«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ ҒОРУРЛЫҒЫ - ИР БАЛАЛА ЙӘКИ МАЛАЙҘАРҘЫ ТӘРБИӘЛӘҮ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Көтөп алынған сабыйҙың донъяға килеүе һәр бер ғаилә өсөн иң иҫтәлекле һәм дә шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһелер ул. Малаймы, ҡыҙмы - берҙәй ҡыуаныслы. Ә беҙҙең башҡорт ирҙәре малайлы булһа, уғата ҡыуана, шатлығы эсенә һыймай, дуҫ-иштәре алдында маҡтанып та ебәрә. Ул үҫтерәсәк атай булып киткәс, ир-ат үҙен мәртәбәлерәк итеп тоя шул. Малайҙар ысын ир булып үҫһен өсөн уларҙың тәбиғәтенә ярашлы тәрбиә биреү ҙә мотлаҡ. Ошо юҫыҡта, бигерәк тә йәш, тәжрибәһеҙ ғаиләләр ярҙамға мохтаж. Һөнәрем буйынса педагог-психолог булғас, ошо хаҡта байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәр менән танышып, коллегаларым менән фекер алышып, малайҙар тәрбиәләүҙә йыш ҡабатланып торған төрлө ғәмәли ситуацияларға анализ бирергә лә тура килә ине. Ошо нигеҙҙә минең үҙ-үҙемә биргән һорауҙарым тыуҙырған фекер-яуаптар һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанам.

Ир-егетлек сифаттары кешегә тәбиғәттән биреләме, әллә улар тәрбиә һөҙөмтәһеме икән?

Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар үҫешендә күҙгә элерҙәй психологик айырымлыҡтар күҙәтелмәй. Улар, тәбиғи ихтыяждарына ярашлы, бер үк төрлө илай, бер төрлө шатлана, ата-әсәһенә, яҡын туғандарына һис бер айырмаһыҙ эйәләшә. Малайҙар тыуғанда кәүҙәгә ҙурыраҡ булһа ла, ҡыҙҙарҙың физик үҫеш темпы уларҙыҡынан һәр саҡ бер аҙ юғарыраҡ була. Тәбиғәттән һалынған генетик программаға ярашлы, малайҙарҙың балиғ булып, ир-егеткә әйләнеүе - оҙайлыраҡ процесс. Малайҙар менән ҡыҙҙар араһында психологик айырымлыҡтар бер йәш тирәһендә беленә башлай. Күрәһең, тап ошо ваҡыттан башлап бала организмында енес үҙенсәлектәре менән бәйле сифаттарҙы тышҡы, социаль мөхиткә сығарыу мөмкинлеге биргән генетик программа әүҙемләшәлер. Фәһемле күренгән бер миҫал килтерәйек.
Психологтар яңы тәпәй баҫҡан балалар менән бик ҡыҙыҡлы эксперимент уҙғара. Ҙур ғына бүлмәнең бер яҡ стенаһы янына сепрәк-сапраҡ, ҡурсаҡтар, уйынсыҡ һауыт-һаба, ҡаршы яҡҡа - тимер-томор, уйынсыҡ машиналар, ҡылыс-мылтыҡ кеүек нәмәләр ҡуйыла. Балаларҙы берәмләп бүлмәгә индергәс, бына нимә күҙәтелә: ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә тиерлек ҡурсаҡтарға табан йүнәлһә, малайҙарҙы башлыса машина-фәлән ҡыҙыҡһындырыуы асыҡлана. Был факт кешенең генетик хәтеренең енес менән бәйле булыуы тураһында фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә.
Ә бына башҡорт малайҙары уҡ-башаҡ, йәйә эшләү менән мауыға (әйтерһең дә, улар боронғо ата-бабалары шөғөлөн генетик хәтер аша алған), һунар итеү, һуғыш уйындарына ихлас ҡушыла. Малайҙарҙың атайға, ир-атҡа оҡшарға тырышыуы тәбиғи рәүештә бик иртә уянып, бүтәндәрҙән өлгө алып ҡабатлау, ололар өйрәтеүе һөҙөмтәһендә нығына.

Малайҙар психологияһындағы, уларҙың холоҡ-фиғелендәге ниндәй үҙенсәлектәргә ҡарата үтә иғтибарлы булыу кәрәк?

Бәләкәйҙән үк малайҙарҙың телмәре аҡрыныраҡ үҫешә, шуның өсөн уларҙы ғаиләлә күберәк һөйләндереү юлдарын табырға кәрәк. Ә бына һан, күләм, арауыҡ кеүек математик төшөнсәләрҙе улар тиҙерәк үҙләштерә, тап шуға күрә талантлы физик-математиктар, инженер-конструкторҙар башлыса ир затынан була. Һәләте һиҙемләнгән баланы мөмкин тиклем иртәрәк өйрәтә башлау фарыз, быға мин үҙ тәжрибәмдә лә инандым. Информатика, математика өлкәһендә үҙ һөнәрен тапҡан улым алты йәшендә үк арифметик ғәмәлдәрҙе аңлы рәүештә ыңғай һәм тиҫкәре һандар менән башҡара ала ине.
Малайҙарҙың холоҡ-фиғеленә килгәндә, уларға физик әүҙемлек, тик тора алмаусанлыҡ (быны гиперхәрәкәтсәнлек тип тә атайҙар) хас. Улар, нисек тә булһа күңеле теләгәнде эшләргә теләп, ололар ҡуйған сиктәрҙән сығып китеп, артыҡ үҙаллы эш итергә әүәҫ. Үҫмерлек осоронда был сифат көсәйә барып, малайҙарҙың үҙ һүҙлелеге, тыңлашмаусанлығы улар менән ололар араһында көсөргәнешлек барлыҡҡа килтерә. Өҫтәүенә, малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә "һуғышсаныраҡ", агрессивыраҡ тота. Бының сәбәбе - ирҙәрҙең йәмғиәттә меңәр йылдар буйы ҡабатлана килгән социаль роле талап иткән сифаттарҙың уларҙың тәбиғәтенә, генетик хәтеренә һеңеүе булһа, малайҙар мөхитенә хас бер-берең менән ярышыу, өҫтөнлөк алыу, беренсе булыу, лидерлыҡҡа өлгәшеү өсөн көрәш конфликтлы ситуацияларҙы йышыраҡ тыуҙыра. Тап шуның арҡаһында тәүҙә балалар баҡсаһында, ә аҙаҡ мәктәптә ошондай холоҡло малайҙарҙы тәрбиәсе-уҡытыусылар "проблемалы", тип атайҙар ҙа инде.

Ә беҙ бындай малайҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме һуң?

Бар осраҡта ла әүҙемлек күрһәтеп, мин-минлеген алдараҡ йөрөткән, шау-шыу сығыуҙан ҡурҡып бармағандар беҙҙең тәрбиә системаһында кире баһаланып, уларҙың бойондороҡһоҙлоғо мөмкин булған бөтә ысулдар менән ғаиләлә лә, мәктәптә лә аяуһыҙ баҫтырылып, юҡҡа сығарылып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә егетлекте һүҙ һөйләп кенә тәрбиәләргә тырышыу өҫтөнлөк алған. Шым ғына йөрөп, конфликтлы ситуацияларҙан ситтә ҡала килеп, хәүефле мәлдәрҙә гелән боҫоп ҡалырға өйрәнгән ир-атҡа еңеүсе психологияһын бер нисек тә һеңдереп булмаясаҡ. Исмаһам, халҡыбыҙҙың "Малай булһа - шуҡ булһын, ике күҙе ут булһын", тигәненә ҡолаҡ һалһаҡ ине лә бит. Малайҙарҙың әүҙемлеген бишектән тиерлек сикләй барып, тыйыу + яза биреү юлы менән ысын ир-егетлекте тәрбиәләп буламы ни ул! Шунан килеп, эй аптыраған булабыҙ, башҡорт ирҙәре араһында лидерҙар аҙ, әүҙемлек етешмәй, битарафлыҡ көслө, тип. Бала саҡтан башҡалар менән көс һынашмай, аҙмы-күпме яғалашмай, еңеү-еңелеү тойғоһон татымай, ауыртыу-ҡурҡыуын йүгәнләй алырға күнекмәгән малайҙан, үҫеп, буй еткәс, үҙен генә түгел, көсһөҙөрәк заттарҙы ла ҡурсалай алырлыҡ ир-егет сығырмы һуң? Ай-һай, юҡтыр.

Бәҙри ӘХМӘТОВ. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1089

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru