«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӘШЕРЕН ХАЗИНА"НЫҢ ЕРҘӘГЕ БИҘӘГЕ ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын байрам итергә әҙерлек старт алған ағымдағы йылдың башҡорт халҡының рухи батшаһы, мәшһүр дин белгесе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыуын билдәләү менән башланып китеүе, йәғни быуатлыҡ ваҡиғаларҙың тап килеүе осраҡлы ғына күренеш түгел. Башҡортостан Диниә назараты ойошторолоуға ла быйыл 100 йыл тула...

Бәрәкәте Башҡортостанда ҡалды

Шулай уҡ шәйехтең тыуыуына 175 йыл тулғанда Өфөнөң бер урамына уның исеме бирелеүе, ишан тыуып үҫкән Учалы районының Шәрип ауылында һәйкәл, Учалы ҡалаһында уның исемендәге мәсет асылыуы, Троицк ҡалаһындағы уның исемендәге мәсеткә ремонт үткәрелеүе, изге һөйәктәре ятҡан ҡәберенең һәм зыяраттың рәткә килтерелеүе, 2016 йылда Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала Зәйнулла Рәсүлев исемендәге яңы мәсет төҙөлөүе, 2012 йылдан башлап Троицк ҡалаһында "Рәсүлев уҡыуҙары" үткәрелә башлауы - былар барыһы ла ишан бәрәкәтенең ул тыуып үҫкән Башҡортостанда, уның изге һөйәктәре ятҡан ерҙәрҙә тороп ҡалыуы хаҡында һөйләй. Уның бәрәкәте ҡайҙалыр, икенсе урынға күсте, тиеүселәргә шуны ғына әйтергә ҡала: әүлиәләрҙең рухы бер ваҡытта ла ер ҡыҙырып йөрөмәй, әүлиәлек үҙе үк Хаҡ Тәғәлә тарафынан айырым халыҡҡа уның тыуған ерен, рухын һаҡлап ҡалыр өсөн барлыҡҡа килтерелгән. Тимәк, халыҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында быуаттар буйы йәшәгән ерҙәрен ташлап киткән осраҡта ла, уның өсөн ебәрелгән әүлиәләр рухы мәңгелеккә шул урында ҡала, тыуған еренә, рухиәтенә тоғролоҡ һаҡлай, киткәндәрҙе тыуған еренә кире ҡайтырға әйҙәй.
1917 йылдың 2 февралендә Зәйнулла Рәсүлев вафат булғандан һуң атаҡлы рус академигы В.В. Бартольд "үҙ халҡының рухи короле вафат булды" (Петроград, 1917) тип яҙып сыға. Суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә тәриҡәтен алға һөрөүсе башҡа милләттән булған шәйехтәр әле булһа Зәйнулла ишан хөрмәтенә үҙҙәренең улдарына һәм ейәндәренә Зәйнулла исемен бирә (уларҙың аталары, ҡартаталары "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә белем алған), уны кешелектең "Ҡотоб заман"ы йәғни "Ҡотлозаман"ы тип атай. Америка Ҡушма Штаттарының Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғар Зәйнулла Рәсүлевты "Волга-Урал төбәгендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙар йәмғиәтенең һуңғы Бөйөк Шәйехе" тип атаған. Ислам дине тарихын өйрәнеүсе француз ғалимы А. Беннигсен Парижда 1968 йылда сыҡҡан хеҙмәтендә: "Үҙ ваҡытында барса мосолман донъяһының академик уҡыу йорттары араһында "Рәсүлиә" мәҙрәсәһе белем биреү сифаты буйынса иң яҡшыһы булған", - тип яҙған.

Тамсыла ҡояш сағыла

Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең киң билдәле "Хәтирәләр"енең "Атайымдың Троицкиға сәйәхәте" бүлегендә "Рәсүлиә" мәҙрәсәһе урынлашҡан Троицк ҡалаһына барыуҙары, атаҡлы шәйех менән танышыуҙары, аралашып йәшәүҙәре хаҡында бәйән итә. Шул уҡ яҙмала киләсәктә башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы, бар донъяға танылыу яулаған мәшһүр булып киткән Әхмәтзәки Вәлиди Зәйнулла ишан Рәсүлевтың үҙ шәхесе формалашыуында уйнаған роле хаҡында ла әйтеп үтә. "Хәтирәләр"ҙең шул өлөшөн тулыһынса килтереп үтәм:
"Эш бөтөү менән атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә. Сәйәхәт Троицк ҡалаһындағы рухи етәксеһе Зәйнулла шәйехте барып күреү менән тамамлана. Юлда Ҡарағай Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарыбыҙҙың һәм шәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми, дини, хатта ҡайһы бер сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшә торғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙенең дастан ҡаһарманы Сура батырҙың ейәндәре тип иҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгәүер, Туңғатар, Тамъян һәм Ҡатай ҡәбиләләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менән күрешер ине.
Был сәйәхәт ай ярымға һуҙыла. Һәр йыл ҡабатланған сәйәхәттең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс - ат менән арба бағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны. 1904 йылдағы сәйәхәтебеҙ рус-япон һуғышына, 1905 йылдағыһы рус инҡилабы көндәренә, 1906 йылдағыһы рус Думаһы тирәһендәге көрәш заманына тура килде.
Мин дини мистиканы яратмайым. Ике йөҙлө тип хис иткән шәйехтәргә нәфрәт хисе тоя инем. Шуның менән бергә Муллаҡайҙан Ғабдулла хәҙрәт, Ҡолбахтынан Ғәбделханнан хәҙрәт һәм Троицкиҙан атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла хәҙрәт кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем. Был өс шәйехтән бәғзе яҡшы эштәргә лә өйрәндем. Өсөнсө тапҡыр, 1906 йылда, барғаныбыҙҙа Зәйнулла ишан миңә ныҡ илтифат күрһәтте. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, миңә төрлө һорауҙар биреп, яуабымды диҡҡәт менән тыңланы йәки йүнәлеш биреүсе һүҙҙәр һөйләне, һәр хәлдә, төрлөсә һынап ҡараны. Бер көн иртәнге сәй мәжлесендә тағы бер нисә һорау бирҙе, белгән ҡәҙәр яуап ҡайтарҙым. Һуңынан барлыҡ кеше алдында: "Ал, улым, бәлки, берәй нәмә һатып алырһың", - тип ҡулыма ун тинлек алтын аҡса тотторҙо. Мин был аҡсаға, "Хеҙмәт" исемле китап лавкаһына инеп, Ғазалиҙың теологияны тәнҡит иткән бер әҫәрен, Мысырҙа һәм Истанбулда баҫылған һәм Ислам ижтимағиәтенә һәм фәлсәфәһенә бағышланған нәшриәтте, астрономия һәм физика фәне буйынса китаптар, Толстойҙың "Крейцерова соната" китабының һәм ҡайһы бер башҡа рус романдарының ғәрәпсә тәржемәләрен, французса өйрәнеү өсөн төрөксә яҙылған "Французса һөйләшеү китабы"н һәм бер рус китап лавкаһынан Толстойҙың мәмләкәтебеҙҙә минең тыуыуымдан һуң, 1891 йылда, булған ҙур аслыҡ хаҡында һөйләгән "Аслыҡ йылдары" исемле әҫәрен һатып алдым.
Бер нисә көндән шәйех минән, аҡсаңды нимәгә тотондоң, тип һораны. Мин алған китаптарымды һанап сыҡтым. Маҡтаны, русса беләһең, французса ла өйрәнә алһаң, бик яҡшы булыр, тине. Физика һәм астрономия китаптарын алыуымды ла хупланы. Айырыуса Толстойҙың аслыҡ йылдарына бағышланған хәтирәләре тураһында, яҡшы китап алғанһың, тине.
Шәйех был ун тинде мине һынау өсөн биргән булһа кәрәк. Һуңыраҡ мәжлестәрҙә әлеге китаптарҙың ҡайһыларын уҡыуымды һәм уларҙа ниҙәр яҙылыуын да һораны. Ғазалиҙың "Әл-мунҡиаһ ән әл-далал" йәғни "Яңылыш юлдарға баҫыуҙан ҡотҡарыусы" исемендәге әҫәрен алыуымды һөйләгәс, шәйех, быны хәҙергә аңлай алмаҫһың, тине. Мин дә: "Бының ише китаптарҙы, ғәрәп теленән белемем тәрәнәйгәс уҡырмын, тип алдым", - тигәс, арҡамдан һөйөп, тағы ла аҡса бирҙе. Ун биш йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, китапты дөрөҫ һайлауымды шәйех башҡа мәжлестәрҙә лә маҡтап һөйләне, быны ишеткәс, әлбиттә, минең күкрәк ҡабарҙы.
Мөхитебеҙҙә бик ныҡ хөрмәт ителгән был заттың маҡтау һүҙҙәре дәртләндереүсе бер көс булды. Шуның кеүек дәртләндереүсе хәл-ваҡиғалар булмаһа, бәлки, тормошом ғилемдән башҡа бер юлдарға йүнәлеш алыр ине. Мәҫәлән, Ҡаҙан шағиры Туҡай ҙа, шундай хәлдәргә ишара яһап: "Был фәҡирҙең башына ниҙәр килмәне, тик милләтем башымдан һыйпап, миндә үҫергә теләк тыуҙырҙы", - тигән. Әгәр шәйехтең дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек, ун биш йәшемдән сауҙа эшендә приказчик булып китер инем..."
Тамсыла ҡояш сағыла. "Хәтирәләр"ҙең ошо ҡыҫҡа ғына өлөшөндә лә Вәлиди Зәйнулла ишан Рәсүлев шәхесен бөтөн олулығында һынландыра алған. Әгәр ҙә Зәйнулла ишан һәм уның йоғонтоһо булмаһа, Вәлиди һынлы Вәлиди үҙен ни бары "приказчик" сифатында ғына күргән, йәғни беҙ икенселәй булған осраҡта Башҡортостан Республикаһын барлыҡҡа килтергән, улай ғына ла түгел, Рәсәй Федерацияһының нигеҙ таштарын һалған башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыһы, бар донъяла танылыу яулаған мәшһүр ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙе белмәгән дә булыр инек.
Ҡартатайҙар, олатайҙар, атайҙар, бабайҙар, ҡартәсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр һәм әсәйҙәр беҙгә лә бәләкәй сағыбыҙҙа һис бер сәбәпһеҙгә аҡса бирә торғайны. Беҙ иһә, аҡсабыҙҙы усыбыҙға ҡыҫып, атҡа менгәндәй ҡыуанып, магазинға печенье йә хәлүә алырға йүгерә инек. Ә теге саҡта лавканан тәмлекәстәр һатып алырға үҫмер Зәкиҙең дә күҙе ҡыҙмаған тиһегеҙме?
Зәки Вәлиди Зәйнулла ишан Рәсүлевтың аҡса, берҙәй үк зауыҡ менән һынауын яҡшы үтә. Үҫмер Зәки төрлө йөкмәткеләге китаптар һатып алғандан һуң уларҙа ниҙәр яҙылыуы буйынса шәйехтең шәкертенән белемен тикшергән хәлфә кеүек һорашыуы ла күпкә ишара: шәйех үҙ заманы менән ҡатар атлаған, донъя әҙәбиәтен генә түгел, төрлө фәндәрҙе, тарихты яҡшы белгән һәм барыһына ярашлы фекер йөрөтөүгә һәләтле инсан булған, һәр төрлө яңылыҡҡа хәбәрҙар булған, үҙенең эшмәкәрлегенә ярашлы дини ғилем менән генә сикләнмәгән. Әхмәтзәки Вәлидиҙең артабанғы тормош юлынан белеүебеҙсә, ул да Зәйнулла ишан кеүек киң эрудициялы, донъяның күп кенә ғилемдәрен яҡшы белеүсе шәхескә әүерелә.

Рәсәй федерализмы "ҡартатаһы"

"Профиль" журналында (1998, 9 март, 58-61-се биттәр) сыҡҡан "Зәки Вәлидов. Дала бүреһе, рус федерализмы атаһы" тигән мәҡәләһендә Юрий Борисенок менән Александр Шишков Әхмәтзәки Вәлидиҙе "рус федерализмы атаһы", тип атай. Ысынлап та, башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт ғәскәрен төҙөп, үҙ халҡына милли автономия төҙөүгә өлгәшә. Әлбиттә, был осраҡта ул күп һанлы арҡадаштарына таяна. Шулай ҙа, тарих "теләк-шарт һөйкәлеше" шарттарына нигеҙләнмәгән осраҡта ла был шәхестең Башҡорт Автономиялы Республикаһын төҙөүҙәге хәл иткес ролен бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Шуға күрә лә, әгәр ҙә донъяла ошо шәхес булмаһа, Рәсәйҙең аҙ һанлы халыҡтарының артабанғы яҙмышы бөтөнләй башҡаса булырын да күҙаллау мөмкин булыр ине. Башҡорттар үҙ автономияһын ҡулына ҡорал алып, үҙ ғәскәрен төҙөп яулай, башҡа халыҡтарға автономия хоҡуғы федерация төҙөү зарурлығы булған өсөн генә бирелә. Ю. Борисенок менән А.Шишков тап шуның өсөн дә Әхмәтзәки Вәлидиҙе "рус федерализмы атаһы" тип атай ҙа инде.
Шундайын әһәмиәткә эйә шәхес, әгәр ҙә үҙенең тормошонда Зәйнулла ишан Рәсүлевһыҙ өлгәшкән юғарылығын тик "приказчик" кимәлендә генә билдәләгән икән, беҙ хаҡлы рәүештә Зәйнулла ишан Рәсүлевты Рәсәй федерализмы "ҡартатаһы" тип нарыҡлай алабыҙ.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең Зәйнулла ишан Рәсүлев шәхесенә бәйле азатлыҡ өсөн көрәш рухы формалашыуы хаҡында философия фәндәре докторы Илшат Насиров үҙенең "Суфыйсылыҡ тураһында" тигән ғилми хеҙмәтендә яҙып үтә: "Зәки Вәлидиҙең сәйәси ҡараштарын булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә Рәсәй мосолмандары тормошо тураһындағы "Тәлфиҡ әл-әхбәр" тип аталған тарихи китап авторы, башҡорт тарихсыһы суфый шәйех Морат Рәмзиҙең йоғонтоһо ғәләмәт көслө була (Әйткәндәй, был китап Зәйнулла ишан Рәсүлевтың финанс ярҙамы менән донъя күрә - Ә.Ғ.-Ү.). Башҡорттарҙың сәйәси азатлығы өсөн көрәштең мотлаҡ кәрәклеге тураһында фекер суфый шәйех Морат Рәмзи уларға ҡунаҡҡа килгән саҡта әңгәмәләшкәнендә йәш Зәкиҙең аңына һеңешә. Батша хакимлығынан рухи яҡтан азат булған тап башҡорт суфый шәйехтәре Рәсәй империяһы шарттарында ябай башҡорттарҙы рухи азатлыҡ өсөн көрәшкә ойошторған. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ғына ваҡытта Башҡортостан Республикаһын һәм Башҡорт Армияһын төҙөрлөк милли фекер йөрөткән ҡөҙрәтле башҡорт инсандары барлыҡҡа килгән..." ("Башҡортостан - әүлиәләр иле". "Китап". 2012 йыл, 49-сы бит)

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Филология фәндәре кандидаты Фәйрүзә Ғарипова Учалы ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсеттә үткән ғилми-ғәмәли конференциялағы сығышында бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. хәҙисен килтерҙе. Унда Бәйғәмбәребеҙ "Әҙ-Ҙәриәт" сүрәһенең 52-56-сы аяттарын шул рәүешле тәфсирләй: "Мин йәшерен Хазина инем, Мине белеүҙәрен теләп, ошо халыҡты барлыҡҡа килтерҙем…" Артабан Фәйрүзә үҙенең сығышын шулай дауам итә: "…Аллаға шөкөр, Аллаһы Тәғәлә, беҙҙең халыҡҡа булған һөйөүен белдереп, беҙҙе лә камил заттар араһында күрергә теләп, беҙгә күпләп үҙенең дуҫтарын, әүлиәләрҙе ебәргән. Шулар араһында кешелектең "Ҡотоб заман"ы, Урал-Волга төбәгендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙар йәмғиәтенең һуңғы бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлев хәҡиҡәт юлында мәңгелек бәхеткә әйҙәүсе һүнмәҫ йондоҙ, аҙаштырмаҫ маяк, өлгөлө әҙәп-әхлаҡ эйәһе булып тора…"
Эйе, "Йәшерен Хазина"ның ерҙәге биҙәге милләттәшебеҙ Зәйнулла ишан (ғәрәпсәнән был исем "Аллаһ биҙәге" тигәнде аңлата) халҡыбыҙҙың өлгөлө әҙәп-әхлаҡ, иман, намыҫ, выждан өлгөһө лә булып тора. Хаҡ Тәғәлә ҡаршыһында халҡыбыҙҙы ла биҙәп тора ул. Халҡыбыҙҙың үҙ асылына ҡайтыу юлы - Зәйнулла ишан Рәсүлев күрһәткән юл! Иншалла!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
(Аҙағы. Башы 12-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 1080

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru