«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОҘАҠ ҺАҠЛАНЫР ХӘТИРӘ
+  - 

Бер быуат элек булған тарихи ваҡиғаларға бөгөнгө көндән ҡарап, ниндәйҙер баһа биреү, тегеләр хаҡ булған, былар яңылышҡан, тип уйлауы еңел ул. Шуға ла мин тарихи фильмдарҙы бик яратмайым. Дөрөҫөрәге, кино төшөрөүселәрҙең үлсәүҙең бер яғында ятҡан әйберҙе икенсе яғына күсереп һалырға ынтылыштары күңелемә ятып бөтмәй ине. Режиссер Булат Йосоповтоң "Бабич" фильмы был йәһәттән ҡараштарымды үҙгәртте.

Тарихи фильмдарҙың тағы ла бер сәйер үҙенсәлеге бар: улар тарихты дөрөҫкә, ялғанға телгеләргә ярата. Шартлы рәүештә әйтһәң, мәҫәлән, аҡтарҙы "ағарта", йәки ҡыҙылдарҙы бит ҡыҙартырға мәжбүр итә, йәшелдәрҙе йәшел төҫкә ингәнсе оялтырға маташа һәм бөтөн ерҙә лә көрәндәрҙе эҙләй. Тарих уҡытыусым Миңлеғәле Бисенғәли улы һәр ваҡыт "Тарих - ул бер дөрөҫлөк һыҙығынан ғына бара алмай. Ундағы ваҡиғаларға бер кеше күҙлегенән генә ҡарарға ярамай", тип әйтә торғайны. Ысынлап та, Петр Беренсене Европаға "тәҙрә" уйыуы өсөн ихтирам итмәү мөмкин түгел, әммә Петербург урамдарында аҫылған йөҙәрләгән кеше өсөн ихтирам итеп булмай. Ленинды фәҡирлекте бөтөрөргә ынтылыуы өсөн ихтирам итергә була, әммә фәҡирлек юҡҡа сыҡмай, хәлле крәҫтиәндәр, бай сауҙагәрҙәр класы юғалыу сәбәпле, кемдең нығыраҡ ярлы икәне лә күренмәй, улар барыһы ла бер тигеҙ була. Илде тергеҙеү осоронда күпме кеше һәләк була - былар өсөн беҙ Ленинды маҡтай алмайбыҙ. Уның да, беҙҙең дә Гитлерға ҡарата альтернативалы фекеребеҙ булманы. Хәйер, Гитлерҙан һуң тарихта уның кеүек, хатта унан да ҡанһыҙыраҡ "гитлерҙар" булды, Рәсәй уларҙы күрмәне лә кеүек.
"Бабич" фильмы ла миндә ҡапма-ҡаршы тойғолар уятыр, тип шикләнгәйнем. Булат Йосопов коллегалары менән беҙгә йә шағир Бабичты, йә революционер Бабичты, йә журналист Бабичты ғына күрһәтер, тип уйлағайным. Кинола шул осор тарихының кемдер өсөн уңайлы һәм файҙалы булған өлөшө генә күрһәтелер, тигән шиктәр ҙә булды. Бушҡа хәүефләнгәнмен. Ул осорҙо фильмды төшөрөүселәр боҙмай. Фильмда кинәйәләр ҙә, ярым кинәйәләр ҙә, тураһын бәреп әйтеү ҙә бар, әммә ваҡиғаларҙы яңылыш һүрәтләү юҡ.
Фильмдың бик аҙ ғына сығымдарға төшөрөлөүе лә мөғжизә. Кино оҙаҡ ҡына бара, был дөрөҫ тә, ваҡытты кәметеү өсөн ниндәйҙер шәхес йәки ваҡиғаны "ҡорбанға" килтерергә кәрәк булыр ине. Әхмәтзәки Вәлидиҙе Башҡорт автономияһынан нисек ситтә ҡалдыраһың! Тамашасы был осраҡта ул осорҙо тулы килеш тоя алмаҫ ине. Ваҡиғаларҙың тиҙлегенә өйрәнеүе ауыр, барыһы ла Бабичтың ғүмере кеүек, ҙур тиҙлектә бара. Бабич вәхшиҙәрсә үлтерелә. Экранда быны күрһәтеү мөмкин булмаҫын ижади коллектив аңлаған, күрәһең. Шуға ла беҙ Шәйехзада менән Әбделхайҙың Йылайырҙа үлтерелеү сәхнәһен күрмәнек. Шулай итеп, Бабич 24 йәшендә һәләк була. Был фильмды барыһы ла ҡарарға тейеш, тип уйлайым.

Руслан ЙОСОПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 1108

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru