«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БАЛАҺЫНЫҢ ТЕЛЕ НИ ӨСӨН УРЫҪ ТЕЛЕНДӘ АСЫЛА?
+  - 

Был ниндәй ғәжәп хәл - ниндәй генә дәүерҙә йәшәмәйек, тел мәсьәләһе гел көнүҙәк урында. Баш иҫән булһа, тел һаҡланыр әле, тип уйлай инем ошоғаса. Хәҙер был йәһәттән фекерем үҙгәрҙе. Һан яғынан һаҡланһаҡ, хатта арта барһаҡ та, башҡорт телендә һөйләшеүселәр күҙгә күренеп кәмей бара.

Мин тик башҡорттарҙан ғына торған ауылда йәшәйем. Өйҙә лә башҡортса һөйләшәбеҙ. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Икәүһе - тормошта, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Фатирҙары булһа ла, өлкән ҡыҙымдың ғаиләһе беҙҙә йәшәй, сөнки кейәү вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Ғаиләләрендә ун һәм биш йәшлек ул, ике йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр. Ошо балаларға ҡарап, ни эшләп башҡорт балаһынын теле урыҫ телендә асылғанын аңланым, шикелле.
Беҙ заманында олатай-өләсәйҙәрҙең әкиәттәрен тыңлап үҫтек. Ул әкиәттәр әле булһа ла хәтерҙә. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәт һөйләүселәр бармы икән? Булһа ла, бик һирәктер. Бына мин дә уларға әкиәт һөйләмәйем. Атай-әсәйҙәре, донъя көтәм, тип ашыға, күп нәмәгә өлгөрмәй, балалар тәрбиәләргә ваҡыттары бик әҙ ҡала. Был осраҡта өйҙөң иң түрендә ултырған телевизор власты үҙ ҡулына ала. Яҡшыға ла, яманға ла ул өйрәтә. Хәҙер иң төпкөл ауылдарға ла күп каналлы телевидение, интернет үтеп инде. Һәр кем үҙе теләгән каналдан тапшырыу ҡарай. Балалар, әлбиттә, йәнһүрәт ярата. Улар шул ҡәҙәре уйлап, һөйләшә белмәгән бәләкәй генә баланың да күңелен арбарлыҡ итеп төшөрөлгән. Балаға һорау бирәләр, төрлө яуаптарын күрһәтәләр, предметтарҙың исемдәрен, төҫтәрен, формаларын ҡабатлаталар. Ҡыҫҡаһы, кескәйҙәребеҙ шул йәнһүрәт персонаждары менән һөйләшә, аралаша, төрлө ваҡиғаларҙа ҡатнаша, уйнай, көлә, шул телдә һөйләшергә өйрәнә. Биш йәшлек ейәнем беҙ белмәгән нәмәләр хаҡында һөйләп шаҡ ҡатыра. Үҙе һаҡау, ярты хәбәрен урыҫса аңлата, инглиз һүҙҙәрен дә ҡушып ебәрә, сит телдә һанап та күрһәтә. Ике йәшлек ейәнсәремдең теле урыҫ һүҙҙәре ҡушып асылды, урыҫса-башҡортса тәтелдәп йөрөй. Ә ун йәшлек ейәнем таҙа итеп башҡорт телендә һөйләште, сөнки ул ваҡытта күп каналлы телевидение килеп етмәгәйне әле. Был хәл беҙҙең ғаиләбеҙҙә генә икән тип уйлар инем, эштәге аралашҡан иптәштәрҙең дә шул уҡ проблема икәнен белә-күрә йөрөйөм. Хатта ҡайһы берҙәренең мәктәпкә бармаған балалары тик урыҫ телендә генә һөйләшә.
Күрше ауылдан килеп эшләп йөрөгән китапханасының, һөнәре буйынса башҡорт теле уҡытыусыһының улының урыҫ телендә һөйләшеүенә аптырап, "Үҙең уҡытыусы булып эшләгәнһең, ни өсөн улыңды урыҫ телендә һөйләштерәһең?" - тинем. "Үҙенән үҙе шулай һөйләшергә өйрәнде лә ҡуйҙы. Шул телевизор эше инде", - ти. Йәғни, был беҙҙең ғаиләнең генә түгел, бөтөн халҡыбыҙҙың бәләһе булып килеп сыға.
Мәләүез ҡалаһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлағанда яҡташыбыҙ, шағир, БДУ профессоры Фәнил Күзбәковтың сығышы иҫтә ҡалған. "Телебеҙ бик ауыр хәлдә. Мәҫәлән, һәр кем ауырыу әсәһен оҙағыраҡ йәшәтер өсөн төрлө дауа, саралар ҡулланырға тырыша бит. Беҙ ҙә телебеҙҙе ҡотҡарыр өсөн төрлө саралар табырға тейешбеҙ", - тигәйне ул. Профессорҙың фекерен хуплап, шуны әйтмәксемен. Эйе, телебеҙ ысынлап та ныҡлы ауырыу кисерә. Һәр бер ауырыуҙы уңышлы дауалар өсөн дөрөҫ диагноз ҡуйырға кәрәк, сөнки тәүҙә ауырыуҙы булдырған сәбәптәрҙе асыҡлау мөһим. Әлеге осраҡта телевидениенан барған көслө "мәғлүмәти һөжүм" беҙҙең файҙаға түгел. Улар һөйләшә белмәгән баланың да телен урыҫ телендә аса. Элек ҡала балаларында ғына булған тел проблемалары ауыл ерҙәренә лә күсте. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә милли гәзит, журналдар, мәктәп, балалар баҡсаһы, төрлө йәмәғәт ойошмалары бик күп көс һала. Тик был саралар ғына етмәй. Заманабыҙ ҙур тиҙлектә алға елә, нанотехнологиялар, фәнни асыштар осоро. Шулай булғас, яңы алымдарҙы, фән ҡаҙаныштарын ҡулланмайынса, телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү ауыр буласаҡ. Самолетта осҡан кешене ат арбаһында ултырып ҡыуып етеп булмағаны көн кеүек асыҡ.
Алда әйтеп киткән "мәғлүмәти һөжүмде" тик түбәндәге юл менән генә кире ҡағып булалыр, тип уйлайым. Әйтәйек, башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә ителгән ошо уҡ йәнһүрәттәр каналын асыу. "Тамыр" каналы бар ҙа инде, тиеүселәр булыр. Һүҙ юҡ, "Тамыр" каналы бик изге эш эшләй, тик был тапшырыуҙар ғына етмәй. Сөнки ундай тапшырыуҙар иртәнән-кискә ҡәҙәр бер туҡтауһыҙ барырға тейеш. Тамсы ла тама-тама ташты тишә. Заманында торғонлоҡ йылдары тип аталған осорҙа балаларҙы, үҫмерҙәрҙе төрлө ойошмалар үҙҙәренә йәлеп итеп, тәрбиә эше алып барылды. Әле уларҙың береһе лә юҡ. Мәғарифта, башҡа өлкәләрҙә барған реформалар ҙа башҡорт телен үҫтереүгә ныҡ аяҡ сала икәнен аңлайым. Ошондай буталсыҡ осорҙа бөтөн ижади көстәрҙе туплап, уйлап эшләнелгән башҡортса тапшырыуҙар урындағы телевидение, радио аша тәүлек буйына барырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Был тапшырыуҙар урыҫ, инглиз телендәге программаларға конкурент булырлыҡ итеп эшләнергә тейеш. Һәм тағы шундай фекер: ни өсөн юғары уҡыу йорттарында уҡыған буласаҡ филологтарыбыҙға, журналистарыбыҙға телде өйрәнеү генә түгел, ә телде һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә диплом эштәре яҡламаҫҡа, файҙалы тапшырыуҙарҙы, сценарийҙарҙы, йәнһүрәттәрҙе, фильмдарҙы башҡорт теленә тәржемә итмәҫкә? Был ижади эш телебеҙҙе һаҡлауға бер аҙым булыр ине.
Эйе, бөтөн нәмә аҡса менән баһаланған ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Тик тыуған ил менән туған телдең хаҡын баһалап булмай. Минең тәҡдимдәрем дә матди сығымдар талап итә. Унан ҡалһа, төрлө-төрлө бюрократик кәртәләр ҙә килеп тыуа. Тик был йәһәттән халҡы, теле өсөн янып көйгән шәхестәребеҙ, милләттәштәребеҙ нимә уйлай икән? Ошо турала гәзит биттәрендә фекер алышһаҡ ине. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти халыҡ мәҡәле лә. Һуң булып ҡуймаҫ элек телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен киңәйтеү кәрәк түгелме беҙгә?

Урал МӨХӘМӘТШИН.
Мәләүез районы Иштуған ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.17 | Ҡаралған: 1230

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru