«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИР УЛЫ
+  - 

Һөнәре буйынса - ул техник-механик. Хеҙмәт карьераһын ябай механиктан башлап, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесенең ярҙамсы-кәңәшсеһе вазифаһына тиклем үрләй. Бының шулай булыуына һис аптырарға ярамай, сөнки аралаша башлаһаң, уның милләтебеҙҙең киң эрудициялы зыялыһы булыуын тояһың. Бары тик баҫалҡылығы арҡаһында ғына уны бик белеп тә бөтмәйҙәрҙер, бәлки. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - заманында Бaшҡорт ACCP-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән билдәле шәхес, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың улы Рауил ӨМӨТБАЕВ.

Һеҙ Өфөлә тыумаһағыҙ ҙа, атайығыҙҙың эшмәкәрлеге буйынса бала саҡта баш ҡалаға күсеп килгәнһегеҙ. Үҙегеҙҙе Өфө башҡорто тип һанайһығыҙмы?

- Бала сағым, бөтөн аңлы ғүмерем Өфөлә үтһә лә, үҙемде бер ваҡытта ла Өфө гражданы итеп тойманым. Бының нимәгә бәйле икәнен дә аңлата алмайым, әммә миңә кендек ҡаным тамған Баймаҡ, атайымдың тыуған яғы - Әбйәлил районы яҡыныраҡ. Шуға мин үҙемде ҡала йәки ауыл башҡортона индермәйем, мин - башҡорт, һәм бының менән күп нәмә аңлатыла, тип кенә яуаплар инем.

Ҡалала үҫһәгеҙ ҙә, башҡорт телендә матур һөйләшәһегеҙ, ә бит һеҙ уҡыған йылдарҙа бөтөнләй башҡорт мәктәптәре лә булмаған...

- Бының өсөн мин атайыма ғүмер буйы рәхмәтлемен, сөнки өйҙә аралашыу тик башҡорт телендә генә барҙы, телем дә башҡортса асылды һәм ул ғүмергә минең туған телем булып ҡалды. Һуңынан рус телле балалар баҡсаһына йөрөргә тура килде, әммә ул минең өйрәнгән икенсе телем ине. Алты йәшемдән атайым "Башҡортостан пионеры" гәзитен алдырҙы, шул баҫманы уҡып үҫтем. Әсәйем - Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы - сығышы менән Минзәлә башҡорттарынан. Ләкин ул атайыма тормошҡа сыҡҡас, бер ваҡытта ла үҙ диалектында һөйләшмәне, саф башҡорт әҙәби телендә аралашты. Ошо туған телгә булған ихтирам, һөйөү миңә ата-әсәм ҡаны аша һеңгәндер. Һуңынан инде, үҙ аллы тормош көтә башлағас, үҙемде һынап ҡарау өсөн башҡорт телендә сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналдарҙы алдырҙым, "Ағиҙел" журналын энәһенән-ебенә тиклем уҡып сыға торғайным. Хатта ундағы ҡайһы бер мәҡәләләр оҡшамаһа ла, күңелем ятмаһа ла, уҡып бөтөргә үҙемдә көс таба инем. Шунан нимә аңланым: мейелә һәр телдең үҙенең бүлеге бар икән. Сөнки мин башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрен яҡшы белдем, инглиз телендә лә иркен һөйләшә инем. Бер телдән икенсеһенә күс-кәндә мейелә ниндәйҙер күсергес (переключатель) бар, шул күсеүҙе көйләй. Ә инде даими күнегеү булмаһа, переключатель ҡата, йәиһә күнегеү булмаһа, тән мускулдары көсһөҙләнгән кеүек, көсһөҙләнә, йомшай һәм телдәр онотола, кешенең хәтере юғала башлай, склероз барлыҡҡа килә. Бөгөн ҡала мәктәптәрендә генә түгел, ауылдарҙа ла башҡортса уҡытыу бөтөп бара. Ҡалаларҙа башҡа милләттәр башҡорт теле икенсе телдәрҙе уҡытыу ваҡытын ала, тигән төрлө сығыштар йыш ишетелә. Мейелә һәр тел өсөн айырым бүлек бар икән, кешенең телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге лә сикһеҙ һәм һәр кеше үҙ телен яҡшы белһен өсөн ул даими рәүештә күберәк башҡортса китапмы, гәзит-журналмы уҡырға һәм башҡортса аралашырға тейеш.

Үҙемде Өфө гражданы итеп тоймайым, тиһәгеҙ ҙә, баш ҡаланың ниндәй урыны күңелегеҙгә яҡын?

- Иҫке Өфө тип аталған район заманса ҡалаға ҡарағанда яҡыныраҡ. Унда ысын тарих йәшәй, һәр йорт үҙендә тарих һаҡлай. Ләкин ҙур ҡатлы йорттар төҙөлөшө ошо тарихты яйлап юҡҡа сығара бара. Ә бит тарихи, архитектура, мәҙәни һәйкәлдәр һаҡланырға тейеш һәм уларҙы законһыҙ рәүештә бер кем дә юҡҡа сығара алмай. Юҡҡа сығара икән, был инде енәйәт. Шулай уҡ һәйкәлдәрҙе лә, ниндәйҙер ҡарар булмай тороп, урынынан күсереү, йөҙөн үҙгәртеү законға һыймаған эш. Ә беҙҙә тоттолар ҙа Цюрупа һәйкәлен 50 метрға шылдырып ҡуйҙылар, Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәйкәле лә МВД мәктәбенә "сәфәр" йөрөп ҡайтты. Элек Салауат Юлаев исемендәге баҡсала батырҙың бюсы ултыра торғайны. Вандалдар уны алып ташлағандан һуң, етәкселек кире ултыртырға йөрьәт итмәне. Ярай әле уны һуңынан Янғантау шифаханаһына алып барып ҡуйҙылар. Шулай уҡ Ленин скверындағы Ленин һәйкәлен реставрацияға тип алдылар ҙа, бөтөнләй икенсе төҫлө һәйкәл ултырттылар. Хәҙер батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле лә йәшелләнгән, ә бит ул ҡара була торғайны...
Ошо тарихи һәйкәлдәр һәм ҡомартҡыларға һаҡсыл булырға кәрәк ине, сөнки баш ҡалалбыҙҙы яратайыҡ, тип һөйләйбеҙ икән, тарихыбыҙҙы ла емереп бөтөргә ярамай, уны ла һаҡларға кәрәк.

Башҡортостандың баш ҡалаһы уның республикаға исем биргән халыҡтың төп төйәге икәнен күрһәтеп торһон өсөн, һеҙҙеңсә, нимә эшләргә кәрәк?

- Бөгөн, үткәндәр менән сағыштырып ҡарап, әлбиттә, уңыштар бар, тип ҡыуанабыҙ. Шул уҡ ваҡытта күп эштәребеҙ пародия кеүек кенә килеп сыға. Мәҫәлән, терминология комиссияларының төп эше - атамаларҙың йәки алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын тикшереү. Ә бит башҡорт теле дәүләт теле тип беренсе тапҡыр иғлан ителгән замандарҙа ла, унан һуң да ундай комиссиялар булған. Атайым һөйлә-үенсә, улар хатта водород, кислород һүҙҙәренең дә башҡортса атамаларын тапҡан, уйлап сығарған. Хәҙер иһә, интернациональ һүҙ, тибеҙ ҙә, телебеҙҙе тағы ла нығыраҡ сүпләйбеҙ. Үҙебеҙ уларҙың башҡортса атамаһын таба алмайбыҙ икән, башҡа төрки телдәрҙән алып торорға ла мөмкин бит. Икенсенән, башҡорт шәхестәренең исемен йөрөткән урамдар юҡ кимәлендә, тиер инем. Булғандарын һанарға ла ни бары ҡул бармаҡтары етер, моғайын. Ә һуңғы йылдарҙа ундай исемдәр Өфө эргәһендәге ауылдарҙағы берәй урамға ғына бирелә башланы. Өфө ҡала Советы депутаттары башҡорт шәхестәренең кем икәнен дә белмәй ултырғанлыҡтан шулай килеп сыға ул.
Һәм иң мөһиме - башҡорт телен дәүләт кимәлендә һанға һуҡмау. Башҡорт теле дәүләт теле статусын алғандан башлап баш ҡалала үткән берәй рәсми сараның, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, Хөкүмәт сараларының йәки Башлыҡ ҡатнашҡан сараларҙа яңылыш булһа ла башҡортса алып барыламы йәки берәйһе башҡортса һорау бирәме? Хатта райондарҙа хакимиәт көндәрен үткәргәндә ауылдарға сыҡҡан вәкилдәр йә тик башҡа милләттән була, йә улар башҡортса һөйләшеү кимәлендә лә телде белмәй. Ә бит законда ғына түгел, рәсми органдарҙың регламентында ла ултырыштар һәм башҡа саралар ике дәүләт телдәрендә алып барыла, тиелгән. Бер телдә генә алып барыу - был үҙе үк ҡанун боҙоу, енәйәт булып тора. Ә ни өсөн телдең баһаһы юҡ, сөнки уға ихтыяж юҡ. Әгәр властың закон сығарыу һәм башҡарма органдарында ишектән килеп инеү менән башҡортса белгән хоҡуҡ һаҡсылары, етәкселәрҙең ҡабул итеү бүлмәһендә башҡортса белгән секретаршалар ултырыу, власть вәкилдәренә башҡорт телен белеү мотлаҡ талап булһа, хәл үҙенән-үҙе үҙгәрер ине. Халыҡ, йәмәғәтселек кенә бында бер нәмә лә үҙгәртә алмай, власть кимәлендә телдең абруйын күтәрергә кәрәк.

Тормошоғоҙҙа билдәле кешенең балаһы булыу ярҙам иттеме, әллә ҡамасауланымы? Сөнки хәҙер билдәле кешеләрҙең балалары һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәй...

- Дөрөҫөн әйткәндә, ныҡ ҡамасауланы. Хатта институт тамамлағас, аспирантураға ҡалыу хыялым бар ине, ләкин фамилияма ҡарап, юлды яптылар. Әгәр ошо йәш, энергиялы ваҡытта юлымды быумаһалар, бөгөн яҙмышым, бәлки, икенсе төрлөрәк тә булыр ине, бәлки, ғалим да булып китер инем, сөнки Өфө нефть-техник институтын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса кафедрала эшкә ҡалдым, производствола ҡулланылырға тейешле бик күп рационализаторлыҡ асыштар эшләнем, уларға патенттар алдым, әммә улар тормошҡа ашырылманы һәм аспирантураға ла юл ябылғас, производствоға китергә мәжбүр булдым. Икенсе яҡтан, атайымдың абруйын һаҡлап, һәр аҙымымды үлсәп баҫырға, һәр һүҙемде уйлап әйтергә тырыштым. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа күңелгә ятмаған эште лә башҡарырға тура килде.

Уның ҡарауы, техник фәндәр белгесе ҡапыл ғына журналистикаға килде һәм һеҙҙе күптәр "Башинформ"да эшләгәнегеҙҙән белә. Ҡәләм тирбәтеү һәр кемгә лә бирелмәй, моғайын, был һәләтегеҙ атайығыҙҙан күскәндер...

- Бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә атайым - ысын ижадсы ине, уның һүрәтләү саралары көслө. Ә миндә, техник булараҡ, логика, аналитика көслө, тип уйлайым Шулай ҙа яҙышыу миңә атайымдың ҡулъяҙмаларын рәтләп, уларҙы баҫтырып, нәшер итеү мөмкинлеген асты. Үҙе вафат булғандан һуң уның 5 китабын сығарҙым, әле З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә 17 хикәйәнән торған тупланма ята. Алла бойорһа, мөмкин булған тиклем атайымдың архивын халыҡҡа еткерермен, тип уйлайым.

Шулай итеп...
Бөйөк Еңеү байрамы яҡынлашыуы уңайынан яугир улына, атайығыҙ һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша инеме, тигән һорау бирҙем. Яуап иһә хатта киноларҙа ла тулыһынса сағылыш тапмаған ҡот осҡос мәхшәрҙе тиҙерәк онотоп, яңы тормош төҙөргә, киләсәкте хәстәрләргә тырышҡан быуынды күҙ алдына баҫтырҙы: "Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҫкән ваҡытта бөтөн етәксе урында, хатта мәктәп директорҙары ла, уҡытыусылар ҙа күбеһенсә кисәге фронтовиктар ине. Улар бергә йыйылһа, бер ваҡытта ла һуғыш тураһында һөйләшмәне, киреһенсә, ниндәй проблемалар бар, уларҙы нисек хәл итеү юлдарын эҙләне. Ҡайһы берҙә йырлашып-бейешеп тә алалар ине. Әммә һуғыш тураһында һөйләшкәндәрен бер тапҡыр ҙа ишеткәнем булманы. Минеңсә, кем ысын һуғышты күргән, улар ул турала хатта хәтергә алырға ла теләмәгәндер". Бәлки, был уларҙың, нимә тураһында күберәк уйлайһың, һөйләйһең, шул алдыңа килә, тигән хәҡиҡәтте аңлауы булғандыр...

Шәрифә САЛАУАТОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 887

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru