«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ҺӘМ АСАРБАҠ ӘСӘЛӘР
+  - 

Ҡаршымдағы ултырғыста башын эйеп, ике ҡулы менән битен ҡаплап, бер йәш кенә ҡыҙ һыҡтап-һыҡтап илай. Балаҡайҙың кисерештәрен йөрәгем өҙөлөп, бөтә күңелем менән аңлаһам да, көсһөҙлөгөмдән бер һүҙ ҙә өндәшә алмай тешләнәм. Йә уның йөрәгенә үтеп инерҙәй һүҙҙәр ҙә килмәй бит әле кәрәк саҡта! Илай торғас, баланың еҙ сәстәре туҙрап бөттө, уларҙы өҫкә һыпырған һайын, башын күтәреп, миңә күҙ ташлап ала ла, артабан һыҡтай. "Ни өсөн мин? Ни өсөн миңә төштө был өлөш? Мин кем алдында ғәйеплемен һуң?"

Их, балаҡай.... Нисек кенә итеп ярҙам итәйем һуң һиңә? Ҡайһылайтып ҡына күңел һыҙланыуҙарыңды баҫайым икән? Аптырағас, эргәһенә килеп, арҡаһынан һөйөп-һыйпап, тынысландырырға маташтым. Берәй йыуатырлыҡ һүҙ әйтәйем тиһәм, үҙемдең дә йәштәр түгелергә генә тора бит әле, йәнемде үртәп! Ошо мәлдә был ҡыҙҙың күҙ йәштәренең сәбәпсеһе ҡулыма килеп эләкһәме! Ете кеше лә тота алмаҫ ине мине, Аллам һаҡлаһын! Мин уны... мин унымы... Мин уны нимә эшләтә алырмын икән, ә? Тормоштоң ҡайһы бер хәлдәрендә үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө аңлауҙан да ауырыраҡ нәмә юҡтыр ул. Ярай, табырмын ул кешене. Һөйләшермен. Аңлатырмын. Илармын. Инәлермен. Ялбарырмын.... Тағы нимә эшләй алам мин, үҙ балаһынан баш тартып, рәхәтләнеп "шәхси" тормошон рәткә һалып йөрөгән ҡатын алдында? Закон тарафынан бөтәһе лә эшләнгән: ҡатын үҙ ҡыҙына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Балаға ҡарата булған бөтә бурыстарынан азат ителгән. Нимә кейер икән, тамағы туҡмы-түгелме, сәләмәтме минең алтыным, тип борсолорға ла кәрәкмәй. Нилектәндер тормошо аҫҡа тәгәрәгән мәлдә туҡтай алмаған ул. Бәлки, шуғалыр ҙа, ул балаһының ғүмерен, киләсәген аяу өсөн бер бөртөк ҡыҙын кеше тупһаһында ҡалдырып киткәндер, ә? Үҙе менән бергә һөйрәтеп йөрөү ҡурҡыныс икәнен аңлағандыр ҙа, ә? Араҡы ҡолона әйләнеп, үҙенең әсә генә түгел, ә ҡатын икәнен күптән онотҡан әҙәм аҡтығын аҡларға йыйынмайым мин, йәмәғәт. Әсә үҙ балаһынан баш тартһын өсөн ҡот осҡос сәбәптәр генә булыуы мөмкин тип фаразлайым. Улай тиһәң, күпме күрәбеҙ: аяҡ-ҡулдары булмаған инвалид ҡатындар ҙа үҙ балаларын ситкә типмәй, наҙлап, һөйөп үҫтерә. "Яратмағас, ниңә мине был донъяға тыуҙырған ул? Нишләп тыуғас та ҡалдырып китмәгән?" Йөрәк түренән әрнеп сыҡҡан ошо һүҙҙәргә мин яуап таба алмайым.
Зилә - ҡаршымдағы ҡыҙҙың исеме. Уның бөгөнгө көндә тормошо матур: ҡыҙым, балам, матурым, аҡыллым тип өҙөлөп торған яҡындары бар. Илауының сәбәбе: биологик әсәһенең ҡайһы берҙә шылтыратып рәнйетеүе, ҡарғыш һүҙҙәре яуҙырыуы. Әле бына, Яңы йыл байрамдарынан һуң, таныш түгел номер аша шылтыратып, балаһының "хәлен" белешә башлай ул. "Бөтәһе лә яҡшы. Уҡыйым. Ата-әсәйемдәр мине ярата", - тип яуап биргән Зилә. Быны ишеткән иҫерек ҡатын үҙенең тормошондағы насарлыҡтарҙа балаһын ғәйепләгән. Мәңгелеккә төҙәтеп булмаҫлыҡ күңел яраһы һалыуы әҙ күренгәндер, күрәһең, йәлләп тормаған, тағы ла шунда услап тоҙ һипкән. Телефонды ҡолағына терәп илап алып киткән ҡыҙҙарын күргән ата-әсәһе был һөйләшеүгә ирекһеҙҙән ҡыҫылырға мәжбүр булған. Оятһыҙ ҡатын быларҙың да ҡотон алған: "Баламды боҙғанһығыҙ, мин уны һеҙҙән тартып алам!" - тип аҡырған. Ике көн буйы шылтыратып йонсотҡан уларҙы "әсәй" кеше. Зилә хатта яңғыҙы урамға сығырға ла ҡурҡа башлаған. Уҡыған еренә лә, йыраҡ тип тормай, бөгөн ата-әсәһе оҙатып килгән. Зиләне 6 йәшенән үҙ ғаиләләренә алып, бөтә күңелдәрен биреп, сикһеҙ яратып, һөйөп үҫтереп килгән был ғаилә ағзаларының да хәҙер баштары ҡатҡан. "Беҙ алғанда ул элементар гигиена ҡағиҙәләрен генә лә түгел, хатта йүнләп һөйләшә лә белмәй, кешенән ҡурҡҡан, хатта ҡалаҡ та тота алмаған бала ине. Күпме күҙ йәше түктек, күпме психолог, невролог аша үттек - баланы "терелттек", өйрәттек, Аллаға шөкөр. Сәскә кеүек матур бит ул! Аҡыллы. Итәғәтле. Ипле. Әҙәпле. Тәртипле. Шул тиклем ғазаптар үткәреп, инде онотоп, төнгө һаташыуҙары бөттө тигәндә... Беҙ бер ҡасан да Зиләбеҙҙең үҙ әсәһе менән аралашыуына сик ҡуйманыҡ. Ни тиһәң дә, әсәй әсәй инде! Зилә үҙе риза булманы. Хатта шылтыратҡанда ла телефонды алмай торғайны. Ҡотон алып бөткәндер элек, тип уйлайбыҙ. Беҙгә һөйләмәгән тағы ла әллә ниндәй хәлдәр булғандыр әле балаҡайҙың. Ҡыҙыбыҙҙы, беҙҙе яҡлағыҙ, зинһар, аралағыҙ шул бәрейҙән", - тинеләр Зиләнең хәҙерге атаһы һәм әсәһе.
Тормошта яңылышмаған кеше юҡтыр ул. Өләсәйем мәрхүмкәйем әйтмешләй, абынмаҫ ат булмаҫ, яңылышмаҫ кеше булмаҫ. Ни өсөндөр, беҙҙең хаталарыбыҙ арҡаһында күбеһенсә балаларыбыҙ ыҙалай. Әлеге ситуацияны психологик яҡтан ҡараһаҡ, нимә күрәбеҙ? Тулы ғаиләлә, яҡшы тәрбиә алып үҫкән ҡыҙ кеше тормошоноң ҡайһылыр мәлендә абына. Шул абыныуҙан был ҡатын ҡабат "күтәрелеп" китә алмай. Ата-әсәһенең, туғандарының ярҙамын ҡабул итмәй. Хатта балаһының күҙ йәштәре лә айнытмай уны. Киреһенсә, балаһын, ата-әсәһен, туғандарын ғәйепләй, эргә-тирәһендәгеләр генә сәбәпсе тип уйлай үҙенең йүнһеҙ тормошонда. Йәғни, йәшәйеше өсөн булған яуаплылыҡты ул башҡалар елкәһенә күсереп һалмаҡсы! Психологияла был күренеш үҙ-үҙеңде ҡорбан итеп күрһәтеү тип атала. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер күҙлектән ҡарағанда, үҙ-үҙеңде аҡлау өсөн был бик уңай позиция. Сөнки мин яҡшымын, изге күңеллемен, тик мине уратып алған кешеләр үтә насар, мине аңламайҙар һәм ҡәҙерләмәйҙәр шул, тип уйлай бындай кешеләр. Һәм үҙҙәренең ошо фекеренә ышаныу ғына түгел, инаналар хатта. Шуға күрә, әгәр ҙә кемдер берәү ситуацияны үҙгәртер өсөн юлдар тәҡдим итһә - ҡабул итмәйәсәк! Ысынбарлыҡты дөрөҫ итеп күрә һәм анализлай белмәү хата өҫтөнә хата эшләүгә килтерә. Әгәр ҙә инде шәхестең мейеһе психоактив матдәләр менән томаланған булһа - ул ваҡытта инде бындай хаталарҙың һөҙөмтәһе ҡот осҡос булыуы мөмкин. Тормошта "ҡорбан" ролендә булыусылар, асылда, йәшәйешкә булған асыуын, үпкәһен иң яҡын кешеләренә төшөрә. Тора-бара был үтә лә агрессив кешеләр яңғыҙ ҡалырға мәжбүрҙәр: ябай ғына итеп әйткәндә, башҡалар уларҙан йонсой һәм уларға ҡул һелтәргә мәжбүр булалар. Ошо рәүешле кеше упҡынға тәгәрәп төшөп тә китә. Эскеселәр, наркомандар, енәйәтселәр, ауырыуҙар, асарбаҡтар был кешене ихластан үҙҙәренең араларына ҡабул итә. Артабан ниндәйерәк яҙмыш көтә уны - бер кем дә әйтә алмай. Сөнки иң тәрән һәм төпкөл упҡындан да тик өҫкә ҡарай ғына үрмәләп була. Тик был ситуацияла теләгеңдән тыш оло тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәк икәнен онотмаһаҡ ине.
Хәҙерге көндә был әсә үҙенән үҙе бик ҡәнәғәт булып, асарбаҡтар менән "еңел" һәм "рәхәт" йәшәй. Тормошҡа булған үпкәһе йөҙөнә тәрән һырҙар һалып, йәш ҡатынды мәлһеҙ ҡартайтҡан. Уны күргән һәр бер кеше, ытырғанып, һаҫыҡ ҡатындың эргәһенән ҡасыу яғын ҡарай. Ул әлегә балаһын рәнйетеүҙән ары китә алмай. Иманым камил, ғүмеренең иң һуңғы тын алышында уның ауыҙынан: "Балам, ғәфү ит, кисер мине, балам!" - тигән һүҙҙәр сығасаҡ. Әммә Зилә уны ишетерме?

Альмира ИСХАҠОВА,
психолог.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.17 | Ҡаралған: 999

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru