Ошо көндәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға "Ғарипов уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.
Был юлы ла сараға шағирҙың ижадына битараф булмағандар күпләп йыйылды. Унда яҙыусылар Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, шағирҙың улы Азамат Ғарипов һәм башҡа күренекле шәхестәр ҡатнашты. Шағир менән яҡындан аралашҡан, бергә уҡыған, фекерҙәш булған был кешеләр уның тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар һәр сығыш яһаусыны, шулай уҡ Рәми Ғариповтың гимназия-интернаттың 11 синыфында белем алыусы бүләре Тимур Уледановты йотлоғоп тыңланы.
- Бөгөнгө "Ғарипов уҡыуҙары"ның Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән тап килеүе бер ҙә осраҡлы түгел, - тине үҙенең сығышында Рауил Бикбаев. - Ул Рәми ағай ижадының рухын, булмышын сағылдырып тора. Теүәл ҡырҡ йыл элек шағир ҡапыл беҙҙең аранан китеп барҙы. Ваҡыт үтеү менән шағирҙың ижады өсөн бәхетле йылдар килде. Рәми Ғарипов ижады йәшәй икән, халҡыбыҙ һәм уның теле тере буласаҡ...
Бик күптәнге йола буйынса, сара барышында Ғарипов исемендәге премия ла тапшырылды. Быйыл был премияға СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 синыф уҡыусылары Алина Мәзитова, Әғләм Юлгилдин, Миләүшә Шәрәфетдинова (һүрәттә) лайыҡ булды.
- Минең өсөн бөгөн бик тантаналы көн. Мәскәүҙә бер мәлдә уҡыған, аралашып йөрөгән иптәшем исемендәге премияны алдым, - тип ҡыуынысы менән бүлеште Гөлли Арыҫлан ҡыҙы. - Йәшлек саҡтары, бергәләп концерттар ҡуйған, студенттар йыйындарына йөрөгән, беҙ сәхнәләштергән спектаклдәрҙе ҡарап бәхәсләшеүҙәр күҙ алдыма килеп баҫты. Йәшләй генә арабыҙҙан киткән шундай шәхес ошо күркәм юбилейына тиклем йәшәһә, тағы ла ниндәй бөйөк шиғри юлдар ижад итер ине, тигән уй килә. Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙарын яттан беләм һәм уларҙың төпһөҙ диңгеҙ кеүек тәрәнлегенә, шул юлдарҙа йәшеренгән фекер, хистәр, аҡылға хайран ҡалам...
Көслө рухлы, кешелекле, ғәҙел һүҙле Рәмиҙе үҙенә өлгө итеп күргән һәм премияға лайыҡ булған тырыш, һәр яҡлап та алдынғы уҡыусылар ҙа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Киләсәктә үҙҙәре белем алған гимназия-интернат исеменә тап төшөрмәҫкә, халҡына кәрәкле ул һәм ҡыҙҙар булып үҫергә вәғәҙә бирҙе улар. Артабан, "Ғарипов уҡыуҙары"нда ҡатнашыусы уҡыусылар секцияларға бүленеп, докладтар менән сығыш яһаны. Һәр төркөм араһында еңеүселәр айырым бүләкләнде.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Рәми Ғарипов шаҡыған киләсәктең ишектәре шағирға күптән асылған. Инде нисә быуын кешеһе төрлө кәртәләр, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан шәхесте таный, ижадын күңеленә яҡын итә. Халҡының киләсәге өсөн янып-көйгән, хаҡлыҡ һөйгән шағирҙың өмөттәре аҡланды, тиһәк, һис хаталанмаҫбыҙ. Сөнки "Ғарипов уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусы һәр кемдең уны танып белә, хөрмәт итә һәм үҙенән ҡала килгән быуынға ла ошо белемде еткерәсәк икәненә инандыҡ.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|