«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ РӘСӘЙҘӘГЕ ҒИЛМИ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ
+  - 

"Тарихсыларҙың тарихты дөрөҫ итеп яҙыу кеүек ауыр эше бар. Ышаныслы тарих йәки хәҡиҡәт бик күп тарихи мәғлүмәттәрҙе үтә нескә иләк менән иләгәндән һуң ҡалғандарҙан ғына хасил була ала", тигән Әхмәтзәки Вәлиди. Тарихты һәм тарихсының ролен юғары баһалаған һүҙҙәренә раҫ итеп, ғалимдың башҡорттарҙың тарихы һәм этнографияһы буйынса хеҙмәттәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Ә. Вәлидиҙең башҡорттарға арналған тағы бер хеҙмәте - ул тюрколог В.И. Филоненконың (1884-1977) "Башҡорттар" тигән китабына яҙған баһаламаһы. Ул 1915 йылда Ф.Г. Соловьевтың электр типографияһында нәшер ителә. Китап инештән, 10 бүлектән, шулай уҡ башҡорттар тураһында әҙәбиәт күрһәткесенә өҫтәмәләрҙән тора.
XX быуат башында, бигерәк тә 1905-1907 йылдарҙағы революциянан һуң, Өфөлә һәм Ырымбурҙа ғилми-тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү эштәренең көсәйеүе күҙәтелә. 1908 йылда Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йәмғиәт ойошторола һәм унда урындағы зыялыларҙың иң алдынғылары инә: уҡытыусылар, табиптар, земство хеҙмәткәрҙәре һ.б. Йәмғиәттең етәксеһе итеп 2-се һанлы ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы мөғәллиме Виктор Иосифович Филоненко һайлана. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йәмғиәттең баҫма органы булмаған, әммә ул урындағы баҫмаларҙы киң файҙаланған. Өфө краеведтары үҙҙәренең эштәрендә башҡорттарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, этнографияһына, халыҡ ижадына, теленә, Өфө ҡалаһының тарихына, Башҡортостанды колонизациялау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә.
1908 йылда В.И. Филоненко йәмғиәт ағзаларының йыйылышында башҡорттарҙың килеп сығышы хаҡында доклад яһай һәм был уның башҡорттар тураһында хеҙмәтенең башы була. Баҫылып сыҡҡан тарихи тикшеренеүҙәрҙе, архив сығанаҡтарын һәм башҡа материалдарҙы файҙаланып, ул башҡорттарҙың боронғо дәүерҙән алып XX быуатҡа тиклемге тарихы буйынса хеҙмәт яҙа. В.И. Филоненконың монографияһы тәүҙә мәҡәләләр серияһы рәүешендә 1913-1914 йылдарҙа "Вестник Оренбургского учебного округа" журналында (Өфөлә 1912 йылдан башлап сыға) донъя күрә. Һуңынан Өфөлә (1915 йыл) айырым китап булып сыға. Китапта башҡорттарҙың килеп сығышы, теле һәм дине, Башҡортостандың боронғо дәүерҙән алып Рәсәй составына кергәнсе һәм унан һуңғы тарихи ваҡиғалары, шулай уҡ крайҙы колонизациялау, башҡорт ерҙәрен тартып алыу, Башҡортостан территорияһында тау заводтарының барлыҡҡа килеүе, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, башҡорт ихтилалдары, Башҡортостан менән идара итеүҙең төрлө аспекттары урын ала. Башҡорт фольклорына ла ярайһы уҡ урын бирелә.
В.И. Филоненконың тикшеренеүе Башҡортостан тарихы буйынса бик үҙенсәлекле хеҙмәт булып һанала. "Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса очерктар" китабының беренсе томы авторҙары баһалауынса, Виктор Иосифович "батшаларҙың Башҡортостанға ҡарата колониаль сәйәсәтен аҡлаусы монархист тарихсыларға эйәрмәй. Ул башҡорт халҡы тарихының мөһим дәүерҙәрен, батша хөкүмәте менән мөнәсәбәтен һәм башҡа мәсьәләләрҙе яҡтыртырға тырыша. Автор башҡорттарҙың мәҙәниәт тарихына, йәшәү рәүешенә һәм халыҡ ижадына иғтибар итә. Уға тиклемге был яҡты өйрәнеүселәр халыҡтың бөтөн тарихы менән шөғөлләнмәйенсә, тик этнографик күҙлектән генә тикшеренеүҙәр үткәргән икәнен билдәләп китергә кәрәк". В. Филоненко үҙ хеҙмәтен яҙған саҡта Өфө ҡалаһының элекке башлығы Волковтың баҫылмаған ҡулъяҙмаларын файҙалана. Был материалдар араһында "тәржемәсе Өмөтбаевтан" тип исемләнгән 10 битлек иҫке ҡулъяҙма ла була. Улар билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тарафынан эшләнгән булған.
"Башҡорттар "башҡорт (баш бүре)" тигән исем аҫтында X быуат башында уҡ территория биләгәндәр", тип яҙа В.И. Филоненко. Башҡорттарҙың килеп сығышы мәсьәләһенә ҡағылып, ул: "Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙың төрки телендә һөйләшеүен генә билдәләп була", - ти.
Ә. Вәлиди был хеҙмәткә ентекле баһалама яҙа һәм уны "Башҡорттар тураһында яңы әҫәрҙәр" тип исемләй. Рецензияланған хеҙмәттең иң әһәмиәтле өлөшө тип Ә. Вәлиди рустарҙың Башҡортостанға күсеп килеүе, башҡорттарҙың хәҙерге тормошо һәм уларҙың татарлашыуы хаҡында һөйләнелгән бүлектәрҙе атап китә. "Китаптың ҡиммәтле урындары, әлбиттә, ошо ерҙәлер. Ләкин был бабтарға (бағышлауҙарға. - авт.) ғына ҡарап, беҙ был китапты башҡорттоң фәнни тарихи бабында бер аҙым алға китеү тип әйтә алмайбыҙ", ти ул.
Ә. Вәлидиҙең башҡорттар тураһындағы хеҙмәттәренең сираттағыһы - башҡорт ғәскәре тарихы хаҡындағы мәҡәлә. Ул Петербург ҡалаһында Башҡорт дивизияһының сәйәси бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан сығарылған "Бәхет көнө" журнал-альбомында 1920 йылда донъя күрә. Башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеүенең беренсе йыллығына арналған был йыйынтыҡ бай иллюстрацияланған. Унда Башҡорт бригадаһының һәм дивизияһының сәйәси бүлеге өндәмәләре, Х. Әмировтың, Ғ. Ибраһимовтың башҡорт ғәскәрҙәре тураһындағы мәҡәләләре индерелгән. Улар араһында Ә.Вәлидиҙең "Боронғо башҡорт ғәскәре" исемле хеҙмәте лә бар. Автор сығанаҡтарҙы күрһәтмәйенсә, ҡыҫҡаса уның тарихын һөйләп бирә. Ошо тема өҫтөндә эшләргә ул йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны башлығы Ғабдулла Дәүләтшиндың улы генерал Ғәбделғәзиз Дәүләтшин теләк белдергән. Ғабдулла 1812 йылда Себенле ауылында тыуған, атаһының мәҙрәсәһен тамамлаған, ахун дәрәжәһен алған, 1839 йылғы Хиуа походында, 1854 йылда батша Александр II коронациялау тантанаһында башҡорт ғәскәренең вәкиле булараҡ ҡатнаша. Ә уның улы Ғәбделғәзиз Неплюев исемендәге кадет корпусын, Петербург юғары хәрби училищеһын, Баш штаб эргәһендәге көнсығыш телдәре курсын тамамлаған, Урта Азияла, аҙаҡ Петербургта Баш штабта хеҙмәт иткән. 1919 йылдың 13 ноябрендә ул Әхмәтзәки Вәлидигә түбәндәге хатты яҙа: "Күп йылдар инде мине башҡорт ғәскәрҙәре тураһында тарихи очерк яҙыу фекере ташламай. Башҡорт ғәскәрҙәренең мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе хәрби министрлыҡтың етәксе органы булған Азия бүлегендә хеҙмәт итә башлағанда уҡ башымда күсермәләр, яҙмалар эшләп барырға кәрәк, тигән фекер тыуғайны. Әммә эшем күп булды, шулай уҡ Мәскәүҙән (Баш штабтың иҫке эштәре Мәскәүҙә Лефортово һарайында һаҡлана) кәрәкле ҡағыҙҙарҙы яҙҙырып алырға ваҡытым булманы.
Хәҙер мин нигеҙҙә архив материалдарын һәм әҙәби сығанаҡтарҙы файҙаланып, был эш менән етди шөғөлләнергә уйлайым. Башҡортостан эштәрендә әүҙем ҡатнашырға мөмкинлегем булмағас, ошо юл менән булһа ла тыуған халҡыма билдәле файҙа килтерергә һәм атайым мәрхүмдең васыятын үтәргә теләйем. Киләсәктә ниндәй генә хәлдәр тыуыуына ҡарамаҫтан, үҙ халҡыңдың яҡындағы үткәнен белеү һәм тарихи үрнәктәрҙе өйрәнеү файҙалы булыр тип уйлайым. Яҡынса схемам: 1. Инеш - башҡорттарҙың боронғо тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр. XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклемге Башҡортостан идараһы.
2. Башҡорттар менән яңыса идара итеүҙе ойоштороу (башҡорт ғәскәрҙәре). Реформаның сәбәптәре. Идара сафына башҡорттарҙы ылыҡтырыу. Яңы реформа ни ҡәҙәре башҡорттарҙың рухына һәм йәшәү рәүешенә яуап биргән. Ер реформаһы. 3. Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте. Көнбайыштағы һуғыштарҙа, Ҡырым компанияһында һәм Урта Азиялағы дала сәфәрҙәрендә ҡатнашыуҙары.
4. Башҡорт ғәскәрҙәре бөтөрөлгәндән һуң ойошторолған башҡорт частары.
5. Йомғаҡлау, һығымталар".

Шулай итеп, Ә. Вәлиди Башҡортостан тарихының иң актуаль мәсьәләләренең береһенә мөрәжәғәт итә. Ул йылдарҙа башҡорт халҡы алдында үҙ ғәскәрен булдырыу мәсьәләһе килеп баҫа. Был мәсьәлә өсөнсө Бөтә башҡорттар ҡоролтайында ҡарала. Тарихсы М.М. Ҡолшәрипов билдәләүенсә, Ә.Вәлиди Башҡорт хөкүмәтенең шәхси хәрби көстәре булыуына ҙур мәғәнә һала. Башҡорт Үҙәк Советының 1-се һанлы фарманында былай тиелә: "Һеҙ, башҡорттар, үҙегеҙҙең Мәркәз шурағыҙға бик ауыр бурыстар йөкләнегеҙ. Һеҙ Мәркәз шураға ярты быуат элек юғалтҡан эскадрондарығыҙҙы тергеҙергә ҡуштығыҙ". Граждандар һуғышы йылдарында Ә. Вәлиди юғары хәрби вазифаларға үрләй. Ул Башҡорт хөкүмәте эргәһендә хәрби һәм эске эштәр мөдире, ғәскәрҙәр командующийы, хәрби комиссар була.

Әхәт СӘЛИХОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Дауамы. Башы 5-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1000

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru