«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТӨБӘКТӘ, БЕР ВӘКИЛЕНӘ ҠАРАП, ТОТОШ МИЛЛӘТ ТУРАҺЫНДА ФЕКЕР ЙӨРӨТӘЛӘР...
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - МТС бәйләнеш операторының Төркмәнстан компанияһында маркетинг буйынса директор Рәмил Азамат улы БИКҠУЖИН. Ул үҙеңде һәм үҙең етәкселек иткән коллективтағы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә һөҙөмтәле йәлеп итеү серҙәре, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыуҙың иң ҡулайлы ысулдары, эште дөрөҫ ойоштороу һәм шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү ҡанундары тураһында бәйән итәсәк. Һәм әңгәмә аҙағында Башҡортостанға ҡайтыуҙың әлеге ваҡыттағы уңайлы һәм уңайһыҙ яҡтары тураһында ла үҙ фекерен белдерер.

Рәмил, әңгәмәбеҙ башында үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙ, тыуған яғығыҙ, һеҙгә шәхес булараҡ формалашырға ярҙам иткән мөхитегеҙ, бәләкәй Ватанығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе...

- Мин Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Шулай ҙа бала сағымдың байтаҡ йылдары атайым менән әсәйемдең тыуған яғында - Әбйәлилдә үтте. Әсәйем, географ дипломлы белгес, юғары уҡыу йортонан һуң юллама менән Әбйәлил районы Северный ҡасабаһына эшкә ебәрелә, шуға ла беҙ башта ошо ауылда йәшәнек, мин 1-9 синыфтарҙа ошо ауыл мәктәбендә уҡыным. Северный - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Волга буйынан күсерелгән немец ғаиләләренән барлыҡҡа килгән ҡасаба ул. Беҙгә бында немец халҡы, уларҙың балалары менән аралашып йәшәргә насип булды. Был милләт вәкилдәре үҙҙәренең тырышлығы, эшсәнлеге, һәр эшкә маһир булыуҙары менән хәтеремдә ҡалған.
9-сы синыфтан һуң уҡыуымды Өфөләге Республика иҡтисад лицей-интернатында дауам иттем. Унда уҡыған йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты белгестәре алып барған "Маркетинг" факультативында шөғөлләндем һәм был өлкә менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Артабан ошо йүнәлеш буйынса уҡыуымды дауам итергә ҡарар ҡылдым һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультеты маркетинг бүлегенә уҡырға индем. Күп кенә һабаҡташтарым һымаҡ, уҡыу менән эште бер юлы алып барҙым. "Билайн"дың Башҡортостандағы филиалында ике йыл рәттән практика үттем. Тәүге мәлдә еңелерәк эш ҡушалар ине, яйлап бурыстарым тосланды: тарифтар пландарын төҙөүгә, иҫәп-хисап алып барыуға йәлеп ителә башланым. Күп тә үтмәй, компанияның беҙҙең төбәктәге корпоратив сайтын алып барыуҙы ла ышанып тапшырҙылар. Практика ваҡыты үтһә лә, 4-се курсҡа еткәнемсә, ошо компанияла эшләүҙе дауам иттем. 4-5 курстарҙа иһә, бухгалтер программалары менән һатыу иткән бер компанияла эшләнем. Университетты тамамлап, ҡулға диплом алғас, "Билайн"ға эшкә саҡырылдым. Шул ваҡыттан алып, телекоммуникациялар өлкәһенән киткәнем юҡ. 2008 йылдан МТС-та эшләйем. Әлеге ваҡытта ғаиләм менән Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта "МТС-Төркмәнстан" компанияһының маркетинг буйынса директоры вазифаһын башҡарам.

Рәмил, ниңә күп кенә йәш белгестәр үҙҙәренең тормоштағы урынын ситтә эҙләй? Ситкә киткән йәштәрҙең барыһы ла һәйбәтерәк йәшәй башлаймы? Ситтә ысынлап та яҡшымы, ә Рәсәйҙә, Башҡортостанда хәлдәр шулай уҡ насармы, был турала һеҙ ни уйлайһығыҙ? Аныҡ һеҙҙең миҫалды алғанда, һеҙҙең ситкә сығып китеүегеҙҙең төп сәбәбе ниҙә?

- Һәйбәт йәшәү төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Беҙ йәшәгән һәр ҡаланың, һәр төбәктең үҙенә генә хас ыңғай һәм кире яҡтары булды. Мин Үҙәк, Волга буйы, Урал федераль округтарын арҡырыға-буйға йөрөп сыҡҡан кеше булараҡ, Башҡортостаныбыҙҙың, Өфөнөң өҫтөнлөктәрен таныйым. Ғәҙәттә, хәҙер йәштәр үҙҙәренең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу юлын ситтән эҙләй һәм, ысынлап та, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Мин дә үҙ алдыма ҡуйған маҡсатыма өлгәшә алыуымды ситтә, төрлө шарттарҙа һынап ҡарау теләге менән яндым. Шуға ла республикамдан ситкә күсеүемдең маҡсаты - карьера булдырыу, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ мәсьәләләрҙе сисергә өйрәнеү һәм маркетинг буйынса директор вазифаһын бар тулылығында атҡара алыуымды дәлилләү ине.
Икенсенән... Иҡтисади үҫеш йәһәтенән Башҡортостан көслө төбәк. Тик Башҡортостанда ҙур компанияларҙы йәлеп итеү, йәштәргә яңы эш урындары булдырыу һүлпәнерәк алып барыла. Рәсәйҙәге эре компанияларҙың макро-төбәк үҙәктәре Һамарҙа һәм Түбәнге Новгород ҡалаһында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа Ҡаҙан да ҙур компаниялар офистарын үҙендә астырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Башҡортостанда был эш ниңәлер яйыраҡ бара һымаҡ. Шунлыҡтан, беҙҙәге хеҙмәт хаҡы кимәле айырыла ла инде. Әлеге айырма МТС компаниялар төркөмө эсендә лә айырым-асыҡ сағыла. Йәғни, Һамарҙа, Түбәнге Новгородта урынлашҡан МТС офистарында хеҙмәткәрҙәр башҡа офистарҙа эшләүселәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ эш хаҡы ала. Был айырмалыҡты йәштәр күрмәй буламы? Күрә, әлбиттә. МТС бәйләнеш селтәре үҙ хеҙмәткәрҙәре алдына ниндәй талап ҡуя, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, тәү сиратта, йәштәрҙән фиҙаҡәрлек талап итә. Тырыш хеҙмәткәр, үҙен дөйөм эшкә бағышлай белгән кеше бөтөн ерҙә лә алтын бәрәбәренә һанлана. Әммә был сифатың менән генә әлеге компанияла уңышҡа өлгәшә аласаҡһың тип уйлау бер ҡатлылыҡ булыр ине. Фиҙаҡәрлек - уңыштың яртыһы ғына. Тағы ла уңышлы эш өсөн үҙеңдә шәхес сифаттарын үҫтерергә, тәжрибәгә, ҡеүәткә, һығылмалыҡҡа өлгәшергә кәрәк буласаҡ. МТС-тың тулы ҡанлы хеҙмәткәре булып етешеү өсөн оҙайлы командировкаларға ла әҙер булырға тейешһең. МТС компаниялар төркөмөндә эшләү йылдарында миңә лә Рәсәйҙең Һамар, Воронеж, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәргә һәм эшләргә тура килде.

Күреүебеҙсә, һеҙ үҙ алдығыҙға ҡуйған барлыҡ маҡсаттарығыҙға өлгәшкәнһегеҙ. Артабан ниндәй үрҙәр яуларға ниәтләйһегеҙ?

- Бөтөн маҡсаттарҙы ла тормошҡа ашырмағанбыҙҙыр әле. Төбәк кимәленән ил кимәленә сыҡтыҡ. МТС-тың тотош ил маркетингын етәкләйем. Артабанғы баҫҡыс - "СЕО" дәрәжәһе. Ябай тел менән әйткәндә, МТС компаниялар төркөмөнөң макро-төбәк генераль директоры...
29 йәшемдә миңә Воронежда "Үҙәк" макро-төбәгенең ваҡлап һатыу итеү селтәрен етәкләргә тәҡдим иттеләр. 16 төбәкте үҙ эсенә алған "Үҙәк" макро-төбәгенең хәле шәптән түгел ине. Ул ике йыл рәттән Рәсәй макро-төбәктәре араһында килеме, һатыу күләме буйынса иң аҙаҡҡы урында килгән булған. "Ауыр участканы Бикҡужин да етәкләй алмаҫ, үҙ теләге менән ул да был вазифанан китер", - тип юраусылар булған, хатта кемдер бәхәс тә ойошторған, тинеләр. Ә мин тәүге көндән үк: "Хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тейешмен", - тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә. Ни тиһәң дә, 320 магазин, 1500 һатыусы, 300-ҙән ашыу бэк-офис хеҙмәткәре менән етәкселек итергә кәрәк ине бит. Иңемә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алыуымды үҙ ваҡытында аңлауым, ярты йыл самаһы эштән киске сәғәт 10-һыҙ ҡайтмай, ял көндәре ял итмәй эшләүем эҙһеҙ үтмәне - шул йылда 8 макро-төбәк араһында 2-се урынға сыҡтыҡ, килемде 60 процентҡа арттырҙыҡ. Коллегаларымдың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Тырышлығымды улар ҙа баһаланы: йыл аҙағында компания эсендә иң һөҙөмтәле эшләүсе етәксене билдәләү буйынса корпоратив тауыш биреү иғлан ителгәс, коллегалар миңә "Компанияның йондоҙо" тигән маҡтаулы исем бирҙе. Мин әле булһа уларға рәхмәтлемен һәм ошоға тиклем миңә бынан да ҡәҙерлерәк бүләк бирелгәне юҡ, тип һанайым. Әйткәндәй, миңә терәк, таяныс булыуы өсөн кәләшемә рәхмәт - уның терәге, ярҙамы булмаһа, бөгөн һеҙгә һөйләгән уңыштарымдың береһе лә булмаҫ, мин бер ҡайҙа ла бармаған һәм бер нигә лә өлгәшмәгән булыр инем.

"Эштә уңышҡа өлгәшеү буйынса Рәмил Бикҡужиндан алтын кәңәштәр" тигән китап яҙыу теләге тыуһа, һеҙ унда ниндәй кәңәштәрегеҙҙе индерер инегеҙ?

- Эшеңде ойошторғанда күңел күтәренкелеген, үҙеңә ышанысты һаҡлау мөһим, ә иң мөһиме - уйҙарыңды, пландарыңды, маҡсаттарыңды, эш алымдарыңды сикләмәү. Күптәр үҙен-үҙе сикләп, харап була. Әгәр быға тиклем һин эшләргә теләгән эште донъяла бер кем дә эшләп ҡарамаған икән, был ғына әле ул эште бөтөнләй эшләргә ярамай тигәнде аңлатмай. Шуны хәтергә киртеп ҡуйыу файҙалылыр. Тағы, күптәр коллегаларының, етәксеһенең, туғандарының, таныштарының, таныш булмаған кешеләрҙең тәнҡитенән, кәңәш бирә башларынан ҡурҡып, үҙ идеяһын тормошҡа ашырырға ҡурҡа. Әгәр һин үҙеңдең дөрөҫ юлда икәнеңә инанғанһың икән, тәнҡиткә иғтибар итмә, эшеңде башла. Йәки, әгәр ул һинең ҡарамаҡҡа әйтелгән тәнҡит урынлы, дөрөҫ икән, уны ҡабул ит тә, юлыңды артабан дауам ит. Әгәр ҙә инде "төртмә телдәр" бары тик һиңә зыян эшләргә теләгәндән һөжүм итә икән, уларҙың һүҙенә иғтибар ҙа итмә. Ундайҙар һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ.
Эшеңдең бар нескәлектәрен үҙләштереп, башҡаларҙы артта ҡалдырҙың икән, ярышыр, тиңләшер кеше ҡалманы, тип борсолма. Үҙең менән, үҙеңдең кисәге уңыштарың менән ярыш, кисәге уңышһыҙлыҡтарыңдан фәһем ал. Эшмәкәр бул. Воронежда эшләгәндә хеҙмәткәрҙәргә йыш ҡына "Ятып ҡалғансы, атып ҡал", ти торғайным. Йәғни, һинән әүҙем эшмәкәрлек талап ителгән ҡыҫҡа ғына ваҡытты икеләнеүҙәреңә баш була алмай үткәрмә, шул ваҡыт эсендә барлыҡ "ҡоралдарыңды" - ошо мәлде, аҡылыңды, оҫталығыңды, үҙең белгән ғилемде файҙаланып, ғәмәл ҡыл. Аҙағы өсөн борсолма. Эшләп ҡарап, хаталаныуың ҡул ҡаушырып ултырып, уңышһыҙлыҡҡа тарыуыңдан мең артыҡ.

Милләттең хәле, йөҙө тураһында уның бер вәкиленә ҡарап та фекер йөрөтәләр. Ситтә йөрөгәндә һеҙ үҙегеҙҙе ниндәйерәк вәкил итеп күрһәтәһегеҙ?

- Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, беҙ үҙебеҙҙең башҡорт кешеләре булыуыбыҙҙы әйтеп йөрөйбөҙ. Милләтебеҙҙе йәшермәйбеҙ. Башҡортостан тураһында бөтөнләй ишетмәгән кешеләр ҙә осраны. Күптәр башҡорттар тураһында ишетеп тә, бер тапҡыр ҙа күргәндәре булмай сыҡты. Мин уларға башҡорттар тураһында һөйләй йөрөйөм, үҙемсә мәғрифәт-ағартыу эше алып барам.
Ысынлап та, һеҙ хаҡлы - милләт тураһында уның бер кешеһенә, бер ғаиләһенә ҡарап та фекер төйнәргә була. Тәүҙә кешенең үҙе тураһында һығымта яһала, аҙаҡ, күпмелер ваҡыттан һуң, милләте тураһында. Һинең һәйбәт йәки насар булыуың тотош милләттең ниндәй булыуы тураһында фекер уята. Беҙ, йәғни кәләшем Айгөл менән башҡа төбәктәргә күскән сағыбыҙҙа үҙ алдыбыҙға: "Милләтебеҙҙе бары тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә тейешбеҙ", - тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Өйҙә башҡорт телендә аралашабыҙ. Балаларыбыҙҙың исемдәре Әмир һәм Искәндәр - башҡортса яңғырай. Өлкән улыбыҙ ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп йөрөй. Санкт-Петербургта йәшәгән сағыбыҙҙа башҡортса бейеү түңәрәгендә шөғөлләнде. Әмирҙең был башланғыстарын хуплауыбыҙҙы белдереп кенә торабыҙ. Ғаиләбеҙҙең үҙ ҡағиҙәләре лә бар. Беҙ сәләмәт тормош алып барабыҙ, спорт менән шөғөлләнергә тырышабыҙ, тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү һымаҡ алама ғәҙәттәрҙән азатбыҙ. Өҫтәлебеҙҙән милли аш-һыуҙарыбыҙ өҙөлгәне юҡ. Коллегаларҙы, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Ашхабадҡа килгән кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырһаҡ, ҡатыным бишбармаҡ, ғөбәҙиә бешерә, өҫтәлгә тыуған яҡтарҙан килтерелгән бал ҡуябыҙ, үлән сәйҙәре эсерәбеҙ. Ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡала. Коллегалар менән башҡорт халҡының тарихы тураһында йәнле һөйләшеүҙәр ҙә ҡороп ебәрәбеҙ. Башҡорттарҙың бик боронғо халыҡ икәнен белеү айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята уларҙа. Кемдер хатта башҡорттар тураһында интернеттан мәҡәләләр эҙләй башланы. Хеҙмәткәрҙәр йыш ҡына минең атай-әсәйем менән телефондан башҡортса һөйләшеүемде ишетә. Ҡайһы берәүҙәр: "Ә һеҙ ниндәй телдә һөйләнегеҙ ул?" - тип һорап ҡуя. Мин: "Башҡорт телендә", - тип яуаплайым...
Воронежда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ҡалған коллегалар менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәйбеҙ. Уларҙың да беҙҙең турала, халҡыбыҙ тураһында бары тик яҡшы тәьҫораттар һаҡлауын беләм. Бының сәбәбе ябай - беҙ уларға башҡорт милләтен ыңғай яҡтан ғына күрһәтеүгә өлгәштек. Милләтте күтәреп, үҙебеҙҙе лә күтәрҙек. Башҡорттарҙы быға тиклем бер тапҡыр ҙа осратмаған кешеләр эргәһендә һин үҙеңде насар яҡтан күрһәтә алмайһың, үҙеңде насар тота алмайһың. Өфөлә һин үҙеңде нисек теләйһең, шулай тота алаһыңдыр, бәлки, сөнки бында башҡорттар күп. Ә сит төбәктә һиңә ҡарап, тотош милләтең тураһында фекер йөрөтөүҙәрен аңлайһың. Был аңлау үҙенән-үҙе киләлер, тип уйлайым, хәйер, белекһеҙ кешеләр бөтөн ерҙә лә бар инде ул. Уларһыҙ ҙа донъя йәмһеҙ.

Заманға ярашлы һөнәргә эйәһегеҙ, заман талаптарына яуап биргән һөнәрҙәр тураһында, һөнәрҙең әһәмиәте тураһында ни әйтерһегеҙ? Әле мәктәп партаһы артында ултырған һәм быйыл мәктәпте тамамларға торған уҡыусыларға һөнәр һайлағанда нимәгә айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәңәш итерһегеҙ?

- Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән сағымда күп кенә дуҫтарым миңә: "Һин ниңә ул уҡыу йортона барҙың, унда уҡыу ауыр ҙа инде", - тинеләр. Мин: "Эйе, ауыр. Шулай ҙа минең ошо һөнәргә эйә булғым, уны өйрәнгем, аңлағым килә", - тип яуаплай килдем. Йәштәрҙе шуға саҡырғым килә: хәҙер мөмкинлектәр шаҡтай күп, шуға, Башҡортостандағы "ауыр" вуздарға ғына түгел, ә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы, сит илдәрҙәге уҡыу йорттарына ла уҡырға инеүҙән ҡурҡмаһындар. Интернеттан өҫтәмә белем дә алһындар, тәү ҡарашҡа бик ауыр күренгән һөнәрҙәрҙе үҙләштерһендәр. Ауыр һөнәрҙәр, ғәҙәттә, ныҡ ҡыҙыҡлы һәм перспективалы була. Ниңәлер хәҙер күп кенә йәштәр: "Әлегә еңел уҡыла торған ергә барып торам да, аҙаҡ ни булһа ла булыр", - тиҙәр. Тормош, ысынбарлыҡ улай уҡ ябай түгел шул. Ни тиклем яҡшыраҡ һөнәр алып, белемеңде үҫтереп, артабан уны үҙаллы белем алыу менән нығытаһың, шул тиклем баһаңды арттыраһың. Һөнәр һайлағанда кәмендә ун йыл алға ҡарап, ун йылдан ниндәй һөнәр актуаль буласаҡ, шуны иҫәпкә алырға кәңәш итәләр. Был хаҡта аналитиктар кәңәштәре йыш баҫыла. Ни өсөн шулаймы? Сөнки бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йортон тамамлағансы, 5 йыл үтә, тәүҙәрәк эшләй башлап, тәжрибә туплағансы, тағы бер нисә йыл үтеп китә. Һәм уның яҡшы белгес булып өлгөрөп етеү осоро етеүгә, ул һайлаған һөнәр ҙә актуаль булыуы икеләтә яҡшы. Бөгөн кибернетика, биотехнологиялар, яңыса ауыл хужалығы һөнәрҙәре актуаль. Йәштәрҙе һәр ваҡыт белемде арттырырға, замандың иң алдынғы яңылыҡтары менән танышып барырға саҡырам.

Бик урынлы кәңәштәр әйттегеҙ. Ә һеҙ үҙегеҙ әле нимәләр тураһында уҡыйһығыҙ, белемегеҙҙе нисек камиллаштыраһығыҙ?

- Курстарға йөрөйөм. Китап уҡыуҙы мотлаҡ һанайым. Айына 1-2 китап уҡырға тырышам. Был бик күп түгел, минән дә күберәк уҡыған кешеләр бар. Шәп китаптар бик күп, уҡыу мөмкинлектәре лә етерлек, тик күптәр ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана. Мин командировкаларҙа, кискеһен йоҡлар алдынан уҡырға тырышам. Миңә бихисап китаптар яҙҙырылған электрон китабым ныҡ ярҙам итә. Миңә кешенең ҡарарҙар ҡабул итеү үҙенсәлеге тураһындағы китаптар оҡшай. "Ни өсөн кеше тап ошондай ҡарарға килә?", "Кешенең мейеһе нисек эшләй?", "Нисек итеп мейене арытмаҫҡа йәки, киреһенсә, мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланырға?" тигән һорауҙарға яуаптар эҙләйем. Иң мөһиме - системалы уҡыу. Көнөнә 30 минут уҡыһаң, айына бер китапты "ыһ" та итмәй уҡып бөтөрөргә була. Кешенең ваҡыты ныҡ күп ул, тик беҙ үҙ ваҡытыбыҙҙы буш нәмәләргә сарыф итәбеҙ.

Етәксе булараҡ, һеҙ ниндәй принциптарға таянаһығыҙ?

- Кем ул етәксе? Етәксе тураһында әйтелгән бик аҡыллы һүҙ билдәле: "Етәксе - ул хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эш шарттарын ойоштороусы кеше". Мин ошо аҡылдан тайпылмаҫҡа тырышам. Был нимәлә сағылыш табамы? Тәү сиратта, кешеләргә ышаныста. Һин уларға ышанһаң, хеҙмәткәрҙәрең һинең ышанысыңды аҡларға, уға тап төшөрмәҫкә тырыша. Икенсенән, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү, хаталаныу мөмкинлеге бирергә кәрәк. Әгәр кеше яңылышыуынан һуң яза аласаҡ тигән ҡурҡыу менән эшләһә, ул яңы аҙымдар эшләп ҡарарға ла ҡурҡасаҡ һәм бөтөн яуаплылыҡты һиңә генә япһарасаҡ. Ул һинең ризалығыңдан тыш бер аҙым да эшләмәйәсәк. Тимәк, хеҙмәткәрең тулы ҡанлы хеҙмәткәр булмай сыға. Минең принцибым шундай: беҙҙең командала һәр кем үҙаллы. Һәр кем үҙ өлкәһендә белгес. Быны барыһы ла белә һәм мин барыһына ла ышанам. Эйе, улар ҡайһы саҡта яңылышырға ла мөмкин. Беҙ ул хаталарҙы төҙәтергә тырышабыҙ, ыңғай баһалайбыҙ, конструктив әңгәмәгә нигеҙ итеп алабыҙ. Быны күреп, хеҙмәткәрҙәр яҡшыраҡ эшләй башлай. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрем: "Беҙ нимәнелер юғалтыуға ҡарағанда, һинең ышанысыңды юғалтыуҙан ҡурҡабыҙ", - тиҙәр. Һәр етәксенең үҙ алымы, минеке - ышаныс һәм демократик ҡараштар.

Әңгәмәнең рубрикаһы "Заман башҡорто" тип аталыуын иҫәпкә алып, һеҙҙән: "Замандың уңышлы башҡортона хас иң мөһим сифаттар ниндәй ул?"- тип тә һорағы килә бит әле. Беҙҙең милләттәштәрҙә нимә оҡшай, ә нимә - оҡшамай?

- Йыйнап ҡына әйткәндә, беҙҙең халыҡҡа ниндәйҙер яуаплы аҙым эшләр алдынан була торған тәүәккәллек етеңкерәмәйҙер, бәлки. Был - бер. Икенсенән, бер-беребеҙгә терәк булыу етмәй. Кеше шатлығына - шатланыу, кеше бәләһенә ҡайғырыу етмәй. Беҙҙең бик матур ыңғай сифаттарыбыҙ - киң күңеллелегебеҙ һәм ихласлығыбыҙ бар. Беҙ бер ни өмөт итмәй ҙә ярҙамға ташланырға әүәҫбеҙ. Ысынлап та, үҙебеҙҙең асылыбыҙҙағы, тәбиғәтебеҙҙәге тәүәккәллек, ярҙамсыллыҡ һымаҡ сифаттарыбыҙҙы үҫтергәндә, был беҙгә республика кимәлендә генә түгел, ил һәм донъя кимәлендә лә үҙ урыныбыҙҙы биләргә ярҙам итер ине. Эшләргә, иң тәүҙә үҙеңдән башларға кәрәк. "Әйҙә әле, һин кешеләргә ярҙам ит", - тип кемгәлер аҡыл өйрәтеп, үҙең ҡыл да ҡыбырлатмайһың икән, был, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Иң һөҙөмтәле дәлил - һинең эшең. Үҙебеҙҙән башлайыҡ, тип әйтмәксемен. Шул саҡта ҡалғандар ҙа беҙгә эйәрер.

Ауылдан күптән айырылһағыҙ ҙа, ауыл тормошо яҡындыр. Заман кешеһе күҙлегенән ҡарап, уны терелтеү юлдары тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Ауылдар эреләтеү процесынан ситтә тороп ҡала алмаҫтыр, тип уйлайым. Дәүләт сәйәсәте шулай булғас, быны танымау мөмкин түгел. Ауылды тергеҙеү өсөн ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу зарур, фермер хужалыҡтары, кооперативтар һәм заманса фекерләгән лидерҙар кәрәктер, тип уйланыла. Башҡортостан климатын иҫәпкә алып, төп иғтибарҙы ер эшкәртеүгә түгел, ә малсылыҡ (атап әйткәндә, йылҡысылыҡты) тармағын, ҡортсолоҡто үҫтереүгә йүнәлтеү яҡшыраҡтыр, тигән фекергә лә ҡушылам. Ә ауылдарҙың юҡҡа сығасағы тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Ҡала кешеһе ауылда етештерелгән ризыҡ ашай бит. Тимәк, ауылды йәшәтеү хәстәрлеген ҡала кешеләре лә үҙ иңенә алырға тейеш.

Ниндәй башҡорт йола-традицияларын яратаһығыҙ, һағынып ҡайтаһығыҙ?

- Туйҙарҙы, һабантуй, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдарын яратам. Туғандар менән күрешеүҙән күңелемә бөтмәҫ ләззәт, ял алам.

Киләсәктә тыуған яҡтарға күсергә пландарығыҙ бармы?

- Пландар, әлбиттә, бар. Ошо планды күҙҙә тотоп та Өфөләге йортобоҙҙо һатмай торҙоҡ. Тик бер-ике йыл эсендә генә ҡайтасаҡбыҙ, тип тә әйтә алмайым. Аҙмы-күпме "һыу ағыр" әле. Беҙҙең ҡайтыу-ҡайтмау мәсьәләһенең нисек хәл ителеренә йоғонто яһарлыҡ тағы бер фактор бар. Ул фактор: "Кем сүрәтендә ҡайтырға, кем булып эш башларға?" - тип атала. Эш шунда: ҙур, ҡыҙыҡлы мәсьәләләрҙе сисеп өйрәнелде, хәҙер инде киләһе эш урынымда бәләкәйерәк мәсьәләләргә кире ҡайтҡы килмәй. Төрлө урындарҙа эшләп ҡарап, идара өлкәһендә лә ярайһы уҡ тәжрибә тупланылды, бәлки, ниндәйҙер дәүләт идараһы өлкәһендә үҙемде һынап ҡарау маҡсатҡа ярашлы булыр. Рәсәйҙәге ваҡлап һатыу итеү өлкәһен ярайһы уҡ яҡшы беләм, тигәндәй... Ситтән барыбер күреп йөрөлә бит - идарала барыһы ла ал да гөл түгел, ҡайһы бер кәмселектәр бөтөнләй күңелде ҡыра. Әйтәйек, ни өсөн беҙҙең шифаханаларҙа ял итеү Төркиә отелдәрендә ял итеүҙән дә ҡыйбатыраҡ килеп сыға? Ни өсөн шифаханалар, нәшриәттәр, бал һатыу предприятиелары һөҙөмтәһеҙ эшләй? Был өлкә дәүләт ҡурсыуында түгелме ни? Минеңсә, тейешенсә тырышлыҡ һалғанда, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булыр ине, тип уйлайым. Әйткәндәй, беҙҙең тыуған яҡҡа ҡайтыуыбыҙҙың тағы бер юлы бар. Ул да булһа, үҙ эшеңде асып, Башҡортостан тауарҙарын Рәсәй кимәленә сығарыу. Башҡорт балын, ҡаҙыһын, ҡоротон, ҡаҡланған ҡаҙ итен, ҡыҙыл эремсеген һәм башҡаһын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә таратыу идеяһын тормошҡа ашырыу буйынса эш башларға була. Беҙ үҙебеҙ башҡорт балын реализациялау буйынса тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан заказдар ала башланыҡ та инде. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, был өлкәлә барыбер әллә ниндәй ҙур табышҡа өмөт итергә кәрәкмәй - күңел өсөн эшләнгән эш булыр ул, моғайын, беҙҙең өсөн.
Кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ут күршебеҙ Татарстанда бик яҡшы эштәр эшләнә икәнен беләм. Ҡаҙан ҡалаһы хакимиәте башлығы Илсур Метшин йылына бер тапҡыр ҡасандыр Ҡаҙанда йәшәп, эшләп киткән белгестәрҙе, Татарстанда тыуған һәм ситтә уҡыған перспективалы төрлө һөнәр эйәләрен үҙ янына әңгәмәгә саҡыра һәм: "Ҡаҙанды үҫтереү өсөн һеҙ ниндәй яҡшы идеялар тәҡдим итәһегеҙ?" - тигән һорау биреп, һәр ҡунағын тыңлай. Әйтәйек, Италияның баш ҡалаһы Миландан килгән архитектор Тимур Ҡадиров ошондай әңгәмәнән һуң Ҡаҙан ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Беҙҙең дә бынамын тигән идарасы йәштәребеҙ күп. Уларҙың күптәре төрлө эре-эре ҡалалар буйлап һибелгән. Уларҙы ҡайтарырға һәм республика ойошмалары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырырға булыр ине.

Шулай итеп...
Һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙ күпләп ситкә - Мәскәүгә, Санкт-Петербург, башҡа ҡалаларға уҡырға китә, уҡыған ҡалаһында эшкә тороп ҡала. Әлбиттә, йәштәрҙең төплөрәк белем артынан ситкә китеүен туҡтатырға тырышыу хилаф булыр ине, ә бына уларҙың кәрәкле булгес булып, Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайтыуы буйынса мотлаҡ эшләргә кәрәк. Әлеге көндә Төньяҡ баш ҡалала - Санкт-Петербургта эшләп йөрөүсе егетебеҙ Шамил Моталов беҙҙең гәзиткә биргән интервьюһында бик дөрөҫ әйтте: "Ситкә китеүҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, иң мөһиме - кире ҡайтыу һәм Башҡортостанға хеҙмәт итеү өсөн стимул булһын. Ундай стимул юҡ, бер нәмә лә тартып тормай, уҡыған ереңдә ныҡлы урынлашҡанһың һәм бында ҡайтып, яуланған ҡаҙаныштарыңдан түбәнерәк һөҙөмтә алаһың икән - был ысынлап та, проблема. Әгәр кире ҡайтыу һәм республиканы күтәреү стимулы бар - һине көтәләр, һине ҡабул итергә әҙерҙәр, һиңә әлеге ваҡытта яулаған уңыштарың кимәлендә эш тәҡдим итәләр, шарттар насар түгел икән - йәштәр шул ваҡытта кире ҡайтасаҡ..." Бына был йәштәрҙең ситтә уҡыуын, ситтә эшләүен ғәйепләргә маташыусыларға төплө яуап. Һәм тағы: ә шулай ҙа тыуған республикаға ҡайтыу оҙаҡҡа һуҙыла икән, йәштәребеҙ, Бикҡужиндар һымаҡ, башҡорт ғаиләһе ҡороп, башҡорт балалары үҫтереп, милләтебеҙҙе ситтәгеләргә матур яҡтан таныта йөрөүҙе үҙмаҡсат итеп алһын. Ошондай һығымтаға килтерҙе Рәмил Бикҡужин менән әңгәмәбеҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1501

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru