«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ АТАЙ ТАУЫШЫ...
+  - 

1945 йылдың майы. Иртән уянып китһәм, өйҙә бер кем дә юҡ. Инәйем яланда утауҙалыр, ә апайым, ағайым, энем йә урманда, йә Әй буйындаларҙыр. Ашарға эҙләп тороуҙың мәғәнәһе юҡ. Шуға, тиҙ генә буржуйкаға ут яҡтым да, көрәк, биҙрә алып, серек бәрәңге ҡаҙырға баҡсаға сыҡтым. Ярай әле өйҙә май бар ине. Тәмле итеп йәймә бешерҙем. Ихатаға сығып, ләззәтләнеп ашап ултырғанда, урамдан хәрби кейемдәге бер кеше килә ятҡанын күрҙем. Погонында дүрт йондоҙ, ордены бар, үҙе ныҡ аҡһай.

Был күренешкә бик иҫем дә китмәне, сөнки өйҙән-өйгә йөрөп, "Һуғыш тамамланды, беҙ еңдек", тип һөйөнсө алғайнылар. Әкренләп фронтовиктар ҙа ҡайта башлағайны. Мине шуныһы ғына аптыратты: был командир беҙгә боролоп инде лә, минең алдымда туҡтап ҡалды. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары тик ҡулымдағы йәймәне һындырып ҡараны һәм ләм-мим өндәшмәйенсә, өйгә табан атланы. Мин дә уның артынан эйәрҙем. Ул һаман да бер һүҙ өндәшмәгән килеш һикегә барып ултырҙы. Әлбиттә, мин уның кем икәнен аңлай башлағайным. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә ни бары йәш ярым ғына булған, шуға уны төҫмөрләмәйем дә. Тик шуныһы хәтерҙә ҡалған: атайым өйгә ингәнсе ауыл тып-тын ине. Күп тә үтмәй, ул уянғандай булды, төрлө яҡтан: "Хатип ҡайтҡан! Хатип ҡайтҡан!" - тигән ҡысҡырыуҙар ишетелә башланы. Яландан инәйем йүгереп ҡайтты, күҙ йәштәрен тыя алмайынса олатайым менән ҡарт инәйем килеп етте. Иларлыҡ та шул - һуғышҡа биш улын оҙатҡан бит улар. Шуларҙың дүртеһе иҫән-имен әйләнеп ҡайтты, тик иң кеселәре - Хикмәт кенә хәбәрһеҙ юғалған. Тиҙ арала туған-тыумаса, фронтовиктар йыйылып китте. Барыһы ла ниндәйҙер ризыҡ тотоп килә. Өй эсендә ысын мәғәнәһендә кесе һабантуй башланды...
Атайым Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1908 йылда Лағыр ауылында тыуа. 1932 йылда Йәлил Кейекбаев менән бергә Башҡортостан педагогия техникумын тамамлай. Ул ваҡытта Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Ҡыйғы районынан айырылып сыҡҡас, райондың тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй, 1941 йылдың 22 июнендә һабантуй ваҡытында, Молотовтың радио аша һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр иткән сығышын ишетеп, доброволец булып яуға китә. Һуғышты башынан аҙағына тиклем өлкән политрук, гвардия капитаны, рота командиры булып үтеп, Еңеү майында ауылға ҡайта. Түшендәге "Ҡыҙыл Йондоҙ" орденына ул - өлкән политрук - 1942 йылда лайыҡ була. Наградаға тәҡдим итеү документында был хаҡта түбәндәгеләр яҙылған: "Зуя эргәһендәге алышта ауылды алырға тигән бурыс ҡуйыла. Дошман подразделениеға көслө артиллерия-миномет һәм пулемет уты аса. Йәндүрин иптәш командирҙарҙы һәм яугирҙарҙы үҙ өлгөһөндә дәртләндереп, алға алып китә. Дошман 50 кешенән торған иҫерек һалдаттар һәм офицерҙар төркөмөн тылға үтеү өсөн урауҙан ебәрә һәм беҙҙең подразделениены ҡамауҙа ҡалдырып, юҡ итергә самалай. Йәндүрин уларҙың ниәтен аңлап ала һәм тиҙ генә ҡарар ҡабул итеп, урап үтергә тырышыусы дошмандың үҙен урап үткән төркөм ебәрә. Һөҙөмтәлә дошмандың 40 һалдаты яу яланында ятып ҡала, ҡалғандары тырым-тырағай ҡаса. Был алышта Йәндүриндың подразделениеһы тарафынан 60 самаһы фашист, өс ут нөктәһе юҡ ителә. Йәндүрин үҙе генә автоматтан 10 һалдат һәм офицерҙы үлтерә".
Атайым үҙе һуғыш тураһында һөйләргә бик яратманы. Шулай ҙа ҡайһы саҡта асылып китә ине. Бер тапҡыр ҡустыма: "Минең тағы ике орденым булырға тейеш, ләкин ҡаты яраланып, алып өлгөрмәнем", - тип әйтеп ысҡындыра. Һәм был хаҡта башҡаса һүҙ ҙә ҡуҙғатмай. Әле барлыҡ архивтар асылғас һәм интернет селтәренә документтар сығарыла башлағас, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итер алдынан Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовтың РФ Оборона министрлығының архивында эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ошо ике ордендың да яҙмышы асыҡланды. 1945 йылдың февралендә атайым II дәрәжә "Ватан һуғышы" ордены менән наградлана. Был ваҡытҡа инде ул гвардия капитаны була. Опатув ҡалаһы эргәһендәге алышта рота менән оҫта командалыҡ иткәне, уңышлы маневр һөҙөмтәһендә дошмандың оборона һыҙығына яҡын килеп, беренселәрҙән булып уларҙың траншеяһына бәреп инеп, бер нисә дошмандың башына еткәне һәм ҡул пулеметын ҡулына төшөргәне һәм алдына ҡуйылған бурысты уңышлы атҡарып сыҡҡаны өсөн ошо орденға лайыҡ була. Шул уҡ йылдың мартында I дәрәжә "Ватан һуғышы" ордены менән наградлана. Наградаға февраль айында Криптау һәм Штетель ауылдары өсөн алышта күрһәткән ҡаһарманлығы, рота менән оҫта идара итеүе, ышаныслы маневрҙар яһауы һөҙөмтәһендә алдына ҡуйылған бурысты уңышлы үтәгәне өсөн тәҡдим ителә. Әммә Яссы-Кишинев операцияһында ҡаты яраланыуы һөҙөмтәһендә ошо ордендарын алып өлгөрмәй.
Һуғыштан ҡайтҡас, атайымды Лаҡлы ауылына балалар йортона директор итеп ебәрҙеләр. Аҙаҡтан Лағыр ете йыллыҡ мәктәбенең директоры, колхоз рәйесе, пенсияға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләне. 1984 йылда вафат булды. Беҙҙең ҙур ғаиләлә, апай-һеңлеләрҙән тыш, биш егет үҫтек. Барыбыҙ ҙа Ватан алдындағы бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәнек, һәр беребеҙ өсәр йыл әрме сафында булдыҡ. Мин үҙем - ракетчик, Кариб низағына эләгеп, өс йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайттым. Атайымдың үҙе күрә һәм бер ваҡытта ла түшенә таға алмаған ошо ике ордены тураһындағы мәғлүмәтте беҙ, уның балалары, һөйөклө кешебеҙҙең беҙгә йылдар аша еткергән сәләме, тыныслыҡтың ҡәҙерен белеүҙе иҫкәрткән аманаты кеүек ҡабул иттек.

Дияс ЙӘНДҮРИН,
тарих фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 932

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru