«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР МИЛЛӘТТЕҢ ЙОЛА-ТРАДИЦИЯЛАРЫНДА СОЦИАЛЬ ТИГЕҘЛЕК, СОЦИАЛИЗМ ЙӘШӘЙ
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр, Рәсәй Тәбиғи Фәндәр, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академиялары академигы, философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнил Сәйет улы ФӘЙЗУЛЛИНдың вазифаларын, өлгәшкән уңыштарын, ғилми хеҙмәттәрен һанай башлаһаң, айырым мәҡәлә яҙырға кәрәк булыр ине. Әлегә, ғалим булараҡ, уның төп тикшеренеү йүнәлештәрен генә һанап үтәйек: социаль философия, социология, социаль һәм демографик структура, ижтимағи мөнәсәбәттәр системаһы, этносоциология, ҡала һәм социаль-иҡтисади процестар идаралыҡ социологияһы. Ул 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 50-нән ашыу монография авторы. Фәнил Сәйет улының тағы ла бер күркәм сифаты бар: уның менән барлыҡ темаларға ла әңгәмәләшеп, һөйләшеп була. Ул кешелекте, йәмғиәтте, милләтте борсоған барлыҡ проблемаларға ла битараф түгел, һәр йәһәттән үҙенең аныҡ позицияһы, ғилми концепцияһы бар. Был юлы уның менән әңгәмәбеҙ иҡтисади көрсөк темаһынан башланып китте.

Фәнил Сәйет улы, һуңғы йылдарҙа донъяла, бигерәк тә Рәсәйҙәге иҡтисади көрсөк, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре хаҡында бик күп һөйләйҙәр. Әммә был осраҡта барыһы ла тиерлек көрсөктөң сәбәптәрен ситтә йә булмаһа иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҙендә күрергә тырыша. Бына һеҙҙең ҡарамаҡҡа нилектән килеп сыҡты бындай күренеш?

- Мин был хаҡта оҙайлы анализ яһағандан һуң шундай һығымтаға килдем: иҡтисади көрсөктөң нигеҙендә иҡтисад йә баҙар мөнәсәбәттәре генә түгел, ә ижтимағи мөнәсәбәттәр бәрелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡиммәттәр системаһы көрсөгө ята. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, ул кеше тәртибен, милләт мәҙәниәтен көйләгән идеалдар, рухиәт көрсөгө. Кеше йә булмаһа айырым социаль төркөм ҡасан да булһа килеп үҙенең ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш, көрсөк был осраҡта кешенең, йәмғиәттең үҙе яһаған хаталары өсөн алған язаһы булып тора. Тап ошо хәҡиҡәтте аңламауыбыҙ арҡаһында беҙ һаман да көрсөктән сыға алмайбыҙ булһа кәрәк.

Айырым халыҡтар, милләттәр был осраҡта нимә эшләй ала тип уйлайһығыҙ?

- Көрсөк бөтә халыҡтарҙың да бәләһе булғас, уртаҡ маҡсатта халыҡтар берләшергә, берҙәм идеяһын барлыҡҡа килтерергә бурыслы. Милләттәр бер-береһенән алыҫлашҡан һайын көрсөк тә көсәйә барасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡтар бер йоҙроҡҡа туплана алыуы һөҙөмтәһендә еңеп сыҡты. Һуғыш мәлендә трагик юғалтыуҙар, емерелеүҙәр кисереүгә ҡарамаҫтан, беҙ Бөйөк Еңеүҙән һуң өс йыл эсендә, 1948 йылда уҡ илебеҙ иҡтисадын 1940 йылғы кимәлгә күтәрә алдыҡ. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙ һуңғы 27 йыл эсендә иҡтисадта үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары кимәленә күтәрелә алғаныбыҙ юҡ. Шуға күрә, хәҙерге стратегик маҡсаттар, үҫеш перспективалары билдәләнгән саҡта был фактор иҫәпкә алынырға тейеш. Тик сеймал һатып ҡына цивилизациялы ил төҙөп булмай. Үҫешкән технология тик юғары интеллект, юғары рухиәт нигеҙендә генә барлыҡҡа килә ала.

Киң билдәле фильмда бөйөк комбинатор Остап Бендер: "Көнбайыш беҙгә ярҙам итәсәк!" - тип әйтә. Батшаның, ситтән килгән байҙың ярлыларға ярҙам итеүе хаҡында ҡайһы бер халыҡтарҙың фольклор әҫәрҙәрендә лә әйтелә. Беҙ һаман да кемгәлер ышанып, кемдер килеп беҙгә ярҙам итер, тип өмөтләнеп көтөп тик ятабыҙ. Ситтән килгән байҙы беҙҙә заманса инвестор тип атайҙар. Һеҙ инвестициялар ярҙамында ғына иҡтисадты үҫтереп булырына ышанаһығыҙмы?

- Инвестиция ҡул һуҙып хәйер һорап йөрөүсене лә хәтерләтә. Әлбиттә, инвесторҙың беҙгә ярҙам итеүе ихтимал, әммә ул ғына түгел, беҙгә үҙебеҙҙең социаль, тәбиғи потенциалды үҫтереү һәм файҙаланыу зарури. Беҙҙең стратегия тап ошо факторҙар нигеҙендә ҡоролорға тейеш. Башҡортостандың юғары техник белемле, талантлы һәм егәрле йәштәре үҙебеҙҙә эш таба алмайынса, башҡа төбәктәргә китә. Илебеҙҙең барлыҡ газ, нефть табыу тармаҡтарында эшләүсе төп көстө улар тәшкил итә. Ул төбәктәрҙә беҙҙең 100 мең самаһы белгестәребеҙ хеҙмәт итә. Улар йәштәребеҙҙең иң эшлекле, иң егәрле өлөшөн тәшкил итә, күбеһе үҙебеҙҙең нефть, авиация университеттарын тамамлаған кешеләр.

Ҡайһы ерҙә хеҙмәт урыны, эш бар, шунда тормош алға бара. Был - аксиома. Хәҙерге ваҡытта эшһеҙлек арҡаһында иң беренсе нәүбәттә ауылдарыбыҙ ыҙа сигә. Ауыл хужалығын үҫтереүҙең ниндәй перспективаларын күрәһегеҙ? Күптәр, мәҫәлән, ауылда йәшәүселәр ҡалаға күсеп килергә тейеш, тип иҫәпләй. Мин бындай тәҡдим менән тулыһынса ризалашмайым. Сөнки ауыл - ул халыҡтың, милләттең тел, рух мөхитен барлыҡҡа килтереүсе урын бит.

- Беҙҙең халыҡтың 70 процент самаһы ауылда йәшәй икән, ауыл хужалығын үҫтереү милләтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү проблемаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. "Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй" тигән һымаҡ, унда-бында берәм-һәрәм генә эшмәкәрлек иткән фермерҙарға таянып ҡына ауылды һаҡлап ҡалып булмаясаҡ. Донъяның юғары цивилизациялы илдәрендәге һымаҡ, эре агросәнәғәт комплекстары төҙөп кенә быға өлгәшергә мөмкин. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ер бер ваҡытта ла шәхси милек булып һаналмаған. Был хатта илебеҙ тәбиғәтенең, һауа торошоноң тотороҡло булмауы менән бәйле. Шартлы рәүештә алғанда, ауылдың ике яғында ике көтөүлөк бар икән, ти. Шул уҡ ауылдың бер яғында бер йылда ямғыр яуһа, икенсе яғында ҡоролоҡ күҙәтелһә, ауыл көтөүе үлән үҫкән яғында йөрөй ала. Был осраҡта көтөүлектәр шәхси милек иҫәпләнһә, көтөү юҡҡа сығырға тейеш була. Хәҙерге ваҡытта тырышып-тырышып ерҙәрҙе һатыуҙың нимәгә алып килере көн кеүек асыҡ.

Йәштәрҙең күпләп ауылдарҙан ҡалаларға, сит өлкәләргә, сит илдәргә китеүе хәҙер нормаға әүерелде. Ауылдар йылдам рәүештә бәләкәйләнә, мәктәптәр ябыла, ғаиләләр тарҡала, ситкә китеүсе ғаиләләрҙәге балалар башҡа тел, башҡа рухиәт, башҡа мәҙәниәт мөхитенә барып эләгә һ.б.

- Был йәһәттән бер генә миҫал килтереп үткем килә. Мин йәш саҡта Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда Вильнюстан килтерелгән колбаса алып ҡайта торғайным. Бик тәмле, туҡлыҡлы ине улар. Күптән түгел бер конференцияла Литва ғалимдары менән осрашырға тура килде. Улар күҙ йәштәрен сығарып, үҙ хәлдәре хаҡында һөйләне. Улар хәҙер үҙҙәрен-үҙҙәре туҡландыра алмай, сөнки бөгөн бер нисә генә агросәнәғәт комплексы тороп ҡалған. Улар хатта һөт менән картуфты Беларустан барып һатып ала икән. Иҡтисадтары емерелеүенең төп сәбәбе - бер миллиондан ашыу йәштәренең сит илдәргә китеп бөтөүендә. Уларҙың фекеренсә, был йәштәр Литваға мәңге әйләнеп ҡайтмаясаҡ.

Йәштәрҙең күпләп ситкә китеүе киләсәктә милли кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Шулай түгелме? Беҙҙә, мәҫәлән, шундай тенденция ла күҙәтелә: беҙҙекеләр күпләп ситкә китә, уларҙың урынын ситтән килеүселәр яулай. Ҡайһы ваҡыт шулай уйларға ла тура килә: беҙҙең тик батырлыҡҡа ғына хоҡуғыбыҙ бармы ни?

- Был мәсьәләгә тарихи яҡтан ҡарау ҙа мөһим. Рәсәй тип аталған оло ватаныбыҙҙы һаҡлауҙа оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорттар. Башҡорт батырҙарының нимәгә һәләтле булыуын хатта Наполеон да белгән һәм әлегәсә һаҡланып ҡалған яҙмалар буйынса ул Рәсәй батшалығына яугир башҡорттарҙы төрөктәр менән бәйле проблемаларын хәл итеүҙә файҙаланырға тәҡдим иткән. Башҡорт кавалерия дивизияһында 78 Советтар Союзы Геройы барлығын, башҡа хәрби подразделениеларҙа шунсама геройҙарҙың булмағанлығы хаҡында хәҙерге башҡорттарҙың барыһы ла беләме? Белгән хәлдә лә, бының менән ғорурланамы? Рәсәйҙәге аҙ һанлы халыҡтар араһынан ҡайһы халыҡ шул уҡ Наполеонға ҡаршы 28 полк төҙөп ҡаршы бара алған? Дөрөҫ әйтәһең, Әхмәр, батырлыҡҡа хоҡуғыбыҙ булған һымаҡ, үҙ милли кадрҙарыбыҙҙы үҫтереүгә лә хоҡуғыбыҙ бар. Беҙҙең бына тигән егет-ҡыҙҙарыбыҙ сит ерҙәрҙә, сит илдәрҙә йөрөй. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ үҫешендә улар ҙур роль уйнай алыр ине. Ун йыл элегерәк миңә Алыҫ Көнсығышта булырға тура килде. Шунда эре алтын табыу предприятиеһында эшләүсе ҡайһы бер етәкселәр менән осраштым. Улар араһында Баймаҡтан сыҡҡан бер башҡорт егете: "Мин үҙебеҙҙең яҡта йүнле эш таба алманым. Хәҙер бында ҙур предприятие етәксеһе булып торам", - тип һөйләне. Беҙ ана шундай егәрле егеттәребеҙҙе үҙебеҙҙең республика мәнфәғәтенә егеп эшләтә алырлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырырға бурыслыбыҙ.

Һеҙҙең иң башта иҡтисади көрсөктөң сәбәптәренә бәйле килтергән дәлилдәрегеҙҙән сығып, шундай һығымта яһарға мөмкинме: һәр бер милләттең йола-традициялары уның социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итә икән, һәр халыҡтың, һәр милләттең үҙендә йәшәй социаль ғәҙеллек. Миҫалға Чечен Республикаһын алайыҡ. Унда милли һәм дини традициялар һаҡланыуы һөҙөмтәһендә балалар һәм ҡарттар йорттары юҡ. Был фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

- Беҙ, ғөмүмән, һуңғы ваҡытта йола-традициялар тураһында һөйләшмәйбеҙ ҙә һымаҡ. Хәҙер хатта киң матбуғат сараларында тәрбиә хаҡында мәҡәләләр табып булмай. Малаховтың "Һөйләһендәр, әйҙә!" шоу программаһы кешенең етешһеҙ яҡтарын, негативты күрһәтеүгә, өйҙәрҙән, ғаиләләрҙән сүп-сарҙы ситкә сығарыуға ҡоролған. Сит илдәрҙә булған саҡта ла шуға иғтибар иттем: ул программалар ситтә иң популяр булып иҫәпләнә, йәғни бөгөн донъя тамашасыһы нәҡ шул тапшырыуҙар аша Рәсәйҙәге тормош хаҡында фекер йөрөтә.
Минең аспиранттарым балалар йорттары һәм патронат ғаиләләр хаҡында ғилми хеҙмәт яҙҙы. Үкенескә күрә, патронат ғаиләләр араһында йәшәү шарттары һәм интеллектуаль кимәле юғары булғандары бик аҙ. Күп ғаиләләр үҙҙәренең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу маҡсатында күпләп балалар ала. Улар араһында изге теләк менән унар бала алғандары ла күп.

Шул уҡ ваҡытта милли йола-традициялар дини йола-традициялар менән дә тығыҙ бәйле. Әммә һуңғы ваҡытта йәштәрҙең күпләп дингә килеүе тағы ла бер проблеманы барлыҡҡа килтерҙе: ул да булһа, йәштәрҙең төрлө секталар йоғонтоһона бирелеүе.

- Минеңсә, Ислам дине башҡа диндәргә ҡарағанда милли традициялар менән нығыраҡ бәйләнгән. Әйтәйек, Тажикстанға, Үзбәкстанға ҡарағанда Башҡортостанда дини традициялар милли традициялар менән нығыраҡ бәйле, хатта уларҙың органик бәйлелеге һәм үҫеше күҙәтелә. Беҙ диндең кешеләр араһында социаль тигеҙлек булдыра торған яҡтарын күберәк үҫтерергә тейешбеҙ. Күптән түгел бер конференцияла ошо проблемалар буйынса шөғөл-ләнгән фән эшмәкәре бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. Баҡтиһәң, ИГИЛ-да йөрөүселәрҙең 90 проценты намаҙ уҡыуҙың нимә икәнен дә белмәй икән. Кеше үлтереү традицияһы Ҡөрьәндә юҡ икән, ИГИЛ-дың Ислам менән бәйләнеше лә юҡ. Беҙҙә хатта йыһат һүҙен дә дөрөҫ тәржемә итмәйҙәр. Йыһат - ул бер халыҡты икенсе халыҡҡа ҡаршы һуғышҡа әйҙәү түгел, ә кешенең үҙ етешһеҙлектәренән баш тартыуын, шуларҙан ҡотолорға йүнәлтелгән хәрәкәтте аңлата. Ислам тыныс йәшәүгә саҡыра торған дин. Минеңсә, дини юлға килгәндә яңылышмаҫ өсөн тарихи факторға таянырға, атай-олатайҙарың тарафынан һыналған юлды һайлау иң дөрөҫөлөр. Зәйнулла ишан Рәсүлев эшмәкәрлегенә бәйле йөҙ йыл элек булып үткән ваҡиғалар шул хаҡта һөйләй: беҙҙең атай-олатайҙар дини һәм милли йола-традициялар берлегендә генә яңылыш аҙымдар яһауҙан ҡотола алған.

"Рәсәй милләте" тигән идеяға ҡарашығыҙ нисек?

- Был ҙур сәйәси хата. Рәсәй Америка Ҡушма Штаттары түгел. Америка халҡы ҡаҙанда ҡайнатылған "ассортины" тәшкил итһә, Рәсәйҙәге халыҡтарҙың һәр береһе үҙенең тыуған ерендә, тарихи ватанында йәшәй. Тап ошонан сығып, Рәсәйҙең сәйәсәте ҡоролорға тейеш. Беҙҙең закондар Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә ҡоролһа ғына, идеаль йәмғиәт килеп сығасаҡ. Минеңсә, "Рәсәй милләте" тигән һүҙбәйләнеш ул гражданлыҡты билдәләй торған төшөнсә. Милләт төшөнсәһе иһә этнос үҫешенең иң юғары баҫҡысын тәшкил итә. Мостай Кәрим "Рус түгелмен, ләкин россиянмын" тип милләт менән гражданлыҡ төшөнсәләренә аныҡлыҡ индереп китте бит инде. Был шиғыр юлдарында ул бер үк ваҡытта үҙенең рус милләтенән түгеллеген, шул уҡ ваҡытта Рәсәй гражданы булыуын таный. Совет осоронда уҡ кесе улым "Правда" гәзитен иҙәнгә йәйеп ебәреп, ундағы Политбюро ағзаларының фотоларына күрһәтеп: "Атай, ниңә былар араһында башҡорттар юҡ ул?"- тип һорағайны. Хатта ул саҡта Коммунистар партияһы барлыҡ проблемаларҙың хәл ителешен ныҡлы контроль аҫтында тотҡан саҡта ла ошо хәлдәргә юл ҡуйылған икән, хәҙерге заманға ҡарата ни әйтәһең инде? Беҙгә хәҙер интернационализм төшөнсәһен һүҙлегебеҙгә кире ҡайтарырға кәрәк. Хатта Рәсәй батшалығында был факторға иғтибар булған. Беҙгә губернатор итеп ебәрелгән кешеләр урындағы халыҡтың тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, телен өйрәнергә, белергә тейеш булған. Беҙ тарихыбыҙҙың күп кенә мәғлүмәттәрен тап губернаторҙар яҙмалары буйынса өйрәнәбеҙ. Республикаларҙа эшләүсе төрлө кимәлдәге етәкселәр ике дәүләт телен дә белергә бурыслы. Ә беҙҙә күберәк урыҫ теле менән инглиз телен беләләр. Беҙҙә һуңғы йылдарҙа Рәсәй, донъя кимәлендәге форумдар, конференциялар үтеп тора. Уларҙа һис юғы башҡортса синхрон тәржемәләр булырға тейеш. Бындай тәржемәләр беҙҙең театрҙарҙа ғына эшләй. Башҡортостанда дәүләт теле икәү икән, икеһе лә мәктәптәрҙә уҡытылырға тейеш. Был - закон, ә закон үтәлһә генә ул закон була ала. Әгәр ҙә инде уны тормошҡа ашырыу кешенең теләгенә генә ҡоролһа, был урында анархия башлана. Беҙҙә иһә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү инглиз телен өйрәнеүгә ҡарағанда хөртөрәк ҡуйылған. Беҙҙә Бангладештан бер аспирант уҡый. Ул минең менән башҡортса һин дә мин һөйләшә. Ул үҙенең туған телен, инглиз, француз, урыҫ, башҡорт телдәрен белә. Төп халыҡтың телен белеү бер кешене лә кәмһетмәй, уның ошо халыҡ алдында абруйын ғына күтәрә. Минең урыҫ дуҫтарым араһында башҡортса һөйләшкәндәр бик күп.

Быйыл Октябрь инҡилабына 100 йыл тула, ике йылдан республикабыҙ үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо ике ваҡиғанан сығып, быуатлыҡ үткәнебеҙгә үҙ баһабыҙҙы бирергә лә тейешбеҙ. Октябрь инҡилабы беҙгә нимә бирҙе, уның ыңғай һәм кире яҡтары нимәгә ҡайтып ҡала, тип иҫәпләйһегеҙ?

- Был инҡилабтың кире яҡтары хаҡында күп һөйләнелде, күп яҙылды, мин ыңғай яҡтарына туҡталам. Илебеҙ иҡтисады, уның халҡы шундай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары уңыштарға өлгәшә алыр инеме? Беҙ шул нисә йыл эсендә иң цивилизациялы илдәрҙең береһенә әүерелдек. Быны инде Бөйөк Ватан һуғышы күрһәтте. Илебеҙҙең иҡтисади яҡтан үҫеше халыҡтарҙың берләшеүенә килтерҙе. Әлбиттә, хаталарыбыҙ ҙа күп булды, әммә улар күберәк инҡилабта ҡатнашыусыларҙың субъектив хаталары менән бәйле.

Шул уҡ ваҡытта Октябрь революцияһы емерелеүгә дусар булған Рәсәй империяһының федерацияға әйләнеүенә булышлыҡ итте.

- Башҡорттар урыҫтар менән бергә Рәсәй Федерацияһының нигеҙ таштарын һалған халыҡ. Иван Грозный ваҡытында ла башҡорттар Рәсәй батшалығы менән килешеү төҙөгән. Әйтергә кәрәк, федерацияға нигеҙ шул саҡта уҡ һалына. Автономияны беҙ Октябрь революцияһына тиклем үк төҙөгәнбеҙ.

Октябрь революцияһы социализм төҙөнө. Шул уҡ социализм, алда әйткәнебеҙсә, милләттәрҙең йәшәү принциптарында бар ине. Әле йөҙ йыл үтеп, социалистик ҡоролош емерелгәс, беҙ революцияға тиклемге йылдарға кире әйләнеп ҡайттыҡ. Шулай булғас, Октябрь революцияһы кәрәк инеме икән?

- Социалистик ҡоролош Ҡөрьәндә, Библияла яҙылған принциптарҙы тормошҡа ашырыу ҙа булып тора. Әйтәйек, азатлыҡ, тигеҙлек, ғәҙеллек, изгелек принциптары диндә лә, социалистик идеологияла ла бар. Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡи принциптарының ҡайһыһы насар ине һуң? Беҙ ниңә шуны онотабыҙ?

Философияла "Берҙәмлек һәм дәғүәләшеү законы" бар. Хәҙерге заман башҡорто һәр яҡтан да алға киткән башҡалар кеүек йәшәү шарттары тыуҙырып йәшәйем, тиһә, ниндәйҙер кимәлдә халҡының әхлаҡи принциптарына ҡаршы килергә тейеш булып сыға. Сөнки, билдәле булыуынса, хәҙерге ваҡытта ғәҙел юл менән бай булыу мөмкин түгел. Бында шундай дилемма килеп сыға: тик тарихи принциптарға таянып, әхлаҡи яҡтан таҙа йәшәп тә булмай, шул уҡ ваҡытта замандан артта ҡалып та булмай. Бында алтын урталыҡ табып буламы?

- Нишләп булмаһын ти, табырға була. Миҫалға Японияны ғына алайыҡ. Был илдең донъя кимәлендәге ниндәй уңыштары булһа, уларҙың барыһы ла япондарҙың милли һыҙатына ҡулайлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта Японияла ла, Ҡытайҙа ла халыҡ традициялар нигеҙендә йәшәй. Улар интернациональ традициялар менән үҙҙәренең милли традицияларының органик берҙәмлеген, синтезын табыуға өлгәшкән. Беҙ иһә Европаға һәм көнбайышҡа ҡарап йәшәп, үҙебеҙҙең көнсығыш традицияларыбыҙҙы юғалтабыҙ. Бер саҡ Японияға барып иҫтәрем китеп ҡайттым. Уларҙа шулай: әгәр ҙә һинең балаң һин төҙөгән фирмала эшләмәһә, был япондар өсөн милли трагедияға тиң ваҡиға.

Гәзит уҡыусының философия фәндәре докторы, профессор Фәнил Сәйет улы Фәйзуллиндың иң тығыҙ эш көнө нисек үткәнен белгеһе киләлер.

- Етенсе яртыла торам. Ашап алғас, һигеҙенсе яртыға фитнес клубҡа барып инәм. Был клубта аҙнаһына өс тапҡыр булам. Клубта тренажер залында шөғөлләнәм, бассейнда йөҙәм, саунала булам, душта ҡойонам. Шунан сәғәт туғыҙҙар тирәһенә эшкә барып етәм. Күберәк докторанттар, аспиранттар менән эшләйем. Үҙ ғүмеремдә барлығы 150-ләп фән кандидаты, 30-лаған профессор, докторҙар әҙерләнем. Көн һайын тиерлек Башҡортостан Фәндәр академияһына барырға тура килә. Академияла фән работниктары, ғалимдар менән осрашам, төрлө программалар өҫтөндә эшләйбеҙ. Рәсәй гуманитар фонды эксперты булараҡ та эш алып барырға тура килә. Ғилми советта ҡатнашам. Философия, социология фәндәре буйынса диссертация советтары ағзаһы булып торғас, унда ла ҡатнашам. Советҡа килгән һәр бер диссертация эше менән танышып сығып, үҙеңдең фекереңде тыуҙырырға кәрәк. Ул хеҙмәттәргә рецензиялар яҙырға ла ваҡыт табаһың. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә диссертация хеҙмәттәре килә. Улар менән дә танышып, эш итергә кәрәк. Йыл буйына күп һандағы ғилми конференцияларҙа ҡатнашам. Шуға күрә уларҙа сығыш яһар өсөн мәҡәлә яҙып ебәрергә лә кәрәк. Бер нисә журналдың редколлегия ағзаһы булып торам. Унда ла мәҡәләләр уҡып, фекереңде яҙып биреү күп ваҡытымды ала.
Эштән ҡайтҡас, телевизорҙан юҡ-бар детективтар ҡарамайым. Сөнки минең зауығым классик әҙәбиәт нигеҙендә формалашҡан. Уҙған йыл ғилми конференциянан һуң Рәсәй Яҙыусылар союзында үткән түңәрәк өҫтәлгә саҡырҙылар. Унда ҡатнашыусылар бер-береһен ныҡ маҡтағас, ҡулымды күтәреп: "Минең китап кәштәһенең иң өҫкө өлөшөндә өс китап: Толстойҙың "Һуғыш һәм солох"о, Горькийҙың "Клим Самгиндың тормошо", Шолоховтың "Тымыҡ Доны" тора. Шунда дүртенсе китапты ҡуйырға ине. Кемде тәҡдим итәһегеҙ?" - тип һораным. Тик улар дүртенсе китапты атай алманы.

Йәш күренеүегеҙҙең сере нимәлә?

- Был беҙҙең тоҡомдан килә. Минең атай 89 йәшкә етте. Ул мәктәп директоры булып эшләне, тарихтан уҡытты. Әсәйем әҙерәк йәшәне, ул да уҡытыусы ине. Мин китаптар араһында үҫтем. Ике өләсәйем дә 91 йәшкә етеп үлде. Атайым үлер алдынан: "Беҙҙең генотипты һаҡлағыҙ", - тине.

"Киске Өфө"гәзите уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

-"Киске Өфө"нө рухлы кешеләр уҡый. Унда сығыш яһаусы журналистар, авторҙар һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы фекер әйтергә, уҡыусының рухын күтәрергә, уны позитивҡа көйләргә тырыша. Шундай фекерле кешеләребеҙ бар саҡта киләсәгебеҙҙең өмөтлө икәненә ышанысым арта. Рухы бай кешеләр менән аралашыу кешенең рухын күтәрә, уның патриотик хистәрен уята. Милләтебеҙҙең ошондай баҫмаһы булыуы ла бик күп нәмә тураһында һөйләй. Күп кенә республикалар бындай баҫмаһы менән маҡтана алмай...

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Яҙҙың ошо йәмле көндәрендә академик Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Милләтебеҙҙең аҡһаҡалы йәшенә еткән, шаҡтай йәш күренгән философҡа нимә теләргә ҡала инде: беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ йәшәгеҙ, Фәнил Сәйет улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.17 | Ҡаралған: 1282

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru