«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТАРАФТАРҘА, ЙӘШТӘРЕНӘ ҠАРАП, БЫЛ МИЛЛӘТТЕҢ КИЛӘСӘГЕ БАР, ТИҺЕНДӘР...
+  - 

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2016 йылда Рәсәйҙең классик юғары уҡыу йорттары араһында ун етенсе урынды биләгән. Юғары квалификациялы педагогтар әҙерләүсе уҡыу йортоноң республикабыҙ өсөн иң әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе, ул, әлбиттә, башҡорт филологияһы. Университеттың ойошторолоуына 50 йыл тулған был көндәрҙә филология факультетында белем алған студенттар Айтуған Йәнбирҙин, Айбулат Сәсәнбаев һәм Байрас Азаматов менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Егеттәр техник һөнәр үҙләштерергә тейеш, тигән ҡалыплашҡан ҡараш бар. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын һайлаған егеттәр был турала нимә уйлай?

Айтуған Йәнбирҙин:
Ошо факультет тураһында мәктәп йылдарынан уҡ белә инем. Рус һәм башҡорт теле буйынса уҡытыусыларым тәҡдим иткәс, университет тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарап сыҡҡас, ошонда уҡырға инергә теләк тыуҙы. Хәҙер инде дүртенсе курсты тамамларға торғанда ышанысым аҡланыуын тоям һәм юғары уҡыу йортон дөрөҫ һайлағанмын, тип әйтә алам.
Айбулат Сәсәнбаев: Мин дә ун беренсе синыфты тамамлап барғанда юғары уҡыу йорто тураһында уйлана башланым. Шунан буласаҡ һөнәремде тап ошо факультетта алырға тейешлегемде аңланым. Педагогия университеты - ул уҡытыусылар ғына әҙерләүсе түгел, ә йәш кешегә бик күп мөмкинлектәр асыусы юғары уҡыу йорто. Мин әҙәбиәт, ижад, журналистика менән ҡыҙыҡһынғас, тап башҡорт филологияһы факультеты был юҫыҡта үҫешергә мөмкинлек бирер, тип уйлап килдем һәм яңылышманым.
Байрас Азаматов: Сибай ҡалаһының гимназия-интернатына Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев уҡыусылар менән осрашыуға килде. Бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны ул, юғары уҡыу йорто тураһында ла һөйләне, бәхәсләшеп тә киткәйнек хатта. Шунда ошо юғары уҡыу йорто менән ҡыҙыҡһынып киттем, факультет үткәргән "Илһам" йәш ижадсыларҙың республика конкурсында ҡатнашып, бында уҡыған студенттарҙың эшмәкәрлеге менән танышып, үҙем дә ошо мөхиттә уҡығым килде. Бөтә егеттәргә лә мотлаҡ техник һөнәр һайларға кәрәк тимәгән, һәр кем күңеленә ятҡан эшкә өйрәнергә тейеш.

Университеттың башҡорт филологияһы факультеты студенттарын һәр яҡлап та талантлы йәштәр тип беләбеҙ. Йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылған бында?

Айбулат Сәсәнбаев:
Башҡорт филологияһы факультетына тәү сиратта ижадҡа яҡын йәштәр уҡырға килә, улар әҙәбиәткә ғашиҡ, үҙҙәре лә шиғыр йә хикәйәләр ижад итә. Улар өсөн бында филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев етәкселек иткән "Тулҡын" әҙәби берекмәһе эшләй, мин үҙем ул берекмәнең старостаһы булып торам. Беренсе курсҡа уҡырға килгәндә үк йәштәрҙе әҙәби берекмә эшенә йәлеп итәбеҙ, айына бер тапҡыр шулай уҡ "Тулҡын" тип аталған гәзитебеҙҙе баҫтырабыҙ. Мәктәп йылдарында уҡ ижад иткән йәштәр бында килеп фекерҙәштәр таба, төрлө осрашыуҙарҙа билдәле шәхестәр менән аралашып, фәһем ала, конкурс һәм ижади сараларҙа һәләттәрен үҫтерергә һәм оҫталыҡтарын арттырырға мөмкинлек бирелә уларға.
Айтуған Йәнбирҙин: Башҡорт филологияһы факультетында, ысынлап та, теләге булған һәр кемгә сифатлы юғары белем биреүҙән тыш, үҙе теләгән шөғөл менән булырға ла мөмкинлектәр тыуҙырыла. Мәҫәлән, М. Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов етәкселегендә "Ҡорос" халыҡ фольклор-театр коллективы эшләй. Студенттар төрлө спектаклдәр һәм фольклор күренештәрен сәхнәләштереп, үҙебеҙҙең университет сәхнәһендә генә түгел, республиканың Әбйәлил, Учалы, Ишембай райондарында, хатта Ҡаҙағстан тамашасылары алдында сығыш яһағандары бар. Мин башҡорт филологияһы факультетының "Ете ырыу" бейеү ансамблендә шөғөлләнәм, икенсе йыл рәттән Ҡаҙан ҡалаһында үткән Рәсәй вуздары араһындағы Волга буйы фестивалендә беренсе урын алдыҡ. Был фестивалдәге иң юғары баһа булды, сығышыбыҙ барыһының да күңеленә ятты, рухлы йәштәр булыуығыҙ күренеп тора, тип тә әйттеләр. "Ете ырыу" бейеү ансамбленең бер үҙенсәлеге бар: бейеүҙәрҙе үҙебеҙ һалабыҙ. Ансамбль ағзалары Ләйсән Йәнекәйева һәм Фәдис Иҙрисов бик күп бейеүҙәребеҙҙең авторҙары. "Ете ырыу"ҙың тарихы ике-өс йыл элек "Студент яҙы" сараһында сығыш яһарға теләгән йәштәрҙең берләшеүенән башланып киткәйне, хәҙер халыҡ ансамбленә тиклем үҫеп етте.
Айбулат Сәсәнбаев: Мәктәптә белем алған осорҙа Сибайҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын тамамлағайным, бында килгәс тә был музыка ҡоралында башҡарыу оҫталығымды камиллаштырыуҙы дауам итәм. "Даръя" халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә ҡурайҙан тыш ҡумыҙ, думбырала уйнарға өйрәндем. Башҡорт филологияһы факультетының Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге "Йәш сәсәндәр мәктәбе" менән дә Ҡаҙағстанда, Ҡалмыҡстанда һәм башҡа ерҙә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу бәхете тәтене.
Байрас Азаматов: Башҡорт филологияһы факультеты студенттары белем кимәле йәһәтенән дә беренселәр рәтендә. Фән һәм проект эштәре буйынса бик әүҙемдәр, Рәсәй һәм халыҡ-ара мәғариф форумдарында ҡатнашалар. 2016 йыл бигерәк тә мәғариф форумдарында ҡаҙанған уңыштарыбыҙға бай булды. "Ҡымыҙ-брейк" проектымды Бөтә Рәсәй кимәлендәге ике мәғариф форумында лайыҡлы баһаланылар, Зарина Мырҙағолова "Ҡумта" мәғариф майҙансығын алып бара, "Урал мираҫы" форумында волонтерҙар булып ҡатнашыусылар бар. Һәр саранан үҙебеҙгә белем, фәһем, тәжрибә алып ҡайтабыҙ. Үткән йылдың ноябрь айында үткән "Рәсәй студенты - 2016" Бөтә Рәсәй милләт-ара форумында университеттан дүрт студент ҡатнаштыҡ. Шунда Хәрби-тарихи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Саид-Хәсән Мусхаджиевтың: "Икенсе көн башҡорт йәштәренең фекерҙәрен тыңлайым һәм улар, ысынлап та, тәбиғәт менән гармонияла үҫешкән, милли үҙаң нимә икәнен аңлаған, рухлы халыҡ булыуына инандым. Был халыҡтың киләсәге бар", - тип әйтеүе һаман иҫтә.

Әлеге көндә ниндәй яңы проекттар буйынса эшләйһегеҙ һәм ниндәй сараларҙа ҡатнашырға йыйынаһығыҙ?

Айтуған Йәнбирҙин:
"Белемле Башҡортостан" тигән проектыбыҙҙы дауам итәбеҙ һәм башҡортса хаталы яҙыу күренһә, кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, төҙәттерәбеҙ. Был даими проект Терминология комиссияһы ағзалары булған уҡытыусыларыбыҙ менән берлектә алып барыла. Шулай уҡ университеттар араһында үткәрелгән төрлө ғилми конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуҙы дауам итәбеҙ. Мин шулай уҡ грепплинг менән шөғөлләнәм һәм спорт ярыштарына йөрөйөм. Әйткәндәй, беҙҙең башҡорт филологияһы факультетында белем алыусы ҡыҙҙар ҙа егеттәр кеүек бик әүҙемдәр. Яҡшы уҡыйҙар, матурлыҡ конкурстарында ҡатнашалар. Республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге гүзәллек конкурстарында еңеп, башҡорт ҡыҙҙары данын яҡлап йөрөүселәр улар.
Айбулат Сәсәнбаев: Мәғлүм булыуынса, быйыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына нигеҙ һалыныуға 50 йыл. Ул 1967 йылдан 2000 йылға тиклем институт тип йөрөтөлә, 2006 йылда башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. Был оло датаны билдәләп, йыл дауамында беҙҙең вузда бик күп саралар ойоштороу ҡаралған. Әле 25 ғинуарҙа "Студенттар көнө"ндә бик сағыу концерт һәм студенттар, уҡытыусылар өсөн төрлө ярыштар үткәрелде. Вуз ректоры Рәил Әсәҙуллин дә унда бик әүҙем ҡатнашты, сығыш яһаны һәм байрам кисәһе тортлап сәй эсеү, салют менән тамамланды.
Байрас Азаматов: Университет үткәргән бөтә саралар, башҡорт филологияһы факультетында эшләнгән эштәр инициативалы йәштәр тәҡдиме менән атҡарыла. Беҙҙең нимәлер эшләргә теләк белдереүҙе күреп, һәр ваҡыт күтәрмәләргә әҙер булған барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға - иң тәүҙә университет ректоры Рәил Әсәҙуллинға, факультетыбыҙ етәксеһе Луиза Сәмситоваға рәхмәтлебеҙ. Бик күп мәғариф форумдарында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән ҡатнашабыҙ, уларға ла рәхмәт.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеттары исемлегенә индерелгәйне. Был студенттарға ниндәй яңы мөмкинлектәр асты?

Айбулат Сәсәнбаев:
Беҙ уҡыған юғары уҡыу йорто Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеттары исемлегенә индерелгәс, студенттар, аспиранттар, докторанттарға ошо исемлектә торған башҡа илдәрҙең вуздарында бушлай белем алыу мөмкинле бирелде. Шуға хәҙер М. Аҡмулла исемендәге университет дипломын, йә иң оҙайлы ваҡыт уҡыған вуз дипломын һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының берҙәм дипломын алырға була. Был ойошмаға Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан илдәренең юғары уҡыу йорттары инә. Тимәк, ошо илдәрҙең вуздарында белемеңде камиллаштыра алаһың.
Айтуған Йәнбирҙин: Беҙҙең башҡорт филологияһы факультетында ла ошо программа буйынса белемдәрен камиллаштырыусылар бар. Мәҫәлән, Ильяс Сагынбек 3 курста уҡып йөрөй, Мәрәй Күпжанов беҙҙә уҡып бөтөп, хәҙер Аҡтүбәлә башҡорт теленән уҡыта, Вячеслав Чернев Варшавала белемен камиллаштыра һәм шулай уҡ поляк студенттарына башҡорт телен өйрәтә. Беҙҙең студенттар ҙа Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһындағы Жубанов исемендәге төбәк дәүләт университетына һәм С. Баишев исемендәге университетҡа, Таулы Алтайға стажировка үтергә йөрөй. Был бәйләнештәр халыҡ-ара ғилми конференция, олимпиада, конкурстар үткәреүгә лә булышлыҡ итә. Төрлө сараларға саҡырыуҙар алып торабыҙ.
Байрас Азаматов: Былар барыһы ла йәштәргә тиҫтерҙәре менән аралашырға, төрлө файҙалы танышлыҡтар булдырырға ярҙам итә. Беҙ мәғариф форумдарында, ғилми конференцияларҙа, мәҙәни сараларҙа булһынмы, теләктәштәр, фекерҙәштәр һәм кәрәкле бәйләнештәр табабыҙ. Әлеге көндә факультетыбыҙҙа педагогия фәндәре докторы, профессор Рәйсә Дәүләтбаева проекты буйынса фәнни-ижади лаборатория асылды. Был лабораторияла тауыш, монтаж өсөн тәғәйенләнгән аппаратуралар, компьютерҙар, камера, штатив, телевизор, проекторҙар бар. Бөтә уңайлыҡтар студенттар ҡулланһын һәм һөнәрен арттырһын тигән ниәттә булдырыла. Сөнки, берҙән, замана уҡытыусыһы төрлө техника менән эш итә белергә һәм уҡыусыларҙы мауыҡтырып, дәрестәр үткәрә алырға тейеш. Икенсенән, шул уҡ Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең педагогия вуздары менән бәйләнешкә сығып, фекер алышыуҙар, онлайн-конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар үткәрәбеҙ.

Педагогия университетын тамамлаусылар етерлек булһа ла, ҡыҙғанысҡа күрә, бик һирәктәр генә мәктәпкә эшкә бара. Һеҙ киләсәктә мәктәптә уҡытырға теләйһегеҙме?

Айтуған Йәнбирҙин:
Ысынлап та, мәктәпкә эшкә барырға теләк белдереүселәр күп түгел. Сөнки уҡытыусының социаль хәле, йәмғиәттәге урыны, эш хаҡы йәш кешеләрҙе ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Үҙем вузды тамамлағандан һуң ҡайҙа эшкә төшөрөмдө белмәйем, әммә башҡорт филологияһы бүлегендә уҡығас, белемемде һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөүемде балаларға, йәштәргә лә еткерергә теләр инем. Әлеге көндә мин Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Башҡорттар" тапшырыуын алып барам. Бәлки, киләсәктә журналистика өлкәһендә эшемде дауам итермен. Әммә ҡайһы өлкәлә эшләһәм дә башҡорт теленең даирәһен арттырыу, уның бәҫен күтәреү тәү маҡсатым буласаҡ.
Айбулат Сәсәнбаев: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусы белгестәр алған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр ул. Миҫалға, йыл да үткәрелә килгән "Йыл уҡытыусыһы" республика конкурстарында ҡатнашыусы педагогтарҙың күбеһе беҙ уҡыған вузды бөтөргән. Мин үҙем башҡорт-төрөк теле бүлегендә белем алам, киләсәктә тәржемәсе булып та, уҡытыусы булып та эшләй алам. Әлегә ҡайһы юлдан китеремде аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бөгөнгө көндә уҡытыусының төп һөнәри талаптарының береһе - ул бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белеү. Быға беҙҙе уҡыу барышында өйрәтәләр. Беренсе курста республиканың төрлө райондарына сығып, ауыҙ-тел ижадын йыйҙыҡ, икенсе курста диалектологик практика үттек, өсөнсө курста балалар лагерында тәрбиәсе булып эшләнек. Дүртенсе һәм бишенсе курстарҙа төрлө мәктәп, гимназия, лицейҙарҙа дәрестәр үткәрә башлайбыҙ. Бына шулай төрлө кешеләр менән аралашабыҙ: ауылда йәшәгән оло инәй менән дә, мәктәптә уҡыған бәләкәй уҡыусы менән дә һөйләшергә һүҙебеҙ булырға тейеш. Ә тормошта бындай сифатың булыу ҡамасау итмәй, ҡайҙа эшләһәк тә, һәр коллективта үҙебеҙҙе дөрөҫ ҡуя, бөтәһе менән дә аңлаша белергә тейешбеҙ.
Байрас Азаматов: Мин әле икенсе курста ғына белем алам, шуға, юғары уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә балаларға белем бирерменме, әллә икенсе юҫыҡтараҡ эшләрменме, белмәйем. Әлегә бары студент йылдарының ҡәҙерен белеп, бирелгән һәр мөмкинлекте файҙаланырға, төрлө юҫыҡта үҙемде һынап ҡарарға, белемемде арттырырға тырышам. Шуға йәштәрҙең мәғариф форумдарында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам.

Шулай ҙа, буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булараҡ, ошо өлкәләге актуаль проблемаларға иғтибар итмәй ҡалмайһығыҙҙыр. Мәғариф өлкәһендәге туған телгә бәйле хәл итәһе мәсьәләләр тураһында уйланғанығыҙ бармы?

Айбулат Сәсәнбаев:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын бөгөн иң борсоғаны - балаларҙың туған телен белеү кимәле һәм дәрестәр һаны кәмеүе. Был мәсьәлә беҙҙе лә уйландырмай ҡалмай, әлбиттә. Дәрес сәғәттәре әҙ булғанлыҡтан, балаларҙың башҡорт теле буйынса белеме аҡһай башлаған икән, беҙ вузды тамамлап сығыуға хәлдәр нисек булыр? Дөрөҫөн әйткәндә, Берҙәм дәүләт имтихандарына яҡшы әҙерләнһен, тигән һылтау менән 1-се кластан уҡ балаларына рус телен туған тел булараҡ уҡытырға рөхсәт итеүсе ата-әсәләрҙән башларға кәрәк эште. Беҙҙең быуын йәштәренә лә шулай уҡ үҙ теләге менән башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыу йәки уҡымау мөмкинлеге бирелгәйне. Әлеге көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өҫтөнлөк биреүебеҙ өсөн бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, сөнки минең туған телемде яҡшы белеүем рус телен йәки сит телдәрҙе өйрәнеүгә бер нисек тә кире тәьҫир итмәне, киреһенсә, ярҙам ғына итте. Ата-әсәләр балаға туған телен өйрәтеүҙең мөһимлеген аңлаһа, Мәғариф министрлыҡтарына уларҙың теләктәре еткерелер һәм ҡайһы бер хәл ителәһе проблемалы һорауҙар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр ине.
Айтуған Йәнбирҙин: Республиканың төрлө учреждениеларында башҡорт телен белгән белгестәр етешмәй. Мәктәптә булһынмы, медицина учреждениеһымы, йә башҡа ойошмаларҙамы, башҡортса аңлаған йәш белгестәр юҡ һанында. Был Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле уҡытылмауы менән бәйле. Әйтергә кәрәк, бары тик М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғына бөтә факультеттарҙа ла башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап алып ҡалған. Беҙҙә башҡорт филологияһы факультеты студенттары ғына түгел, буласаҡ физиктар ҙа, математиктар ҙа, физкультура уҡытыусылары ла башҡорт теле буйынса тейешле сәғәттәрҙе уҡый. Сөнки бер нисә телде белеү яҙыҡ түгел, башҡорт телен өйрәнеүҙең дә кәрәге һәр ваҡыт тейеүе бар. Ни өсөн педагогия университетында был тәртип һаҡланған, ә башҡа юғары уҡыу йорттарында был кәрәкле тип табылмаған? Ошо һорау борсоуға һала, сөнки ниндәй өлкәлә генә белем алһа ла кеше туған телен уҡырға тейеш.
Байрас Азаматов: Улай юғары кимәлдәге мәсьәләләргә күсерҙән алда һәр кем эште үҙенән башларға тейеш. Тел тигәс, ул милли үҙаңды күҙ алдында тота. Үҙең милли үҙаң нимә икәнен белмәһәң, балаларыңа туған телде өйрәтеүҙе кәрәк тип тә тапмайһың. Шуға ла мин оло апай-ағайҙарға, йәштәштәремә, тәү сиратта үҙегеҙ башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлегенә төшөнөгөҙ, тип әйткем килә. Шунан был хәҡиҡәтте балаңа ла аңлатып үҫтерһәң, артабан ул да, һин дә мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең кәрәклеге-кәрәкмәгәне тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатып тормаясаҡһың. Был инде милли мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе бик күп проблемаларҙың асҡысы буласаҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Уҡытыусы тип аталырға лайыҡлы шәхестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорто үҙе лә абруйлы, алдынғылар рәтендә булырға тейеш. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты был йәһәттән бер ҡасан да һынатҡаны юҡ һәм илле йыл элек тә, бөгөн дә ул йәш белгестәр әҙерләүсе иң яҡшы уҡыу йорттарының береһе. Был вуздың бөтә факультет студенттары ла маҡсатлы, ә башҡорт филологияһы факультеты студенттары - милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләйәсәк йәш белгестәр. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә уңыштарға өлгәшкән студенттар менән әңгәмәбеҙ гәзит уҡыусыларға һәм киләсәген педагог һөнәре менән бәйләргә теләүсе йәштәргә файҙалы булыр, моғайын.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.17 | Ҡаралған: 1273

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru