«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТАМЫР" ТЕЛЕКАНАЛЫНДА ҮТКӘН ОҘОН-ОҘАҠ БӘХЕТЛЕ БАЛА САҠ
+  - 



"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы бына 25 йыл кескәйҙәрҙе генә түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә рухлы, ҡыҙыҡлы, халыҡсан тапшырыуҙары менән ҡыуандыра. Ошо мөхиттә эшләгән, бәләкәйҙән ошо мөхиттә тәрбиәләнгән, "Тамыр" тормошо менән йәшәгән йәштәр менән әңгәмәләшәбеҙ бөгөн. Баш ҡалала йәшәп тә, бәләкәй саҡтан туған башҡорт телендә генә һөйләшеү, милли рухта тәрбиәләнеү, етмәһә, йондоҙ исемен күтәреп йөрөү нисегерәк була икән? Ошо хаҡта "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Ләйсән МӘЗИТОВА, бейеүсе Ильяс ҠАРАБУЛАТОВ һәм билдәле йырсы Лиана ХӘБИБУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына беренсе тапҡыр килгән мәлегеҙҙе иҫкә төшөрәйек әле...

Ләйсән Мәзитова:
Ул заманда бик күп артист ғаиләләре Өфө дәүләт сәнғәт институтының ятағында йәшәй ине. Был ғаиләләрҙә балалар ҙа байтаҡ ине, бергә-бергә аралашып йәшәнек. Мине тәүге тапҡыр Әхәт Мортазин 1989 йылда "Тамыр" студияһы исеменән әҙерләнгән радиотапшырыуға әкиәт уҡырға саҡырҙы. Өфө сәнғәт училищеһының ҙур залында "Тамыр" студияһы асылыу айҡанлы үткәрелгән тамашала ла ҡатнаштым. 1994 йылда беренсе синыфта уҡып йөрөгәнемдә Гөлназ Ҡолһарина "Торомбаш" тапшырыуына алып барыусы эҙләп, беҙҙең 20-се башҡорт ҡала мәктәбенә килде һәм беҙҙең дәрескә инеп, тыңлап ултырып сыҡты. Шунан бер туған ағайым Раян менән икебеҙ "Торомбаш" тапшырыуында ҡатнаша башланыҡ, мин Бумалабаш булып уйнай инем. "Тамыр"ға шулай ылығып киттек.
Лиана Хәбибуллина: Әсәйемдәр һөйләүе буйынса ғына беләм ул мәлдәге ваҡиғаларҙы, үҙем бигерәк бәләкәй булғас, барыһын да иҫләмәйем. Баҡтиһәң, бәләкәйҙән әлеге лә баяғы шул Өфө дәүләт сәнғәт институтының ятағы коридорында гел йырлап йөрөгәнмен. Бер мәл эштән ҡайтып килешләй Венер Камалов мине ишетеп, ипләп кенә тыңлап, артымдан беҙгә килеп ингән. Әсәйем менән һөйләшкәндәр ҙә, ул мине "Тамыр" студияһына саҡырған. Тәүге тапҡыр Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһауым иҫемдә, миңә дүрт йәштәр самаһы ғына булған ул саҡта.
Ильяс Ҡарабулатов: Атай-әсәйем башта мине "Тамыр"ға йөрөтөргә уйламаған да булған ул, Гөлнур апайым ундағы тапшырыуҙарҙа ҡатнаша башлағас, өйҙә яңғыҙы моңайып ултырмаһын, тип кенә иптәшкә йөрөтә башлағандар. Кеҫәгә ҡулды тығып, эре генә "Тамыр" студияһын тикшереп йөрөгәндә, Гөлназ Фәрит ҡыҙы: "Әйҙә, һине лә телевидениеға төшөрөп ҡарайыҡ", - тине. Шулай итеп мин дә "Сәңгелдәк"тең алып барыусыһы булып киттем. Өс кенә йәш ине миңә ул саҡта.
Ләйсән Мәзитова: Гәлсәр Байғусҡарова ике йәш тә өс айлыҡ сағынан тапшырыуҙарҙа төшә башлағанға тиклем, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының тарихында Ильяс иң бәләкәй алып барыусы булды. Ғәҙәттә, балаларҙың телдәре дүрт-биш йәш сағында яҡшы асыла, матур итеп башҡортса һөйләшә башлайҙар. Беҙ ҙә шул йәштә килдек "Тамыр"ға, балалар баҡсаһына йөрөмәнек. Хатта тапшырыу төшөргән көн булмаһа ла студияға бара торғайныҡ, апай-ағайҙарҙың башын ҡаңғыртып унда нимә эшләгәнбеҙҙер инде...

Ошо телеканалда шөғөлләнгән бар балалар ҙа "йондоҙ сире" менән ауырый һымаҡ тойолоп китә. Ә был сир һеҙгә йоҡманымы?

Ләйсән Мәзитова:
Беҙ әле лә унан арынмағанбыҙ. Шаяртам, әлбиттә, сөнки беҙгә ул сир менән ауырырға форсат бирмәнеләр. "Тамыр"ҙа эшләгән апайҙар бик тәжрибәле, яҡшы психолог һәм педагогтар булған. Иҫемдә, бер ваҡыт тапшырыу төшөргән саҡта "Был һүҙҙе әйтмәйем, улай эшләмәйем" тип еңмешләнгәс, бер ай буйына "Тамыр"ға саҡырманылар. Был миңә мәңгелеккә һабаҡ булды. Күп балалы ғаиләлә үҫкәс, өйҙә лә беҙҙе мыжыҡланмаҫҡа, яуаплы булырға өйрәтеп тәрбиәләнеләр бит.
Лиана Хәбибуллина: Бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһап, тапшырыуҙарға төшөп өйрәнгәнгәме икән, сәхнә йондоҙо менән ябай кеше тормошо араһында ниндәй айырма барлығын белмәйем. Миңә ҡалһа, ябай бер һөнәрсе лә, билдәле шәхестәр ҙә берүктәр. Әсәйем дә бәләкәйҙән шулай тип өйрәтте: алдыңда кем баҫып торһа ла, ул да һинең кеүек кеше. Үҙеңде кемдәндер юғары ҡуйырға, өҫтөн итеп тойорға ярамай, тигән тәрбиә алып үҫтем.

Балалар баҡсаһына йөрөмәгәнһегеҙ, ә мәктәпкә уҡырға төшкәс, "Тамыр" телеканалындағы эш ҡамасау итмәнеме?

Ләйсән Мәзитова:
"Тамыр"ға йөрөгән балалар бөтәһе лә әүҙем, алдынғылар, өлгөрҙәр. Мәктәп сараларында ла әүҙем ҡатнашып, төрлө предмет олимпиадаларына, конкурс, ярыштарға ла йөрөп өлгөрә торғайныҡ. Хәҙер үҙем "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында эшләгәс, беҙгә килгән балалар ҙа һәр яҡлап үҫешһен, уҡыуҙа ла юғары уңыштарға өлгәшһен, таланттары ла асылһын өсөн бөтәһен дә эшләргә, һәр береһенә иғтибарлы булырға тырышам. Ата-әсәләр менән даими рәүештә баланың мәктәптә алған билдәләре тураһында ла хәбәрләшеп торабыҙ, кемдер уҡыуына өлгөрмәй башлаһа, тапшырыуҙарға саҡырмайбыҙ, мөһим дәрестәрҙе ҡалдырмаһын өсөн кәрәкле ваҡыт билдәләйбеҙ. Тапшырыуҙа төшөүҙе һылтау итеп, дәрес ҡалдырырға яратыусылар ҙа юҡ түгел, әммә беҙҙең төп шарт - яҡшы өлгәшкән балаларға ғына "Тамыр"ға йөрөргә рөхсәт итәбеҙ. Кем дә кем сиреккә "өслө"ләр ала, уларҙы тапшырыуға төшөргә саҡырмаясаҡбыҙ, тибеҙ. Был да үҙенә күрә бер тәрбиә сараһы һәм күптәрҙе тырышлыҡҡа өйрәтә.
Лиана Хәбибуллина: Мәктәпкә барғас, "Тамыр"ға һирәгерәк йөрөй башларға тура килде. Элекке кеүек, көн дә студияға барыу онотолдо, айына бер-нисә тапҡыр ғына тапшырыуҙа төшә инем. Һуңынан эстрадала эшләй башлағас та төрлө тапшырыуға төшөргә, концерттарҙа сығыш яһарға саҡырып торҙолар. Әле лә онотмайҙар, шуға бик рәхмәтлемен.
Ильяс Ҡарабулатов: "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында өс йәштән ун ике йәшкә тиклем эшләнем. Ҡыҙыҡ өсөн генә һанап ҡарағайным, баҡтиһәң, ошо арауыҡ эсендә һигеҙ концертта алып барыусы булғанмын, етмеш дүрт тапшырыу һәм биш фильмда төшкәнмен. Үҫмер йәшенә еткәс, "Тамыр"ҙан "пенсияға" киттем һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтергә тура килде.

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәренең тәрбиәүи һабаҡтары тураһында телгә алып үткәйнегеҙ. Һеҙҙең шәхес булараҡ үҫешегеҙгә уның йоғонтоһо ниндәй булды? Ғаиләләге тәрбиәнән айырмалы инеме унда алынған һабаҡтар?

Ильяс Ҡарабулатов:
"Тамыр" телеканалына беҙ туған телебеҙҙә һөйләшә белгән өсөн барып эләктек. Өйҙә олатай-өләсәйҙәребеҙ беҙҙе һәр ваҡыт, башҡортса һөйләшергә кәрәк, туған телегеҙҙе белегеҙ, тип өйрәтте. Суверенитет яулағандың тәүге йылдары, халыҡтың милли үҙаңы терелгән мәл ине ул саҡ. Атайҙар ҙа "Ҡарауанһарай" төркөмө ойоштороп, халыҡтың рухын күтәреү өсөн тырышып йөрөнө. Беҙҙе, ҡалала үҫкән балаларҙы, башҡорт мөхитенә ылыҡтырыу йәһәтенән ул заманда "Тамыр" студияһынан да ҡулайлыраҡ, яҡшыраҡ ысул булмағандыр. Нәҡ ошонда беҙҙең күңелдәрҙә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына, йыр-моңона һөйөү уяттылар. Туған телдә һөйләшеү оят түгел икәнен аңлаттылар. Ә бит ул заманда атай-әсәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөтөр алдынан балаларын рус телендә һөйләшергә өйрәтә торғайны. Беҙҙең өлгө иҫбат иткәндер тим башҡорт телен белеп кенә лә бик күп мөмкинлектәр асыла икәнен. Сөнки балаларын "Тамыр"ға йөрөтөргә теләүселәр бихисап булһа ла, туған телгә өйрәтмәгәс, ундай теләктәрен тормошҡа ашыра алманы бит бик-бик күптәр.
Лиана Хәбибуллина: Әллә күпме сит илдәрҙә йөрөйөм, атай-әсәйемдең мине үҙ туған телемдә һөйләшергә өйрәткәненә сикһеҙ рәхмәтлемен. Берҙән, ике-өс телде ишетеп үҫкән балаға төрлө телдәр өйрәнеүе еңел бирелә. Икенсенән, туған телен белгән кеше үҙенең кем, ҡайҙан булыуын таный. Ә инде туған телен белмәгән кеше, урыҫтар әйтмешләй, үҙенекеләр араһында ят, яттар араһында үҙ урынын тапмай юғалып ҡалыуы мөмкин.
Ләйсән Мәзитова: Тәрбиә тураһында бик күп һөйләргә була. Һәр ғаиләлә ул үҙенсә алып барыла. Ә беҙҙең ғаиләлә тәрбиә мотлаҡ туған телеңде белеүҙән башланды. Ятаҡтан күсеп киткәс, урамда төрлө балалар менән бергә уйнап, аралашып ҡайтабыҙ ҙа, "Рөстәм ағай", тимәй, башҡаларға эйәреп "Рустик" тип өндәшһәк, эләгә торғайны. Атайҙың: "Һеҙҙең "папа"ғыҙ юҡ, атайығыҙ ғына бар", - тигән һүҙҙәре иҫтә. Тәрбиә мәсьәләһенә килгәндә, беҙҙе бәләкәйҙән өйҙә лә, "Тамыр"ҙа ла өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы мөғәмәләлә булырға, кеше араһында үҙеңде нисек тоторға һәм үҙ көсөңә ышанырға өйрәттеләр, һәләттәребеҙҙе үҫтерҙеләр. Шуға ла "Тамыр" студияһына йөрөгән беҙҙең быуын балалары бөтәһе лә бөгөн был тормошта үҙ урынын тапҡан билдәле шәхестәрҙер тип уйлайым. Әле лә студияға килгән балалар һәм үҫмерҙәргә ошондай тәрбиә бирелә, улар тура эфирға сығыуҙы талап иткән тапшырыуҙа бер ҡурҡыуһыҙ төшә, тырышып сценарийҙарҙы ятлай, йырлай, бейей, туған телендә һөйләшә, КВН-да уйнай, киноға ла төшә, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел таба белә, уҡыуҙа ла яҡшы өлгәшә.
Лиана Хәбибуллина: Эйе, Ләйсән менән килешәм. "Тамыр" студияһында баһаңды күтәреүҙәрен тойоп, үҙең дә ағай-апайҙар һинән көткән юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә тырышаһың. Үҙеңде бар ерҙә лә кәрәкле итеп тояһың. Был коллективта эшләгән балаларҙың комплекстары юҡҡа сыға, һәр кем үҙенең көслө сифаттарын үҫтерә ала.

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы студияһына йөрөмәгән булһағыҙ, һеҙ әлегә көндә ниндәй өлкәлә эшләр инегеҙ, ошо турала фараз иткәнегеҙ бармы?

Лbәйсән Мәзитова:
Был турала уйланғаным юҡ ине. "Тамыр" студияһын балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы кимәленә тиклем үҫтереүгә күп көс һалыусы остаздарыбыҙ булмаһа, нисә быуын ҡала балалары тормошта бөтөнләй икенсе төрлө шәхестәр булып үҫер ине. Кемдер, "Тамыр" урынына башҡа берәй сара уйлап табылған булыр ине, тип тә әйтер. Ләкин бөтә ғүмерен ошо милли телевидение эшенә арнаған Луиза Фархшатова, Гөлназ Ҡолһарина, Хәбирә Хәмиҙуллина, Янис Рамазанов, Дилара Зарипова кеүек инициативалы хеҙмәткәрҙәр табылыр инеме икән? Иҫемдә, "Тамыр" студияһы яңы асылғанда тапшырыуҙар бәләкәй генә һыуыҡ бүлмәләрҙә төшөрөлдө, бөгөнгөләй шәп программалар, аппаратуралар ҙа юҡ ине. Видеокамера табыу, кассетаға яҙҙырыу ҙа ҙур сығымдар талап иткән булғандыр инде. Алып барыусылар халыҡ телендә "уазик", "буханка" тип йөрөтөлгән машиналарға ултырып, сюжет төшөрөргә сыға торғайны. Хәҙер генә ул кәрәкле сюжетты хатта кеҫә телефонына төшөрөп, телевизорҙа күрһәтергә була.
Шулай ҙа, әгәр ҙә яҙмыш икенсе төрлө яҙылһа, медицина өлкәһен һайлар инем. Яратҡан шөғөлдәремдең береһе - сәстәргә төрлө прическалар яһау, йә милли аш-һыу һатылған ресторандар эшен үҫтереү ҙә шәп идея, минеңсә. Лиана Хәбибуллина: Иҫкә алырлыҡ хәтирәләр күп. Бала саҡтан уҡ шулай бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә, үҙ көсөңә ышанырға, таланттарҙы үҫтерергә өйрәнгәс, ябай тормош һайлай алмаҫ инек барыбер. Ләкин атай-әсәйҙәр ҙә сәнғәт кешеһе булғас, башҡа тормошто күҙ алдына ла килтермәгәнмен. Махсус музыка мәктәбен тамамлағандан һуң, инглиз телен яҡшыраҡ үҙләштереү ниәтендә Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына башҡорт-инглиз теле йүнәлеше буйынса белем алдым. Әле уйланып ултырҙым да, моғайын, пластик хирург һөнәрен үҙләштерер инем.
Ильяс Ҡарабулатов: "Тамыр" студияһына йөрөү, ысынлап та, киләсәгебеҙҙе билдәләгән. Ваҡытында беҙҙе ошонда етәкләп килтермәһәләр, хәҙерге һөнәрем сәнғәт менән бәйле булмаҫ ине, бәлки. Бер нисә йыл элек Гия Эрадзеның "Королевский цирк"ын күргәс, нәҡ һауа гимнасы булыр инем, тигән уй килгәйне. Ысынлап та, мин бәләкәйҙән бейеклектән ҡурҡманым - циркта эшләр инем.

Ә һеҙ "Тамыр" студияһы менән үткән бала саҡ йылдарын һағынып йыш иҫкә алаһығыҙмы?

Ләйсән Мәзитова:
Бала саҡ хәтирәләренең шул тиклем күңелле, яҡты ваҡиғаларға бай булыуы нәҡ "Тамыр" студияһында эшләүемә бәйле. Бында йөрөмәгән берәйһенән бала сағы тураһында һорашһаң, ул иң ҡыҙыҡлы хәтирәләрен ҡул һындырыу, ҡайҙандыр һикереп имгәнеү, һуғышыу йә башҡа хәл-ваҡиға менән бәйләп иҫләй. Күптәрҙең бала саҡтағы фотолары ла юҡ, ә беҙҙең тотош видео-тапшырыуҙар архивта һаҡлана хатта. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы егерме йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә архив материалдары менән эшләргә тура килгәйне. Ул саҡтағы декорациялар, өй йыһаздары, уйынсыҡтар, тапшырыуҙы төшөргәндә ҡулланылған махсус эффекттар - барыһы ла тарих биттәрендә ҡалған, беҙ ҙә шул тарихтың бер өлөшө. Мин әле генә Бауырһаҡ апай ул, ул йылдарҙа Бумалабаш булғанмын, Лиана бәләкәй генә булып, бер тапшырыуҙа Ейәнсура таҡмаҡтарын йырлап тора, Ильяс та шул тиклем етди итеп тапшырыу алып бара. Быларҙы онотоу мөмкин түгел, бигерәк тә һаман да "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына тоғро ҡалып, ошонда эшемде дауам иткәс.
Лиана Хәбибуллина: Былтыр телеканалға килеп, үҙем ҡатнашҡан тапшырыуҙарҙы, концерт видеояҙмаларын йыйып алдым. Һағынған һайын ҡуйып ҡарайым, хатта күҙҙәр йәшләнеп китә ошондағы мөхитте һағыныуҙан.
Ильяс Ҡарабулатов: Элек видеопроигрыватель була торғайны, шуға мин төшкән бөтә тапшырыуҙар видеокассеталарға яҙҙырылған һәм әсәйҙең һандығында ҡәҙерләп һаҡлана. Әлбиттә, ул йылдар һағындыра, өйҙә бер үҙем булғанда сығарып ҡарап алам. Тапшырыуҙарҙың тематикаһы төрлө булған, профессиональ актерҙар беҙҙең менән бергә эшләгән, Башҡортостан буйлап йөрөп төшөлгән хатта. Бағыусылар күп булғас, ул йылдарҙа финанс мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителгән, күрәһең. Ә бына һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән ул заманда әллә ниндәй шәп программалар, яҡшы техника булмаһа ла, тапшырыуҙарҙың сифаты юғары. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәкәрҙәренең эшен сағыштырып ҡарап, әле лә шул кимәлдән төшмәүҙәрен күреү ҡыуаныслы.

Һеҙ - заман башҡорттары, милләттең аҫыл вәкилдәре. Милләттәштәргә әйтер һүҙегеҙ, теләгегеҙ ниндәй булыр?

Ләйсән Мәзитова:
Милләттең көсө - туған телендә. Һәр башҡорт балаһына туған телен өйөндә өйрәтһен ине. Асылыбыҙҙы юғалтмайыҡ, арабыҙҙа төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән шәхестәрҙе күрергә теләр инем. Башҡорт халҡы тураһында нишләптер ҡурай һәм ҡымыҙға бәйле стереотип һалынған, ысынында, борон ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәре күп төрлө булған. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләп йәшәгән, күн эшкәрткән, балта оҫтаһы, тимерсе, малсылар ҙа булған араларында, сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән уҡымышлы шәхестәр ҙә аҙ түгел. Элек ғәләмәт аптырай торғайным: йыр-бейеү конкурстарына меңәрләп кеше йыйыла, ә теүәл фәндәр буйынса ярыштарға балаларын алып килгән башҡорттар һирәк ине. Бына ошо хәлде үҙгәртергә ваҡыт еткән, беҙҙең йәштәр ҙә белемгә ынтылырға, етеш тормош көтөргә тейеш. Үҙемдән алып әйтәм, булғанына шөкөр итеп йәшәргә күнеккәнбеҙ, ләкин бирелгән мөмкинлектәрҙе лә файҙалана белергә кәрәк.
Лиана Хәбибуллина: Заман башҡортон ысынлап та туған телендә һөйләшкән, балаларында был телгә һөйөү тәрбиәләгән шәхес итеп күрәм. Ҡаны башҡорт булһа ла, аңында булмаһа, ул бала үҙ милләтен үҫтерергә бер ҡасан да теләмәйәсәк. Шуға, ҡайҙа ғына йөрөгәндә лә үҙеңде башҡорт тип, яҡшы яҡтан танытып, халҡына файҙа килтерерлек итеп тәрбиәләргә, үҙебеҙ ҙә ошо маҡсатҡа ынтылып йәшәргә кәрәк.
Ильяс Ҡарабулатов: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгәндә республика, күрше өлкәләр буйлап гастролдәргә күп сыҡтыҡ. Концерттарға халыҡ һирәк йөрөй. "Мин башҡорт!" тип күкрәк һуғып йәшәгәнсе, бер-беребеҙгә хәлдән килгәнсе ярҙам итергә өйрәнәйек. Бизнес, сәйәсәт, иҡтисад, етештереү өлкәһендә лә ярҙам ҡулы һуҙырҙай үҙебеҙҙең белемле кешеләребеҙ булһын. Ни өсөндөр сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәргә ҡараһаң, уларҙың татыулығына иҫ китә, бер-береһенә терәк булыуын күрәбеҙ. Тыуған ерҙән алыҫта тормош көткән саҡта ғына түгел, бында ла фекерҙәш, арҡаҙаш, дуҫ булып йәшәһәк ине...
Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә теләйем, балаларға бәләкәйҙән үҙебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәр тураһында һөйләп, аңлатып үҫтерергә кәрәк. Беҙ мәктәптә уҡығанда "Башҡортостан мәҙәниәте" дәресендә ярайһы уҡ етерлек мәғлүмәт бирелә торғайны, хәҙер нимә уҡыталарҙыр, белмәйем. Ләкин ун йәштән алып бала башҡорт шәхестәрен белергә тейеш. Юғиһә, "Арыҫлан Мөбәрәков, Рудольф Нуриев кем ул?" тип һораһаң да күбеһе белмәй, ә Салауат Юлаев - ул хоккей командаһы, тип яуап бирәләр.
Ләйсән Мәзитова: Ильяс бик ҡыҙыҡ фекер әйтте әле, ысынлап та, беҙҙең халыҡ һыҡмыр. Төрлө мәҙәни сараларға инеү хаҡы артыҡ ҡиммәт булмаһа ла, саҡырыу ҡағыҙҙары һорап, бушлай килергә тырышып торалар. Буштың атаһы үлгән хәҙерге заманда, бөтәһе лә үҙ хеҙмәте өсөн тейешле хаҡ алырға теләй. Кемдер эшләй, кемдер ашай түгел, эшләгән кеше тешләргә лә тейеш тә баһа. Шуға, милләттәштәр киң кеҫәле генә түгел, киң күңелле лә булһын. Бынан тыш, әлбиттә, мотлаҡ "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының тапшырыуҙарын ҡараһындар, беҙ тәүлек әйләнәһенә милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртып эшләйбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының эше, хеҙмәткәрҙәре, үткәне һәм бөгөнгөһө, уңыштары тураһында бик күп һөйләшергә мөмкин. Бындағы хеҙмәткәрҙәрҙең эше күптәр өсөн йәшәү рәүеше, тәрбиә үрнәге, рухи ҡалҡанға әүерелгән булыуы һәр кемгә билдәле. Киләсәктә лә "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы бала йөрәгенә ут һалыр, башҡорт рухын уятыр, туған теленә һөйөү тәрбиәләр сара булып ҡалһын!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 1363

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru