«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМЕ БУЛҒАНДАР ҒЫНА РУЛЬ АРТЫНА УЛТЫРЫРҒА ТЕЙЕШ
+  - 

 Редакциябыҙҙың сираттағы ҡунағы - "заман толпарын" ауыҙлыҡлап алып, уны үҙенә хеҙмәт иттереүгә өлгәшкән арҙаҡлы ир-егеттәребеҙҙең береһе Хәлим ӘЙҮПОВ. Хәлим Ғайса улы баш ҡалала шәхси автомәктәптәр асып ебәреүсе беренсе башҡорт. Уның белгәндәре һәм кәңәштәре, тормошҡа ҡарашы һәм уны ҡабул итеүе, йәшәйеше һәм эшләгән эштәре - үҙе бер тәрбиә мәктәбе.

Һәр иғтибарға лайыҡ нәмәнең, эштең, тарихтың башланғысы бар. Шул башланғысты ҡуҙғатып ебәрер сәбәптәре, сәбәптәрҙе хәрәкәткә килтерер маҡсаты, маҡсатты уятыр хыял була. Һеҙҙә, мәҫәлән, шәхси автомәктәп асыу идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килде һәм уны тормошҡа ашырыу ниндәй шарттарҙа үтте?

- Мин оҙаҡ йылдар төрлө урындарҙа эшләнем, Себер тарафтарында ла йөрөп ҡайтырға тура килде. Һөнәрем буйынса водителмен. 1995 йылда Өфө ҡалаһының ДОСААФ системаһына инструктор булып эшкә урынлаштым. Шул өлкәлә тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт иткәс, миндә шәхси автомәктәп асып ҡарау теләге тыуҙы. Ул арала малайҙар үҫеп еткәйне инде. Икенсе улым автомеханика буйынса урта һәм юғары белем үҙләштерҙе. Минең дә тәжрибәмде иҫәпкә алып, автомәктәп асыу эшенә тотондоҡ. Башта 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙанлы бүлмә талап ителде. Унан автомобилдәр кәрәк булды. Быларын атҡарып сыҡтыҡ һәм курстарҙы асып ебәрҙек. Торараҡ тағы ла бер автомәктәп астыҡ. Һәм әлеге көндә өсөнсөһө ҡағыҙ-документ тикшереүҙәрен үтеү өҫтөндә. Киләсәктә уныһы ла уҡыусыларын ҡабул итә башлар, тип уйлайбыҙ. Тарих ҡыҫҡаса ошолай.

2014 йылда Рәсәй буйынса шәхси автомәктәптәрҙең эш сифаты Рәсәй Президенты тарафынан тәнҡиткә алынып, ҡаты тикшереүҙәр үткәйне. Был һеҙҙең мәктәптәр өсөн һынау булдымы?

- Эйе, бындай тикшереүҙәрҙе беҙ уңышлы үтә алдыҡ. Рәсәй автомәктәптәренең ҡайһы бер талаптарға яуап бирмәүе, сифатһыҙ белем биреүе һәм башҡа күренештәр сәбәпсе булғайны был хәлдәргә. Автомәктәптәрҙе уҡып бөтөп, уңышлы имтихандар тапшырып һәм ике йыл стажы була тороп та, авариялар яһаусыларҙың һаны күбәйеүе ил етәкселеген хәүефкә һалғайны. Асылда, Рәсәй буйынса 35-40 процент автомәктәптәр генә ошо тикшереүҙе үтә алды. Өфөләге 83 мәктәптең 37-һенә генә эшен дауам итеү хоҡуғы бирелде. Мин был сикләүҙәр менән килешәм, бары тик белеме булғандарҙың ғына руль артына ултырыуы яҡлымын. Ошо ваҡиғаларҙан һуң автомәктәптәр эшенә ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа индерелде. Мәҫәлән, һәр автомәктәптең машинала йөрөп өйрәнеү өсөн 25 сутыйҙан да кәм булмаған ябыҡ майҙаны булырға тейеш. Имтихан ҡабул итеүҙәрҙә лә өҫтәмәләр бар. Элек теорияла 20 һорау булып, ике хата менән имтихан бирелһә, хәҙер был һорауҙар 4 бүлеккә бүленгән һәм бер бүлегендә хата ебәрелһә, шул уҡ бүлектән биш өҫтәмә һорау бирелә. Шуның өсөн ҡағиҙәләрҙе ятлап алыу ғына түгел, ә күңелгә һеңдергәнсе аңлап уҡыу кәрәк.
Практика мәлендә автодромдан тыш, ҡала эсендә йөрөтөү ҙә тикшерелә хәҙер. Элек, иң мөһиме, имтиханды тапшырыу, ҡала эсендә аҙаҡ та йөрөргә өйрәнелер әле, тип уйланы уҡыусы. Хәҙер ҡала эсендә йөрөй белеү төп факторҙарҙың береһе булып ҡалды.

Тимәк, уҡыуҙың, йәғни белем алыуҙың сифатын яҡшыртыу һәм талаптарҙы арттырыу маҡсатында эшләнә барыһы ла. Ошоға ярашлы, уҡыу хаҡы ла артҡандыр бит? Ғөмүмән, бөгөн автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығын алырға теләүселәр кемдәр улар: күберәк ҡатын-ҡыҙмы, ир-егеттәрме?

- Һорауҙың беренсе өлөшөнә яуап биргәндә, эйе, түләү хаҡы артты, хатта ике тапҡырға. Үрҙә телгә алынған тикшереүҙәрҙән һуң, автомәктәптәргә автомобилдәр, прицептар, компьютерҙар, уҡыу әсбаптары, ҡағиҙә билдәләре кеүек өҫтәмә әйберҙәр һатып алырға, базаны тулыландырырға тура килде. Майҙанды, бинаны ҡуртымға алыу ҙа ҡиммәтләнде. Һәм, эҙмә-эҙлекле рәүештә, уҡыу хаҡы ла түңәрәкләнде. Атап әйткәндә, хеҙмәтләндереү, төрҙәренә ҡарап, егерме мең тирәһенән башлана.
Ғәҙәттә, утыҙ кешенән торған төркөмдә яҡынса егерме ҡатын-ҡыҙ ҙа, ун ир-ат иҫәпләнә икән, курстан һуң шул ун ирҙең барыһы ла руль артына ултыра, ә ҡатын-ҡыҙҙың бары бишәүһе генә ныҡлап өйрәнеп китә ала. Уҡыған ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға теория еңел бирелә, улар йәһәт кенә аңлап, ятлап алып бөтә. Ә йөрөтөүгә килеп төртөлһә, баҙап ҡалалар. Ир-егеттәр теорияла хаталанырға ла мөмкиндәр, ә йөрөтөүҙә баш ватып тормайҙар. Был минең күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрем һөҙөмтәһе.

Бөгөн халыҡта транспорт күп, шулаймы? Был үҙенә күрә уңайһыҙлыҡтар ҙа, ризаһыҙлыҡ та тыуҙыра...

- Кешелә транспорт ҡырҡа күбәйҙе, күрәһегеҙ, йорттар араһында автомобилдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Был заман шауҡымылыр. Хәҙер кешенең кредитҡа машина алыу мөмкинлеге лә ҙур бит. Йәштәр ҙә эйә була ала транспортҡа. Элек бит руль артында ултырған ҡатын-ҡыҙҙы күреү ҙә сәйер, хатта мөмкин түгел ине. Ә совет заманында машина алыу өсөн кеше сиратҡа яҙылып, йылдар буйы көтә һәм уны пенсияға сығыр алдынан ғына күрер ине. Унан һуң шул машинаһын һылап-һыйпап ҡына баҡсаға йөрөй. Ҡыш көнө йөрөтмәй, һаҡлай. Ихатала машина ҡалдырырға ярамай, ГАИ хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ номерын һалдырып алып китә. Шулай була торғайны. Әммә бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш. Элек автомобилде байлыҡ билдәһе итеп ҡараһалар, хәҙер халыҡ уны уңайлыҡтар тыуҙырыусы, ярҙамсы вазифаһында күрә.
Ә инде транспорт күплегенә ризаһыҙлыҡтың сәбәбе - ҡалалағы йорттарҙың, юлдарҙың, тротуарҙарҙың ҡулайлы булмауында. Йорт төҙөлгәндә үк унда йәшәүселәрҙең транспорты ла иҫәпкә алынырға тейеш тә бит. Кеше бит транспортын ҡайҙалыр йорто янына ҡуйып инергә тейеш. Әгәр махсус урын юҡ икән, ул уны ҡайҙа илтһен, ҡалдыра шунда - урамда, йәйәүлеләр юлында, тейешһеҙ урындарҙа. Ошо арҡала уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуа.

Яңынан-яңы автомобилдәр етештерелә, уларҙың заманса ҡулайламалары, уңайлыҡтары ла бихисап. Ә шулай ҙа, һеҙҙең ҡарамаҡҡа, һуңғы ваҡыттарҙа барлыҡҡа килгән айырыуса файҙалы яңылыҡтар иҫәбенә нимәне индерә алаһығыҙ?

- Эйе, яңылыҡтар етерлек. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, 2017 йылдан автомобилдәргә "Эра-Глонасс" тигән күҙәтеү системаһын ҡуясаҡтар. Әгәр водитель ҡайҙалыр юл фажиғәһенә осраһа, был хаҡта ГИБДД хеҙмәтенә автоматик рәүештә мәғлүмәт киләсәк. Руль артында ултырыусы фажиғә мәлендә ниндәй хәлдә булмаҫҡа мөмкин, бәлки, ул тиҙ ярҙам саҡырырлыҡ хәлдә түгелдер, бәлки, иҫен юйғандыр һ.б. Ә прибор тейешле урынға тулы һәм дөрөҫ хәбәр ебәрә аласаҡ. Быйылдан алып сит илдән индереләсәк автомобилдәрҙең ошо приборы булмаһа, улар һатыуға сығарылмаясаҡ. Прибор машинаға ҡуша ҡоролған, уның өлөшө булып тора. Был теҙмәгә автобустар ҙа инә. Дөйөм алып әйткәндә, ҡоролма транспорттың хәрәкәт итеү тиҙлеген дә, башҡа факттарҙы ла теркәп, яҙып барасаҡ.
Ә инде "яңылыҡтар" тигәнгә айырыуса баҫым яһағанда, хатта ҙур стажы булған водитель дә юл йөрөү ҡағиҙәләре китабын әленән-әле алып уҡып, ҡабатлап торорға бурыслы. Мин үҙем дә шулай итәм. Башҡаса мөмкин түгел. Уҡыным, беләм, ятлағанмын, тигән фекер төптө хата. Бына бөгөн ун-ун биш йыл стажлы водителдәрҙе имтиханға алып бар, уларҙың илле проценты һынауҙы үтә алмаясаҡ. Сөнки иҫке ҡағиҙәләрҙе нисек хәтерләп ҡалғандар, белемдәре лә шулар буйынса ғына. Йөрөй белеү менән юл йөрөү ҡағиҙәһен белеү араһында айырма бар.

Аңлауымса, автомәктәптәр һеҙҙең ғаилә бизнесы, шулай бит? Ошондай эшкә тотонғанда яуаплылыҡ үҙеңә генә түгел, ә балалар иңенә лә яталыр бит инде?

- Эйе, улым һәм ҡыҙым менән бергә эшләйбеҙ. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлыҡтары булған кеүек, бында ла еңел түгел. Әммә минең бер "тимер" тәртибем бар: белмәгән эшеңә тотонма. Күпмелер йылдар эшләп, өйрәнеп, тәжрибә туплап һәм эште үҙаллы алып бара алырымды аңлағас ҡына бында ғаиләмде лә әйҙәнем. Минең тәжрибәгә улдарымдың заманса белеме, йәштәрсә ҡыйыулығы, маҡсатҡа ынтылышы ҡушылды. Ә инде үҙең яҡшылап аңламаған, көсөңә ышанысың булмаған хәлдә нимәгәлер, хатта бәләкәй генә эшкә лә тотоноу ҡоро ҡул ҡабартыу ғына ул. Ысын оҫталыҡҡа, маһирлыҡҡа өҫтөнлөк бирәм. Беҙҙең хеҙмәт бөҙрәхана йәки сауҙа өлкәһе түгел, уларҙа сифатһыҙ тип иҫәпләгәндә тауарҙы кире ҡайтарырға ла, йәки сәсте ҡабаттан үҫтереп алырға ла була. Ә белемһеҙ водитель хатаһын күп осраҡта төҙәтеп булмай. Айырма шунда. 2014-2015 йылғы тикшереүҙәр һөҙөмтәһе лә шуны күрһәтте, еңел юл менән асылған, аҡса эшләү маҡсатына ғына ҡоролған автомәктәптәр һынауҙарҙы үтә алманы. Әлбиттә, беҙҙең бизнес та килем алыуға ҡоролған, әммә шәхсән минең өсөн курсанттың танытма алыуы түгел, ә шул танытма буйынса водитель булып китеүе күрһәткес. Үҙебеҙҙә уҡып сыҡҡандарҙың руль артында йөрөүен күреү һөйөндөрә.

Юл фажиғәләренең иң төп сәбәпселәренең береһе - эскән килеш руль артына ултырыу. Күпме генә һөйләнһә лә, язалары ҡатыланһа ла, йәмғиәт әле был сирҙән ҡотола алмай. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек? Дүрт тиҫтәнән ашыу йыл руль артында булып та, берәй тапҡыр ғына булһа ла үҙегеҙгә ошондай йомшаҡлыҡты рөхсәт иткәнегеҙ булманымы?

- Эйе, үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр штрафтар ҙурлығына, хатта төрмәгә юлығыу ҡурҡынысы булыуына ла ҡарамай, эскән килеш машина йөрөтөүҙе дауам итә. Ундайҙарҙы мин аңлы рәүештә үлтереүсе булырға ынтылыуға тиңләйем. Быға башҡаса аңлатма юҡ. Үҙемә килгәндә, руль артында түгел, башҡа ваҡытта ла спиртлы эсемлекте ауыҙыма алмайым. Дуҫлыҡ юҡ ул ғәҙәт менән.
Беҙҙең ғаиләлә биш бала тәрбиәләнеп үҫте, шуларҙың өсәүһе - малайҙар. Балалар тәрбиәләүҙәге төп маҡсатыбыҙ - уларҙа эскелеккә һәм уға эйәреп килеүсе насар ғәҙәттәргә нәфрәт, кире ҡараш уятыу ине. Бының өсөн балаға һүҙ менән генә һөйләп аңлатыуҙың, әрләү-туҡмауҙың файҙаһы юҡ, ә әсәй-атайҙың йәшәйеш, тормошҡа ҡараш, ҡылыҡтары өлгөһө иң һөҙөмтәлеһе икәнен дә белдек. Балаларыбыҙ иҫерек табындар, иҫерек ғауғалар ишетмәй үҫте. Һәм, бәхеткә ҡаршы, хәҙер улар үҙ ғаиләләрендә лә был ҡағиҙәләрҙе, тәртипте тота.

Руль артында ултырған ҡатын-ҡыҙға ташлама яһалырға тейешме? Уҡытҡанда, имтихан алғанда йәки башҡа автомәсьәләләрҙә?

- Водитель - ул ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-егет тә түгел, ул - водитель. Машина йөрөтөүсенең милләте лә, енесе лә, башҡа ташлама алырлыҡ айырмаһы ла юҡ. Мәҫәлән, авария булғанда бит машина, туҡта, мин йомшағыраҡ бәреләйем әле, руль артында ҡатын-ҡыҙ бит, тип тормай. Йәки, ҡатын-ҡыҙға светофорҙы көтмәй үтеп китергә лә була, тигән ҡағиҙә юҡ. Ҡағиҙә барыһына ла бер төрлө һәм уны төплө белеү һәм үтәү зарур.
Уҡырға килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптәре үҙҙәренә ниндәйҙер ташлама көтә ул барыбер. Мин уларға: "Бында һеҙ барығыҙ ҙа курсант, тимәк, белем алырға, уҡырға тейешһегеҙ. Руль артында һеҙ - водитель", - тип әйтәм. Күптән түгел статистик мғлүмәттәрҙе ҡарап, аптыраным: эскән килеш тотолған водителдәрҙең утыҙ проценты ҡатын-ҡыҙ булып сыға икән. Бындайҙы ишетеүе, мәҫәлән, миңә бик ауыр.

Ун һигеҙ йәштән водитель таныҡлығына эйә булып була, уныһы билдәле. Ә нисә йәшкә тиклем машина йөрөтөргә мөмкин? Бындай сикләүҙәр бармы ул, әллә хәлеңдән килгән ҡәҙәр машина йөрөтөргә мөмкинме?

- Хәҙер йәш буйынса сикләүҙәр юҡ, әммә медицина тикшереүе бар бит. Элек ҡатын-ҡыҙҙар 55-тән, ирҙәр 60-тан үтһә, өс йыл һайын медицина тикшереүе тейеш ине, 2015 йылдан барыһы ла йыл да үтә был комиссияны. Әлбиттә, оло кешенең рулгә ултырыуын медкомиссия сикләй ала. Мәҫәлән, уның ҡолағы насар ишетһә, күҙе күрмәһә, реакцияһы яйланһа йәки психиатр тестарын үтә алмаһа, йәки ошоларҙың береһе генә аҡһаһа ла, ул водитель булыуға яраҡһыҙ иҫәпләнә. Әммә күп осраҡта ололар быны үҙҙәре аңлап та етмәҫкә мөмкин. Шунлыҡтан, уларҙы ла контролдә тотоу зыян итмәҫ ине.
Бер миҫал. Бынан биш йылдар самаһы әүәл 65 йәшлек бер ҡатын беҙҙең автомәктәпкә уҡырға килде һәм шундай тырышып үҙләштерҙе барыһын да. Автодромда йөрөп сыҡҡандан һуң да үткән юлды метрлыҡ алып үлсәп, үҙенә билдәләп сыға, ҡат-ҡат һораша, шылтырата. Шул курсант имтихандарын беренсе тапҡырҙа уҡ яҡшы тапшырып, икенсе көн машинала йөрөй ҙә башланы. Мин уны әле лә юлдарҙа осратам.
Әлбиттә, медицина тикшереүен танышлыҡ буйынса яҙҙырып алыу, шулай уҡ техосмотр эшләтеү, уҡымайынса таныҡлыҡ һатып алыуҙар ҙа юҡ түгел, әммә былар барыһы ла зыян ғына килтерә. Таныҡлыҡ руль артында үҙе йөрөй алмаған кеүек, ялған медицина күрһәткестәре лә һеҙҙең сәләмәтлек өсөн яуап бирә алмай.

Хәлим Ғайса улы, ғаиләһе, балалары, ҡатын-ҡыҙ алдындағы ир-егет яуаплылығы тураһында ла һөйләшеп үтәйек әле. Бөгөн көслө затты "яуапһыҙ" тип мөһөрләүҙәр йышайҙы. Ошо ғәйепте таныйһығыҙмы, әллә инҡар итәһегеҙме?

- Яуаплылыҡ, әлбиттә, һәр кешелә лә булырға тейеш. Әммә ҡатын-ҡыҙ менән ир-егетте сағыштырғанда, күҙгә күренгән матди бурыс ирҙәр иңендә булды һәм буласаҡ та. Ҡатын-ҡыҙҙың бурысы нескәрәк, күҙгә-башҡа артыҡ ташланып бармаған, әммә шулай уҡ мөһим, хатта яуаплыраҡтыр ҙа әле, тип уйлайым. Ир кеше ғаиләнең бөтөнлөгөн, именлеген ҡайғырта. Бында аҡса табыу, ғаилә ағзаларын туйындырыу, кейендереү, торлаҡ йүнләү һ.б. төшөнсәләр инһә, ҡатын, әсә булған кеше балаларҙы тәрбиәләй, уларҙың рухи торошон дөрөҫ юҫыҡҡа һала, дөйөм ғаиләнең эске тәбиғәтен көйләй.
Үҙебеҙҙең миҫалды алғанда, мин дә, ҡатыным да ғүмер буйы үҙ бурыстарыбыҙҙы атҡарып йәшәнек, тип иҫәпләйем. Мин мал таптым, ҡатыным шуны үҙ белдеге менән урынлаштырып тора белде. Мыжыманы, һуҡранманы, талап итмәне, кәрәк булғанын кинәйәле генә итеп аңлата, һорай йәки шелтәләй алды. Ире үлсәгәнде ҡабаттан үлсәп йөҙәткән ҡатындар ҙа була. Минең холҡом ундайҙы күтәрә алмай һәм ҡатыным быны белә. Үҙ сиратымда, балаларымдың әсәһен рәнйетмәҫкә, кәмһетмәҫкә, күңелен китмәҫкә тигән эске талаптарымдан да тайпылмайым. Бына ошо ябай ғына тәртиптәргә нигеҙләнгәндә, барыһы ла үҙ урынына була ул.

Биш бала атаһы һәм тағы ла биш ейән-ейәнсәр олатаһы булараҡ, һеҙҙән бала тәрбиәләү алымдарын да һорарға булалыр, тип уйлайым. Һеҙҙә ниндәй ҡағиҙәләргә таянды был мәктәп?

- Ниндәйҙер айырым методика булманы инде, иң ябай тәрбиә - хеҙмәт. Балаларҙың буш ултырғанын яратманым. Ҡала тормошонда йәшәһәләр ҙә, һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булыуҙарын талап иттем. Өй эшеме, мәктәп эшеме, йәмғиәт эшеме - бергәләшеп, ҡуша ҡайнашып йөрөһөндәр, тинем. Тик уларҙы әрләп, этеп-төртөп, ҡурҡытып тоторға ярамай. Бигерәк тә малайҙарҙы баҫырға ярамай. Иптәш булһындар улар һиңә. Балалар хәтәр аҡыллы бит улар, тыңлай, ишетә белһәң, хатта ейәндәр ҙә аптыратып ҡуя ҡай саҡ.
Бала сағында бала туйғансы йоҡлаһын, уйнаһын, теләгәнен ашап үҫһен, тип артыҡ шаштырыуҙар яҡлы түгелмен. Бына беҙ ҡатыным менән икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек, мин бик иртә әсәйһеҙ ҡалдым, мохтажлыҡ етерлек булды, бала саҡтан хеҙмәткә егелдек, әммә был беҙҙе кәм итмәне. Киреһенсә, сыныҡтырҙы, үҫтерҙе генә. Бөгөнгө ҡыҙыҡтары артыҡ күп булған заманда баланың күңелен күреү өсөн тырышып торорға түгел, ә уның рухын нығытыу өсөн көс һалырға кәрәк.
Ғаиләбеҙҙә биш бала булыуына ҡайһы бер кешеләр сәйерһенеп, хатта йәлләп ҡараны. Нисек аҫырай былар ул тиклем баланы, тигәндәрҙер инде. Тик беҙ был ауырлыҡты тойманыҡ та, сөнки уны ауырлыҡ итеп ҡабул итмәнек. Бында ҡатынымдың уңғанлығы ла ярҙам иткәндер. Балалар һәр ваҡыт ҡараулы, таҙа, осҡор күҙ аҫтында булдылар. Хатта мәктәптә лә йыш ҡына өлгө итеп ҡуйҙылар уларҙы. Шунлыҡтан, балаларға ғүмер бирәһегеҙ икән, берәүме ул, бишәүме, хөкүмәт ярҙамына мохтаж булып ултырмағыҙ, унан әллә нимәләр талап итмәй, үҙегеҙ ҡарап үҫтерерлек була белегеҙ. Балаларға ла шулай тием. Тағы ла мин уларҙы: "Бер-берегеҙгә тотоноп, терәк булып, туған булып йәшәгеҙ", - тип өйрәтәм. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, ти халыҡ мәҡәле лә. Береһендә ҙур булмаған проблема килеп сыҡһа ла, башҡаларын уның янына ебәрәм, барһындар, хәленә ин-һендәр, ярҙам ҡулы һуҙһындар, тим. "Ҡунаҡҡа барырға ваҡыт тапмаһаң да, ярҙам итергә ваҡыт тап", - тип әйтәм. Беҙ барҙа шулай өйрәнһәләр, һуңынан бер-береһенә һыйына, бер-береһен ҡурсалай белерҙәр. Дөрөҫ ҡабул итә белгәндә туғанлыҡтың, ҡан-ҡәрҙәшлектең ҡөҙрәте ҙур бит ул.
Ейәндәремә килгәндә, уларҙы үҙ ата-әсәләре тәрбиәләй, мин яратып, ҡурсалап, ҡайһы ваҡыт бер аҙ буйлатып та ебәреүсе олатай, ҡартатай ролендәмен генә. Өлкән ейәндәрем дуҫ, серҙәш итеп тә күрә, ышаныстарын аҡларға тырышам инде, башҡаса булмай.

Бына шулай, барыһы ла ғәҙәти, ябай, әммә шул уҡ ваҡытта эшлекле, ҡәтғи һәм тәртиптә. Хәлим Ғайса улының эшендә лә, ғаиләһендә лә был аныҡлыҡ нигеҙ итеп алынған. Ундай кеше менән аралашыу - үҙе бер фәһем.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1102

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru