтеүе, этәргесе тип раҫлай алмайым. Ул, бәлки, шулайҙар ҙа, әммә, белмәгәс, нисек раҫлайым? Бер миҫал килтерәм мин һеҙгә. Бер ваҡыт миңә "Мосолман донъяһындағы мәсеттәр, мәҙрәсәләр һәм башҡа изге урындар тураһында бөтә донъя энциклопедияһы төҙөргә кәрәк", тигән уй килде. Ошондай фекерҙәр йыш ҡына миңә таң алдынан килә. Бәлки уны, ысынлап та, Ҡөҙрәт ебәргәндер, бәлки, Аллаһы Тәғәлә этәргәндер. "Һин шуны эшлә әле, бүтән нәмә менән әүрәп йөрөмә", - тип әйткәндер. Шуға күрә, әгәр ҙә кемдер: "Тарихи әҫәрҙәр яҙған ваҡытта тарихты уға кемдер шыбырлап тора", тип әйтә икән, бәлки, алдамайҙыр ул. Бәлки, дөрөҫтөр. Мин уныһын белмәйем. Ләкин ҡыҙыҡһыныу, тарих менән ҡыҙыҡһыныу, бүтән нәмәләр менән ҡыҙыҡһыныу - уйланып йөрөүҙән килеп сыҡҡан һөҙөмтә тип ҡарарға кәрәк. Ләкин ул фекерҙәр күп ваҡыт башта ҡылт итеп балҡып китә һәм уларҙың тәбиғәте уйландыра...

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1220

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru